|
1917-1919 йылдарҙа ырымбурҙарҙың башынан күп ваҡиғалар үтте. Бер үк осорҙа ҡалала төрлө сәйәси ағын – татарҙарҙы ла, башҡорттарҙы ла бергә ҡушып, башҡортто татарлаштырып сеп-сей татар батшалығы булдырырға тырышыусы тар милләтсе татарҙар ҙа, башҡорт милли шурасылар ҙа, большевиктар ҙа ҡайнашты. “Ваҡыт”, “Яңы ваҡыт”, “Мосолман комиссариатының мөхбире”, “Башҡорт” гәзиттәре йәмғеһе бер үк типографияла баҫылып сығып тора. Бына бер саҡ Ырымбурҙа большевиктар ғына ҡалды. Бер заман дутовсылар һәм “Дутов дудкаһына бейегән” Зәки хөкүмәте килеп урынлаша. Ҡала ҡулдан-ҡулға күсә. Бабичыбыҙ ҙа “беҙ еңдек!” тип Ырымбурға ҡайта. Ләкин “еңеү”ҙең ғүмере ҡыҫҡа була.
1919 йылдың ғинуарында Башҡорт хөкүмәте Ырымбурҙан Баймаҡҡамы, Темәскәме күсергә ашығыс йыйына башланы. Хөкүмәт аппаратында, шул иҫәптән гәзит мөхәрририәтендә, типографияла эшләүсе техник эшселәргә, хеҙмәтселәргә Ырымбурҙа ҡалырға ла, хөкүмәт менән күсенеп китергә лә ихтыяр ҡылына. Ҡалыусыларға берәр айлыҡ, китеүселәргә икешәр айлыҡ хеҙмәт хаҡын бирәләр. Әммә күптәребеҙ, шулар араһында мин дә, Ырымбурҙа ҡалдыҡ. Сөнки төп хеҙмәтем уҡытыусылыҡ ине, гәзиттә иһә шул эшемдән бушаған араларҙа ғына ярҙамлаштым. Бабич хөкүмәт әһеле булғанлыҡтан, бергә китергә тейеш ине. Уны Ырымбурҙа ҡалырға төрлөсә димләп ҡараным, тыңламаны. Минән башҡа бик күптәр, шул иҫәптән ҡарт коммунистарҙан Шәриф Камал, Афзал Таһиров, йәш коммунистарҙан Заһит Шәрҡи, “Ҡармаҡ” нәшире Мәхмүт Мәржәни, танылған татар яҙыусылары Фатих Кәримов, Ямал Вәлиди, Закир Рәмиев (Дәрдемәнд), ул саҡтағы революцион хәрәкәт әүҙемәндәренән Абдулла Дәүләт тә, өгөтләп ҡаранылар, һөҙөмтәлә уның күңелендә “китергәме, ҡалырғамы?” тигән икеләнеү тыуҙы, яҡындары менән йәшертен генә кәңәшләшеп йөрөнө…
Уң аяҡ менән һул аяҡ
“Башҡортостан” гәзите редакцияһында үзбәк яҙыусыларынан Ғәбделхәмит Сөләймәни (Сулпан) хеҙмәт итә ине. Ғаиләле зат булараҡ, ҡатыны менән бергә йөрөй. Бабич уны беҙгә алып килеп, Ырымбурҙың “данлыҡлы шағиры” Сенәкәй ошо була инде, тип таныштырҙы. Мин, икеһенең үтенеүе буйынса, уларға торорға бүлмә табышып бирҙем. Был әҙип ул саҡта күберәген шиғыр яҙа ине. Үҙ-ара яҡын дуҫ булышып, мөхәрририәттәрҙә йәки Каруанһарайҙың берәй бүлмәһендә сәйәси-әҙәби хәрәкәттәр тураһында әңгәмәләшеп ултырғылайбыҙ. Яҙғандарыбыҙҙы уртаға һалып, дуҫтарса тәнҡитләшәбеҙ.
Бына Ғәбделхәмит яңы шиғыр килтергән. Кинәйә (аллегория) менән яҙылған, уң ҡул менән һул ҡул тураһында һүҙ бара. Яртылаш үзбәксә, яртылаш татарсараҡ. “Һул ҡулым, кил, һине бер һөйәйем, бер үбәйем…” тип башланыуы хәтерҙә. “Һул ҡулым” тигәненән – коммунистарҙы, ғөмүмән, һул партияларҙы, ә “уң ҡулым” тигәненән уңдарҙы – Дутов, Зәки Вәлиди яҡлыларын кәүҙәләндерә, һул ҡулына ысын мөхәббәтен белдерә.
Бабич уның был шиғырын бик яратты. Сәнки ул Өфөлә Ғәлимйән Ибраһимов кеүектәр менән тығыҙ аралашыу һөҙөмтәһендә һул фекерҙәш булыуы өҫтөнә, Ырымбурға килгәс, өҫтәрәк исемдәре аталған коммунистар һәм уларға теләктәш яҙыусылар, уҡытыусылар, революцион йәштәр менән йәшертенерәк серҙәш ине. Бөгөн-иртән Ырымбурҙан китергә йөрөгәнендә беҙгә килеп:
-- Ну, Сенәкәй, нишләргә? Киткем дә килә, ҡалғым да… Зәки, Хәбибулла, Мусалар һәм башҡалар ҡалдырмай. “Теге шиғырҙарың, эштәрең өсөн һине большевиктар телеңдән аҫып ҡуйырҙар…” тип ҡурҡыталар. Өфөнән бушҡа киттем. Сәйфи: “Һәй Бабич, үҙеңде бер ҙә ебәргем килмәй бит, күңелем тартмай. Кешелек донъяһының океаны ҡуҙғалып тулҡынланған саҡта үҙеңдең тыуып үҫкән ереңдә, өйрәнгән тупрағыңда көрәшеп халыҡҡа хеҙмәт итеүең яҡшыраҡ булыр ине. Өфөлә абруйың көндән-көн үҫә бит” тип өгөтләгәйне. Ғәлимйән ағай ҙа: “Һин “Ҡармаҡ”ҡа ҡыҙыҡма. Өфөлә көлкө журналы сығарырбыҙ, үҙеңде шунда мөхәррир итеп ҡуйырбыҙ” тигәйне, һүҙҙәрен тыңламаным. “Татар аҡылы төштән һуң” тиҙәр, быныһы “башҡорт аҡылы бер йылдан һуң” булды инде. Хәҙер тамам аптырашта ҡалдым: яртым яна, яртым туңа, йәнем үлде яртылаш – шашты аҡылым, ҡатты баш… Ғәбделхәмит Сөләймәниҙең шиғырына оҡшатып:
Уң аяғым тарта китергә тип,
Һул аяғым тарта ҡалырға.
Башым ҡатты шулай уйлай-уйлай –
Ҡайһа яҡты һайлап алырға? --
тип бер шиғыр ҙа яҙып ҡуйҙым, исемен “Уң аяҡ менән һул аяҡ” тип атаным. Аптыраным инде, Сенәкәй! – тип ауыр һулап, күҙҙәремә текләне. Быға тиклем дә был турала ике-өс тапҡыр һөйләшеп, ҡалырға кәңәш биргәйнем, был юлы ла:
-- Ҡурҡма, ҡал. Ырымбур тимәһәң, Өфөңә ҡайт. “Эйелгән башты ҡылыс киҫмәй” тигәндәр – аҫып ҡуймаҫтар әле. Революцион гәзиттәргә матур-матур шиғырҙар яҙһаң, тегеләрең онотолор. Хөкүмәт даирәһендә эшләмәй, шиғырҙар яҙып ҡына торһаң, башҡорт халҡына, башҡорт әҙәбиәтенә күберәк файҙа килтерер инең. Кескенә был хаталарыңды аңлап, шул турала матбуғатта декларация сығарһаң…
-- Ярай, Мәхмүт тә, Ниязбаев та шул фекерҙе туҡынылар. Әле тағы осрашырбыҙ, ҡайтып йыйына торайым, -- тип сығып киткәйне, иртәгәһенә үк килде:
-- Сенәкәй, тыңла, йәнә бер шиғыр яҙҙым, шуны һиңә уҡып ишеттерер өсөн генә һуғылыуым, -- тигәс, баяғы “Уң аяҡ менән һул аяҡ” кеүегерәк нәмәлер, тип уйлаһам, “Шишмә буйында” тигән бөтөнләй башҡа йөкмәткеле булып сыҡты. (Минең кәңәш буйынса, “Тау күкрәгендә” тип исемләргә риза булһа ла, аҙаҡ “Яҙғы йыр” тип ҡуйған). Бик матур итеп уҡыны ла:
-- Йә, Сенәкәй, турыһын әйт, нисек һинеңсә?
Ҡулыма алып ентекле күҙ йүгерткәс:
-- Ошо көнгәсә мин белгән шиғырҙарыңдың иң көслөһө. Тик мин һинең ошондай ҙа ығы-зығы ваҡытында, бөтөн донъя аҫты-өҫкә килеп ҡайнашҡан сағында, күңелеңдең, башыңдың ҡатмарлы сәйәси арауыҡта төрлө тарафҡа тартҡыланып борсолғаны осоронда, тынысланып, шундай матур лирик йыр яҙғаныңа ышаныр-ышанмаҫтан аптырап ҡалдым. Был шиғырҙы һин башҡа ваҡытта, башҡа ерҙә яҙғанһыңдыр?
-- Юҡ-юҡ, ҡайтҡас кис ултырып яҙҙым. Башҡорт көйҙәренә йырларға бик килешле… -- тине лә, үҙе үк “Шәүрәкәй” көйөнә (буғай) йырлай ҙа башланы. Шул һуңғы ике көнгәсә Бабичтың йөҙөндә күңелһеҙлек, күңелендә төшөнкөлөк һиҙенгәнем юҡ ине, шундайын да моңһоу, йөрәкһеү күренде. Өс куплетын йырлағас, күҙендә йәш бөртөгө ялтыраны, бөтөр-бөтмәҫтән үкһеп илап та ебәрҙе. Мин дә, түҙә алмай, ирекһеҙҙән уға ҡушылдым…
-- Ҡуй, Бабич, илама, тыныслан!.. – тип йыуатырға тырышам, үҙем һаман илайым… Нәҡ шул мәлдә “бабушка”быҙ “самауыр ҡайнаны” тип килеп кереүе менән беҙҙең хәлдәрҙе күреп:
-- Ни булды, ниңә балауыҙ һығаһығыҙ, әллә берәй яҡын кешегеҙ үлгәнме? – ти. Күҙ йәштәремде һөртөп:
-- Был иптәшем китә, йыраҡҡа китә - айырылышабыҙ, шуға илашабыҙ, -- тинем. Ул:
-- Ҡуй, иламағыҙ, балалар кеүек, китһә тағы ҡайтыр. Минең улым 4-5 йыл йөрөп иҫән ҡайтты. Хоҙайҙан иҫән-һаулыҡ ҡына теләгеҙ, -- тип төрлө һүҙҙәр менән беҙҙе йыуатып, табын әҙерләп сығып китте, өҫтәл янына ултырыштыҡ. Ҡағыҙ-ҡәләм алып:
-- Бабич, был йырҙы күсереп алып ҡалайым әле, -- тип ҡул һуҙыуыма:
-- Күсермә. Мә быныһы һиндә ҡалһын, иҫтәлегем булыр. Мин уны дәфтәргә теркәнем, тине лә, бер генә сынаяҡ сәй эсеп, иң оҙон һүҙен башланы: -- Сенәкәй, минең атайҙың ҡиммәтле бер һүҙе бар: “Алыҫ юлға сыҡҡаныңда туғандарың менән ризалашып, бәхилләшеп китергә кәрәк, донъяның хәлен белеп булмай…” ти торғайны. Алтын кәңәш. Беҙ һинең менән аҙмы-күпме бергә-бергә күңелле генә көндәр үткәрҙек. Үҙеңде күп кенә борсоном, расходландырҙым да, буғай. Һин мине үҙеңдең туғаның кеүек яҡын күреп ҡаршыланың, ҡунаҡ иттең, ҡулыңдан килгәнсә ярҙамлаштың. Бергә-бергә уйнап-көлдөк, ашаныҡ-эстек. Хөрмәтең, ярҙамдарың өсөн ысын күңелдән рәхмәт, яҡшылыҡтарыңды онотмам. Һин дә мине онота күрмә. Мин ҡурҡыныслы, ҡанлы фронт артына күсәм. Һин дә шауҙыр ут эсендә ҡалаһың. Дауыллы йылдарҙың упҡынлы тулҡындары араһында көрәшкә сыҡтым, алдағыһын белеп булмай… Былай вәғәҙәләшәйек: әгәр мин утлы дауылдар араһында юғалып ҡалһам, һин минең шиғырҙарҙы йыйнап баҫтыр. Һин элек үлһәң, мин һинекеләрҙе йыйнап баҫтырырмын. Минең шиғырҙарҙың ҡайһы журналдарҙа сыҡҡанын яҡшы беләһең, Мәхмүт уларҙың тулы йыйынтығын нәшер итергә булды, был турала уның менән кисә төн буйына һөйләштек. Унда ла бераҙ шиғырҙарымды ҡалдырам, бергәрәк эш итерһегеҙ…
Мин уны бүлдереп:
-- Әй, ҡуйсы, Бабич, ундай күңелһеҙ нәмәләр һөйләп ултырмасы! Әле яңы донъяға сығып үҫеп, сәскәләнеп килгәнеңдә үлемдәр, васыяттар тураһында һөйләргә оял! Иҫән-һау әйләнеп ҡайтырһың, әҫәрҙәреңде үҙең менән бергәләп йыйып тупларбыҙ, баҫтырырбыҙ. Донъя тынысланғас, барыһы үҙ күсәренә ултырыр… -- тип тынысландырырға тырыштым. Табынды түңәрәкләп, һаубуллаштыҡ. Адресты яҙып алды, барғас хат яҙырға булды.
-- Әй, Бабич, тәғәйен ҡасан китерең билгелелер бит? Оҙата төшөрмен, -- тигәс:
-- Әлегә билгеле түгел шул. Каруанһарайға барам, шунда асыҡлармын. Бында килә алмаһам, Мәхмүттәрҙә йәки Ниязбаевтарҙа осрашырбыҙ, -- тип ашығыс ҡуҙғалды.
Кискәрәк беҙ ысынлап та, ҡарт революционер-драматург Рәүеф Ниязбаев фатирында осраштыҡ. Мәхмүт Мәржәни, Закир Дәминев, Шамун Фидаи, бер-ике ҡатын-ҡыҙ ҙа бар ине. “Яҙғы йыр”ҙы тағы үҙенең уҡыуында тыңланыҡ, шундағылар барыһы күсереп алды.
Бабич миңә Ырымбурҙан китәһе сәғәтен асыҡ әйтә алманы. Икенсе көндә килмәгәс, Каруанһарайға барһам, үткән төндә үк Ырымбурҙан Өфөгә күсенеп киткәнлектәрен белдем.
Дата добавления: 2015-07-21; просмотров: 87 | Нарушение авторских прав
<== предыдущая страница | | | следующая страница ==> |
Бабичтың төрмәнән ҡасыуы | | | Бабич йомошсоһо |