Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

Бабичтың төрмәнән ҡасыуы

БӨЙӨК БАБИЧ ХАҠЫНДА ХӘТИРӘЛӘРЕМ | Шәйхзада Бабич тураһында | Көтөлгән ҡәҙерле ҡунаҡтың көтөлмәгәнсә килеп кереүе | Абдулла Кәримов менән Бабич | Бабич кәңәштәре | Дәрдемәнд менән танышлығы | Шәйхзада Бабичтың уҡыу осорондағы иҫтәлектәренән иҫтәлек | Уҡыу – белем туҡыу осором | Дүрт бәрәңге | Бабич йомошсоһо |


Читайте также:
  1. Бабичтың әҙәби мираҫы тураһында
  2. Бабичтың алдағы өмөттәре, теләктәре тураһында иҫтәлек
  3. Бабичтың биографияһына ҡарата
  4. Шәйхзада Бабичтың уҡыу осорондағы иҫтәлектәренән иҫтәлек

Шул йылдың 4 апрелендә төндә Дутов бандалары Ырымбурға кинәттән һөжүм итеп, ҡыҙылдарҙың ҡайһы бер комиссарҙарын, уларҙың бала-сағаларын һәм башҡа күп кенә кешеләрҙе йыртҡыстарса һуйып сығалар ҙа төрмәләге барлыҡ кеше талаусы уғрыларҙы, хулигандарҙы, Дутов ялсыларын, шулар ҡушаһында үҙенең эйәрсендәре менән Зәки Вәлидиҙы ҡасыралар. Бер ыңғайы Бабич та ҡотҡарыла.

Был ваҡытта мин Бабич торған фатирҙа йәшәй инем. Төнгө сәғәт өстәрҙә арып йонсоған, тирләгән, ҡалтыранған хәлдә Бабичым пәйҙә булды:

-- Сенәкәй, мин тегенән шылдым. Бында боҫһам, артымдан килеп етерҙәр. Нишләргә? Йәшер мине!

Бөтөнләй ҡаушап ҡалдым. Төндә урамға сығырға ла, йөрөргә лә ярамай: Аҡтар Урал һыуы яғынан шәһәргә пүлә һәм йәҙрәләр яуҙыра, өй эсендә лә ҡурҡыныс. Барыбыҙ ҙа мейестәргә, шкафтарға ышыҡланып, иҙәнгә һуҙылып ятып үткәрҙек төндө. Яҡтыра төшкәс бераҙ баҫылды. Ырымбурҙың йәш зыялыларынан, шағирҙың дуҫ-иштәренән Ғабдулла Хәсәновтарға йүнәлдек Бабичты эйәртеп. Банное Озеро яғында иң ситтәге 1-се Буровный урамында торалар ине. Ғабдулла менән кәңәшләшеп, уйлашып, хәлдәр бераҙ тынысланғансы ҡасҡыныбыҙҙы шунда йәшереп һаҡланыҡ.

Ғабдулланың туғандары шундай хәтәр заманала дуҫыбыҙҙы бер-нисә көн һыйындырҙы. 9 апрелдә Ҡарғалынан атлы сана менән Ғимат Сәйфи тигән уҡыусым килде, ни арба, ни сана тигән осор, урамдарҙа яҙғы һыу күлкей. Ҡала ситендә, ҡырҙарҙа ғына ҡыйынлыҡ менән сана йөрөрлөк ҡар бар.

Ғимат Сәйфи Бабичты яҡшы белә, уға хәлде аңлатып, шағирҙы Ҡарғалыға алып китеүен үтендек, ул тыңланы. Ғабдулла Хәсәновтың туғандары Бабичтың өҫ-башын алмаштырып, ҡолаҡсын-бүрек кейҙереп, Ҡарғалы кешеһе ҡиәфәтендә оҙаттылар. Бабич ауырыу кеше булып санаға ҡыйшайыбыраҡ ултырған, ә Ғимат Сәйфи сана янынан йәйәүләп сыбыртҡы менән атты ҡыуып барған була, мин тротуарҙан шәһәр кешеһе булып, арттараҡ күҙәтеп киләм. Урамдарҙағы хәрби патрулдәр ылауҙы туҡтатҡылап, йәки барышы килеш, сананы ҡарайҙар ҙа, аҙ ғына бесәндән башҡа нәмә күрмәгәс, ҡул һелтәп үткәрәләр. Сана ҡаланан сығып киткәс, тынысланып тороп ҡалдым.

 

 


Дата добавления: 2015-07-21; просмотров: 54 | Нарушение авторских прав


<== предыдущая страница | следующая страница ==>
Дулҡын” оешмасы| Яңынан Ырымбурға әйләнеп ҡайтыуы, мәңгегә айырылышыу

mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.007 сек.)