Читайте также: |
|
(ишеткәндәрем, күргәндәрем, һиҙенгәндәрем, белгәндәрем)
Бабичтың Өфө, Ҡазан, Ырымбур гәзит-журналдарында баҫылған сибәр шиғырҙарын яратып, мауығып уҡығандан һуң, күңелемдә: “Үткер телле, ҡорос һүҙле, көслө талантлы, был көнгәсә татар матбуғатында күренгән шағирҙарға сағыштырғанда айырымыраҡ, яңы форма, күркәм стиллы бер шағир үҫә…” – тигән ышаныс тыуғайны. Уны уҡыған һайын, ҡәләменә мөхәббәтем артҡандан-арта барҙы. Бабич менән осрашҡым, үҙен күргем, күреп белгем килә башланы.
Бабичты күреп белгән кешеләрҙең һүрәтләүҙәренсә, уны көлдөрткөс тәбиғәтле, ҡыҙыҡ ҡиәфәтле, көләмәс һөйләргә, көлдөртөргә, көлдөрткөс шиғырҙар яҙырға ярата торға комик, оҫта декламатор, тип күҙ алдыма килтерә инем. 1916-1917 йылдарҙа баҫылған куплеттары, “Көлкө ҡапсығы” тигән йыйынтығы һуңғы фекеремде көслөрәк раҫлаһалар, “Теләк”, “Ҡан шәүләләре”, “Яҙғы йыр” тигән шиғырҙары беренсе фекеремде нигеҙләндерҙеләр.
Бабич ижады менән ҡыҙыҡһыныуҙа мин яңғыҙ түгел инем. Бабич әҙәбиәт аренаһына балҡып күтәрелгән осорҙа Ырымбур ҡалаһы иҫке Рәсәйҙең ҙур сауҙа мәркәздәренән береһе һанала ине. Элек-электән сауҙагәрлек менән дан тотҡан татар буржуазияһының бабалары булған Әхмәтғәни Хөсәйновтарҙың сауҙа тамырҙары Ырымбурҙың үҙендә генә түгел, өйәҙенең иң йыраҡ ситтәренәсә йәйелгәндәр ине. Уларҙан башҡа Ырымбурҙа һабын заводсылары, тире заводсылары, эреле-ваҡлы кейемселәр, күкәйселәр, тирмәнселәр, ашлыҡ алыпһатарҙары иҫәпһеҙ күп булып, уларҙың иң ҙур өлөшөн татарҙар тәшкил итте. Итселек (ҡассапсылыҡ) бөтөнләй тиерлек татарҙар ҡулында булған кеүек, иң ҙур тирмәндәр, матбәғалар, китап кибеттәре, гәзиттәр, мануфактура, кондитер, еләк-емеш кибеттәренең, ҡуналҡаларҙың, ҡаланың иң яҡшы беренсе класс ҡунаҡ йорттарының (ул ваҡытта “Американская гостиница” тип дан тотҡан номерҙарҙың), ашханаларҙың барыһының да алтаҡталарында күберәген татар фамилиялары ялтыраны.
Ырымбур эске Рәсәйҙең иң ҙур сауҙа үҙәге булыу менән бергә, төрлө яҡтан һуҙылған ҙур сауҙа юлдарының бергә ҡушылған ҙур саты һәм Урта Азияға китә, унан килә торған берҙән-бер иң ҙур юлдың башы ине. Әле хәҙерге Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Төркмәнстан яҡтарына тимер юл һалынмаған осорҙарҙа уҡ Ырымбурҙан ул тарафтарға өҙлөкһөҙ ҙур каруан юлдары һуҙылып, ике арала ҙур сауҙа каруандары әйләнеп тора ине. Эске Рәсәй завод-фабрикаларында етештерелгән тауарҙар бынан Урта Азияға китә, Урта Азиянан килгән еләк-емеш, йөн, ебәк, тире-яры, кейеҙ, келәм кеүек нәмәләр эске Рәсәй шәһәрҙәренә оҙатыла. Бының өсөн Ырымбурҙа йыл да ике тапҡыр була торған ҙур йәрминкә -- Меновый Двор баҙары эшләне. Быларҙан тыш, Ырымбурҙың ҙур сауҙа үҙәге булғанлығын документаль күрһәтә торған, Ш. Бабичтың һәм башҡа башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрендә, Башҡортостан тарихында дан тотҡан Каруанһарайҙы күҙ алдына килтерәм.
Каруанһарай – ҙур каруандар туҡтала торған урын, тигән һүҙ. Ә “каруан” беҙҙәгеләй берәм-һәрәм ат йәки үгеҙ йөктәре менән ҡалаға барыусы мәғәнәһендә түгел, бәлки унар-егермешәр, иллешәр-йөҙәр йөк дөйәләре менән килгән юлаусыларҙы аңлата. Был һүҙ Яҡын Шәреҡ илдәрендә йәшәгән күп милләттәрҙең – төрөк, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, үзбәк, ҡарағалпаҡ, тажик, иран (фарсы), афған, ҡашғар халыҡтарының уртаҡ термины. Шул халыҡтарҙың егермешәр, иллешәр, йөҙәр дөйәләргә артылған ҡиммәтле сауҙа йөктәре менән килгән сауҙагәрҙәре Каруанһарайға туҡталып, алыш-биреш ҡылып, илдәренә был яҡтың завод-фабрика тауарҙарын, быйма, дебет шәл кеүек кустарсылыҡ әйберҙәрен йөкләп киткәндәр. Был Каруанһарайға Шәреҡ илдәренең байҙары ғына түгел, Бохара, Хиуа, Афғанстан хандарының, Иран шаһтарының да ҙур каруандары өҙлөкһөҙ ағылғандар. Боронғо башҡорт кантондарының, сауҙагәрҙәренең (дөйөм башҡорт халҡының) сауҙа үҙәге була был Каруанһарай.
Башҡорт бабаларының тырышлығы менән оло бер квартал самаһындағы майҙанды өс яҡтан уратып һалынған ике ҡатлы, бик күп бүлмәләрҙән, залдарҙан хасил был ҡоролма, ишек алдындағы гүзәл архитектуралы (көмбәҙ түбәле һәм бейек манаралы) мәсете менән әлегәсә ҡалаға төҫ биреп торған тарихи һарай һанала. Бабич Ырымбурға килгән йылдарҙа уны уратып алған, төрлө ағастарға һәм үләндәргә, сәскәләргә бай ҙур баҡсаһы ҡалаға матур төҫ биреп, Каруанһарай баҡсаһы тип йөрөтөлдө. Ботаника уҡытыусылары унда уҡыусыларын экскурсияға йөрөттө.
Ырымбурҙы матурлаған –
Каруанһарай баҡсаһы.
Каруанһарай баҡсаһында
Бөтә байҙар аҡсаһы, --
тип йырлай торғайнылар. Ҡыҫҡаһы, Ырымбур Октябрь революцияһынаса эре һәм ваҡ буржуазияның сауҙа биржаһы булды. Тап ана шул Ырымбурҙа татар, башҡорт буржуазияһы башҡа милләттекеләрҙән ҡалышмай, хатта улар менән ярышып, ваҡыты, урыны менән уларҙан уҙышып та киткеләй ине. Бының өсөн был төбәктең айырым бер шарты ла хеҙмәт итте: ҡаланың көнсығыш яғында иркен йәйелеп йәшәгән халыҡтар барыһы ла телдәре, ғөрөф-ғәҙәттәре менән татарҙарға ла, башҡорттарға ла танышыраҡ, аңлайышлыраҡ булғанға, улар менән тылмас ярҙамынан башҡа һөйләшә һәм аңлаша алалар. Бына шул хәл Ырымбурға татар сауҙагәрҙәрен тартыу менән бергә татар буржуазияһының хеҙмәтсеһе булған татар интеллигенцияһын да эйәртеп алып килде. Татарҙар – завод һәм мастерскойҙарҙың хужалары үҙҙәренә эшкә күберәген татарҙарҙы, башҡорттарҙы алғанлыҡтан, Ырымбурҙа башҡорт һәм татар эшсе-хеҙмәтселәре лә ыраны. Октябрь революцияһы алдынан бында татар мәҙәни, әҙәби хәрәкәте Ҡазандыҡы менән ярышып бара, шул өлкәләрҙә танылған зыялылар Ҡазандағынан кәм булманы: ҙур ғына ике татар матбәғәһе, өс-дүрт мәхәлләлә ситтән йыйналып уҡып ятмалы ҙур мәҙрәсәләр, шулар араһында бөтөн Рәсәйгә данлыҡлыһы – Мәҙрәсәи Хөсәиниә. Өс урында ҡыҙҙар мәктәбе, билдәле татар педагогы Нурғәли Надиев идаралығындағы татар балалары өсөн асылған урыҫ мәктәбе, быларҙан тыш йәнә биш-алты ерҙә башланғыс татар мәктәптәре бар ине. Ырымбурҙағы татар матбуғатының ҡарлуғастары булған “Ваҡыт” гәзите, “Шура” журналы, “Яңы ваҡыт” гәзите, “Ҡармаҡ” журналы Ҡазанда, Өфөлә сыға торған гәзит-журналдарға ҡарағанда иң абруйлы һәм күп таралыусылар ине. Хөсәйенов китапханаһы, Кәримовтар китапханаһы, “Белем” китапханаһы һәм уларҙың исемдәре менән йөрөтөлгән китап кибеттәре Рәсәйҙең иң алыҫ мөйөштәренәсә билдәле ине. Шул уҡ ваҡытта бөтөн Рәсәй мосолмандарының, ҡара груһтарҙың берҙән-бер органы булып, Крылов мәҫәлендәге ҡыҫала кеүек, татарҙың мәҙәниәт йөгөн тиҫкәрегә һөйрәп маташҡан “Дин һәм мәғишәт” журналын иҫкә алмай китһәк, уның нәшире Вәли мулланың йәне рәнйеп, ҡәберендә ҡарғап ятыр, тип шикләнәм.
Ырымбур татар сауҙа буржуазияһының ояһы ғына түгел, ә шул татар, башҡорт хеҙмәтсәндәре араһындағы революцион ҡуҙғалыштың да иң беренсе ҙур усағы булды. Билдәле татар революционерҙарынан Хөсәйен Ямашев, Шакир Мөхәмәдиев һәм уларҙың ҡорҙаштары сығарған больвистик “Урал” гәзите, башҡорт, татар буржуаз милләтселәренән, иҫкелектән үткер тел менән көлгән “Ҡарсыға” журналы Ырымбурҙа ғына түгел, ә Рәсәйҙең бөтөн төрки донъяһында таралып уҡылды. Татар матбуғатында танылған яҙыусылар, шағирҙар, артистар, музыканттар, драматургтар, журналистар күп кенә булған кеүек, яңы яҙа башлаған йәш әҙиптәр, артистар ҙа аҙ түгел ине: Шәриф Камал, Риза Фәхретдинов, Борһан Шәрәф, Афзал Таһиров, Заһит Шәрҡи, Ямал Вәлиди, Фатих Кәрими, Шамил Ғосманов, Мирхәйҙәр Фәйзи, Дәрдмәнд, Ярулла Вәли, Рәүеф Ниязбаев, Мәхмүт Мәржани, Сәғит Бикбулатов, Нурғәли Надиев, Хәйретдин Вәли, З. Сәғди, Кәбир Бәкер, яңы шытып сыға башлаған йәш яҙыусыларҙан Ғабдулла Кәримов (Ярлы Кәрим), Шамун Фидаи, Исмәғил Насиров, Муса Жәлил (Сенәкәй ҙә бар ине, буғай…); музыканттарҙан Хәбибулла Ибраһимов, Сәлих Сәйҙәш, Мәсәлим Вәлиев, Зыя; рәссамдарҙан Сәләх Камал; режиссерҙарҙан Мортаза Иманский; артистарҙан Шаһибәк Саҡаев, Ҡудашев, Хәлил Әбйәлилов, Ильская һәм уларҙан башҡа яҙыусылар, артистар күп ине. Хатта бер заман (ҡарт әҙәбиәтселәрҙең, тарихсыларҙың иҫендәлер), татарҙың мәркәҙе Ҡазан түгел, Ырымбур һаналырға тейеш, тигән фекерҙәр ҙә тарала башлағайны. Шунлыҡтан Бабичтың шиғырҙары һәм шағирлығы менән мин генә түгел, Ырымбурҙың бөтөн алдынғы башҡорт, татар зыялылары, матбуғат уҡып барыусы йәштәре, ерекмәндәре лә ҡыҙыҡһындылар.
Дата добавления: 2015-07-21; просмотров: 150 | Нарушение авторских прав
<== предыдущая страница | | | следующая страница ==> |
БӨЙӨК БАБИЧ ХАҠЫНДА ХӘТИРӘЛӘРЕМ | | | Көтөлгән ҡәҙерле ҡунаҡтың көтөлмәгәнсә килеп кереүе |