Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

Бабич хаты

Көтөлгән ҡәҙерле ҡунаҡтың көтөлмәгәнсә килеп кереүе | Абдулла Кәримов менән Бабич | Бабич кәңәштәре | Дәрдемәнд менән танышлығы | Шәйхзада Бабичтың уҡыу осорондағы иҫтәлектәренән иҫтәлек | Уҡыу – белем туҡыу осором | Дүрт бәрәңге | Дулҡын” оешмасы | Бабичтың төрмәнән ҡасыуы | Яңынан Ырымбурға әйләнеп ҡайтыуы, мәңгегә айырылышыу |


Читайте также:
  1. Абдулла Кәримов менән Бабич
  2. БӨЙӨК БАБИЧ ХАҠЫНДА ХӘТИРӘЛӘРЕМ
  3. Бабич ҡыҙыҡтары
  4. Бабич бабай
  5. Бабич йомошсоһо
  6. Бабич кәңәштәре
  7. Бабич ут һүндереп ҡайтты

Минең хатымды тотоп ал,

Бик аулаҡта уҡып ал.

Ысын дуҫтарса һөйләргә

Һүҙҙәремде отоп ҡал.

 

Сәләм һиңә, Сенәкәй!

Һин бит буйға бәләкәй!

Ырымбурҙың эсендә

Күп серҙәрҙе беләкәй.

 

Хатты яҙам йыраҡтан,

Алтын таулы Баймаҡтан.

Ҡағыҙҙарым аҡмайҙан,

Ҡараһы һөт-ҡаймаҡтан.

 

Мин иҫән-һау, сәләмәт,

Һорағанға сәләм әйт!

Сәйәсәттән һораһаң,

Эштәр харап ғәләмәт.

 

Беҙҙең батыр башлыҡтар

Һаман артҡа боҫалар.

Зәки-мәки, Мусалар

Эсәләр ҙә ҡоҫалар.

 

Арыу булыр ине “З”-ны

Эш башынан ҡыуһалар.

Башҡортостан тупрағын

Мунсалалап йыуһалар.

--------

 

Ебәрәм бер мәҡәлә,

Яҡшылап уҡып ҡара!

Уҙең уҡып ҡарағас,

Ебәр Мәхмүткә таба.

 

Ул баҫтырһын “Ҡармаҡ”ҡа,

Ташламаһын аръяҡҡа!

Гонорарын үҙең ал!

Ярар ҡағыҙ бармаҡҡа

(Папиросҡа ярар, мәғәнәһендә. – Т.С.)

 

Сенәкәйем, белеп тор:

Мин хәҙергә Баймаҡта.

Алла белһен унан һуң

Йүнәлербеҙ ҡай яҡҡа.

 

Был хатымды уйланым

Почтаға ла һалмаҫҡа.

“Сылғауыңа ҡыҫтыр” тип

Тотторҙом бер һалдатҡа.

 

Һүҙҙәрәмдәң серҙәрен

Йәшереп ҡуй келәткә.

Һаҡ була күр, серҙәшем,

Уға-быға эләкмә!

 

Уҡып күргәс, төшөнгәс,

Йыртҡыла ла утҡа яҡ!

Дошман һиҙә күрмәһен,

Бәләһенән баш-аяҡ!

 

Айырылышҡанда бирешкән

Ҙур вәғәҙәне онотма!

Бабич ҡасып китте, тип,

Ут күңелеңде һыуытма!

 

Белеп булмай донъяны,

Һин дә белмәйһең аны.

Бөгөнгә бар –

Иртән юҡ,

Шуны онотма тағы!

 

Минән элек һин үлһәң,

Үлеп ергә күмелһәң,

Ҡәберҙән хат яҙырһың,

Әгәр мине дуҫ күрһәң.

 

Мин үлһәм дә, ҡәбергә

Ҡәләм алып барырмын.

Кәфенемә хат яҙып,

Һиңә табан һалырмын.

 

Фәрештәләр муйынына

Шул кәфенде сорнармын.

“Сенәкәйгә илт!” тиеп,

Аяҡтарҙы болғармын.

 

Фәрештәләр арҡылы

Хаттар һалып торорһоң.

Ерҙә ниҙәр булғанын

Миңә яҙып торорһоң.

 

Тағы ҡалған бер һүҙем,

Үпкәләмә, аппағым!

Ул һүҙемде һуңынан

Яҙырға тип һаҡланым.

 

Шиғыр һатҡан аҡсаңды

Ҙур банкыға һалдыңмы?

Теге һөйгән ҡыҙыңды

Кәләш итеп алдыңмы?

 

Бер ҡыҙ димлә миңә лә!

Мин димләрмен һиңә лә.

Рәхәтләнеп йәшәрбеҙ

Дүртебеҙ бер ояла.

 

Ярай инде, биғәйбә,

Юҡ һүҙҙәрҙе бар ҡылдыҡ.

Ваҡыт бик тар булғанға

Һүҙҙе мохтасар ҡылдыҡ.

 

Тап татарса хат яҙҙым,

Таҡыр башлы татарға.

Ғәрәпсә һүҙ ҡушмыйм тип,

Тырыштым тел ватарға.

 

Был юлларын яҙыусы –

Үҙең белгән Бабичтыр.

Йәбешмәгән һүҙҙәрҙе

Үҙең ипләп йәбештер.

 

“ШБ”. Баймаҡ.

 

Дуҫымдың был сәләменә ҡаршы мин дә шул уҡ үлсәүҙә яуап хаты яҙып ҡуйҙым. Ләкин уны Бабичҡа ебәреү мөмкинлеге булманы. Беҙ уның хатын Ғәлиев һалдат өйҙән сығып киткәс кенә уҡыныҡ. Ул беҙгә мәҡәлә бирмәне. Һуңғараҡ килтерер тип ай буйы көттөк…

Бабичтың миңә яҙған һуңғы хаты шул булды. Бынан һуң Бабич Ырымбурға әйләнеп ҡайта алманы.

 

 


Дата добавления: 2015-07-21; просмотров: 70 | Нарушение авторских прав


<== предыдущая страница | следующая страница ==>
Бабич йомошсоһо| Ып-ҡыҙыл Бабич

mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.017 сек.)