Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

Шәйхзада Бабичтың уҡыу осорондағы иҫтәлектәренән иҫтәлек

БӨЙӨК БАБИЧ ХАҠЫНДА ХӘТИРӘЛӘРЕМ | Шәйхзада Бабич тураһында | Көтөлгән ҡәҙерле ҡунаҡтың көтөлмәгәнсә килеп кереүе | Абдулла Кәримов менән Бабич | Бабич кәңәштәре | Дүрт бәрәңге | Дулҡын” оешмасы | Бабичтың төрмәнән ҡасыуы | Яңынан Ырымбурға әйләнеп ҡайтыуы, мәңгегә айырылышыу | Бабич йомошсоһо |


Читайте также:
  1. Бабичтың әҙәби мираҫы тураһында
  2. Бабичтың алдағы өмөттәре, теләктәре тураһында иҫтәлек
  3. Бабичтың биографияһына ҡарата
  4. Бабичтың төрмәнән ҡасыуы
  5. Уҡыу – белем туҡыу осором
  6. Шәйхзада Бабич менән Ғәзиз Әлмөхәмәтов
  7. Шәйхзада Бабич тураһында

 

Октябрь революцияһынаса йәшәп килгән бик аҙ һанлы иҫке, яңы татар мәҙрәсәләрендә күбеһенсә бай, мулла, кулак, түрә балалары уҡыны. Эшсе-ерекмән, хеҙмәтсән ҡатлам уларға һирәк эләгә, һирәктәре лә оҙаҡ уҡый алмай. Ул мәҙрәсәләрҙә, минең белеүемсә, Ырымбурҙағы Хөсәиниәнән башҡаларында стипендия юҡ, уныһы ла бик һанаулы йәндәргә генә тәтей.

Урта һәм юғары урыҫ уҡыу йорттарына кереү татар һәм башҡорт балаларына бик ҡыйын. Сөнки урыҫ телен уҡыу, өйрәнеү мосолманға харам һаналғанлыҡтан, башҡорт һәм татар балалары йәштән уны өйрәнә алманылар. Урыҫ телен бик ҡыйынлыҡ менән үҙләштергәндәргә лә урыҫ мәктәптәренә кереү өсөн әллә нисә төрлө кәртәләр үтергә тура килә. Шуның өсөн татар урта, юғары мәҙрәсәләрендә уҡыусылар һаны, татар һәм башҡорт халыҡтарының һанына сағыштырғанда, йөҙ меңенә берәү генә тура килгәндер. Бай ҡатлам балалары ата-әсәләре яғынан матди ярҙам, ә ҡайһы барҙәре стипендия менән тәьмин ителһәләр ҙә, ябай ҡатламдан сыҡҡан аҙсылығы уҡыуын дауам иттереү өсөн үҙҙәре аҡса табырға мәжбүр ине. Ырымбур, Өфө, Ҡазан, Троицк, Ҡашҡар, Түнтәр, Ҡарғалы мәҙрәсәләрендәге эшсе, ерекмән, хеҙмәткәр балалары ул саҡтарҙа хәҙерге ун ай уҡыу урынына ни бары 5-6 ай ғына уҡып, киләһе йыл тағы 5-6 ай уҡыуын тәьмин итер өсөн апрель башынан уҡ эш эҙләп төрлө тарафтарға тарала. Ҡайһы берҙәре йәй буйы йәрминкәләргә йөрөп сауҙагәрҙәргә приказчик малай, ҡарауыл булып яллана, икенселәре Урта Азияға китеп еләк-емеш баҡсаларында тир түгә. Бәғзеләре яңы һалына башлаған тимер юлдарында тачка менән таш-тупраҡ ташый. Ә иң күпселеге ҡырғыҙ-ҡаҙаҡ араһында далала, Урта Азияның үзбәк, төрөкмән, тажик, ҡарағалпаҡ яҡтары шәһәрҙәрендә һәм ауылдарында йәй буйы балалар уҡытып, ҡырмыҫҡалай ҡыбырлай-ҡыбырлай ҡышҡылыҡ сарыф туплай ине. Бындай йәйге уҡытыусыларҙың күбеһе айлыҡ эш хаҡы алмай, уларҙың әжере күбеһенсә зәкат, ғөшөр, фытырҙарҙан, балаларҙың аҙна көндәрендә “хәлфәгә, дәмелләгә” тип килтергән берәр, икешәр тиндәренән йыйыла. 6-7 ай буйына тупланған табыш ни бары 25-30 һум тәшкил итеп, бик һирәктәре генә 60-70-80 һум алып ҡайталар. Тимер юлдарҙа, йәрминкәләрҙә, емеш-еләк баҡсаларында эшләүселәр ҙә 60-70 һум, бик һирәктәре 6-7 айға 100 һум йыйнайҙар. Шул аҡсаға ҡыш буйы ашау-эсеү, кейем-һалым сарыфтарына ла, мәҙрәсә өсөн дә өлөш сығарырға кәрәк. Шәйхзада Бабич та шундай ауыр уҡыу йылдарында башланғыс белемен үҙенең тыуған ауылында үҙ атаһынан алғандан һуң, Өфөләге Ғалиә мәҙрәсәһендә “Ғали белем” алып сыға. Ул үҙенең уҡыу йәшендәге күрмештәрен дә хикәйәләне беҙгә:

 

 


Дата добавления: 2015-07-21; просмотров: 48 | Нарушение авторских прав


<== предыдущая страница | следующая страница ==>
Дәрдемәнд менән танышлығы| Уҡыу – белем туҡыу осором

mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.007 сек.)