Читайте также: |
|
Бер саҡ үҙ-ара әңгәмәләшеп ултырғанда шағир:
-- Шиғыр яҙа башлаған көндәремдән алып 1917 йылғаса яҙған шиғырҙарым -- әҙәби балалыҡ дәүерем, өйрәнсек осором. Шиғриәт баҫҡысына яңы үрмәләп менә башлаған сағым, -- тигәйне. – 1917 йылдың башынан ошо көнгәсә (1918 йылдың башынаса. – Т.С.) төрлө тәжрибәләр яһап, яңы формалар, стилдар өйрәнеп эҙләнеү, ҡәләмгә көс, күңелгә аҙыҡ туплау, ваҡиғаларҙан хәтирәләр яҙып, хыял, фекер, аҡыл даирәләремде киңәйтеп, әҙәби хазина һарайымды байытыу дәүерем. Мине был һуңғы йылдарҙа, инҡилап йылдарында, күктән төшкән Ғазазил түгел, ә ерҙән шытып сыҡҡан иҫәпһеҙ күп фәрештәләр, шайтандар, ғазазилдар, иблистәр, пәри-ендәрҙең тормоштарынан “Ғазазил”ға ҡарағанда ун тапҡыр оҙон, йөҙ тапҡыр ҡыҙыҡлы балладалар яҙырға мөмкин. Хазина һарайым ҡиммәтле хәтирәләр менән тулғайны… Насип булһа, илдә һуғыштар бөтөү менән, тыныслыҡ башланыу менән башҡа-бүтән эштәрҙе ташлап тороп, ер ғазазилдары, фәрештәләре тураһында поэмалар, балладалар, хикәйәләр, романдар яҙырға керешәм…
“Ғазазил”дың икенсе киҫәген яҙырға әҙерләнеп йөрөүен белгән иптәштәр: “Бабич шул беренсе “Ғазазил”ын дауам иттерәсәк ине” тип яңылыша. Ул бөтөнләй башҡаса, ер ғазазилдары – үҙе тирәһендәге иблистәр, шайтандар, ҡара йөрәктәр, ялған башҡортсылар, авантюристарҙы яңы “Ғазазил”да тиҫкәре тип итеп реаль тормош поэмалары, хикйәләре яҙырға әҙерләнеп йөрөнө. Ләкин ҙур, матур теләктәр менән талпынған ялҡынлы өмөт ҡояшы, үҙенең тулҡынлы орбитаһында ялтырап осҡан сағында, көтөлмәгәндә, ҡыҙғаныс хәлдә шартлап һүнде.
Дүрт йылдан һуң
Бабич үлтерелгәнгә дүрт йыл үткәс, 1923 йылдың йәйендә, Башҡортостандың Йылайыр кантонының үҙәге Преображенский ҡасабаһында уҡытыусыларҙың белемен күтәреү буйынса ике айлыҡ курстар асылды, унда йөҙгә яҡын уҡытыусы йыйылды. Ял көндәренең береһендә курстар администрацияһы һәм тыңлаусылары менән берлектә Бабичтың ҡәберен билдәләү өмәһе үткәрҙек, унда ҡатнашмаған бер генә тыңлаусы ла ҡалманы. Кантон идаралығында эшләгән ҡайһы бер хеҙмәтсәндәр ҙә килде. Бабичтың күмелгән урынын асыҡлап, ҡәбер өҫтөнә тупраҡ-кәҫтән уба өйөп, тимер рәшәткә менән уратып ҡуйҙыҡ. Уба өҫтөндә Сенәкәй Бабич тураһында һөйләне (фотоһы бар).
Ғәлимйән Ибраһимов мөхәррирлегендә баҫылған беренсе йыйынтығы тураһында бер-ике һүҙ
Был йыйынтыҡ Бабичтың теге йәки был ҡараш нөктәһенән матбуғатҡа сығарырға ярамаған шиғырҙарын ҡалдырғанда ла, ике йәки берярым өлөш ҙурыраҡ күләмдә булырға тейеш ине. Ниндәй сәбәптәндер, күп кенә әҫәрҙәре керетелмәгән. Матбаға хаталары ла күп кенә. Шуның өҫтөнә, иң матур шиғырҙары тупаҫ ҡыҫҡартылып йәки төҙәтелеп баҫтырылған. Мәҫәлән, “Сыбар ҡар” тигән оҙон лирик шиғыры бар ине, хәтеремдә ике йөҙ юл самаһы. Теге саҡта “Сыбар йыр”ҙы айырым бер дәфтәргә күсерттереп ҡалдырғайным, йыйынтыҡта дүрт юлы ғына бар. Уныһы ла иң тупаҫ рәүештә боҙолған. Бабичтың был әҫәренең һәр бер куплеты алтын хәрефтәр менән стенаға яҙып ҡуйылырлыҡ тәрән мәғәнәле гүзәл һүҙҙәр, иң килешле эске, тышҡы рифмалар менән ифрат оҫта, шыма яҙылыу өҫтөнә, афоризмдарға бай, тәрән фәлсәфәле мәғәнәләр менән һуғарылғайны. Мин уның күп куплеттарын ятлап, урыны сыҡҡанда дуҫ-иштәргә уҡып, һөйләп ишеттереп йөрөнөм. Бабичҡа эйәреп, шул “Сыбар йыр”ға оҡшатып, нәҡ шул үлсәүҙә үҙем дә йөҙәр юллыҡ ике шиғыр яҙғайным…
“Сыбар йыр”ҙың йыйынтыҡтарҙа боҙолоп-үҙгәртелеп баҫылған дүрт юлы бына былай:
Күктә Алла, ерҙә иблис – мин малай,
Береһе “мин” тип, береһе “дин” тип тартҡалай.
Белмәйем:
Әллә иблис, әллә Алла алдалай?!
Ә дөрөҫө-тураһы:
Күктә Алла, ерҙә иблис, мин малай,
Береһе “дин!..” тип, береһе “мин!..” тип тартҡалай,
Һәр икәүһе йәм менән һөйөнөс бирә,
Әллә Алла, әллә иблис алдалай?
Ғәлимйән ағай “Һәр икәүһе йәм менән һөйөнөс бирә” тигән гүзәл шиғри һөйләмде алып ташлап, урынына “белмәйем” тигән һис кенә лә йәбешмәгән артыҡ һүҙҙе яҙып баҫтырған. “Һәр икәүһе йәм менән һөйөнөс бирә” тигән һөйләмдән ҡурҡып, берәй сәйәси йәки әҙәби яҡтан ул һөйләмде яраҡһыҙ тапҡан һүрәттә лә, “белмәйем” һүҙен ҡыҫтырырға ярамаҫ ине. Сөнки “Әллә иблис, әллә Алла алдалай” тигән һөйләмдә үк икеләнеү, белмәүсәнлек ғәләмәте аңлашылып, күренеп тора. Бабич: “Һәр икәүһе йәм менән һөйөнөс бирә…” тигән ҡыҫҡа ғына һүҙе менән “Алланың ожмахтарын, хур ҡыҙҙарын, вилдан-ғилмандарын бөтөнөһөн күҙ алдына килтергән кеүек, “иблис”тең дә һыраханаларын, ҡабаҡтарын, алтын-көмөш байлыҡтарын, вакханалия, богемасылыҡ һымаҡ боҙоҡлоҡтарын шәүләләндерә. Йәнә килеп Бабич шиғырына “Әллә Алла, әллә иблис” тигән исем ҡуйылыуы ла урынһыҙ – “Сыбар йыр”ҙан өҙөк” дөрөҫ булыр ине. Бабич шиғырының юлдарын, һөйләмдәрен тарҡатып, өс юллыҡты бишкә бүлеп йәки, һөйләү йәтешлекге өсөндөр, үлсәүен боҙоу килешһеҙ – шағир үҙе бит көйләргә лә, һөйләргә лә яраҡлы итеп яҙа. Шуға күрә “Сыбар йыр”ҙың бөтөн иллеләп куплеты ла уның үҙе тарафынан ун бер ижекле, дүртәр юллы куплеттар менән яҙылған. Башҡа шиғырҙары ла шундай ҡайсы бәләһенә тарымаған тип әйтеп булмай. (Т. Сенәкәйҙең хаҡлылығы Ш. Бабичтың мин архивта табып алып “Башҡортостан” гәзитендә сығарған “Башҡортостан”, “Большевиктар менән килешеү туралы башҡорт халҡына көйле хитап” әҫәрҙәренең төп нөсхәләре менән дөрөҫләнде. Әммә бөйөк шағирыбыҙ мираҫынан “төҙөүсеһе, баш һүҙ һәм аңлатмалар авторы – филология фәндәре кандидаты Рауил Бикбаев” булған иң хәҙерге – 1994 йылғы юбилей баҫмаһы ла шул уҡ хаталар, боҙоҡтар менән туп-тулы. – Й.С.). Уның “Айға мендем” шиғырының яртыһы юҡ. Сөнки Бабич Айға, ғәрше-көрсигә менгәндән һуң унда бер ҙә йәм дә, тәм дә тапмай ергә ҡайтып төшә, шунда йәм таба, тыныслана – ерҙәге халыҡтар араһында көрәшеп йәшәүгә ни етә! Ҡалған яғының йөкмәткеһе ана шулай. Был шиғырҙың кәмендә дүрт куплеты ҡыҫҡартылған, башланғыс куплеты ла дөрөҫ түгел: уның 2-сею лы ысынында бына ниндәй:
Айҙа ҡундым, ундағы ҡыҙҙан һөйөлдөм туйманым.
Ул заманда Башҡортостандың берҙән-бер һәм иң беренсе халыҡсан шағиры булып танылған Ш. Бабичтың иң беренсе һайланма йыйынтығының, башҡорт телендә Башҡортостанда баҫылмай, Ҡазанда Татарстан нәшриәтендә донъя күреүе лә аптырарлыҡ хәл…
Дата добавления: 2015-07-21; просмотров: 149 | Нарушение авторских прав
<== предыдущая страница | | | следующая страница ==> |
Бабичтың биографияһына ҡарата | | | Бабич шиғырҙарының татарса һәм башҡортса теле |