Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

Бабич кәңәштәре

БӨЙӨК БАБИЧ ХАҠЫНДА ХӘТИРӘЛӘРЕМ | Шәйхзада Бабич тураһында | Көтөлгән ҡәҙерле ҡунаҡтың көтөлмәгәнсә килеп кереүе | Шәйхзада Бабичтың уҡыу осорондағы иҫтәлектәренән иҫтәлек | Уҡыу – белем туҡыу осором | Дүрт бәрәңге | Дулҡын” оешмасы | Бабичтың төрмәнән ҡасыуы | Яңынан Ырымбурға әйләнеп ҡайтыуы, мәңгегә айырылышыу | Бабич йомошсоһо |


Читайте также:
  1. Абдулла Кәримов менән Бабич
  2. БӨЙӨК БАБИЧ ХАҠЫНДА ХӘТИРӘЛӘРЕМ
  3. Бабич ҡыҙыҡтары
  4. Бабич бабай
  5. Бабич йомошсоһо
  6. Бабич ут һүндереп ҡайтты

 

Ул үҙенең ошо яҡшы һөнәрен иптәштәре менән дә уртаҡлашырға һәүәҫ. Уға тиклем мин үҙем дә төрлө әҙәбиәт, концерт кисәләрендә ҡатнашып, артистар менән аралашҡан булһам да, Бабичҡа сағыштырғанда яңы өйрәнсек кенә “декламатор” инем. Уның сәхнә сығыштары тураһында миңә биргән кәңәштәрен хәтерләйем:

-- Һин, Сенәкәй, яңғыҙ үҙең генә репетиция яһағаныңда ла ысынлап та ҙур сәхнәлә, меңләгән тамашасы алдында баҫҡандай тот үҙеңде! Ҡаушама! Алдан уҡ үҙеңде ҡаушамаҫҡа әҙерлә! Сәхнәгә сығыр алдынан киң һәм тәрән һулыш ал. Тиҙ генә сығып, тиҙ генә һөйләргә тырышма! Ашыҡма. Сыҡҡас тамашасыларҙы күҙең менән генә һөҙөп ҡарап, улар менән күңелеңде таныштыр. Һүҙ башын әйткәс тә, аҙыраҡ тыныш яһа. Шунан ашыҡмай һөйләй башла. Һөйләгән арала тамаҡ ҡырма. Тамаҡты алдан ҡырып төҙәтеп сыҡ. Һәр һөйләмең, һәр һүҙең генә түгел, һүҙҙәреңдең һәр бер хәрефе айырым-асыҡ ишетелһен! Алдағы буйҙарға һүҙҙәрең бышылдап һөйләһәң дә ишетелер, артта, галеркала ултырғандарға аныҡ олғашһын! Көлкө һөйләгәндә үҙең бер ваҡытта ла көлмә! Һөйләмеңдең, һүҙҙәреңдең мәғәнәһенә яраштырып тауышыңды, төҫ-ҡиәфәтеңде, ҡул хәрәкәттәреңде үҙгәрт!.. Көлкөлө шиғырҙар, хикәйәләр һөйләгәндә көлкө мәғәнәле ике һөйләм йәки ике төрлө көлкөлө куплет йәнәшә килһә, береһен әйтеп, һөйләп көлдөр ҙә, тамашасыларың шул көлкөлө өҙөк өсөн көлөп туҡтауҙарын көтөп тор! Беренсеһе өсөн көлөп бөтөүгә, икенсеһен башла. Һәм көлкөнө ҡоро һүҙ менән генә түгел, ә урыны менән үҙенә, һүҙенә ярашлы ҡыланыштар, хәрәкәттәр, тауыштар менән килештереп сығарырға кәрәк. Шунда ул көлкөнөң көлкөлөгө уғата үҫә төшә. Мәҫәлән, мин үҙемдең “Ҡыҙ” тигән көлкө шиғырымды һөйләгәндә, “ҡыҙ” тигән һүҙҙе әйткән һайын, уны “ҡыҙҙҙ” тип һуҙып ебәрәм һәм был көлкөлөрәк сыға. Инде “ҡыҙҙҙ!” тип, тамашасылар араһында ултырған бер һылыу ҡыҙға бармаҡ төртөп күрһәтһәм, ул “ҡыҙ”ҙың ҡыҙығы тағы ла көсәйеп, бөтөн залды шарҡылдата…

Бабичтың был кәңәштәрен тыңлағанда мин уны, был Мәскәүҙә йәки Петроградта берәй театраль мәктәптә уҡып сыҡҡан, тип уйлап, шундай һорау ҡатырға уйлап ҡына ултыра инем, үҙе аңлатып бирҙе:

-- Мин дә башта һинең кеүегерәк һүлпән, ҡыҙыҡһыҙыраҡ тирә инем борсаҡты. Бара-бара шымарҙым. Дөрөҫөн әйткәндә, күберәген Өфөлә саҡта артистарҙан өйрәндем…

Күберәген Мохтар Мутин ярҙам итте. Ул бик күркәм декламатор ине. Уның театрҙа уйнауҙарын ярата инем. Көслө, асыҡ һәм ысын йөрәктән яңғыратыуҙарына һоҡландым. Казанский ҙа фәһемле. Ул да миңә күп нәмәләр өйрәтте.

Бер ваҡыт концерт кисәһендә Мохтар Мутин менән ярыштыҡ. Аллы-артлы сығып һөйләйбеҙ. Ул да көлдөрә, мин дә көлдөрәм. Әллә унар тапҡыр сығып һөйләнек – халыҡ саҡыра ла саҡыра…

-- Ҡайһығыҙ еңде, өҫтөн сыҡты? – тип һорауыма Бабич:

-- Мохтар Мутин, әлбиттә, артист – артист инде. Артислығы ла көслө, күп тәжрибәле, сәхнә өсөн яралмыш. Репертуары бик бай, уны еңеп буламы ни? – тине.

 

 

“Өфөнөң иң сибәр егете”

 

Элекке заманда Яурупа, Америка шәһәрҙәрендә буржуазияның матурлыҡ ярыштары була ине. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан йәки егеттәрҙән иң матур затты билгеләр өсөн гәзиттәрҙә иғлан итеп, матурҙарҙы бер ҙур театр-концерт сәхнәһенә сығарып теҙеп ҡуйып, йөрөтөп әйләндереп күреп тауышҡа ҡуялар. Беренсе, икенсе, өсөнсө дәрәжәләге матурҙарға приз бирелә. Октябрь революцияһына тиклем ундай бәйгеләр беҙҙең иҫке Рәсәйҙә лә булғыланы.

Бабичтың сәхнә эшсәнлеге сәсәкләнгән ваҡыттарында Өфөлә лә шундай матурлыҡ кисәһе үткәрелә. “Ҡыҙҙарҙан иң матуры кем? Егеттәрҙән иң матуры кем?” тигән һорау ҡуйылып, түбәтәйҙәргә талон йыялар. Башта егеттәрҙән дә, ҡыҙҙарҙан да иң матур тип танылырға тейелеләрҙән иң күп талон йыйған дүрттәүһе исемләнә. Икәү ҡыҙҙарҙан, икәү егеттәрҙән. Егеттәрҙең береһенә Өфө байҙарынан Хәкимов малайы, икенсеһенә Бабич күрһәтелә. Өфөнөң бай, сауҙагәр, мулла балалары барыһы ла Хәкимов малайының матурлығына тауыш бирәләр. Ул ысынлап та тышҡы ҡиәфәте менән ҡаланың иң матур егеттәренең береһе була. Ғалиә, Ғосманиә шәкерттәре, Дарылмөғәллимәт студенттары, һалдаттар Бабичҡа тауыш бирә. Бабичтың алған тауышы Хәкимов малайыныҡына ҡарағанда ике тапҡыр күп сыға. Бабич Өфөнөң иң матур егете танылып приз ала.

Бабичтың буй-һын зифалығы ла, сибәрлеге лә уртаса ине. Әгәр ул шағирлыҡ өҫтөнә оҫта декламатор, әҙәби абруйлы егет булмаһа, ул кисәлә, моғайын уңыш ҡаҙанмаҫ ине.

Был матурлыҡ ярышы тураһында Сәйфи Ҡудаш иҫтәлегендә бик ентекле яҙылған. Шуға күрә мин уны ҡыҫҡаса ғына, Бабич үҙе һөйләгәнсәрәк килтерҙем.

Бабич үҙенең “тышҡы матурлығын” һөйләгәндә баяғы бәйгегә бәйле тағы бер көлкөлөк тыуҙы:

-- Ҡайһы ваҡытта үҙемдең бик матур булмауыма эсем боша. Кескәй сағымда мине ауыл малайҙары “ҡарпыш ҡолаҡ” тип үртәй торғайны, шуға хурланып илап ҡайтҡан саҡтарым булғыланы. Йәмһеҙ иткәне-иткән, исмаһам, ҡолаҡтарымды килештерһәсе Хоҙай!...

Беҙ уға ҡаршы торҙоҡ:

-- Һине кем йәмһеҙ тип әйтә? Һин бер ҙә йәмһеҙ түгел, бары уртаса ғына. Әлегәсә Ырымбурҙа һине йәмһеҙ тигәнде осратҡаныбыҙ юҡ. Аҡылың, эшең, кешелегең матур булһа, ысын матурлыҡ шунда инде!

Үткәндәге бер һүҙен ҡабатланы:

-- Их! Бына тәбиғәтме, Алламы әҙәм балаһының бөтә ағзаларын бороп алмалы ҡылһасы! Матурҙарға ришүәт биреп, йәки йоҡлағандарында сәлдереп, алмаштырырға булыр ине!

-- Улай боролоп алына торған булһа, һинең матурлығыңа тауыш биргән Өфө ҡыҙҙары йоҡлағаныңда бороп алып китерҙәр ҙә баяғы Хәкимов малайына ҡуйырҙар ине! – тип әйтеп тә бөтөрмәнем, карауатта тәгәрләп ятып көлгәне килеш:

-- Әй Сенәкәй, ҡыҙыҡ итеп осланың! Әйҙә, шуны ике кешелек кескенә бер күренеш итеп яҙайыҡ та әҙәбиәт кисәһендә һөйләйек!

-- Ҡуй! Икебеҙҙе лә Ырымбурҙан селек һепертке менән һепереп ҡыуырҙар!

 

 


Дата добавления: 2015-07-21; просмотров: 65 | Нарушение авторских прав


<== предыдущая страница | следующая страница ==>
Абдулла Кәримов менән Бабич| Дәрдемәнд менән танышлығы

mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.011 сек.)