Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

БӨЙӨК БАБИЧ ХАҠЫНДА ХӘТИРӘЛӘРЕМ

Көтөлгән ҡәҙерле ҡунаҡтың көтөлмәгәнсә килеп кереүе | Абдулла Кәримов менән Бабич | Бабич кәңәштәре | Дәрдемәнд менән танышлығы | Шәйхзада Бабичтың уҡыу осорондағы иҫтәлектәренән иҫтәлек | Уҡыу – белем туҡыу осором | Дүрт бәрәңге | Дулҡын” оешмасы | Бабичтың төрмәнән ҡасыуы | Яңынан Ырымбурға әйләнеп ҡайтыуы, мәңгегә айырылышыу |


Читайте также:
  1. Абдулла Кәримов менән Бабич
  2. Бабич ҡыҙыҡтары
  3. Бабич бабай
  4. Бабич йомошсоһо
  5. Бабич кәңәштәре
  6. Бабич ут һүндереп ҡайтты

Төхфәт Сенәкәй

 

(Яҡташы Йыһат Солтановтың мөхәррирләп, компьютерға һалып әҙерләүендә)

 

Үҙем тураһында кәлимә-һүҙ (хаттар)

 

1-се хат. Мостай Кәрим, Әхнәф Харисов, Сәйфи Ҡудаш, Хәким Ғиләжев һәм башҡа ҙур яҙыусылар, шағирҙар! Барығыҙға ла ысын күңелдән яҙғы май сәләме!

Һеҙҙең 6 марттағы хатығыҙға яуап итеп үҙемдең төрлө осорҙа яҙылған, ҡайһы берҙәре баҫылған бераҙ шиғырҙарымды ебәрәм. Ярарҙарын һайлап баҫтырырһығыҙ, ярамағандарын үҙемә кире тапшырырһығыҙ.

Хәтирәләремә һүҙ башы йәки кереш һүҙ өсөн бығаса сыҡҡан йыйынтыҡтарымдың исемдәрен дә һорағанһығыҙ. Ошоға яуап итеп, ҡыҫҡа мәғлүмәт бирәм.

Мин, Төхфәтулла Ғиззәтулла улы Сенәкәйев 1892 йылдың декабрендә Ырымбур гөбөрнәһе Пречистинский станицаһы Рәдүт (Никитин) ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуғанмын. Атайм баштараҡ иң фәҡир игенсе булып ауылдан-ауылға, бала-сағаһын тейәп, кулактарға ашлыҡ урып бик ауыр көндәр кисергәндән һуң, Ырымбурҙың күкәйсе, утилсе байҙарына ялланып, уларға ауылдан-ауылға йөрөп күкәй, иҫке сепрәк-сапраҡ йыйып килтереүсе ялсы йәки, хәҙерге тел менән әйткәндә, заготсырьесы работник булып бер аҙ эшләгән. Атайымдың бер тыуған апаһының ире ауылдың иң бай муллаһы ине, был бай ни өсөн ярлы игенсенең ҡыҙына өйләнде икән – был хәл минең өсөн табышмаҡ; шул мулланың улы Татар Ҡарғалыһындағы мәҙрәсәлә уҡып йөрөй ине. Мин ауыл мәҙрәсәһендә бераҙ уҡығас, атайымдың ситкә ебәреп уҡытырға хәле булмағанлыҡтан, шул ағай мине үҙ тәрбиәһенә алып, Ҡарғалыға алып ҡайтып уҡытты.

1904 йылдарҙа Ҡарғалыла тәүбашлап яңы мәктәп – ысули йәдит мәктәбе асылған ваҡыт ине, шунда уҡыным. Бер үк ваҡытта ағайымдың аш бешереүсеһе, сәй ҡайнатыусыһы, төрлө йомоштарға йөрөүсе ярҙамсыһы булып торҙом. Ҡарғалыла уҡыған саҡта, йәшем ҙурайғасыраҡ, ҡыш ҡөндәре 5-6 ай уҡып, яҙғыһын күбеһенсә эш эҙләп сығып китә инем. Ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ ауылдарында, Үзбәкстанда ҡышлаҡтарҙа уҡытыусылыҡ итеп, шунда ҡораған аҡса менән уҡый инем ҡышҡыһын. 1917-1918 уҡыу йылында Өфөләге Мәҙрәсәи Ғалиәлә уҡыным. Уҡытыусылар өсөн асылған йәйге курстарҙа ла булдым.

1913-14 йылдарҙан башлап, һуңғы йылдарғаса Ырымбур, Өфө, Ҡазан, Үзбәкстан мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләнем.

1918 йылдың яҙынан 1920 йылдың 24 ғинуарынаса Төркөстан фронтының 1-се армияһы реввоенсоветының театр труппаһында әҙәби етәксе булап хеҙмәт иттем, биографияма ҡараған был тарихсаны былай ғына, үҙегеҙ өсөн генә ҡыҫҡартып яҙҙым, тик улар һеҙгә кәрәкмәҫтер, тип уйлайым

Яҙа башлауым 1904 йылдарҙа булһа кәрәк. Ауылдың йыр сығарыусы малайы булып данланыуҙан башланды. Ысынлап яҙырға өйрәнә башлауым – 1910 йылдарҙа. Артабан һирәк-һаяҡ яҙғылаған шиғырҙарымдың һайланмаһы 1914 йылдың башында Ырымбур “Ваҡыт” матбағаһында йыйынтыҡ рәүешендә баҫылып сыҡты. Шунан биреле донъя күргән әҫәрҙәрем түбәндәгеләр.

Китаптарымдың Ырымбурҙа баҫылғандары:

1. Һаҡмар буйы, 1914.

2. Күңел уйынсыҡтары (балалар өсөн), 1916.

3. … (хәтерләмәйем), 1917.

4. Йыр ҡапсығы, 1917.

5. Телктәр төркөмө, 1918.

6. Мөхәббәт сәскәләре, 1918.

7. Өмөт осҡондары,1918.

8. Астарға ярҙам, 1921.

9. Ирек йырҙары, 1921. Һәм тағы:

10. Баҡсаларҙа, 1927, Өфөлә.

11. Ҡарағаслы ҡайын урманында, 1927, Ҡазанда.

12. Йылдар скрипкаһында йырҙар, 1929, Мәскәүҙә.

13. Матур йырҙар, сибәр һүҙҙәр, 1930, Ҡазанда.

14. Көрәш ҡылдарында, 1929, Ҡазанда.

Тағы бер-нисәһе хәтерҙән сыҡҡан.

Яҙышҡан журнал һәм гәзиттәр:

1. “Шура”, “Ҡармаҡ” журналдары, Ырымбурҙа.

2. “Яңы ваҡыт””, “Ырымбур Мосолман комиссариатының мөхбире”, “Туплан”, “Сабан” гәзиттәре, Ырымбурҙа.

3. “Башҡортостан”, гәзиттәре, Ырымбурҙа.

4. “Башҡортостан” гәзите, Эстәрлетамаҡта.

5. “Мәғариф” эшселәр журналы, Эстәрлетамаҡта.

6. “Башҡортостан” гәзите, Өфөлә.

7. “Йәш юҡсыл” гәзите, Өфөлә.

8. “Яңы ауыл” гәзите, Өфөлә.

9. “Коммунист” гәзите, Өфөлә.

10. “Һәнәк” журналы, Өфөлә.

11. “Белем” журналы, Өфөлә.

12. “Яңылыҡ” журналы, Өфөлә.

13. “Ҡыҙыл Урал” гәзите, Силәбелә.

14. “Коммунист” (булһа кәрәк) гәзите, Куйбышевта.

15. “Кескенә иптәштәр” журналы, Мәскәүҙә.

16. “Ҡыҙыл Шәреҡ йәштәре” журналы, Ҡазанда.

17. “Беҙҙең юл” журналы, Ҡазанда.

18. “Ауыл йәштәре” журналы, Ҡазанда.

19. “Ҡыҙыл Армия” гәзите, Ҡазанда.

20. “Йәш ленинсы” гәзите, Ҡазанда.

21. “Яңыәлиф” журналы, Ҡазанда.

Хәҙергә ошоларҙы иҫкә төшөрҙөм, аҙ-маҙ онотолоп ҡалғандары ла булһа кәрәк.

 

2-се хат. Мостай дуҫҡай!

Һеҙгә һәм башҡа яҙыусыларға иптәштәрсә ҡайнар сәләм. Һеҙҙең һорау буйынса, бераҙ шиғыр ебәрҙем. Үҙегеҙ кәңәшләшеп яйлаштырырһығыҙ. Ғәрәпсә яҙғаным өсөн асыуланһағыҙ ҙа урынлы. Күҙем ауырый. Ауырый ғына түгел, ҡартлыҡ һуҡырлығы (кереш) менән ҡапланған. Мин быларҙы, ҡағыҙға ҡарамай ғына, һуҡыр кеше кеүек яҙам, имлә хаталары күптер. Күҙемде лә дарыулап ҡына йөрөйөм. Аҙ-маҙ яҡшырып килә. Һаулығым яҙға сыҡҡас ҡына арыулана башланы.

Миңә союз исеменән ебәрелгән эш хаттарын башҡортса яҙығыҙ.

Икенсе хатығыҙҙа ла, радио тапшырыу сәғәттәрен яҙғанһығыҙ ҙа, тулҡын оҙонлоҡтарын күрһәтергә онотҡанһығыҙ. Тағы яҙғанда шуны теркәй күрегеҙ.

Бөгөн Бабич хаҡындағы иҫтәлектәремде аҡҡа күсерә башланым. Уны ла ошо хәреф менән яҙам инде, күсертерһегеҙ. Тик, башҡортсаға тәржемә итеүсе фәлән кеше, тип баҫтыра күрмәгеҙ.

Сәләм менән – Сенәкәй. 7 май 1958 йыл.

 

Әҙиптең бына Хәким ағай Ғиләжевҡа (журналдың баш мөхәрриренә) башҡортса яҙған хаты:

 

3-сө хат. 25 февраль 1959 йыл, Андижан ҡалаһы.

Хәким дуҫ! Һеҙҙең 6 ғинуарҙа яҙған хатығыҙҙы әллә ҡасан уҡ алғайным, ошо көнгәсә яуап ебәрә алманым.

Миңә, Өфөнән ҡайтҡас, осраған һәр берәү: “Һиңә Өфө һауаһы килешкән: таҙарып, төҫөң-сырайың асылып ҡайтҡанһың, күңелең дә күтәренке!” – тип һоҡланып ҡарайҙар. Күҙ тейҙерҙеләр, ахыры, көҙҙән башлап төрлө ваҡ-төйәк ауырыу менән яфаланам. Ғинуар айында бик ҡаты сирләп яттым. Шуның яман ҡалдыҡтары һуңғы көндәргәсә елкәмдән төшкәне юҡ, шуға күрә һеҙгә яуап яҙмайынса йөрөнөм.

“Әҙәби Башҡортостан”дың 12-се һанын ебәргәнһегеҙ икән, алдым, рәхмәт! Тик иҫтәлектәремде март-апрель һандарына ҡалдырып кисектереүегеҙ тураһында уҡығас, бик күңелһеҙләндем. Һеҙ уны, ғинуарҙан – беренсе һандан баҫтыра башларбыҙ, тигәйнегеҙ…

“Әҙәби Башҡортостан”дың 1-се һаны һаман килгәне юҡ, бына бөгөн 26 март. Ошоға самалағанда, уның март һаны июнь айында сығырға тейеш була.

Ул иҫтәлектәрҙе 1956 йылда Ҡазандан һорағайнылар. Мин Ҡазанға ебәрмәнем. Өфөнән Яҙыусылар союзы һәм Институт исеменән 2-3 хат килде. Улар иҫтәлектәрҙе ашыҡтырып һорағайнылар.

Мин 1958 йылдың март айынан яҙа башланым. Шуға материалдар эҙләп Ырымбурҙа бер ай буйы архивтар аҡтарып йөрөнөм. Өфөлә иптәштәрҙең, ғилми эшмәкәрҙәрҙең кәңәштәре менән ул иҫтәлектәрҙе бер ай буйынса ҡайта-ҡайта дөрөҫләп төҙәттем. Ҡыҫҡаһы, мин ул иҫтәлектәр өҫтөндә 5-6 ай эшләп көс түктем. Мин был эште гонорар өсөн түгел, бәлки Өфө Яҙыусылар союзына ысын яҡын теләктәш булып, үҙемдең ҡәләмдәшем Ш. Бабичҡа биргән дуҫлыҡ вәғәҙәм өсөн яҙҙым. Миңә һәм уның хәҙерге көндә иҫән ҡалған дуҫтарына бының тиҙерәк донъя күреүе ҡиммәтле.

Башҡортостан Яҙыусылар союзының 1958 йылдың 8 февралендәге 048-се һанлы (миңә яҙған) хатында: “Беҙ ул иҫтәлектәрҙең тиҙерәк ҡағыҙға төшөрөлөүен һәм донъя күреүен бик теләр инек”, -- тигән һүҙҙәре бар. Шуға ҡарамаҫтан, иҫтәлектәрҙең шунса кисектерелеүе иң күңелһеҙ хәл.

Мин Өфөнән ҡайтышлай Ырымбурҙағы, Ташкенттағы Бабич менән таныш булған осорҙаштарҙан һорашып, Бабич тураһында тағы бераҙ иҫтәлек-материалдар таптым. Үҙемдең дә күп кенә онотолғандарҙы иҫкә төшөрөп яҙып барам. Был һуңғы табылған материалдарҙы системаға һалып яҙайыммы, юҡмы?

Хәким иптәш, энекәш! Һеҙгә үтенесем ошо: минең хәтирәләрҙе баҫылып сыҡмаҫы элек редколлегия ағзаларынан башҡа берәүгә лә уҡырға бирмәгеҙ, күрһәтмәгеҙ! Беҙҙең башҡорт һәм татар авторҙары араһында башҡаларҙың ҡәләм көсөнән файҙаланып, юл аҙаптарын күрмәй, үҙҙәре йөрөп эҙләнмәй, кабинетта ултырып ҡына иҫтәлек яҙыусылар (америка асыусылар) ҙа барлығын үҙегеҙ беләһегеҙ.

Бер үтенес: иҫтәлектәрҙең 86-сы битендәге Ғөбәй Дәүләтшинды – Ғәббәс Дәүләтшин тип; 85-се биттең 17-се юлындағы “200 бит самаһындағы” тигәнем “5-6 йөҙ бит самаһындағы” тип төҙәтелһен ине.

Хөрмәт менән – ҡарт әҙип ағағыҙ Сенәкәй. 27 март 1959 йыл.

P.S. Был хатты Мостай Кәрим, Хәниф Кәрим һәм Әхнәф Харисов иптәштәрҙән уҡытһағыҙ, яҡшы булыр ине.

 

 


Дата добавления: 2015-07-21; просмотров: 70 | Нарушение авторских прав


<== предыдущая страница | следующая страница ==>
Виски. Тогда Корин встала и сказала, что ей пора.| Шәйхзада Бабич тураһында

mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.01 сек.)