Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

Е ҡарлуғас, үҙе һандуғас

Бабич хаты | Ып-ҡыҙыл Бабич | Минең Бабичҡа яҙған, ебәрелмәгән яуап хатымдың ҡыҫҡасаһы | Бабичтың әҙәби мираҫы тураһында | Эстәрлетамаҡта | Бабичтың биографияһына ҡарата | Бабичтың алдағы өмөттәре, теләктәре тураһында иҫтәлек | Бабич шиғырҙарының татарса һәм башҡортса теле | Бабич ҡыҙыҡтары | Бабич ут һүндереп ҡайтты |


 

Әминә Бәхтизина тураһында был.

1916 йылда, 11-12 йәштәрендә сағында уҡ, үҙенең асыҡ, матур, таҙа, моңло тауышы менән йырсылыҡ сәхнәһенең иң йәш һандуғасы булып һайрай башлаған Әминә Бәхтизинаны, Бабичтан ун йәшкә кесерәк булһа ла, шағирҙың сәхнә замандашы, тиергә була. Сөнки Әминә менән Бабичтың сәхнәгә күтәрелеү осоро 1916-17 йылдар ине. Ул саҡ татар сәхнәһендә Барый Абруй Сәйфи менән Сара Латиповаларҙан башҡа ҡатын-ҡыҙ йырсы юҡ ине. Әминә менән Бабич башлап Мәҙрәсәи Ғалиә шәкерттәре ойошторған әҙәбиәт кисәләрендә, унан һуң Өфө ҡалаһы сәхнәләрендә ҡатнаша башлай. Үҙенең гүзәл сапроно тауышы менән ул кисәләрҙе йәмләндереп-күңеллендереүҙә Әминә Бәхтизина ҙур ғына роль уйнай.

Октябрь революцияһынаса Өфө кеүек ислам дине тәрән тамырланған ҡалаларҙа, ауылдарҙа татар һәм башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының байтаҡ өлөшө елән-бөркәнсек аҫтынан сыға алмаған, сыҡҡандарының да йәмәғәт эшенә аралашҡандары аҙ ине. Уларҙы театрҙа уйнатыу, концерттарҙа йырлатыу түгел, театрҙа тамаша ҡарарға ла ебәрмәйҙәр. Спектаклдәрҙә ҡатын-ҡыҙ ролен уйнарға артискалар етешмәгәнлектән, уны йөҙҙәре, килеш-килбәттәре, тауыштары менән ҡатын-ҡыҙға оҡшағаныраҡ малайҙар, егеттәр уйнай. Хәлил Дауытов тигән берәү 1918-1919 йылдарғаса ҡатындар, ҡарсыҡтар ролендә “профессиональ артистка” булып йөрөнө. Шундай осорҙа йәп-йәш кенә көйөнә башҡорт, татар концерт сәхнәһенең гүзәл сапроноһы булып сәхнәгә сыҡҡан кескәй генә Әминәнең ҙур эше -- Мәҙрәсәи Ғалиәләге һәм Өфө сәхнәләрендәге концерттарҙа ҡатнашыуҙары юғары баһаға лайыҡ. Был икәүҙең берләшкән сығыштарында Бабич үҙенең үткер-күңелле көлкөләре менән ҡыҙыҡтырһа, Әминә башҡорт халҡының оҙон көйҙәрен, татар көйҙәрен иҫкиткес матур, моңло тауышы менән, иркен күкрәк һулышы менән йырлап хайран ҡалдыра ине. 1917-18 йылдарҙа Өфөләге революцион гәзиттәрҙә Ғәлимйән Ибраһимов Әминә Бәхтизинаның тауышын һәм башҡарыуын маҡтау менән бергә уны ваҡытһыҙ, бик йәшләй сәхнәгә сығарыуҙың музыкаль-педагогик тәрбиә ҡағиҙәләренә тура килмәүен әйтеп үтте. Башҡалар ҙа Әминәнең атаһына ла, туғандарына ла уны сәхнәгә сығармайыраҡ уҡытырға, музыкаль-вокаль белемдәр менән тәрбиәләп үҫтерергә кәңәштәр биреп ҡаранылар. Әммә атаһы йәп-йәш ҡыҙының таланты менән сауҙа итеп, Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Шәйхзада Бабич, Фәттәх Латиповтарҙың концерттарында ҡатнаштырып ҡаланан-ҡалаға йөрөттө. Был ҡылығы, композитор Хәбибулла Ибраһимов әйтмешләй, яңы тыуған ҡолондо һабанға егеү булып, башҡорт, татар сәхнәһенә Хоҙайҙан уҡ етешеп тыуған ҙур өмөтлө йырсылыҡ талантын үҫтермәҫтән, ғүмерен ҡыҫҡартыуға сәбәпсе булды…

Бер ваҡыт Шәйхзада Бабичҡа, Әминә Бәхтизина менән үткәргән әҙәбиәт концерт кисәләре тураһында үҙ-ара көлөшөп:

-- Бабич, һинең Әминә менән сәхнәгә сығыуҙарың бер ҙә килешмәй бит, әй. Буй-һындарығыҙҙа пропорция юҡ: һин бик оҙон, Әминә бик ҡыҫҡа – бары теҙеңдән генә. Шул ҙур башың менән кескәй балаға эйәреп сығырға оялмайһыңмы? – тип төрттөргәс, ҡаушап ҡалыр тип көткәйнек, әммә һис иҫе китмәй:

-- Оят Мәскәүҙә ҡыйбат. Кино артистарынан Пот менән Поташонды беләһегеҙ бит: береһе оҙон, береһе ҡыҫҡа көйө сәхнәне гөрләтәләр. Әминә менән беҙ ҙә шулай башҡорттоң, татарҙың Пот-Поташоны… Әминә йәнле сәсәк йәки кескенә сибәр ҡурсаҡ. Мин уны усыма ултыртып ҡына сәхнәгә алып сығып йырлатам да, сәхнә артына индереп өҫтәлгә ултыртып ҡалдырам һәм үҙем сығып һөйләп керәм. Тағы уны усҡа ултыртып алып сығып йырлатам. Әминә -- үҙе ҡарлуғас, үҙе һандуғас бит ул. Ә минең ҡул – алмағастың ботағы. Бармаҡтарым ботаҡтың тармаҡтары, усым – алмағастың япрағы. Әминәне шул япраҡҡа ултыртып ҡына һайратам, -- тип көлдөрөп осланы.

 

 


Дата добавления: 2015-07-21; просмотров: 39 | Нарушение авторских прав


<== предыдущая страница | следующая страница ==>
Шәйхзада Бабич менән Ғәзиз Әлмөхәмәтов| Бабич бабай

mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.006 сек.)