Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

Шәйхзада Бабич менән Ғәзиз Әлмөхәмәтов

Бабич йомошсоһо | Бабич хаты | Ып-ҡыҙыл Бабич | Минең Бабичҡа яҙған, ебәрелмәгән яуап хатымдың ҡыҫҡасаһы | Бабичтың әҙәби мираҫы тураһында | Эстәрлетамаҡта | Бабичтың биографияһына ҡарата | Бабичтың алдағы өмөттәре, теләктәре тураһында иҫтәлек | Бабич шиғырҙарының татарса һәм башҡортса теле | Бабич ҡыҙыҡтары |


Читайте также:
  1. Абдулла Кәримов менән Бабич
  2. БӨЙӨК БАБИЧ ХАҠЫНДА ХӘТИРӘЛӘРЕМ
  3. Бабич ҡыҙыҡтары
  4. Бабич бабай
  5. Бабич йомошсоһо
  6. Бабич кәңәштәре
  7. Бабич ут һүндереп ҡайтты

 

Бабичтың сәхнә эшсәнлегендә Башҡортостандың данлыҡлы ҡарт йырсыһы Ғәзиз Әлмөхәмәтов ҡатнашлығында бирелгән концерттар иң уңышлыларҙан һаналды. Билеттары афиша йәбештерелгән көндәрҙә үк һатылып бөтөр ине. Ғәзиз башҡорттоң боронғо матур моңло көйҙәрен, үҙенең яғымлы, күтәренке музыкаль тауышы менән йырлап, тыңлаусыларының күңелен моңландырып йыуатһа, йәки илатһа, Бабич реаль тормош ҡытыршылыҡтарын тәнҡитләп, үткер көлкөләре менән тамашасыларҙың йөрәктәрен ҡытыҡлап, күңелдәрен нурландыра. Концерттарҙың һәр бүлеге ҡырҡ биш минут ваҡытҡа иҫәпләнгән булһа ла, тамашасыларҙың йырсы менән көлдөрөүсене ҡат-ҡат бисҡа саҡырыуҙары сәбәпле, берәр сәғәттән артыҡҡа һуҙыла торған булды. Бабичтың ундай концерттары тураһында бер ҡыҙыҡ һүҙе лә бар. Бер арала уға Мәхмүт Мәржани:

-- Бабич, һинең Ғәзиз менән концерт биреүегеҙҙе бер ҙә килештермәйем. Ғәзиз боронғо моңло, илатҡыс көйҙәрҙе һуҙа. Уның артынса һин эс ҡатырғыс көлкөләр менән сығаһың. Был, минеңсә, бал менән боросто, варенье менән тоҙҙо ҡатнаштырып ашатҡандай була, бер ҙә уңышлы түгел, -- тигәйне. Бабич уға ҡаршы, уйлап та тормай:

-- Уңышлынан да уңышлы! Ғәзиз сығып үҙенең моңло көйҙәре менән залды аҡыртып-баҡыртып илата, мин шарҡылдатып көлдөртәм. Шулай итеп уларҙы илатып-көлдөртөп, көлдөртөп-илатып, үкһетеп-йыуатып, һикертеп-уйнатып рәхәтләндерәбеҙ генә, малай! Халыҡ концерт бөткәс тә урындарынан ҡуҙғалмай:

-- Тағы, тағы, тағы ла! – тип ҡул сабып тик ултыра. Аптырағас, ҡыуып сығарабыҙ бахырҙарҙы, -- тине.

 

 


Дата добавления: 2015-07-21; просмотров: 56 | Нарушение авторских прав


<== предыдущая страница | следующая страница ==>
Бабич ут һүндереп ҡайтты| Е ҡарлуғас, үҙе һандуғас

mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.024 сек.)