Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

Бабичтың биографияһына ҡарата

Уҡыу – белем туҡыу осором | Дүрт бәрәңге | Дулҡын” оешмасы | Бабичтың төрмәнән ҡасыуы | Яңынан Ырымбурға әйләнеп ҡайтыуы, мәңгегә айырылышыу | Бабич йомошсоһо | Бабич хаты | Ып-ҡыҙыл Бабич | Минең Бабичҡа яҙған, ебәрелмәгән яуап хатымдың ҡыҫҡасаһы | Бабичтың әҙәби мираҫы тураһында |


Читайте также:
  1. Бабичтың әҙәби мираҫы тураһында
  2. Бабичтың алдағы өмөттәре, теләктәре тураһында иҫтәлек
  3. Бабичтың төрмәнән ҡасыуы
  4. Шәйхзада Бабичтың уҡыу осорондағы иҫтәлектәренән иҫтәлек

 

Бабич мәктәп дәфтәренең яртыһы ҙурлығында яҡынса унлап ҡағыҙлы – егермешәр битле көндәлек дәфтәрҙәре йөрөткән, уларҙы ауыл мәҙрәсәһендә уҡыған сағында 1908 йылдарҙа уҡ яҙа башлаған, ҡайһы бер йылдарҙа 2-3 дәфтәр тултырған. Шуны самалап ҡарағанда, уның утыҙлап көндәлек дәфтәре булырға тейеш ине, сумаҙанда яртыһы ғына осраны. Шул көндәлектәрҙән һәм Бабичтың атаһының, дуҫ-иштәренең, таныштарының иҫтәлектәренән файҙаланып, шағирҙың биографияһын шаҡтай оҙон итеп яҙырға тура килде, иҫтәлектәр унда айырым бүлек рәүешендә теркәлде. Дәфтәр бите менән 5-6 йөҙ бит самаһы был биографияһы ла киләсәкке томдарына ҡушымта, йәки яҙыласаҡ биографияһына әҙер сығанаҡ булып һаҡланһын, тигән уй менән эшләнде. Хәҙер ҡайһы бер иптәштәр миңә:

-- Бабичтың шиғырҙар йыйынтығы менән биографияһы ни өсөн шул 1920-се йылдарҙа уҡ Эстәрлетамаҡта йәки Өфөлә баҫылманы? – тигән һорау бирә. Ул йылдарҙа Башҡортостан хөкүмәтенең типографияһы ла барлы-юҡлы ғына, хәрефтәр етешмәй һәм иҫкергәндәр, йүнле ҡағыҙ юҡ ине. Гәзит-журналдар хөкүмәттең, партияның иң мөһим һәм ашығыс бойороҡтарын, инструкцияларын киптергес ҡағыҙҙай ҡара һеңдереүсән көрән, һары төҫтәге сүбәк ҡағыҙҙарға баҫып сығара. Шул 1920 йылда Эстәрлелә Зариф Мозафаров тигән берәүҙең “Ҡыйыҡ тешләүселәр” тигән 5-6 табаҡ самаһы агитпьесаһы ғына баҫылып сыҡты, ләкин был китап авторҙың үҙенән башҡа кеше танып уҡый алмаҫлыҡ хәлдә ине. Шуға кәрә Бабичтың шиғырҙар йыйынтығын баҫтыртырға матди һәм техник мөмкинлек булманы. 1920 йылдың көҙөндә уның шул тупланған шиғырҙар төркөмө менән бергә баяғы оҙон биографияһын, аҡҡа күсерелгән хәлдә, Башҡортостан хөҡүмәтенең нәшриәт бүлегенә тапшырҙым. Ризуан Алушев, Ғаббас Дәүләтшин иптәштәр икәүһе тикшереп сығып алып ҡалдылар. Уларҙың оригиналдары – көндәлек дәфтәрҙәре, шиғырҙары баҫылған гәзит журналдар, шиғыр дәфтәрҙәре, ҡуйын дәфтәрҙәре, шиғыр яҙылған ҡағыҙ киҫәктәре барыһы тәртипкә һалынып, гәзиттәргә төрөлөп, өҫтәренә ниндәй материал икәнлектәре яҙылып, яңынан шул сумаҙанға һалып ҡалдырылды. Бабич шиғырҙарын туплауҙа, биографияһын яҙыуҙа Дауыт Юлтый, Ғаббас Дәүләтшин, Сәхи Рәхмәти, Ризуан Алушев, Мәхмүт Мәржәни, Рәүеф Ниязбаев, Ғабдулла Хәсәнов, шағирҙың ағаһы Фәтхелҡадир Бабичев һәм шул саҡтағы башҡорт нәшриәт бүлегендә хеҙмәт иткән иптәштәр бик ҙур ярҙам күрһәтте.

 

 


Дата добавления: 2015-07-21; просмотров: 44 | Нарушение авторских прав


<== предыдущая страница | следующая страница ==>
Эстәрлетамаҡта| Бабичтың алдағы өмөттәре, теләктәре тураһында иҫтәлек

mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.006 сек.)