Читайте также: |
|
Ырымбурҙың ҡарт уҡытыусыларынан Хәҙисә ханым Сәйфетдинова комик-декламатор тураһында иҫтәлектәрен һаҡлай.
-- Бабичты тәүге тапҡыр 1917 йылдың көҙөндә Ырымбурҙың “Люкс” кинотеатры сәхнәһендә күрҙем. Ҙур-ҙур атлап сығып, тамашасыларҙы күҙе менән һөҙөп ҡарап алды ла, тын ҡалып, ҡолаҡтарын һелкетте. Бөтөн зал уның ҡолаҡтарының һелкенеүенән таң ҡалып, шаулап көлдө. Беҙ шул 1917 йылғаса татар сәхнәһендә уның кеүек күңелле көлдөрөүсене күргәнебеҙ юҡ ине. Ул ҡатнашҡан әҙәбиәт-концерт кисәһенә барһаҡ, уның сәхнәгә килеп сығыуы менән, ҡул сабып көлөшә башлайбыҙ. Тамаша залынан сығып барғанда ла, юлда ла, өйгә ҡайтап ингәнсе бер-беребеҙгә уның көләмәстәрен, ҡыҙыҡ һүҙҙәрен ҡабатлай-ҡабатлай көлөшәбеҙ. Уның исем-фамилияһы ла Ырымбур өсөн яңы – ишетелгәне юҡ ине. Шуға күрә ҡайһы бер тамашасылар уны, исем-фамилияһын тиҙ генә үҙләштерә алмай, ҡушамат тағып:
-- Әйҙәгеҙ концертҡа! Бөгөн теге “һикертмә ҡолаҡ” йәки “ҡолағын һелкетә торған артист” көлдөрә икән, тип бер-берен димләнеләр.
“Миңә лә бер-ике мәрйә алып ҡайт”
Элек татарҙар Ырымбурҙың хәҙерге ҙур Колхоз баҙарын “Мәрйә баҙары” тип йөрөттө, сөнки электән үк унда иң ҙур йәшелсә баҙары булып, бәрәңге, кәбеҫтә, кишер, ҡыяр, һуған, һарымһаҡ, тауыҡ, күкәй, һөт-ҡатыҡ, май-ҡаймаҡ, ҡарбуз-ҡауын һымаҡ ауыл хужалығы аҙыҡтарын башлыса урыҫ ҡатын-ҡыҙҙары һата.
Бер көн иртүк миңә Ярлы Кәрим килде. Йоҡонан яңы тороп ҡына йөрөй инем.
-- Әй, Абдулла, килеүең бик шәп булды. Самауыр ҡайнағансы, мәрйә баҙарына сығып, берәй тиҫтә күкәй алып кер әле, күкәйләп сәй эсербеҙ, -- тип аҡса тотторғайным, шул арала Бабич килеп инде. Уның менән иҫәнләшкәс, Абдулла:
-- Ярай, мин мәрйә баҙарына барып киләйем дә, сәй янында һөйләшербеҙ, -- тигәйне, Бабич уны туҡтатып:
-- Әй, туҡта, туҡта, миңә лә бер-ике мәрйә алып ҡайт! – тип, кеҫәһенә ҡулын тығып аҡса сығарып һондо. Тегеһе:
-- Юҡ, мин алып ҡайтҡан мәрйәләрҙе яратмаҫһың, үҙең барып һайлап ал! – тип сығып китте. Бабичтың был көлкөһө ағай-эне араһында әллә нисә йыл буйына мәҙәкләнеп йөрөнө.
Дата добавления: 2015-07-21; просмотров: 35 | Нарушение авторских прав
<== предыдущая страница | | | следующая страница ==> |
Бабич шиғырҙарының татарса һәм башҡортса теле | | | Бабич ут һүндереп ҡайтты |