Читайте также: |
|
Йоҡларға ятҡас ҡына, беҙҙән йыраҡ түгел кварталда янғын сыҡты. “Пожар! Пожар!” – тигән һөрәнгә Бабич сисенеп ятҡан урынынан ырғып тороп, ашыҡ-бошоҡ кейенә башланы. Үҙе салбарын кейә, күҙе менән пинжәген эҙләй. Бер балаҡҡа ике аяғын тығыуынан үртәлеп, береһен тартып алайым тигәнсе, балағы бүҫерелде. Аптырағандан пинжәген генә кейеп, салбарын ҡулына тотоп сығып бара.
-- Ҡайҙа ҡабаланаһың, салбарыңды кей! – тип ҡысҡырып саҡ туҡтаттым. Баҡтиһәң, йоҡоһонан иҙерәпме, иң элек ботинкаларын кейеп алған икән – шулары ҡамасаулай.
-- Вәт суҡынсыҡ аяҡтар! Асыуымды килтерһәгеҙ, икегеҙҙе лә ҡыҫҡартырмын! – тип һөйләнә-һөйләнә сығып йүгерҙе. Әйләнеп ҡайтҡанын белмәнем – йоҡлағайным. Иртән торғас һорайым:
-- Йә, Бабич, һүндерҙеләрме?
-- Янғын һүндереүселәрҙең хәленән килмәне, әй. Мин барып һүндермәһәм, бөтөн Ырымбурың янып көлө күккә оса ине.
-- Һин нисек һүндерҙең һуң?
-- Урал менән Һаҡмар һыуы етмәгәс, үҙемдекен… сәптереп һүндереп ҡайттым…
Карауат аҫтында (Бабич үҙе мәрәкәләп һөйләгәнсә)
Исмәғил тигән бик яҡын бер иптәшенә барып инһә, уныһы өйҙә булмағас, өҫтәл янына ултырып, альбом аҡтарып көтә. Тәҙрәнән иптәшенең бер ҡыҙҙы ҡултыҡлап ҡайтып килеүен күрә лә, ҡыҙыҡ яһар өсөн карауат аҫтына инеп ята. Ҡыҙ менән егет һөйләшә-һөйләшә килеп инәләр ҙә карауатҡа ултыралар, ҡыҙыҡлы диалог башлана.
Исмәғил:
-- Һин кеше һүҙенә ышанма, көнсөллөктән, һинең менән минең татыулыҡты күрә алмауҙан ялған тараталар.
Зифа:
-- Юҡ! Бер ҙә ялған түгел! Ул һүҙҙе миңә дошман кеше түгел, дуҫ кеше әйтте. Иң яҡын күргән әхирәтем әйтте.
-- Кем әйтһә лә ышанма. Мин һине ысын йөрәктән, керһеҙ, хәйләһеҙ һөйәм.
-- Юҡ-юҡ, ышанмайым! Алдайһың! Һин Шәрәфәтте һөйәһең. Бибикамалды ла, Тәзкирәне лә яратаһың… Һиңә ышаныс юҡ, әллә нисә яратҡан ҡыҙың бар.
-- Әй-й-й, ҡуй әле, Зифа, ниңә йыйын юҡ-барҙы ҡабатлайһың? Шәрәфәтте мин шайтан менән бер күрәм. Бибиҙе былай ғына, Тәзкирәне тегеләй генә яратам.
-- Һөйәһең, һөйәһең! Ялғанлама!
-- Билаһи, валлаһи, уларҙы һөймәйем!
-- Һөйәһең, һҡйәһең! Йома көндө Каруанһарай баҡсаһында Тәзкирә менән ҡултыҡлашып йөрөгәнегеҙҙе үҙ күҙем менән күрҙем. Бибикамал менән кинонан сыҡҡаныңды шәйләнем.
-- Юҡ-юҡ, әллә ҡасанғыны һөйләйһең! Мин уларҙы башланым да ташланым, бик ялғансы ҡыҙҙар булып сыҡтылар. Саҡырған ергә сыҡмайҙар, вәғәҙәләрендә тормайҙар, уларҙың миңә бер тинлек тә кәрәктәре юҡ.
-- Ышынмайым, ышанмайым! Һин – хәйләкәр, һин – тел биҫтәһе, нисек кенә булһа ла, ғәйебеңде ҡапларға тырышаһың. Һинең күңел – сиңерткә, ҡыҙҙан-ҡыҙға һикереп йөрөй.
-- Бер ҙә улай түгел инде, Зифаҡайым, мин бит һине өс йылдан биреле һөйөп йөрөйөм. Әгәр сиңерткә булһам, күптән инде һинән һикереп ҡасыр инем.
-- Һин әле уларҙан башҡалар менән дә сыуалаһың. Зөләйха менән, Ғиззәтбаныу менән…
-- Әй Зифа, Зифа, Зөләйха менән Ғиззәтбаныу минең уҡыусылар бит, көн һайын миңә килеп һабаҡ алалар. Улайғас, һин дә әллә нисәмә егет менән йөрөйһең – Хәйретдин менән дә, Вәли менән дә, Нәжип менән дә…
-- Ай Алла!.. Бына тағы, кәрәк булһа… иҫке ауыҙҙан яңы һүҙ. Өсөһө лә курсташтарым бит, улар менән йөрөргә тилеме ни мин! Нисек оялмай телең бара!? Кит, битһеҙ!
-- Ниңә мин битһеҙ булайым? Бер түгел, ике битем бар, бына ҡара!
-- Йә инде, йә, һүҙҙе көлкөгә борма! Әгәр алдап йөрөй торған булһаң, дөрөҫөн генә әйт тә ҡуй – йәш башымды әйләндермә!
-- Ысынын ғына әйтәм, йәнем, мин һинән башҡаны уйлағаным да юҡ, һинһеҙ йәшәй алмайым, йөрәгемдә тәрән тамырланғанһың. Һиңә генә өйләнәм, һинән башҡаны буш бирһәләр ҙә алмайым!
-- “Алмайым”? Әллә һатып алаһыңмы?
-- Былай ғына әйтәм бит, уларын туйһыҙ ҙа алмайым, һине туй яһап алам, тигән һүҙем.
-- Ә ҡасан туй яһайбыҙ?
-- Байрамда… (тап шул мәлдә генә ишектә зыңғырлау). Туҡта, кемдер килде, кем икән?
-- Тороп тор, үҙем тәҙрәнән ҡарайым. Башҡа һөйгән ҡыҙың килгәндер әле! Әгәр Ғәлиә йәки Тәзкирә булһа, әле һөйләгән һүҙҙәреңдең бөтәһе ялғанға сыға. (Икәүләшеп тәҙрәнән ҡарайҙар ҙа яңынан ултыралар).
-- Миңә бөгөн сәғәт икелә Бабич тигән шағир килмәксе ине. Килмәһә ярар ине…
-- И Исмәғил, шулаймы ни, ул Бабич һинең менән танышмы ни? Мине лә таныштыра күр! Бик ҡыҙыҡ кеше, тиҙәр, бик көлдөрөүсән, тиҙәр.
-- Ярай, бик ярай, таныштырырмын. Бөгөн кис бергәләшеп концертҡа барырға булдыҡ. Кискә табан бер сибәр ҡыҙ ҙа эйәртеп алып кил, уның өйләнгеһе килеп йөрөй. Ике туйҙы бергә үткәрербеҙ.
-- Ярай, улайһа, Нәфисә менән килермен. Уның да кейәүгә барғыһы килә.
-- Тимәк, вәғәҙә. Кил әле, вәғәҙә билгеһе итеп бер генә үпәс итәйем!
-- Ҡуй, ҡуй, ҡуй, кәрәге юҡ! Һин, бер генә үбәм тиһең дә, ун үбәһең. Кисә лә ике битемде тиң ҡыҙартып бөтөргәнһең. Шул килеш ҡайтып инһәм, әней һиҙенер ине. Әл дә ярай юлда Йәмилә осрап: “Ниңә биттәрең, күҙҙәрең был тиклем ҡыҙарған? Әллә иланыңмы?” тигәс, тиҙ генә һылтау табып: “Иланым шул. Атай яман итеп асыуланды…” тиеп алданым да, уларға инеп, биттәремде һалҡын һыу менән йыуып сыҡтым.
-- Юҡ, йәнем, юҡ, кисәгеләй ҡаты үпмәм. Йомшаҡ ҡына, йомшаҡ ҡына… -- тип, ҡыҙҙы ҡосаҡлап карауатҡа аунатып-аунатып үбә. Зифа:
-- Етәр инде, етәр! Ебәр, ҡайтам… оҙаҡ торҙом…
Бабич карауат аҫтынан:
-- Ебәрмә, ебәрмә! Минең өсөн дә бер үп! – тип, аяҡтары менән иҙәнде дөбөрләтеп ҡысҡыра. Ҡыҙ:
-- Уй, харап булдым! – тип атлығып сығып ҡаса. Исмәғил:
-- Ах Бабич! Бөтөн эште боҙҙоң бит, суҡынғыры! Ниңә былай итәһең!
Бабич:
-- Һис кенә лә боҙманым, ниңә боҙайым? Һин эшеңде бөтөргәс кенә ҡысҡырҙым бит.
Исмәғил:
-- Бик шәп инде, бик шәп! Инде ғүмерҙә лә килмәҫ…
Бабич:
-- Килер, килер, бер ҙә ҡурҡма. Үбеүҙең тәмен бер белгән ҡыҙ гел килә ул. Туйығыҙҙа шаһитлыҡҡа үҙемде саҡырырһың. Мин: “Улар бер-береһен ифрат яратыша, үбешкәндәрен карауат аҫтынан үҙем тыңлап, күреп яттым”, тип әйтермен.
Дата добавления: 2015-07-21; просмотров: 46 | Нарушение авторских прав
<== предыдущая страница | | | следующая страница ==> |
Бабич ҡыҙыҡтары | | | Шәйхзада Бабич менән Ғәзиз Әлмөхәмәтов |