Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

Уҡыу – белем туҡыу осором

БӨЙӨК БАБИЧ ХАҠЫНДА ХӘТИРӘЛӘРЕМ | Шәйхзада Бабич тураһында | Көтөлгән ҡәҙерле ҡунаҡтың көтөлмәгәнсә килеп кереүе | Абдулла Кәримов менән Бабич | Бабич кәңәштәре | Дәрдемәнд менән танышлығы | Дулҡын” оешмасы | Бабичтың төрмәнән ҡасыуы | Яңынан Ырымбурға әйләнеп ҡайтыуы, мәңгегә айырылышыу | Бабич йомошсоһо |


Читайте также:
  1. Шәйхзада Бабичтың уҡыу осорондағы иҫтәлектәренән иҫтәлек

 

-- Мин бер ярлы ауылдың ярлы муллаһының балаһы. Атай мине лә, ағайымды ла мулла итергә тырышып уҡыта башланы. Белемгә һәүәҫем ҙур ине. Атай биргән китаптарҙы бер-бер артлы уҡып сыҡтым. Күбеһе ғәрәпсә. “Фазаилешеһүр”, “Баҡырған” кеүек ярым-татарсаларын да уҡыным. “Мөхәммәдиә”, “Йософ китабы” кеүек көйлө китаптарҙың береһен ҡалдырмай көйләнем. Ауылда уҡығанда ул тиклем ҡыйынлыҡ һиҙелмәне, Мәҙрәсәи Ғалиәлә уҡыу ауырға килде. Атайым миңә күп ярҙам итә алманы. Беренсе йылдарҙа өйҙән ашарға икмәк, бауырһаҡ, май, ҡорот, бешкән ит, ҡайһы саҡ бешкән тауыҡ, өйрәктәр килгеләп торҙо, һирәк-мирәк 5-10 һум аҡса ла тамғылай ине. Һуңғы йылдарҙа атай ҡартайҙы, балалары ишәйҙе, үҙҙәренә тормош ауырайҙы. Миңә уҡыуҙы ташларға ла ауылға ҡайтып һуҡалай башларғамы, йәки берәй яҡҡа олағырғамы, тигән уйҙар төштө. Ахыры берҙән-бер ҡулымдан килгән эшем шул булды: йәйҙәрен ҡаҙаҡ араһына сығып, мулдәкәлек итеп, бераҙ аҡса йыйнап ҡайтып ҡышын уҡыу. Ундай аҡсалар ҙа инде, Сенәкәй, көлдән борсаҡ сүпләгәндәй, тиндәрҙән генә туплана. Уҡытыусыны ҡайһы бер ерҙә бала башына айына бер һум, ике һум бирергә итеп алһалар ҙа, күп урында улай һөйләшмәйҙәр – хәйер-садаҡа, ғөшөр-фытыр хисабына яллайҙар, һыуҙағы балыҡҡа, һауалағы кейеккә ышанып һунарға сыҡҡан аусылай булаһың. Балалар аҙна һайын берәр, икешәр тин хәйер алып килә, дүрт аҙнаға бер һум самаһы йыйыла. Байҙар иһә закаттан тип ҡорсаңғы ҡуҙы (ҡуй бәрәсе) бирһә, уны бер һумға һатаһың. Ҡорбан байрамында дүрт-биш ҡорбан тиреһе эләгә, уларын алтмышар тингә бирәһең; ураҙа байрамында уҡытҡан балаларының фытырҙарын килтерәләр. Көҙ көнө 20-30 бот ғөшөр тарыһы төшә… Берәренә ашҡа, туйға барһам, Ҡөрьән уҡыһам, 5-10 тин, һирәкләп 20 тин алып ҡайтам. Тарыларының ботон 15-20 тиндән һатам. Ана шулар менән байып, көҙгә тиклем 30-40 һум ҡоршала. Шуның менән ҡыш буйы торорға ла, кейенергә лә, мәҙрәсәгә түләргә лә кәрәк була – етһә лә, етмәһә лә еткерәһең…

 

 


Дата добавления: 2015-07-21; просмотров: 46 | Нарушение авторских прав


<== предыдущая страница | следующая страница ==>
Шәйхзада Бабичтың уҡыу осорондағы иҫтәлектәренән иҫтәлек| Дүрт бәрәңге

mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.012 сек.)