Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

Дүрт бәрәңге

БӨЙӨК БАБИЧ ХАҠЫНДА ХӘТИРӘЛӘРЕМ | Шәйхзада Бабич тураһында | Көтөлгән ҡәҙерле ҡунаҡтың көтөлмәгәнсә килеп кереүе | Абдулла Кәримов менән Бабич | Бабич кәңәштәре | Дәрдемәнд менән танышлығы | Шәйхзада Бабичтың уҡыу осорондағы иҫтәлектәренән иҫтәлек | Бабичтың төрмәнән ҡасыуы | Яңынан Ырымбурға әйләнеп ҡайтыуы, мәңгегә айырылышыу | Бабич йомошсоһо |


 

-- Мин, Сенәкәй, һиңә шул ҡаҙаҡ-ҡырғыҙ араһында уҡытҡан саҡтағы бер аяныслы күренеште һөйләйем, ул бер ҙә сыҡмай күңелемдән. Тәүҙә артҡараҡ, бала сағыма ҡайтайыҡ. Атайым уҡытҡан беҙҙең ауыл мәҙрәсәһендә лә, тирә-яҡ мәҙрәсәләрҙә лә йома көндө хәлфәләргә балалар берәр, икешәр, өсәр тин хәйер килтерә -- хәлфәләрҙең эш хаҡы ана шул тиндәр. Билдәле, ауылда байҙар ҙа, ярлылар ҙа, пристань эшселәре лә бар. Ҡайһы бер фәҡирҙәрҙең балалары, хәйергә аҡса булмағас, йәки ата-әсәләре бирмәгәс, бер-ке баш һуған, сынаяҡ тәрилкәһе менән он, кескәй туҫтаҡ менән һөт-ҡатыҡ килтерә ине. Атай шуларҙың барыһын да доға ҡылып ала ла, бер-берәй йәтим ҡарсыҡҡа йәки фәҡир бабайға ебәртә ине. Мин, йәки һеңлем алып барып тапшыра…

Ҡаҙаҡ араһында ла шундай ярлыларҙың балалары миңә, уҡытҡан өсөн хәйер итеп, төрлө нәмәләр килтерә -- һөт, ҡатыҡ, кескәй һауыт менән һөҙмә, сынаяҡ тәрилкәһе менән он…

Яҡын станциянан, күрше ауылдан йөрөп эшсе балалары ла уҡыштыра. Бер көндө бер тимер юлсының 9-10 йәшлек ҡыҙы дүрт бәрәңге күтәреп килгән. Ишектән ҡыйыр-ҡыймаҫ, әкрен генә атлап инде лә йөҙө ҡып-ҡыҙыл булып, ҡулдары ҡалтыраны, өс бәрәңгеһе төшөп китеп, үкһеп илап ебәрҙе бисараҡай. Урынымдан тороп барып ҡулынан етәкләп, елкәһенән һөйөп: “илама, иркәм, илама, ҡыҙым” тип алғараҡ килтереп ултырттым да, “ниңә һыҡтайһың, әллә юлда берәй малай туҡманымы, йығылдыңмы, әнейеңдән эләктеме?” тинем. “Юҡ, берәү ҙә тумаманы -- әнейем аҡса бирмәне. Бер тине лә юҡ, бәрәңге генә тотторҙо, мин ҡарышҡас, асыуланды” тине. “Ниңә шуның өсөн күҙйәш түгергә? Бик яҡшы, әнейең бик белеп биргән – мин бәрәңге яратам. Рәхмәт!” тип, дүрт бәрәңгегә дүртләтә доға ҡылдым. Ҡыҙыйҙы ҡыҙғанып үҙем дә илап ебәрә яҙҙым, күҙемә йәштәр тулды, тик балаларға сер бирмәҫ өсөн генә тыйылдым.

Ҙур-ҙур дүрт бәрәңге ине, һәр береһе үҙенең башы тиклем. Ҡаҙаҡтар ул саҡта бәрәңге ултыртмай, ашамайҙар ҙа ине. Шуға күрә был ризыҡты танһыҡлағайным. Дүртеһен дүрт көн дүрт мәртәбә бешереп, аҡ майҙа йөҙҙөрөп, тигәндәй, рәхәтләнеп ашаным.

Мин ул ҡыҙҙың бәрәңге килтереүенең икенсе көнөндә үк өйҙәрен эҙләп киттем. Элек күмер келәте булған өшәләктә торалар, һыңар ғына тәҙрәле. Әнейе урта йәштәрҙә, Хәтирә исемле, дүрт бала инәһе. Дүрт бәрәңгене дүрт балаһынан хәйер итеп ебәргәндер, күрәһең, тип уйланым. Стрелочник ире 2-3 йыл элек поезға тапалып үлгән. Үҙе хәҙер юл таҙартыусы икән. Балаларының иң ҙуры – ошо бәрәңгә килтергән ҡыҙ – Нәсимә исемле ине. Мин ул ҡыҙҙың әнейенә бер шиғыр яҙып та ҡалдырҙым:

 

Апай, миңә ебәргәнһең дүрт бәрәңге,

Бына бөгөн килеп күрҙем дүрт балаңды.

Һинең бындай ауыр, ҡыйын тормоштарың

Ҡыҙғандыртып илаталыр күп әҙәмде… --

 

тип башлана ине, ҡалғаны иҫемдә юҡ. Хәйер, көндәлегемә теркәлгән.

Ҡаҙаҡ араһында уҡытҡанда аҡындарын, үләңселәрен бик яратып тыңланым. Күңелдән йыр сығарып (импровизация), думбра сиртеп йырлайҙар. Байҙарын, байрам-туйҙарын данлайҙар. Ҡара-ҡаршы әйтешеп, яманлашалар, йәки маҡташалар. Шуларҙан үрнәк алып, аҙыраҡ ҡаҙаҡса йырларға, думбра думбырлатырға ла өйрәндем, мандолинала уйнап йырлауымды ла шулар өлгөһөндә камиллаштырҙым.

Ҡаҙаҡтың бер туйында кейәү менән ҡыҙ алдында мандолина сиртеп ярым-үҙебеҙсә, ярым-ҡаҙаҡса кейәү менән ҡыҙҙы маҡтап йырланым – шуны бик яраттылар. Ҡыҙҙың ата-инәһе килеп мине елкәмдән һөйҙө, ҡыҙҙың ағаһы түңәрәк майҙанда кейеҙ бүрек йөрөтөп, байтаҡ аҡса йыйнап, алмаҫҡа теләһәм дә, көсләп тигәндәй, тапшырҙы, 20 һумлап бар ине. 10 тәңкәһен Нәсимәнең әнейенә биргәс, ул балалары менән илашып рәхмәт әйтте. Шул аҡсаға һөтлө кәзә һәм әллә нисә тауыҡ һатып алып, тормоштарын бер килке яҡшырттылар… -- “Дүрт бәрәңге” хикәйәтен Бабич шулай осланы.

Бынан шул аңлашыла: шағир башҡорт, татар, ғәрәп, төрөк әҙәбиәтенән башҡа ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ халыҡ әҙәбиәте менән дә бик яҡшы таныш булып, уларҙан күп кенә йән аҙыҡтары алған. Ул Аҡмулла менән Абай шиғырҙарының күбеһен яттан белә ине. Ҡаҙаҡса баҫма әҙәбиәтте лә күп уҡыған. Төрөк, ғәрәптекен иһә бала сағынан уҡ уҡый килгән. Тик урыҫ әҙәбиәте менән танышлығы самалы, сөнки уның урыҫ теле бик зәғиф ине.

Ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ ауыҙ-тел ижадының тәьҫире Бабичта нығыраҡ һиҙелә. Миҫал өсөн уның “Истиҡлал” шиғырын күрһәтергә мөмкин – ул ҡаҙаҡ аҡындары ҡуллана торған үлсәү менән яҙылған, унан “ҡаҙаҡ еҫе” аңҡып тора. Бынан башҡа ла көндәлек һәм ҡуйын дәфтәрҙәрендә шул формала яҙылған шиғырҙар күп ине.

 

 

Бабич “министр”

 

“Ҡармаҡ”та ул оҙаҡ эшләй алманы.

Бер көндө киске сәғәт 8-9-ҙар тирәһендә, буғай, иртәрәк ятырға әҙерләнеп кенә торғанда, тыштан Бабич:

-- Сенәкәй, Сенәкәй! Ас! – тип ҡысҡыра. Келәне ысҡындырҙыҡ. Башын юғары күтәреп, күкрәген киреп, ҡулдарын түрәләрсә кеҫәләренә тығып, оҙон аяҡтары менән эре генә баҫып, бик етди кеше кеүек:

-- Бабич министр! Министр Бабич! – тип беренсе һөйләмендә “министр” һүҙенә, икенсеһендә “Бабич”ҡа баҫым яһап һөйләнә-һөйләнә килеп керҙе. Беҙ: “Был инде тағы бер ҡыҙыҡ уйлап тапҡан икән…” тип уйлап, былай ҡыҙыҡ ҡыланыуының сәбәбен аңлатыуын көтөп, ҡарашып алдыҡ.

-- Бәй, ниңә былай һүлпән ҡаршыланығыҙ? Урындарығыҙҙан ырғып тороп сәләмләргә кәрәк. Мин инде ябай кешелегемдән сыҡтым. Мин Башҡортостан хөкүмәтенең мәғариф министры. Мине үҙемдән башҡа уҡ министрлыҡҡа һайлағандар. Министр булып алдыммы, эш беште тип белегеҙ! Сенәкәйҙе үҙемдең шиғыр министры, Вәлиҙе театр министры итеп ҡуям! – тип көлдөрҙө. Уның ошо һүҙҙәренән, бигерәген артисланып министрҙарса ҡыланыуынан көлдөк, был хәбәрҙең дөрөҫлөгөнә ышанманыҡ – беҙҙе көлдөрөү өсөн генә уйлап сығарған кәмите, тинек. Шуны яҡшы тойоп, ҡыланыуын ҡалдыра етди төҫ алып, етди тон менән үҙенең ысынлап та Башҡорт хөкүмәтенең ағзаһы булғанын аңлатты.

Бабич министр булмаһа ла министр дәрәжәһендә -- Башҡорт милли шураһының яуаплы сәркәтибе булып, күбеһенсә хөкүмәт даирәһендә мәғариф министры урынбаҫары кеүек, белем биреү-ағартыу эштәрен башҡарҙы. Милли шурала мәғариф эштәренең башына сәйәси һәм әҙәби иң наҙан инсан Фатих Дәүләтшин тигән бер мулла билгеләнгәйне, был йәһәттән бер тинлек тә эш күрһәтә алманы. Бабич йәштәрҙең үҙе етәкләгән “Тулҡын” йәмәғәт ойошмаһы эштәренән башҡа шул йүнәлештә лә ҙур тырышлыҡ күрһәтте: һәр төрлө инструкциялар, бойороҡтарҙың барыһын да ул яҙып бирә ине.

Башҡорт милли шураһы Ырымбурҙа “Башҡорт” гәзитен сығара. Бабич мине шунда корректорлыҡҡа саҡырҙы. Был баҫманың бөтөн техник яҡтарын Бабич менән икебеҙ күҙәтеп, эшләп сығара инек.Шул 1917 йылдың декабрендә Бабичтың башланғысында Башҡортостан йәштәре өсөн баяғы “Тулҡын” ойошмаһы төҙөлдө. Бабичтың тәүге шиғырҙар йыйынтығы шул “Тулҡын” нәшриәтендә донъя күрҙе.

“Тулҡын” ойошмаһы тураһында Бабич ҡәләме менән яҙылып, “Башҡорт” гәзитендә баҫылып сыҡҡан декларация йәки өндәү хаты ижтимағи-сәйәси тормошобыҙҙа ҙур әһәмиәт ҡаҙанды, бына ул:

 


Дата добавления: 2015-07-21; просмотров: 62 | Нарушение авторских прав


<== предыдущая страница | следующая страница ==>
Уҡыу – белем туҡыу осором| Дулҡын” оешмасы

mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.007 сек.)