Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

Структурные особенности текстов рекламных щитов (на материале биллбордов г.Октябрьский)

Композиция текстов рекламных щитов | Ортологическая специфика рекламных текстов | Введение | История | Экспедиции и исследования | История | Экспедиции и исследования | Кэшэнэ сегодня | Введение | Законопроект о полиции выносится на обсуждение |


Читайте также:
  1. D телевизоры и их особенности
  2. I. Предтекстовые упражнения
  3. I. Предтекстовые упражнения
  4. I. Предтекстовые упражнения
  5. I. Предтекстовые упражнения
  6. I. Предтекстовые упражнения
  7. I. Предтекстовые упражнения

ПРЕЗИДЕНТСКАЯ ПРОГРАММА

«ДЕТИ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН»

ЦЕЛЕВАЯ ПРОГРАММА «ОДАРЕННЫЕ ДЕТИ»

Юный исследователь – 2011

Сборник лучших научно-исследовательских работ

участников Республиканского конкурса исследовательских работ

в рамках Малой академии наук школьников Республики Башкортостан

Уфа 2011

 

Редакционная коллегия:

М.Р. Юмалина, начальник отдела общего образования Министерства образования Республики Башкортостан; Ф.Р. Фахретдинова, директор Научно-методического Центра развития одаренности Института развития образования Республики Башкортостан, к.п.н., доцент

Юный исследователь – 2011: Сборник лучших научно-исследовательских работ в рамках Малой академии наук школьников Республики Башкортостан / Министерство образования Республики Башкортостан, Институт развития образования Республики Башкортостан.- Уфа,, 2011.- с.

 

I. НАУЧНО-ИССЛЕДОВАТЕЛЬСКИЕ РАБОТЫ ПОБЕДИТЕЛЕЙ X РЕСПУБЛИКАНСКОГО КОНКУРСА НАУЧНЫХ ПРОЕКТОВ ШКОЛЬНИКОВ В РАМКАХ МАЛОЙ АКАДЕМИИ НАУК ШКОЛЬНИКОВ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

НОМИНАЦИЯ «ЛИНГВИСТИКА»

Мостай Кәрим ижадында халҡыбыҙҙың рухи мәҙәниәте күренештәре

Кульмухаметова Юлия, обучающаяся 11 класса МОБУ СОШ им. Г.Акманова д. Баишево МР Зианчуринский район

Руководитель: Кульмухаметова Г.З.

Инеш

Халыҡ шағиры Мостай Кәрим – күп яҡлы талант эйәһе.

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге республика, РСФСР һәм СССР Дәүләт премиялары лауреаты, Социалистик Хеҙмәт Геройы Мостай Кәрим әҫәрҙәре һәр кемгә яҡын. Уның ижады күп яҡлы. Ул танылған шағир булыу өҫтөнә, бына тигән драматург та, шыма ҡәләмле прозаик та. Уның «Яңғыҙ ҡайын», «Йырланмаған йыр», «Ай тотолған төндө», «Ҡыҙ урлау» кеүек пьесалары башҡорт драматургияһының иң аҫыл әҫәрҙәре иҫәбендә. Бик күп телдәргә тәржемә ителгән «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Өс таған», «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повестары әҙәбиәт һөйөүселәрҙең ихтирамын яулаған әҫәрҙәр рәтендә.

Ә инде уның поэзияһы – башҡорт сәсәндәренең ҡобайырҙарына, йырҙа-рына, дастандарына хас булғанса, тәрән мәғәнәле халыҡсан фәлсәфәгә ғәжәп бай, оло тойғоло ижад. Уның шиғырҙарының һәм поэмаларының тамырҙары башҡорт халыҡ поэзияһына барып тоташа. Мостай Кәримдең барлыҡ әҫәрҙәре лә бай сығанаҡ һанала, сөнки әҙип бөтә жанрҙарҙа ла халыҡ ижады гәүһәрҙәрен бик оҫта ҡуллана.

Мин был эшемдә Мостай Кәримдең поэзияһында һәм «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесында халыҡ ижады өлгөләренең сағылышын өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙым.

II. Төп өлөш

Мостай Кәрим ижадында халҡыбыҙҙың рухи мәҙәниәте күренештәре

1. М.Кәрим поэзияһында халыҡ ижады өлгөләренең сағылышы

Халҡыбыҙҙың бөйөк шағиры Мостай Кәримдең бик күп шиғырҙары, поэмалары халҡыбыҙҙың тел хазинаһынан алынған һүҙ гәүһәрҙәре менән биҙәлгән. Мәҫәлән, «Ҡайын япрағы тураһында» шиғырында автор «Эйгән башты ҡылыс сапмай» мәҡәлен ҡулланған. Шулай уҡ уның башҡа шиғырҙарында, поэмаларында мәҡәл-әйтемдәрҙе күп осратырға була. Шиғырҙарҙан алынған өҙөктәрҙән миҫалдар ҡарап китәйек.

«Эйгән башты ҡылыс сапмай»,-

Тиһә лә иҫке мәҡәл,

Баш эймәгән ғорур халҡым,

Теҙ сүгеп йәшәмәгән.

(«Ҡайын япрағы тураһында»).

Ҡайтып киләм. Башта кәпәсем юҡ,

Баш һау булһа, кәпәс табылыр…

Арғымаҡты менеп, һабантуйға

Мин барырмын әле тағы бер!

(«Һабантуйҙан ҡайтып киләм»).

Һин- минең ярты яҙмышым,

Өлөшкә тейгән көмөш.

Күпме ғүмер бар,- беҙ шуны

Бергә үтергә тейеш.

(«Һин- минең ярты яҙмышым»).

Күҙ тултырып бағам чех яҙына.

Бағыу менән танһыҡ ҡанамы?

…Һәм яҡшы һүҙ, беләм, таш иретә,

Ағас ҡорота күҙҙең яманы.

(«Күҙҙәремә ҡара»).

«…Ҡеүәтең бар. Тауҙы аҡтар,

Намыҫ эше өсөн ян,

Бүленгәнде бүре ашар,

Ир булһаң- илгә таян!»

(«Таныш булмаған ҡунаҡ»).

Әйткән һүҙ – атҡан уҡ булһын,

Мин үҙем ныҡыш бәндә.

Ошо ерҙә көтәм һине

Тауыҡтар төнәр мәлдә.

(«Үлмәҫбай»).

Ғәҙәт – ҡылыҡтың энеһе,

Бик ғәжәп бит ул ғәҙәт,

Һунар сыға һалыуыма

Шул ғәҙәт булды сәбәп.

(«Үлмәҫбай»).

Икәүҙән-икәү ҡалабыҙ,

Беребеҙ- күҙ, беребеҙ- ҡаш.

- Башҡорт…башҡорт…- ул мығырлай,-

Ниндәй януарға оҡшаш?

(«Үлмәҫбай»).

Ҡайһы бер осраҡтарҙа Мостай Кәрим бик күп мәҡәл-әйтемдәрҙе үҙенең әҫәрҙәренең йөкмәткеһенә ярашлы рәүештә үҙгәртеп ебәрә. Был стилистик алым авторға әҫәрҙең идея-эстетик йөкмәткеһен тағы ла тәрәнәйтергә мөмкинлек бирә. Миҫалдар:

Йылдар иркен тип үк төкөрмәгеҙ

Үҙегеҙ ҡашыҡ һуҙған табаҡҡа.

(«Торналар ҡайтҡанда»).

Утыҙ яҡҡа китте шул сыҡҡан һүҙ

Бер бәндәнең утыҙ тешенән.

Ҡушылдылар уға үҙ-үҙҙәрен

Әҙәпле тип йөрөгән кешеләр.

(«Дуҫ тураһында күңелһеҙ хикәйә»).

Халҡым минең үтә аҙ, тиһең,

Ҡыш бик оҙон, ҡыҫҡа яҙ, тиһең,

Яғым, тиһең, һаран сәскәгә.

Шунда ғынамы ни мәсьәлә?

Ҙур урманда ҡарға булғансы,

Бер ҡыуаҡта былбыл булһаңсы.

(«Нанай яҙыусыһы Ходжерға»).

Ә бына «Хазиналар хаҡында һөйләшеү» шиғырында М.Кәрим йомаҡты бик оҫта файҙаланған.

Шыңғырап торған салт аяҙ ҡышҡы төн-

Һәр тауыш урап сығырлыҡ ер өҫтөн.

Күктең йөҙө иҫке йомаҡ инде хас:

Бәрәмәстәр уртаһында бер ҡалас.

(«Хазиналар хаҡында һөйләшеү»).

2. М.Кәрим прозаһында ауыҙ-тел ижады өлгөләре

Мостай Кәримдең барлыҡ сәсмә әҫәрҙәрендә лә халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады өлгөләрен күрергә була. Быны «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесы миҫалында ҡарап китәйек. Әҫәр геройҙарының телмәрҙәрендә тапҡыр һүҙҙәр, мәҡәлдәр, әйтемдәр йыш осрай. Бигерәк тә, улар Оло инәйҙең телмәрендә бик күп, шуға ла уның һәр әйткән һүҙе, өгөт-нәсихәте, фатихаһы фәһемле һәм ҡәҙерле. Миҫалдар:

 

- Ирем киҫәге-итем киҫәге. Бар сихыры шунда. - Ошоларҙы әйткәс, Оло инәйем көрһөнөп ҡуйғандай итте.

«Ағас күрке япраҡ, әҙәм күрке сепрәк,»- тине бер саҡ Оло инәйем.

«Аш-ашҡа, урыны башҡа. Йомортҡаға ла урын табылыр. Ҡатыҡ сеүәтәләрегеҙгә берәр ҡашыҡ ҡаймаҡ та һалып бута.- Быныһын ул миңә әйтте.»

«Ҡара уны,- тип киҫәтте ҡартты, - бармаҡ менән сиртәһе булма балаға. Уның күңеленә хәҙер асыу сәсһәң, һуңыраҡ нәфрәт урырһың. Иң яман ҡаза – ата менән бала дошманлығы.»

«Йомарт ҡулға мал керер»,- ти Оло инәйем.

«Арыҡ аттың күгәне киң, тиме. Шашма! Бер бәрәс бирһәң, хаттин ашҡан.”

Шулай уҡ башҡа геройҙарҙың телмәрҙәрендә лә халҡыбыҙҙың тапҡыр мәҡәлдәрен, әйтемдәрен осратабыҙ.

«Бер ҡышҡа ҡуян тиреһе лә сыҙаған, тиҙәр. Бер төнгә түҙербеҙ».

«Береһен төшөрмәй, икенсеһен күтәреп булмай,»- ти атайым.

Ул бер аҙ артҡа сигенде лә: «Байрам аша – ҡара ҡаршы,»- тип минең эсемә типте.

- Ә һине табыуым «бирәһе килгән ҡолона – сығарып ҡуйыр юлына» тигән мәҡәл буйынса булды.

- Яҙмыштан уҙмыш юҡ,- тип көрһөндө атайың.

- Алдырыр көн яҙҙырыр, ти, шул. Былай булырын белһәм, бер ҙә генә ҡушмаҫ инем дә бит,- тип Кәфиәнең башынан һыйпаны.

«Сатан күп йөрөр, тип минең турала әйткәндәр ул.»

«Тартай теленән таба тигәндәй, шул телем арҡаһында эләгеп кенә тора миңә.»

«… уны тыйыуым да асыуҙан түгел, ә «ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул» тигәнде аңлатыуым ғына ине.»

«Яҙығына күрә язаһы,»- тип ул телен дә тыйманы, йәбер-йоборға ла иҫе китмәне.

- Һыйлағанда һыу эс, тигәндәр боронғолар,- тип аңлатты Ишбирҙе,- улар белмәй әйтмәҫ.

«Уҡыған берәү мулла булмаҫ, суҡыған берәү ҡарға булмаҫ»,- тине анау көндө Вәлетдин, малайҙар һабаҡ, уҡыу тураһында әңгәмә ҡуҙғатҡас. Дөрөҫөн әйтә ул. Бөтә уҡыған әҙәм мулла булып бөтһә, атҡа бесән кем һалыр һуң?

- Сәмиғулланың да аҡсаға күҙе ҡыҙғас инде, коммунисмен тип йөрөүе ҡороһон. Берәүгә лә ышаныс юҡ былай булғас!- тип үртәнде Мортаза ағайым.- Һәр кемдең бармағы үҙенә табан кәкере…

«Әҙәм күңеле –ҡара урман. Ни генә юҡ унда? Тик ҡара урманға һорауһыҙ ҙа инеп була, кеше күңеленә рөхсәтһеҙ ҡағылыу ярамай».

«Эт өрөр, бүре йөрөр» тигәндәй беҙ сәйнәшә торҙоҡ, улар, беҙгә әйләнеп тә ҡарамай, йөрөй бирҙе.

- Эҙләгән – тапҡан, ташҡа ҡаҙау ҡаҡҡан,- тип һамаҡланы ҡатын. – Сабыр итеп көткән – һөйгән йәрен үпкән…- Баяғы ҡош тағы суп итеп алды.

«Менгән атың йығылып үлһә үлһен, әйткән һүҙең нахаҡҡа сығып үлмәһен», - ти атайым.

Унан да бигерәк «ашағанда ҡолағың һелкенһен, эшләгәндә йөрәгең елкенһен» тигән фәһемле һүҙҙе беҙҙекеләр бик күптән төшөнөп алғандар.

«Серҙең ҡанаты етеҙ. Бер ысҡынһа, илде тиҙ урап сыға ул».

«Бәлә аяҡ аҫтында ята шул»,- тиештеләр кешеләр.

- Янһа…- Ул, икенсе ҡулын һелтәп, һикегә ултырҙы.- Атым юҡ ине аранда, ҡайғым юҡ ине буранда. Ат тигәнем ҡайғы булып сыҡты, былай булғас…

«Яҙған мал булһа, ашаған еренә ҡайтыр әле…» - тип йәмһеҙ һүгенеп ҡуйҙы атаһы.

«Бына бит, яҙған ризыҡ теш һындырып керә»,- тине Мансур ҡарт.

«Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесында таҡмаҡтар, йырҙар, һамаҡтар ҙа йыш осрай.

«Ниңә Әсҡәт өндәшмәй икән? Хатта анау саҡ бер таҡтаны бүрәнә өҫтөнә арҡыры таҡта һалып, икебеҙ ике башҡа баҫып, таған атынғанда, ул таҡмаҡ сығарҙы бит:

Һин дә баҫтың таҡтаға,

Мин дә баҫтым таҡтаға,

Беҙҙең брат хеҙмәт итә

Универсальный лавкала.»

«Уның хаҡында мин йыр ҙа сығарҙым.

Бейек-бейек ыҙмала

Йәштәр түгә ҡыҙ бала.

Йәштәр түккән ҡыҙ баланы

Күңелдәрем ҡыҙғана.»

“Анау көндө Әсҡәт, йәнәһе, Әнүәрҙең әсәһенә оҡшатып, шундай һамаҡ һамаҡланы:

Әнүәрбәк, Мозафар! –

Утын киҫәһем дә бар,

Һыуға бараһым да бар,

Ҡамыр баҫаһым да бар,

Ҡаҙан аҫаһым да бар,

Өй артына егет килгән

Шуға бағаһым да бар…

Эй лә бөтмәҫ ҡырҡ эш!

Юҡты бушҡа тултырам,

Һағыҙ сәйнәп ултырам..”

3. М.Кәрим поэзияһында һәм прозаһында халыҡ йолалары

а) М.Кәримдең шиғырҙарында, поэмаларында халыҡ йолалары ла киң сағылыш тапҡан. Уның «Декабрь йыры» поэмаһында балаға исем ҡушыу халыҡ йолаһындағыса башҡарыла. Йоланың ҡануны: күҙгә тәү салынған нәмә - балаға исем. Тик күҙ алдында ятҡан таштан алып Ташбулат исеме ҡушһаң, баланың күңеле таштай ҡаты булыр; айға ҡарап Айсыуаҡ атаһаң, ғүмере айҙай ҡыҫҡа булыр; иң ҡулайы- оҙон һәм нурлы юлға оҡшашы- Юлдаштыр тип, уйлай кендек әбейе.

Әгәр анау таштан алһаҡ

Баланың атын?

Тар булһа һуң уның күңеле,

Таш һымаҡ ҡаты?

Күктә тулы ай. Балаға

Айсыуаҡ ҡушһаҡ?

Бик ҡыҫҡа булһа ғүмере,

Ошо ай һымаҡ?…

Ана, юл ялтырап ята,

Гүйә, саҡматаш,

Хәйерле мәлгә тап килһен

Был исем – Юлдаш!

«Үлмәҫбай» поэмаһында туй йолаһының ҡайһы бер күренештәренә осрайбыҙ. Мәҫәлән:

Ул кейәү егете икән,

Моғайын, ғауға була.

- Туйҙа,- ти,- көршәк төпәҫләү-

Борондан ҡалған йола.

«Алйот,- ти Теребай,- туйҙа

Мылтыҡтан атыу була,

Һауыт-һаба шылтыратыу

Борондан ҡалған йола».

 

Ә бына «Өс йөҙ егет» шиғырында ир-егеттәрҙе яуға оҙатыу йолаһы сағылдырыла.

Йәш күрһәтмәй ҡатып ҡалды әсәйҙәр,

Сөнки шундай йола йәшәй Рәсәйҙә:

Егет китһә яуҙарға хаҡ эш менән,

Сылатмайҙар уның юлын йәш менән.

 

б) М.Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәрендә халҡыбыҙ йолаларының, ғөрөф- ғәҙәттәренең мул булыуын күрәбеҙ. Мәҫәлән, әҫәрҙең башында уҡ бала тыуыу һәм шуға бәйле башҡа йолалар сағылдырыла.

«Бәпес тыуған йортҡа, уның мөлкәтлеме, мөлкәтһеҙме булыуына ҡарамаҫтан, икенсе көндө үк һый ағыла башлай. Күрше-күлән, туған-тыумаса, дуҫ-иш, таныш-белеш ҡатындар, тиңдәштәр, әхирәттәр, ҡоҙағый-ҡоҙасалар бала әсәһенә күстәнәс ташый. Берәүҙәр – ҡыҙыу табала ҡоймаҡ, икенселәр – бәлеш, өсөнсөләр – ҡыҫтыбый, дүртенселәр – тултырған тауыҡ, бишенселәр – ҡатлама, алтынсылар – бауырһаҡ, етенселәр… тағы әллә нәмәләр, әллә нәмәләр килтерә. Һәр кем хәленән килгәнсә лә, артығын да тырыштыра, үҙендә булмағанды күршенән үтескә алып тора. Бына ниндәй һыйҙар менән хөрмәтләйҙәр яңы тыуған баланы!

Иртәнән кискә тиклем түрҙән самауыр төшмәй. Түр башында мамыҡ мендәр өҫтөндә кендек әбейе ултыра, уның эргәһендә кем тиһегеҙме – мин. Бер аҙна буйы шулай ултырабыҙ. Хатта ашып та китә. Был күркәм тормошто тик бер генә нәмә боҙа. Ул да булһа – бәпес мунсаһы.»

Шулай уҡ повеста автор туй йолаһының килен төшөрөү, һыу башлау күренештәрен бик тәфсирләп тасуирлай.

«Беҙҙең яҡта туйҙарҙы ҡышын ҡыҙ йортонда үткәрәләр ҙә йәйҙең иң йәмле көндәрендә, мисәп-мисәп еккән аттарға ҡыңғырауҙар тағып, кәләште кейәү төйәгенә алып ҡайталар – килен төшөрәләр. Ҡышҡы туйҙан һуң килен төшөрөүгә тиклем кейәү кеше һәр кесаҙна һайын ҡыҙ йортона «кәләш кейәүләргә» ҡуна бара. Урам аша ерме, утыҙ-ҡырҡ саҡрым арамы – барыбер ул, шартына килтереп, юлға әҙерләнә: атының ҡойроҡ-ялын тарап үрә, уны таҫма-тоҫма менән биҙәй, йүгән, эйәр еҙҙәрен ҡом менән ышҡып ялтырата. Атын ул ҡуранан уҡ атланып килмәй, урамға сыҡҡас ҡына, ҡупшы итеп эйәргә һикерә. Унда ла тиҙ үк һайтлап сабып китмәй, ҡупырая биреп, бер талай туп-тура ҡарап тора: күрмәгәндәр күреп ҡалһындар, йәнәһе…»

«Аҡйондоҙҙоң, ҡыҙ-ҡырҡынға эйәреп, һыу юлын башлап ҡайтыуын бөтә урам, тамаша ҡылып, ҡаршы алды. Килендең ике күнәге лә мөлдөрәмә тулы һыу ине. Әмәл өсөн бер тамсыһы сайпылһын ла!»

Әҫәрҙә шулай уҡ өмәләр, уларҙың әһәмиәте тураһындағы урындарҙы ла осратырға мөмкин.

«Ураҡ өмәһе – үҙе бер байрам ул. Көн буйы янып-бешеп эшләйҙәр ҙә кисен ҡура тултырып табынға йыйылалар. Ит һоғоналар, һурпа һемерәләр. Олораҡ ир-ат, саяраҡ бисә-сәсә, шау-шыу килеп, бал эсә.»

«Өмә ашы үҙе бер тамаша ул. Һәр табынға ҙур-ҙур табаҡтар ҡуйылған, тау-тау итеп йыуаса киҫелгән. Табаҡ тирәләй ултырған өмәселәр ҡашыҡтарҙы бейетә генә. Оялып, йыбанып ултырһаң, ас ҡалыуыңды көт тә тор. Унан да бигерәк «ашағандаҡолағың һелкенһен, эшләгәндә йөрәгең елкенһен» тигән фәһемле һүҙҙе беҙҙекеләр күптән төшөнөп алғандар. Һүлпән көйшәү үшән эшләүҙән дә мәсхәрәлерәк нәмә. Быныһын эштән сыҡҡан ялҡау ҙа белә.

Туя биргәсерәк шаярыу, көлөшөү ҙә башланды.»

«Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесынан алынған киләһе өҙөктә ир-егеттәрҙе яуға оҙатыу йолаһы сағылдырылған.

«Һөйләнәһе телмәрҙәр һөйләнеп, биреләһе өгөттәр бирелеп, әйтеләсәк теләктәр әйтелеп бөттө. Бына-бына юлға сығырға тейештәр. Хушлашаһы ғына ҡалды. Оҙатыусыларҙың күпселеге – ҡатын-ҡыҙ ҙа йәш-елкенсәк. Яуға китеүселәргә ата-әсәләр боронғо йола буйынса, йортта ғына фатиха биреп ҡала. Улар оҙата сыҡмайҙар. Эйәрҙәге яугирҙең өҙәңгеһенә тотоноп, уның бисәһе генә бер аҙ эйәреп бара. Яуға оҙатҡанда һыҡтау-сеңләү ғәйеп һанала, әҙәпкә һыймай. Сыҙамлыҡ менән сабырлыҡ – фатихаға бәрәбәр. Китер юлға тамған күҙ йәштәре яугирҙең күңелен болоҡһота, ихтыярын ҡаҡшата.»

Кешене һуңғы юлға оҙатыу йолалары ла был повеста сағылыш тапҡан. Йола буйынса, өлкән кешеләр үҙҙәре «үлемтек һандығы» туплай. Был йола менән «Оло инәйем хушлаша» бүлегендә осрашабыҙ.

««Үлемтек һандығы» нимә, тиһегеҙме? Ифрат серле нәмә ул. Әбей кешеләр, үҙ әжәлдәрен алыҫтан уҡ ҡаршылап, хәлдән килгәнсә яйлап ҡына үлемтек туплай. Үҙе өсөн кәфен, кәфен тегергә энә-еп, кәфен эсенән кейҙерелә торған әхирәт күлдәге, үҙен йыуырға һабын, үҙенә һибергә хушбуй һәм башҡа йыназа кәрәк-яраҡтары әҙерләй. Быныһы – һандыҡтағы мөлкәттең кескәй бер өлөшө генә. Ундағы төп хазина – мәрхүмдең тереләргә таратыласаҡ бүләктәре. Әлбиттә, тереләргә ул үҙ ҡулы менән өләшә алмай. Уның исеменән бүтән берәү өләшә. Иҫ китерлек йола инде: әҙәм гүргә керә, ә үҙе, туйға килгәндәй, бүләк тарата. Беҙ күтәреп килтергән һандыҡта Оло инәйемдең ана шул байлығы ине. Тос булып сыҡты. Байтаҡ тупланған.»

III. Һығымта

Халҡыбыҙҙың бөйөк шағиры Мостай Кәримдең шиғырҙарын, поэмаларын, «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәрен өйрәнгәндән һуң, шундай һығымта яһарға була. Халҡыбыҙҙың быуаттар буйы туплана килгән рухи мәҙәниәте күренештәре Мостай Кәримдең һәр әҫәрҙәрендә киң сағылыш тапҡан. Уның шиғырҙарында һүҙҙең елеге һаналған мәҡәлдәрҙе, әйтемдәрҙе, йомаҡтарҙы, йола күренештәрен, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе күрә алабыҙ. Мәҫәлән, «Үлмәҫбай» поэмаһында «Әйткән һүҙ – атҡан уҡ», «Ғәҙәт-ҡылыҡтың энеһе», «Беребеҙ-күҙ, беребеҙ-ҡаш» һ.б. мәҡәлдәр ҡулланылған. Ә «Хазиналар хаҡында һөйләшеү» шиғырында Мостай Кәрим йомаҡты бик оҫта файҙаланған.

Шыңғырап торған салт аяҙ ҡышҡы төн-

Һәр тауыш урап сығырлыҡ ер өҫтөн.

Күктең йөҙө иҫке йомаҡ инде хас:

Бәрәмәстәр уртаһында бер ҡалас.

(«Хазиналар хаҡында һөйләшеү»).

Шулай уҡ М.Кәримдең шиғыр һәм поэмаларында халҡыбыҙ йолаларының мул булыуын күрәбеҙ. «Үлмәҫбай» поэмаһында туй йолалары күренештәре, «Декабрь йыры» поэмаһында балаға исем ҡушыу йолаһы, «Өс йөҙ егет» шиғырында ир-егеттәрҙе яуға оҙатыу йолаһы сағылдырыла.

«Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәре башынан алып аҙағына тиклем халҡыбыҙҙың ауыҙ—тел ижады өлгөләре, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре менән биҙәлгән. Әҫәр геройҙарының телмәрҙәрендә тапҡыр һүҙҙәр, мәҡәлдәр, әйтемдәр йыш осрай. Шунлыҡтан геройҙарҙың, бигерәк тә, Оло инәйҙең һәр әйткән һүҙе яғымлы, фәһемле һәм ҡәҙерле. Мәҫәлән:

«Ағас күрке япраҡ, әҙәм күрке сепрәк,»- тине бер саҡ Оло инәйем.

«Йомарт ҡулға мал керер»,- ти Оло инәйем.

Яҙмыштан уҙмыш юҡ,- тип көрһөндө атайың.

«Уҡыған берәү мулла булмаҫ, суҡыған берәү ҡарға булмаҫ»,- тине анау көндө Вәлетдин.

Мостай Кәрим был әҫәрендә таҡмаҡтарҙы, йырҙарҙы, һамаҡтарҙы ла бик оҫта файҙаланған.

Ниңә Әсҡәт өндәшмәй икән? Хатта анау саҡ бер таҡтаны бүрәнә өҫтөнә арҡыры таҡта һалып, икебеҙ ике башҡа баҫып, таған атынғанда, ул таҡмаҡ сығарҙы бит:

Һин дә баҫтың таҡтаға,

Мин дә баҫтым таҡтаға,

Беҙҙең брат хеҙмәт итә

Универсальный лавкала.»

Йолаларға килгәндә, повеста автор бала тыуыу һәм шуға бәйле башҡа йолаларҙы, туй йолаһының килен төшөрөү, һыу башлау күренештәрен, өмәләрҙе, ир-егеттәрҙе яуға оҙатыу йолаһын, шулай уҡ кешене һуңғы юлға оҙатыу йолаларын бик ентекләп тасуирлай.

Күреүебеҙсә, М.Кәримдең һәр әҫәре халыҡсан тел менән яҙылған, халыҡ ижады гәүһәрҙәре менән һуғарылған. Шуға ла уның әҫәрҙәрен һәр кем яратып уҡый.

Үрҙә тикшерелгән әҫәрҙәр яҙыусы ижадының бер өлөшө генә әле. Мостай Кәримдең ижадын өйрәнеүҙе киләсәктә лә дауам итергә уйлайым.

Структурные особенности текстов рекламных щитов (на материале биллбордов г.Октябрьский)

Бочкова Наталья, обучающаяся 11 класса МБОУ СОШ №8 ГО г.Октябрьский

Руководитель: Черпаченко У.С.

Введение


Дата добавления: 2015-08-18; просмотров: 440 | Нарушение авторских прав


<== предыдущая страница | следующая страница ==>
Results| Структура рекламного текста

mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.034 сек.)