Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

Минең Бабичҡа яҙған, ебәрелмәгән яуап хатымдың ҡыҫҡасаһы

Бабич кәңәштәре | Дәрдемәнд менән танышлығы | Шәйхзада Бабичтың уҡыу осорондағы иҫтәлектәренән иҫтәлек | Уҡыу – белем туҡыу осором | Дүрт бәрәңге | Дулҡын” оешмасы | Бабичтың төрмәнән ҡасыуы | Яңынан Ырымбурға әйләнеп ҡайтыуы, мәңгегә айырылышыу | Бабич йомошсоһо | Бабич хаты |


 

Һаҡмар еле арҡылы

Һағынып һалған хатыңды

Ахмаҡ кеүек аҡыллы

Һалдат килеп тапшырҙы.

 

Һинең һалдат тигәнең

Мәҡәләңде бирмәне.

Килермен тип китте лә

Шул китеүҙән килмәне.

 

Килеп керҙе был һалдат

Кейенгән кеүек алдап.

“Моғайын, быны Дутов

Ебәргән” тинем, яллап.

 

Аяҡҡа кейгән итек,

Итектең башы китек.

Үлер хәлдәргә еттек,

Ҡурҡып һаташып бөттөк.

 

Бүректәре ҡолаҡлы,

Аҡыллымы, дуракмы –

Бер көлдөртөп йыуатты,

Бер ҡурҡытып илатты.

 

Өркөттө, ҡалтыратты,

Ике-өс көн аптыратты.

Килермен тип китте лә

Әллә ҡайҙа олаҡты.

-------------

Беҙҙең хәлде һораһаң –

Ярты ҡыҙыл, ярты аҡ.

Ырымбурҙың ерендә

Һуғыштар бик ҡаты саҡ.

 

Йөрәгем бик ҡурҡыуҙа –

Ярты үлек, ярты һау.

Ҡайҙа ҡасырға белмим,

Алда урман, артта тау.

 

Һаман ҡорал ташламай

Дутов тигән дурамал.

Дутов алһа ҡаланы,

Бөтөн эштәр пропал.

 

Көнө-төнө ел-дауыл,

Һыуҙар болғанып тора.

Теге яҡтан, был яҡтан

Һуғыш ҡуҙғалып тора.

 

Ҡыҙылдар ҙа, аҡтар ҙа

Беләк һыҙғанып тора.

Тотолғандай тоҙаҡҡа,

Йөрәк һыҙланып тора.

 

Әйләнәлә, түбәлә

Уйнай үлем салғыһы.

Был ҡурҡыныс көндәрҙә

Ҡайҙа ҡыҙҙар ҡайғыһы?

 

Ҡыҙылдарға ҙур ярҙам

Килгәнлеген ишеттек.

Шул хәбәрҙе ишеткәс,

Бер шатлыҡты биш иттек.

-----------------

Эй Бабичым, Бабичым,

Юлда ҡалды бар эшең.

Бер ҙә туры булманы

Улар менән барышың.

 

Ҡалған булһаң “Ҡармаҡ”та,

Тыныс йәшәр инең һин.

Сәсәктәй йырҙарыңды

Яҙып сәсер инең һин.

 

Һиңә һуңғы кәңәшем –

Үҙ иркеңде ҡулға ал!

Туры ҡарап Өфөгә,

Ҡойроғоңдо һыртҡа һал!

……………………………..

(Һуңғы өлөшө табылманы)

 

 


Дата добавления: 2015-07-21; просмотров: 50 | Нарушение авторских прав


<== предыдущая страница | следующая страница ==>
Ып-ҡыҙыл Бабич| Бабичтың әҙәби мираҫы тураһында

mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.005 сек.)