Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

Бабич бабай

Ып-ҡыҙыл Бабич | Минең Бабичҡа яҙған, ебәрелмәгән яуап хатымдың ҡыҫҡасаһы | Бабичтың әҙәби мираҫы тураһында | Эстәрлетамаҡта | Бабичтың биографияһына ҡарата | Бабичтың алдағы өмөттәре, теләктәре тураһында иҫтәлек | Бабич шиғырҙарының татарса һәм башҡортса теле | Бабич ҡыҙыҡтары | Бабич ут һүндереп ҡайтты | Шәйхзада Бабич менән Ғәзиз Әлмөхәмәтов |


Читайте также:
  1. Абдулла Кәримов менән Бабич
  2. БӨЙӨК БАБИЧ ХАҠЫНДА ХӘТИРӘЛӘРЕМ
  3. Бабич ҡыҙыҡтары
  4. Бабич йомошсоһо
  5. Бабич кәңәштәре
  6. Бабич ут һүндереп ҡайтты

 

Татар артискаһы Лиза ханым Сыртлнова 1916 йылда Өфөлә урыҫсанан тәржемә ителгән “Теге донъянан ҡайтҡан ҡатын” тигән бер комедия ҡуйырға әҙерләнә, әммә Ишми ҡарт ролен уйнарға кеше юҡ икән. Лиза ханым быға Бабичты саҡыра һәм шағир шул ролде уйнарға әҙерләнә.

Комедияның сәхнәгә сығарыр көнө етә, билеттар һатылып бөтә, уйын башлана. Шаршауҙың нәҡ уртаһында Ишми ҡартҡа сәхнәгә сығыр мәл етә. Ундағы артистар, артискалар Ишми ҡартты көтөп тынысһыҙлана, ә ул юҡ та юҡ. Сәхнә артында ла күренмәгәс, Лиза ханым уны эҙләргә китә. Ниһәйәт, Бабич грим бүлмәһендә ҙур көҙгө алдына баҫҡан да, таштай ҡатып, көҙгөнән ҡүҙен алмай.

-- Ай Алла, Бабич, нишләп тораһың? Сәхнәгә сығыр мәлең етте бит! – тигәс, ул:

-- Ҡартайғас бик йәмһәҙ булам икән дә… Һаҡалыма ҡарап аптырап торам. Тимәк, миңә ҡартаймаҫҡа кәрәк!.. – тип һөйләнә-һөйләнә сәхнәгә йүгерә. Аяныс, ысынлап та ҡартайырға тура килмәне уға …

 

Андижан -- Өфө -- Ырымбур,

март – август 1958.

 

 

Матбуғатҡа әҙерләүсенән аҙаҡ һүҙ

 

Бөйөк Бабичты мин үҙем өсөн, башҡа күптәребеҙ кеүек үк, Сталиндан һуңғы ләйсән елдәре осоронда сикһеҙ ҡыуанып һәм тетрәнеп астым, оҙон ғүмерем (Аллаға шөкөр!) буйына уның һәр бер китап-баҫмаһын йотлоғоп уҡый торғас, Сәйфи Ҡудаш, Мәхмүт Бөҙәйле кеүек ағайҙар бошоноп әйткән төрлө хата һәм етешһеҙлектәрен йәнем әрнеп кисерҙем. Совет осоро беренсе (Ҡазан, 1922) баҫмаһынан уҡ, күҙгә төртөлгән шырауҙар унан һуңғы төрлө йылдарҙағы китаптан-китапҡа шырауланып күсә килеп, тәрән үкенескә ҡаршы, үҙен Бабич ижадының “иң-иң” белгесе һанаған (М. Ғафурисараҡ әйткәндә, “һәр фәндән маһир”) Р. Бикбаевтың ғилми эшмәкәрлегендә лә һәүетемсә тамырланып йәшәй бирҙе -- бөйөк шағирҙың йөҙ йыллығы айҡанлы сығарылған иң ҡалын һуңғы баҫмала улар бөтә иҫке етешһеҙлектәрҙең тупланышы булараҡ салынды күҙгә. Һәм шул сүп үләндәрен, ниһәйәт, тамырынан йолҡоп ташлау өсөн, йәмәғәтселек фекерендә Ш. Бабич ижадының академик баҫмаһына ирешеү теләге артты. Ошо йәһәттән бөйөгөбеҙҙең архивтарҙан үҙем соҡсоноп сығарған данлыҡлы ике әҫәренең (“Башҡортостан” һәм “Большевиктар менән килешеү туралы башҡорт халҡына көйлө хитаб”) төп нөсхәләрен баяғы баҫмалағыларға сағыштырып, һәленке ең менән эшләүебеҙҙе миҫаллап күрһәткәйнем (“Башҡортостан” гәзитендә, мөхәррире Т. Сәғитов), хаталарҙан арыныу хаҡында уйланаһы урында, зитлыйән “бабичовед”ыбыҙ, талағы яман ташып, мәҡәлә авторын Яҙыусылар берлегенең бинаһында мәсхәрәләп әрләне. Зәһәр ыуы ике тиҫтә йыл буйынса бытлығып, баҡтиһәң, “Көндәлектәр” тиеп бөгөн сутлап-мутлап әтмәләнгән ярымъяһалма (сөнки әхләғе төгәл бәндә үҙе тере сағында уҡ көндәлектәрен баҫтыртып, үҙенең интим донъяһын тамаша ҡылдыртмаҫ) рәүешле томдарына ла һарҡылған: “Эй бәндәнең этләшеүҙәре, тар күңеллелеге!.. 20-се ғинуарҙа Бабичтың опера театрында (иғтибар итегеҙ: дәүләттең түгел, ә “Бабичтың опера театрында”!.. – Й.С.) ҙур тантана көнөндә «Башҡортостан» гәзите Йыһат Солтановтың «Көйлө хитап»ҡа бәйле мәҡәләһен баҫып сығарҙы. Текстологик хаталар эҙләй, ә үҙендәге текста әллә күпме хата, төҙәтмәләрендә хата (ташҡа баҫҡанда ебәрелгән техник сатаҡлыҡтар тураһында бара һүҙ. Интернетта төпсөнөргә теләүселәр сайтымдың “файлы” бүлегендә Әҫәрҙәремдең VIII томынан барлай ала. – Й.С.). Ләкин бында «Көйлө хитап» Солтанов күңелендәге үтте, ыу-ағыуҙы ҡағыҙ битенә түгеү өсөн һылтау ғына бит. «Мудрый», «культик», «культя» — быларҙың барыһының да Мостай Кәримгә мәкерле төрттөрөү икәнлеген кемдәр генә аңламай.

Бабичтың йөҙ йыллығына күпме бөйөк эштәр эшләнде: тулы йыйынтығы… һ.б. Был хаҡта «Башҡортостан» ыратып һүҙ әйтә алманы. Ә бына иң оло кисәгә шундай бүләк әҙерләп ҡуйған.

Редактор тигән кеше нимә ҡарай ҙа нимә уйлай икән?” – Күрәһегеҙ, ныҡ өҙәләнә бахыр: ҡаты цензура ҡулланмағаны өсөн мөхәрриргә лә зәһәр еле ҡағылған. Аҡыллы етәксе быны, әлбиттә, ниндәйҙер Йыһатты яратҡаны йәки Рауилды тибәрергә теләгәне өсөн түгел, ә етлеккән ижтимағи мәсьәләгә иғтибарҙы көсәйтеү өсөн эшләгәндер. Амбицияһы (Бикбаев яратҡан һүҙ!) ярһыған ғалим ошоно аңлау һәләтенән дә мәхрүм. Әйткәндәй, иң яҡын фекерҙәш (Бикбаев һымаҡтарса “шешәләш” түгел!) ҡорҙашым тураһындағы “Халыҡ шағиры Рәми” тигән иң бай йөкмәткеле һәм ҡалын күләмле халыҡ иҫтәлектәре ҡулъяҙмаларын ошо Йыһат үҙ ҡәләме менән нәшерләүгә яраҡлы итеп әҙерләп биргәс, шағирҙың тол ҡатыны (хәҙер инде мәрхүмә) Надежда Васильевна: “Һинең ул хеҙмәтеңде Рауил Бикбаев “ҡарап ҡына сығайым” тип һорап алып торғайны, ундағы күп материалдарҙы, минең рөхсәтемдән тыш, үҙенең китабына күсергән, сволочь!”, -- тип рәнйеп йөрөгәйне. Күсереүен күсергән, әммә йыйынтыҡты әҙерләүселәргә рәхмәт әйтергә теле бармаған, сөнки аҡҡа ҡара менән: “Надя минең китап тураһында ауыҙ асып һүҙ әйтмәне. Рәхмәтен көткән дә юҡ инде. Йыһатты, Гөлсирәне (иҫтәлектәрҙе ҡарап сыҡҡандар, имеш), Мәрйәмде һ.б. әйтә, ә Рәмигә тәү башлап тотонған... тотош китап яҙған Бикбайға бер рәхмәт һүҙе әрәм...” – тип, үҙенең баяғы тынғы бирмәҫ амбицияһы өсөн генә көйәләнеп яҙа бит: ит игелек – көт яуызлыҡ, тигәндәре ошолор… Лаф ороу тел тирмәнендә арымай-талмай намыҫ, әхләҡ хаҡында шағирәнә матур һүҙ шауҙырлағы тартып та, ә ғәмәлдә тап шуның киреһенсә ғүмер һөрөүсенән башҡаһын көтөп булмай шул. Күҙенә төртөп әйтеүҙәрем өсөнме, һаҡалы һәлпәйгәндән алып ул минең ижадыма, үҙемә, кәкре салғыһы менән аҫтан өҙә салып йөрөп зыян килтерҙе, әлегәсә килтерә. Уның һәм уның чиновник әшнәләренең аҫтыртын мәкере арҡаһында ун биш томлыҡ Әҫәрҙәремдең бер генә томы ла китап булып сыҡҡаны, халҡыма барып еткәне юҡ, Йыһат өсөн ваҡытлы матбуғат редакцияларының ишектәре лә бикле. Әммә Төхфәт Сенәкәйҙең бынан ярты быуат элек “Ағиҙел” журналында өҙөкләтә генә саҡ-саҡ мәғлүм ҡылынған был ҡиммәтле хәтирәләрен (90-сы болғаныш йылдарында уның ҡулъяҙмаларын үҙем эшләгән Матбуғат йортоноң сүплегенән табып алғайным) ошо тулылығында, һайланма шиғырҙарын да бергә теркәп, айырым китап итеп сығарыу һис яҙыҡ булмаҫ ине. Бөйөк Бабичыбыҙҙы заманында иң яҡындан күреп белгән серҙәш дуҫы бындай ябай иғтибарға һәм хөрмәткә лайыҡлы.


Дата добавления: 2015-07-21; просмотров: 50 | Нарушение авторских прав


<== предыдущая страница | следующая страница ==>
Е ҡарлуғас, үҙе һандуғас| Концепция маркетинга

mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.008 сек.)