Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

Республики башкортостан

Родительское собрание на тему | Ход собрания | Музыкальная пауза: показ дефиле нарядов из бросового материала | Организационный этап | Задание. Как вы думаете, нужен ли камень человеку? Использует ли человек для своих нужд камень? И как? Что такое минералы? | Презентация проектной работы на тему “Пять чудес Хайбуллы”. | Ход презентации | Уйынды башлаусыны нисек һайларға? | Йомаҡтың яуабын әйтеүсе һүрәттәр буйынса әңгәмә. | Эшмәкәрлек барышы |


Читайте также:
  1. Анализ развития рынка труда Республики Ингушетия за 2002-2013 годы 1 страница
  2. Анализ развития рынка труда Республики Ингушетия за 2002-2013 годы 2 страница
  3. Анализ развития рынка труда Республики Ингушетия за 2002-2013 годы 3 страница
  4. Анализ развития рынка труда Республики Ингушетия за 2002-2013 годы 4 страница
  5. АНТИКОРРУПЦИОННАЯ СТРАТЕГИЯ РЕСПУБЛИКИ КАЗАХСТАН НА 2015-2025 ГОДЫ: ОБЩЕСТВЕННОЕ МНЕНИЕ, РЕАЛИЗАЦИЯ МЕРОПРИЯТИЙ, ПРЕДУСМОТРЕННЫЕ СТРАТЕГИЕЙ
  6. Ассоциация детей и подростков «Хамдан» Республики Калмыкия
  7. Биологические особенности фенхеля обыкновенного в условиях Балтачевского района Республики Башкортостан

“Балалар баҡсаһында милли рухлы шәхес тәрбиәләү”

Хәйбулла районы муниципаль район Аҡъяр ауылы «Бәпембә»

балалар баҡсаһы- баланы үҫтереү үҙәгемуниципаль автономиялы мәктәпкәсә

белем биреү учреждениеһы мөдире Ишмырҙина Илмира Винер ҡыҙы.

Хәҙерге көндә мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү Рәсәй Федерацияһының «Мәктәпкәсә тәрбиә концепцияһы” һәм Башҡортостан Республикаһының “Башҡортостан Республикаһында мәктәпкәсә белем биреү концепцияһы” һәм башҡа рәсми норматив - хоҡуҡи акттар талаптарына нигеҙләнә.

Мәктәпкәсә белем биреүҙең Федераль дәүләт стандарттарында уҡыу программаһының 40% н-милли-төбәк компонентын (туған телде,мәҙәниәтте, тарихты) өйрәнеүгә мөмкинлек бирелгән. "Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында"ғы Федераль закондың 14-се статьяһында дәүләт телдәрен, туған телдәрҙе уҡытыу, өйрәнеү буйынса хоҡуҡтарыбыҙ билдәләнеп, был йәһәттән башланғыстарҙы, ҡаҙаныштарҙы һаҡлап ҡалыу, үҫтереүгә юл асыла. Был документтарбалаларҙы шәхес булараҡ үҫтереүгә, милли рухта тәрбиәләүҙә ҙур мөмкинселектәр бирә.

Баланы шәхес итеп үҫтеүҙә мәктәпкәсә йәштәге осор әһәмиәтле роль уйнай. Мостай Кәрим әйтеүенсә: «Үҙ әсәһен, туған халҡын, туған телен һөйгән һәм яҡшы белгән, бүтән әсәләрҙе, халыҡтарҙы һәм телдәрҙе ихлас яратҡан, яҡындан белгән, берҙәй ололаған кеше генә һәләтле шәхес була ала».

Беҙҙең “Бәпембә” балалар баҡсаһы коллективы туған тел аша рухлы, әхлаҡлы шәхес тәрбиәләү маҡсатын һәм балаларҙың туған телендә телмәрен үҫтереүҙе төп бурысы итеп ҡуя. Балалар баҡсаһында белем һәм тәрбиә биреү педагогтар тарафынан төҙөлгән белем биреү программаһына,Н.Е.Веракса,Т.С.Комарова, М.А.Васильева редакторлығындағы “Тыуғандан алып мәктәпкә тиклем” программаһына, шулай уҡ, З.Ғ.Нафикова, Ғ.Ғ.Ғәлиевалар төҙөгән “Башҡорт балалар баҡсалары өсөн комплекслы уҡытыу-тәрбиә программаһына таянып башҡарыла. Беҙ эшебеҙҙә түбәндәге программаларға һәм методик ҡулланмаларға: Аҙнабаева Ф.Ғ.,Нафикова З.Ғ. “Осҡон”, Гасанова Л.Н., Гасанова Р.Х. “Словесное творчество старших дошкольников на основе национальной культуры башкирского народа”; Нафикова З.Ғ., Березина А.Г. «Башкирская народная сказка в системе образовательного процесса ДОУ”,Гасанова Р.Х.”Я Родину свою хочу познать”,Аҙнабаева Ф.Г., Шафикова Г.Р. “Тәбиғәт һәм кеше»,Азнабаева Ф.Ғ.,Шафикова Г.Р.,”Мин-шәхес”,Азнабаева Ф.Ғ.,Йыһангирова Г.М. “Балалар баҡсаһында театр эшмәкәрлеге” һәм башҡаларға таянып эшләйбеҙ.Беҙ кескәйҙәрҙе баҡсаға килгән тәүге көндәрҙән үк туған тел серҙәренә өйрәтә башлайбыҙ. Баланың 1 йәштән - 3 йәшкә тиклемге аралығы, әгәр ҙә бала психик һәм физик яҡтан үҫешкән булһа, тел өйрәнеү өсөн иң отошло осор тип иҫәпләнә. Кескәйҙәр ошо ваҡытта үҙен уратып алған әйберҙәргә, телмәргә бик тә иғтибарлы була. Балалар баҡсаһында йәки өйҙә өйрәнгән төрлө һамаҡтар, тел төҙәткестәр, дүрт юллыҡ шиғырҙар, тел көрмәлдергестәр, һанашмаҡтар өндөрҙе дөрөҫ әйтеүгә булышлыҡ итә.

2008 - 2011 йылдарҙа беҙҙең баҡсала “Башҡорт балалар баҡсаһында телмәр һәләтлелеген үҫтереү” темаһына тәжрибә майҙансығы эшләне.

Тәрбиәселәрҙең ижади төркөмө тәжрибә майҙансығының ғилми етәксеһе педагогия фәндәре кандидаты, БР МҮИ доценты З.Ғ.Нафиҡова менән берлектә кескәйҙәрҙең йәш үҙенсәлектәрен, физик, психик үҫешен иғтибарға алып, педагогик коллективтың бай эш тәжрибәһенә таянып, кескәйҙәр төркөмө балалары өсөн «Бәпембә», «Аң-белем үҫтереүсе уйынсыҡтар» (1-3 йәшлек балалар өсөн) «Матур һөйләшәм» һәм «Фонематика» методик ҡулланмаларын әҙерләп баҫтырып сығарҙы һәм бөгөн педагогтар уларҙы эштәрендә уңышлы файҙаланалар.

Мәктәпкәсә белем биреүҙең Федераль дәүләт стандарттарының өҫтөнлөклө йүнәлеше булып шәхесте бөтә яҡлап үҫтереү тора. Беҙҙең коллектив Федераль стандарттарға күсеү шарттарында тәрбиәләү һәм уҡытыу-өйрәтеү эшен һәр береһен айырым тормошҡа ашырып эш итеүҙе түгел,ә береһе икенсеһен тулыландырып, байытып, балаларҙың дөйөм үҫешенә, уларҙың шәхси һәләтен һәр яҡлап асыуға ата-әсәләр менән берлектә нәтижәле тәҫьир итерлек итеп ойоштороу һәм үтәү маҡсатын ҡуя.

Был маҡсаттарға ирешеү өсөн төркөмдәрҙә ата-әсәләр ярҙамында балаларҙа һәр яҡлап ыңғай шәхси сифаттар тәрбиәләүгә һәм предметлы арауыҡта белем биреүсе мөхит: ижад һәм театр, эҙләнеү-тәжрибә, башҡорт милли мәҙәниәтен сағылдырыусы мөйөш, сюжетлы-ролле уйындар мөйөшө һ.б. булдырабыҙ.

Башҡорт халҡының көнкүреше, үткән тарихы, ауыҙ-тел ижады, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары менән таныштырыу милли йола һәм миҙгел байрамдары: «Бәпес туйы», «Һуғым ашы», «Сөмбөлә», «Наурыҙ», «Ҡарға бутҡаһы», «Кәкүк сәйе», «Һабантуй» һәм башҡалар һәм дәүләт байрамдары аша тормошҡа ашырыла..

Балаларҙың шәхесен үҫтереүҙә төп ролде әсә теле уйнай.

Ғайса Хөсәйенов әйтеүенсә: «Уй күрке тел икән, тел күрке –һүҙ. Һүҙе яғымлының үҙе лә матур, теле матурҙың күңеле лә матур. Минең туған башҡорт телем - әсә һөтө менән ҡаныма һеңгән, әсә телем – доньяны танытҡан, кешеләр менән аралаштырған, белем, ғилем биргән ғәзиз телем. Шул телем мине киң донъяға алып сыҡҡан, бүтән телдәрҙе белергә юл асҡан». Шуның өсөн һәр бер халыҡ үҙенең телен һаҡларға тейеш.Сөнки тел - әсә теле – быуындан быуынға тороп ҡалған тарихи тәжрибә хазинаһының асҡысы.

Баланың телмәрен үҫтереүҙә ата- әсәнеңсабый менән аралашыуыбик мөһим роль уйнай. Ата- әсәләр артынан баланың төрлө хәрәкәтте һәм һүҙҙәрҙе ҡабатлауы, уныңһәләттәрен үҫтереүгә ярҙам итә. Был осраҡтарҙа индебашҡорт халыҡ уйындарымөһим рольуйнай. Мәҫәлән: бармаҡ уйындары, шаяртҡыстар, һикергестәр, һанашмаҡтар, табышмаҡтар, мауыҡтырғыстар.Балалар тәрбиәселәр менән баҡсалаөйрәнгән шиғырҙарҙы, тиҙәйткестәрҙе өйҙә лә ата-әсәләр менән ҡабатлауы һәйбәт һөҙөмтә бирә. Тәрбиәселәр әсәйҙәр өсөн үткәрелгән иртәлектәрҙә йомаҡтар сисеү, «Мәҡәлде дауам ит»,”Бишек йырын башҡарыу” бәйгеләрен ойоштора. Баҡсала ата-әсәләр өсөн “Теле барҙың -иле бар” исемле стенд булдырылған, унда ата-әсәләр өсөн тел нескәлектәрен өйрәнеүгә кәңәштәр, балалар менән өйрәнеү өсөн хикәйәләр, әкиәттәр исемлеге, ятлау өсөн йыл миҙгелдәренә бағышланған шиғырҙар әйтемдәр, мәҡәлдәр тәҡдим ителә.

Балаларҙы тәрбиәләүҙә ата-әсәләр менән берлектә, күпселек осраҡта халыҡ педагогикаһына таянып алып барабыҙ. Педагогтар ата - әсәләргә балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә төрлө консультациялар, йыйылыштар, практикумдар үткәрә. Мәҫәлән: ата-әсәләр өсөн «Балаларҙытуған телдә матур һөйләшергә өйрәтәйек!», «Ғаиләлә малайҙарҙы һәмҡыҙҙарҙы тәрбиәләү», атайҙар өсөн «Атай-ғаилә тотҡаһы», «Телмәр үҫтереүҙә әсә теленең көсө» һ.б. темаларға ата-әсәләр йыйылыштары, «Бармаҡ уйындары аша-телмәрүҫешенә!»,«Бергәләп артикуляция күнегеүҙәре эшләйбеҙ!»темаларына практикум һәм тренингтар, «Ни өсөн баланың телмәре тотлоға?», «3-4 йәшлек баланың телмәр үҫеше», «Балаларға китапҡа һөйөү тәрбиәләү» темаларына консультациялар үткәрәбеҙ. Ғаиләнең именлеген, ныҡлығын берҙәмлеген күрһәткән төрлө саралар: «Атай - әсәй һәм мин – спорт ғаиләһе», «Әсәкәйем – бергенәм», төркөмдәрҙә «Минең атайым (ҡартатайым) һалдат булған» исемле стена газеталары, «Өләсәйем – яҡты ҡояшым» иртәлек-байрамдар үткәрәбеҙ. “Һәр ғаиләгә - «Аҡбуҙат” журналы!» акцияһы, «Минең шәжәрәм» исемле альбом төҙөйбөҙ.

Төркөмдәрҙә әкиәт сәхнәләштереүҙә, әкиәт уйлап сығарыу, ребустар сисеү, йомаҡтар ҡойоу кеүек берлектәге эштәре ижади эҙләнеүгә этәрә, балаларҙың телмәрен, фекер ҡеүәһен арттыра һәм педагогтарҙың ата-әсәләр менән берлектәге эшкә ҙур һөҙөмтәләр бирә.

Шулай уҡбаҡсала һәм район күләмендә традицияға әйләнгән «Һаумы,һаумы,Әкиәт!”, башҡорт халыҡ ”Урал батыр ” эпосын яттан һөйләүселәр һәм туған ил тураһында һүрәттәр, шиғырҙарбәйгеләренә,”Хәйбулла бөркөттәре», “Мисс Дюймовочка” конкурстарына балаларҙы әҙерләүҙә ата-әсәләр ҙур тырышлыҡ күрһәтәләр. Был саралар бала менән ата-әсәләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәтен көйләү менән бергә баланы шәхес итеп үҫтереүгә булышлыҡитә.

Педагогтар балаларҙы шәхес итеп тәрбиәләүҙә тыуған яҡты өйрәнеү тирмә-музейының мөмкинлектәрен уңышлы файҙалана.

Балалар баҡсаһында ла тыуған ил төшөнсәһен өйрәнеүҙе тап ошо музейҙан башлайбыҙ.

Музейҙа үткәрелгән тематик дәрестәр,уйын эшмәкәрлеге,әңгәмәләр аша балалар ундағы ағастан,туҙҙан эшләнгән һауыт-һабалар; бал, айран өсөн ҡулланылған кәтмәндәр, башҡорт ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар кейемдәре, көнкүреш кәрәк-яраҡтары, башҡорт орнаменты менән биҙәлгән һандыҡ, уның өҫтөнә йыйылған матур ҡорамалап тегелгән юрған-түшәктәр,аҫалы балаҫ, сигеүле таҫтамалдар, ололарҙың кәсеп әйберҙәре менән таныштырабыҙ. Шулай уҡ бында башҡорт халҡының арҙаҡлы щәхестәре: Салауат Юлаев,яҡташтарыбыҙ- ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаев, шағирҙар-Ҡәҙим Аралбаев, Йомабикә Ильясоваларҙың ижады тураһында һәм башҡа данлыҡлы кешеләр, тыуған яҡтың тәбиғәте тураһында альбомдар, һүрәттәр тупланған.

Балаларҙа ватансылыҡ тойғоһон тәрбиәләүҙә ата-әсәләр һәм педагогтар төп роль уйнай. Баҡсала Илде һаҡлаусылар, Еңеү көнөнә арналған иртәлектәргә туған ил һаҡсылары- армия сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтҡан ағайҙарҙы, атайҙарҙы,олатайҙарҙы саҡырабыҙ, улар менән малайҙар ҡатнашлығында етеҙлектә, ҡыйыулыҡта бәйгеләр ойошторабыҙ. Ата-әсәләргә балаларҙа илһөйәрлек, батырлыҡ тәрбиәләүсе әҫәрҙәр, китаптар тураһында тәҡдимдәр бирәбеҙ, балалар менән“Ҡыйыуҙар һәм тапҡырҙар», «Беҙ - буласаҡ Олимпия чемпиондары» исемле спорт бәйгеләрен үткәреп, балаларҙа спортҡа һөйөү, ҡыйыулыҡ, берҙәмлек һәм етеҙлек сифаттарын үҫтерәбеҙ, ә ғаиләләрҙе сәләмәт тормош рәүешенә ылыҡтырабыҙ. Был саралар аша киләсәк быуынды һау-сәләмәт булып үҫеүенә булышлыҡ итәбеҙ.

Райондың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына экскурсияға барабыҙ, унда беҙ башҡорт халҡының милли кейемдәре, һауыт-һабалары, көнкүреш әйберҙәре һәм районыбыҙ урмандарының кейектәре, данлыҡлы шәхестәре менән танышабыҙ.

Музейҙарҙың бай экспонаттары балаларҙы башҡорт халҡының ижады, үткән тарихы, кәсеп – һөнәрҙәреһәм көнкүреше менән киң таныштыра, уларҙың уҙаңын үҫтерә, әүҙемлеген, ижадсылығын уята, үҙ халҡына хас булған сифаттар, патриотик хис-тойғолар, милли рух тәрбиәләүгә нигеҙ һала. Шуға күрә, үҫеп килеүсебы уындың ышаныслы шәхестәр булып үҫеүенә, быуаттар бәйләнешенә, традициалар һаҡланыуға туранан-тура йоғонто яһай.

Беҙ балаларҙы яҡташыбыҙ-Советтар Союзы геройы Ҡәйүм Әхмәтшиндың һәйкәленә алып барабыҙ, уның тыуған ере, иле өсөн көрәштә күрһәткән батырлыҡтары тураһында һөйләйбеҙ. Геройҙың ҡыҙы - Флүрә инәй менән осрашыуҙарҙа ул беҙгә атаһының яуҙа күрһәткән ҡыйыулығы һәм батырҙарса һәләк булыуы тураһында һөйләне, батырлыҡтары өсөн алған миҙалдарын күрһәтте. Балалар менән Ҡәйүм Әхмәтшиндың һәм Бөйөк Ватан һуғышы батырҙарының һәйкәлдәренә сәскәләр һалабыҙ.

Һуғыш ветерандары Иҙрис олатай Түләшев, Эдуард олатай Смирнов һәм Зәйтүнә инәй Нураева менән осрашыуҙар үткәреү балаларҙа тыуған илгә һөйөү, ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ, тоғролоҡ өлгөһөндә ватансылыҡ сифаттарын тәрбиәләүгә булышлыҡ итә.

Һуғыш ветерандары Иҙрис олатай Түләшев, Эдуард олатай Смирнов һәм Зәйтүнә инәй Нураева менән осрашыуҙар үткәреү балаларҙа тыуған илгә һөйөү, ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ, тоғролоҡ өлгөһөндә ватансылыҡ сифаттарын тәрбиәләүгә булышлыҡ итә.

Шулай итеп, уҡытыу-тәрбиә эше ата-әсәләр менән берлектә, баланың үҙ туған телендә алып барылып, халыҡтың тарихына, мәҙәниәтенә нигеҙләнеп,бөгөнгө тормош талаптарына таянып тормошҡа ашырылһа ғына, бөгөнгө мәғариф алдындағы бурыстар уңышлы үтәлер.

 


Дата добавления: 2015-08-20; просмотров: 357 | Нарушение авторских прав


<== предыдущая страница | следующая страница ==>
Уйын “Алырмын ҡош,бирмәм ҡош”.| Телмәр үҫтереүҙә башҡорт халыҡ ижадын ҡулланыу

mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.01 сек.)