Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

Бабич шиғырҙарының татарса һәм башҡортса теле

Дулҡын” оешмасы | Бабичтың төрмәнән ҡасыуы | Яңынан Ырымбурға әйләнеп ҡайтыуы, мәңгегә айырылышыу | Бабич йомошсоһо | Бабич хаты | Ып-ҡыҙыл Бабич | Минең Бабичҡа яҙған, ебәрелмәгән яуап хатымдың ҡыҫҡасаһы | Бабичтың әҙәби мираҫы тураһында | Эстәрлетамаҡта | Бабичтың биографияһына ҡарата |


Читайте также:
  1. Абдулла Кәримов менән Бабич
  2. БӨЙӨК БАБИЧ ХАҠЫНДА ХӘТИРӘЛӘРЕМ
  3. Бабич ҡыҙыҡтары
  4. Бабич бабай
  5. Бабич йомошсоһо
  6. Бабич кәңәштәре
  7. Бабич ут һүндереп ҡайтты

 

Шағир ауыл мәҙрәсәһендә, Мәҙрәсәи Ғалиәлә уҡыған осорҙарында ундағы дини дәреслектәрҙең күбеһе ғәрәп телендә, ғәрәпсә булмағандарына ла бик күп ғәрәп һүҙҙәре аралашҡайны. Башҡа фәндәрҙең дәреслектәре лә шулай ғәрәпсә һүҙҙәр, терминдар менән сыбарланған. Октябрь революцияһына тиклемге татар әҙәбиәте был сирҙән ҡотола алманы. Хатта Бабичтың замандашы, ҡалалашы, уның менән ҡатнашып йәшәгән Сәғит Сөнсәләй ҙә “ғәрәп һүҙҙәре аһәңле (музыкаль яңғырауыҡлы) мәғәнәгә бай, шиғриәткә килешле…” тип, шиғырҙарында ғәрәпсә һүҙҙәрҙе кәрәгенән артыҡ ҡулланыусыларҙан булыуы менән бергә, шул тенденцияны теше-тырнағы менән яҡлап, маҡтап һөйләүселәрҙән ине.

Бабич Октябрь революцияһынаса баҫылған төрөк-ғәрәп яңы әҙәбиәтенең иң әүҙем уҡыусыларының береһе булғандыр, теленең 60-70 проценты ғына татарса йәки төркисә, үзбәксә булған “Мөхәммәҙиә”, “Камале Өмми”, “Баҡырған”, “Бәҙеүәм” кеүек боронғо төрөк, татар, үзбәк әҙәбиәтен дә күп кенә аҡтарған әҙип. 1917 йылға тиклем ул ғәрәпсәле иҫке татар әҙәбиәтенән сыға алманы. Мин үҙем дә башланғыс яҙыусылыҡ осоромда был сирҙән ныҡ ауырыным. Шулай ҙа мин, сит һүҙҙәрҙе бик аҙ ҡатнаштырыу менән бергә, татар шиғырынан ғәрәп, фарсы һүҙҙәрен бөтөнләй ҡыуып сығарыу яғына күстем. Сөнки күбеһенсә сит һүҙҙәрҙең баҫымдары шиғыр яҙғанда кәрәкле урынға тап килмәй, яҙғанда ла, уҡығанда ла, һөйләгәндә лә, көйләгәндә лә уңайһыҙлыҡ тыуҙыра. Өҫтәүенә, ғәрәп һүҙҙәренең күпселеген халыҡ аңламай.

Бабич Ырымбурҙа сағында был турала арабыҙҙа аңлашыу булды. Мин уның шиғырҙарына ғәрәпсә һүҙҙәр ҡатнаштырыуын тәнҡитләнем, ғәйепләнем. Был турала аңлашҡанда Мәхмүт Мәржәни, Рәүеф Ниязбаев та бар ине, улар ҙа минең фекерҙе ҡеүәтләне. Яҙған шиғырҙарыбыҙҙы Ярлы Кәрим, Шамун Фидаиҙар ҡатнашлығында үҙ-ара уҡып әңгәмәләшеп ултырғанда ла ғәрәпсә һүҙҙәрҙе, ғөмүмән, сит һүҙҙәрҙе шиғырҙа ла, прозала ла һирәкләтеү тураһында һүҙ барҙы. Бабич башҡа ерҙәрҙә лә үҙ ижадында ғәрәп һүҙҙәрен урынһыҙ күп ҡулланыуҙа тәнҡитләнде. Бабичтың миңә ебәргән теге көйлө хатындағы: “Тап татарса хаттар яҙҙым таҡыр башлы татарға…” тигән һүҙҙәре лә уның шиғырҙарындағы, хаттарындағы урынһыҙға сыбарлатылған ғәрәп һүҙҙәренә бәйле иптәштәренең кәңәштәрен иҫтә тотоу һиҙелә. Шуға күрә Бабичтың ғәрәп һүҙҙәрен башҡортса йәки татарса һүҙ табылмағанда ғына ҡулланып яҙған гүзәл шиғриәтендәге татарса йәки башҡортса шиғырҙарының йылдары, айҙары ҡуйылмаһа ла, уларҙың тап 1917-18 йылдарҙа яҙылғанлыҡтарын аныҡлап була, тип әйткем килә.

 

 

Бабичтың бөгөнгө башҡортса һәм татарса баҫылған йыйынтыҡтары тураһында ярты һүҙ

 

Өҫтә күрһәтелгән кәмселектәрҙе бөтөрөү өсөн, был шиғырҙарҙы йыйнап баҫырға әҙерләгәс, типографияға бирмәҫ борон Бабичтың замандаштары Сәйфи Ҡудаш кеүек ҡарт шағирҙарҙан уларҙың тышҡы форма, техник яҡтарын күҙҙән үткәртеп тикшертеп, оригиналдарын, татарсаларын һәм башҡортсаларын сағыштырып, дөрөҫләтеп баҫтырғанда яҡшы булыр ине.

 

 


Дата добавления: 2015-07-21; просмотров: 70 | Нарушение авторских прав


<== предыдущая страница | следующая страница ==>
Бабичтың алдағы өмөттәре, теләктәре тураһында иҫтәлек| Бабич ҡыҙыҡтары

mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.006 сек.)