Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

Бабич йомошсоһо

Шәйхзада Бабич тураһында | Көтөлгән ҡәҙерле ҡунаҡтың көтөлмәгәнсә килеп кереүе | Абдулла Кәримов менән Бабич | Бабич кәңәштәре | Дәрдемәнд менән танышлығы | Шәйхзада Бабичтың уҡыу осорондағы иҫтәлектәренән иҫтәлек | Уҡыу – белем туҡыу осором | Дүрт бәрәңге | Дулҡын” оешмасы | Бабичтың төрмәнән ҡасыуы |


Читайте также:
  1. Абдулла Кәримов менән Бабич
  2. БӨЙӨК БАБИЧ ХАҠЫНДА ХӘТИРӘЛӘРЕМ
  3. Бабич ҡыҙыҡтары
  4. Бабич бабай
  5. Бабич кәңәштәре
  6. Бабич ут һүндереп ҡайтты

 

Бер ай самаһы үткәс, миңә таныш булмаған бер татар егете килеп керҙе. Ҡайһы кейеме һалдатса, ҡайһыныһы гражданса. Ишек ҡаҡмай әкертен генә асып, күҙҙәрен шомло йөрөтөп, кеше ишетмәһен, тигәндәй, шыпырт ҡына:

-- Ни хәл, иҫәнмеһегеҙ, Сенәкәй ошонда торамы? – тип килде лә керҙе. Икеләнеберәк, шикләнеберәк:

-- Сенәкәй бында тора, тик ул өйҙә юҡ, -- тинем. Ҡурҡҡанға ҡуш күренә, тигәндәй, был бәндәнең ҡуйынында наган кеүек нәмә барлығы ла һиҙелде. Төнлә йәки көпә-көндөҙ өйгә инеп, наган менән ҡурҡытып, кеше талап йөрөүселәр ҙә бар ине. Аҡтар, йәиһә ҡыҙылдар үҙҙәренә ҡаршы кешеләрҙе атып йөрөй, тигән яман хәбәрҙәр ҙә таралғайны. Был кеше лә шуларҙың береһелер тигән уйҙан сәстәрем үрә тороп:

-- Һин ултырып тор, мин хәҙер Сенәкәйҙе алып ҡайтам, -- тип сығып һыҙҙым. Көнө буйы ҡала ҡыҙырҙым, таныштарымдың әле береһенә, әле икенсеһенә барып ултырам. Кискәрәк әйләнеп, үҙебеҙҙең урамдың сатлығына килеп, боҫоп ҡына ҡапҡаға ҡарайым, ундай-бындай шиклейән күренмәй. Шулай ҙа ҡайтырға ҡурҡам: теге наганлы бәндә һаман бер ерҙә боҫоп мине һағалай кеүек. Шулай ҡалтыранып торғанда, кемдер берәү һиҙҙертмәй генә артымдан килеп тотто, ҡурҡыуымдан йөрәгем ярыла яҙҙы. Ҡараһам, әлеге Вәли икән. Хәлемде күреп көлә:

-- Шыр ебәрә яҙҙыңмы, шаярып ҡына тоттом бит!

Ул да көнө буйы өйҙә булмаған, бер ни ҙә белмәй ине. Ни булғанын ҡыҫҡа ғына, тиҙ генә һөйләп бирҙем дә өйгә инеп белеп сығырға ҡуштым, үҙем һаман боҫоп ҡалдым. Ул иһә әйләнеп килеп, унда бер кем дә юҡлығын һөйләһә лә, шөрләүем баҫылманы. Мин өйҙән сығып ҡасҡанымда унда Ярлы Кәрим ултырып ҡалғайны, уны эҙләп табып һораштым. Ул, көтмәгәндә:

-- Әй Сенәкәй, Сенәкәй, ҡурҡаҡ ҡуян икәнһең. Бер ниндәй ҙә шом эйәһе түгел, ирәүән һөйләшеп ултырҙыҡ, борлатып тәмәке тартты. “Сенәкәйҙә ниндәй йомош ине?” тигәс, “уға хат бар” тине. “Кемдән?” тиһәм, әйтмәне, башҡа ваҡытта килермен, тип сығып китте.

Мин шунан һуң ғына иркен һулыш алып, тынысһыҙланып теге егетте көттөм. Сөнки мин уны ауылдан – атайҙан йәки туғандарҙың береһенән сәләм килтергәндер, хәйерлегә булһа ярар ине, тип уйланым…

 

 


Дата добавления: 2015-07-21; просмотров: 67 | Нарушение авторских прав


<== предыдущая страница | следующая страница ==>
Яңынан Ырымбурға әйләнеп ҡайтыуы, мәңгегә айырылышыу| Бабич хаты

mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.007 сек.)