Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

Ып-ҡыҙыл Бабич

Абдулла Кәримов менән Бабич | Бабич кәңәштәре | Дәрдемәнд менән танышлығы | Шәйхзада Бабичтың уҡыу осорондағы иҫтәлектәренән иҫтәлек | Уҡыу – белем туҡыу осором | Дүрт бәрәңге | Дулҡын” оешмасы | Бабичтың төрмәнән ҡасыуы | Яңынан Ырымбурға әйләнеп ҡайтыуы, мәңгегә айырылышыу | Бабич йомошсоһо |


Читайте также:
  1. Абдулла Кәримов менән Бабич
  2. БӨЙӨК БАБИЧ ХАҠЫНДА ХӘТИРӘЛӘРЕМ
  3. Бабич ҡыҙыҡтары
  4. Бабич бабай
  5. Бабич йомошсоһо
  6. Бабич кәңәштәре
  7. Бабич ут һүндереп ҡайтты

 

1919 йылдың мартында бөтөн Рәсәй Коммунист-большевиктар партияһының һәм совет хөкүмәтенең юлбашсылығында Ленин милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу нигеҙендә ысын ирекле Башҡортостан совет автономияһы төҙөлдө. Был ҙур данлыҡлы үҙгәрештән Бабич йөрәге ялҡынлы шатлыҡ кисереп тибә башлай. Күңелендәге бөтә икеләнеүҙәр юйылып, тик совет хөкүмәтенә, Коммунистар партияһына теләктәшлек ҡабына. Иң элек ул үҙенең һәм советтар яғына сыҡҡан башҡорт милли шура башлыҡтарының декларацияһы төҫөндәге “Беҙ ник ҡыҙылдарға ҡушылдыҡ?” тигән агитйырын баҫтырып тарата. Ябай башҡорт телендә яҙылып, меңдәрсә дана нәшерләнгән был йыр бик тиҙ арала бөтөн башҡорт иленә таралып, уҡылып, йырлана башлай. Башҡорт эшсе, хеҙмәтсәндәре, ерекмәндәре ҡан түгелеү туҡтатылып, советтар нигеҙендә яңы башҡорт хөкүмәте төҙөлөү көндәрен иң ҡыуаныслы байрам итеп ҡаршылай. Шул ваҡиғаларҙы үҙ күҙҙәре менән күргәндәрҙең һөйләүенсә, һиҙгер йөрәкле Бабичтың йөҙө был ҙур ҡыуанысты ҡояш кекүек ялтырата. Ул тыныслыҡ, шатлыҡ менән ҡотлап, осраған бер башҡорттоң да, татарҙың да ҡулын ҡыҫа. Шул ҡайнаған ҡыуаныслы шау-шоу араһында үҙенең көлдөргөслөгөн, комиклығын да онотмай. Бүрегенә лә, күкрәгенә лә, елкәһенә лә, еңдәренә лә ҡып-ҡыҙыл таҫмалар тағып:

-- Мин ҡып-ҡыҙыл булдым! Ҡып-ҡыҙыл Бабич булдым!

Йәшәһен Ленин, Калинин! Урра!

Йәшәһен большевиктар!

Йәшәһен башҡорттар, урра!

Йәшәһен ҡыҙыл Башҡортостан – Гөлбостан, урра!

Йәшәһен ҡып-ҡыҙыл Бабич, урра! – тип шатлыҡлы оранлап йөрөй. Ләкин яҡтылыҡҡа сығып, тоғролоҡто, хаҡлыҡты таптым тип инанған ялҡынлы йөрәктең саф алтындай ҡыуанысы оҙаҡҡа бармай. Тап шул 1919 йылдың март айында Бабич Темәстә ҡалған типографияны Муса Смаков менән бергә Мораҡҡа алып килергә тип юлландырыла. Шул ҡорамалдар тейәлгән ылау менән юлда барғанда уларға Йылайыр урыҫтарынан төҙөлгән, башҡорттарҙы күрә алмаусан ҡыҙыл әтрәт һөжүм итеп, Бабичты һәм юлдаштарын ҡаты язалап үлтергәндәр, тип ишеттек. Ошо ҡанлы-ҡайғылы хәбәрҙе Шәйхзада Бабичтың яҡын дуҫтары ғына түгел, Ырымбурҙың бөтөн революцион интеллигенцияһы, бөтөн Ырымбур, Ҡарғалылағы татар, башҡорт халҡы ауыр һулыш менән, йөрәк һыҙлауы менән кисерҙе. Был ҡанлы, ҡыҙғаныслы фажиғаның ентекле тарихын яҙыуҙы документаль тарих яҙыусы иптәштәргә ҡалдырам.

 

 


Дата добавления: 2015-07-21; просмотров: 45 | Нарушение авторских прав


<== предыдущая страница | следующая страница ==>
Бабич хаты| Минең Бабичҡа яҙған, ебәрелмәгән яуап хатымдың ҡыҫҡасаһы

mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.006 сек.)