Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

Эстәрлетамаҡта

Шәйхзада Бабичтың уҡыу осорондағы иҫтәлектәренән иҫтәлек | Уҡыу – белем туҡыу осором | Дүрт бәрәңге | Дулҡын” оешмасы | Бабичтың төрмәнән ҡасыуы | Яңынан Ырымбурға әйләнеп ҡайтыуы, мәңгегә айырылышыу | Бабич йомошсоһо | Бабич хаты | Ып-ҡыҙыл Бабич | Минең Бабичҡа яҙған, ебәрелмәгән яуап хатымдың ҡыҫҡасаһы |


 

1920 йылдың февраль баштарында Башҡортостан Мәғариф комиссариатының нәшриәт бүлегенә килеп урынлашып эшләй башланым. Ғөбәй Дәүләтшин менән Ризуан Алушев минең алға фанерҙан яһалған, эсендәгеләре таралып түгелеп төшмәһен өсөн генә сепрәк менән бәйләнгән бикһеҙ, йоҙаҡһыҙ сирек кубометр күләмендәге иҫке сумаҙан килтереп ҡуйҙылар:

--Бына Бабичтың беҙгә килеп еткән бөтә байлығы. – Унда шағирҙың ярты дәфтәр ҙурлығында кескәй генә ун бишләп иҫтәлек дәфтәре, төрлө ҡағыҙға яҙылған шиғырҙары, шундай уҡ кескәй дәфтәрсәлә ауылда сғындағы өйрәнсек шиғырҙары, Бабич шиғырҙары баҫылған ҡайһы бер гәзит-журнал киҫәктәре, бернисә дана “Башҡорт” гәзите – былар барыһы ла теге фажиғәле юлда китеп барған сағында таралып, түгелеп төшкән ерҙән ашыҡ-бошоҡ йыйып алып, тәртипһеҙ рәүештә кире тултырылған кеүектәр ине. Көндәлек дәфтәрҙәрендә Мәҙрәсәи Ғалиәлә уҡыған саҡтарындағы төрлө иҫтәлектәре, араһында һирәк-мирәк башҡорт, татар халыҡ йырҙары, ҡаҙаҡ аҡындарының үләңдәре лә осрай. Үҙенең әҫәрҙәре баҫылған бер-ике һан “Аң” журналы, “Башҡорт” гәзиттәре, минең Бабичҡа бүләк иткән “Ирек йырҙары, “Теләктәр төркөмө” тигән йыйынтыҡтарым. Сәйфи Ҡудаштың үҙе бүләк иткән “Аҡ билеттар бәйете”, үҙенең “Көлкө ҡапсығы” менән “Йәш Башҡортостан” йыйынтығы, бернисә “Шура” журналы, Мәжит Ғафуриҙың 4-5 хаты, Ғәлимйән Ибраһимовтың 2-3 хаты, Сәйфи Ҡудаштың унлап хаты, атаһынан, туғандарынан килгән хаттары һаҡлана ине. Уларҙы тәртипкә килтереп, шиғырҙарын хронология буйынса техник сәркәтиптәргә аҡҡа күсерергә биреп ҡалдырып, яҙғыһын үҙем яңынан Ырымбурға, Ҡарғалыға барып Бабичтың дуҫтарынан, таныштарынан бераҙ шиғыр табып алып ҡайттым да уның тыуған ауылы Әсәнгә киттем. Бөрө пристанендә пароходтан төшкәс, артабан йәйәүләргә тура килде. Шағирҙың ата-әсәһе менән осрашып, уларҙың Бабич тураһындағы иҫтәлектәрен яҙып алдым. Мин барғанда Закир абзыйҙың тормошо ифрат ҡыҙғаныс хәлдә ине. Емерелә башлаған бик иҫке ағас өйҙә ике ҡыҙ бала күренде – керле, йыртыҡ, ямаулы күлдәктәләр. Закир абзый үҙе ҡуныстарын көйә-тараҡан кимергән ямаулы ситек менән тишек ҡата кейгән хәлдә ҡаршыланы. Сәләм биреп күрешкәс, кем икәнлегемде таныттым:

-- Мәрхүм улығыҙ Шәйхзада Бабич тураһында һеҙҙән хәтирәләр яҙып алырға килдем. Һеҙҙә, бәлки, яҙмалары ҡалғандыр. Уның яҡын дуҫтарының береһе Сенәкәй тигән кешемен… -- тип үҙемдең ҡайҙан, ни өсөн килгәнлегемде һөйләп биргәс, ул:

-- Ай-й-й, шулаймы ни, балам, -- мине ҡабат ҡулымдан тотоп алды ла илап ебәрҙе.

-- Илама, Закир абзый, илама, тыныслан. Йәш түгеүҙән ни файҙа? Илау менән үлгән кеше ҡайтып килмәй… -- тип йыуатырға тырыштым. Йәнәшә ултырып һөйләштек.

-- Йә балам, Шәйхзадамдың дуҫы икәнһең. Һөйлә, ул ҡайҙа булды, ҡайҙа йөрөнө, ҡасан үлде, нисек үлде, кем үлтерҙе, ниңә үлтерҙеләр?.. – тип һорау артынан һорау яуҙырҙы. Бабич менән танышҡан көнөмдән башлап уның үлтерелеү көндәренәсә белгән-күргәндәремде, ишеткәндәремде ҡыҫҡаса ғына тирҙем. Ул миңә үҙенең китаптары араһынан улының бер-ике көндәлек дәфтәрен, ауылда саҡта яҙған башланғыс осор шиғыр дәфтәрен сығарып тотторҙо. Хаттарын бирмәне:

-- Улары үҙемә һағынғанда ҡарарға, уҡырға кәрәк. Шуларҙы уҡып күҙ йәшемде ҡоротам, үҙен күргәндәй булам. Башҡа нәмәләре юҡ, ул һәммә дәфтәрҙәрен, китаптарын үҙе менән алып китте. Былары онотолоп ҡына ҡалғандары. Ҡайҙа ғына барһа ла, Ғалиәлә лә, ҡаҙаҡ араһында ла яҙған нәмәләрен тейәп алып йөрөттө…

Закир абзый сәй әҙерләтә башланы. Тик уларҙың барлы-юҡлы ризығын уртаҡлашырға күңелем тартманы. Үҙенең, балаларының өҫтәренән, төҫтәренән үк, уларҙың ашау-эсеүгә бик ҡыҫынҡылыҡ, ҡыйынлыҡ кисергәне күренеп, һиҙелеп тора ине. Ултырып эскән бер сынаяҡ сәйем, бер тешләм икмәгем бисара балаларҙың ауыҙынан тартып алынғандай тойолор ине…

Закир абзый менән хушлашып, йәнә йәйәүләп бер ауылға – Бабичтың бер туған ағаһы Фәтхелҡадирҙы эҙләп киттем, кис яҡынлашты. Ниһәйәт, осрашып бераҙ һөйләштек. Ул Бабичтың уҡырға тырышлығын, матур әҙәбиәт менән йәштән үк мауығып, шиғриәткә мөкиббәнлеген һөйләне, башҡа яңылыҡ булманы. Ҡараңғы төшмәҫтән элек тип, тағы йәйәүләп пристангә йүнәлдем.

Эстәрлегә ҡайтып, сәркәтиптең мин юҡта күсергәндәрен төп нөсхәгә сағыштырып, дөрөҫләп сыҡҡандан һуң, үҙем йыйнап ҡайтҡандарын да күсертеп, йыйынтыҡтың тейешле тәңгәлдәренә урынлаштырҙым. Ырымбурҙан, Ҡарғалынан мин уның шиғырҙары баҫылған 5-6 “Шура” журналын, унлап “Башҡорт” гәзитен, ике “Аң” журналын, шағирҙың таныштарынан 5-6 лирик шиғырын, Мәхмүт Мәржәнигә “Ҡармаҡ” журналына эшкә килеү тураһында яҙышҡан хаттарының бер-икеһен алып ҡайтҡайным. Ауыл көндәлектәрендә шәкерт саҡтары, әшнәләре менән балыҡҡа йөрөүҙәре, уҡыған китаптарының исемлектәре, халыҡ йырҙары яҙылғайны.

Шәйехзада Бабичтың был йыйынтығы уның әҫәрҙәренең тулыһы, йәки һайланмаһы итеп түгел, ә киләсәктә яңынан тәртипкә һалып, тулы, йәки һайланма әҫәрҙәрен нәшер итергә тупланған материал булдырыу теләгенә нигеҙләнде. Шуға күрә мин унда Бабичтың әҙәби-сәйәси йәки әхләҡи яҡтан матбуғатҡа сығарырға ярамаған шиғырҙарын, яҙмаларын да барыһын урынлаштырҙым.

 

 


Дата добавления: 2015-07-21; просмотров: 45 | Нарушение авторских прав


<== предыдущая страница | следующая страница ==>
Бабичтың әҙәби мираҫы тураһында| Бабичтың биографияһына ҡарата

mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.006 сек.)