|
Хәрәкәтле уйындарҙы уйнағанда шыбаға йәки һанашмаҡтар ярҙамында алып барыусы һайлана: Әйҙәгеҙ бергәләп слайдтағы һанашмаҡтарҙы ҡабатлап китәйек.
***
Тары таптым, тауыҡҡа бирҙем,
Ул миңә йомортҡа бирҙе.
Уны һалдым ҡаҙанға,
Лағыр –лоғор ҡайнарға.
Уҙем киттем баҙарға
Алтын йоҙаҡ һайларға.
Аҡ суҡ, ҡара суҡ,
Бындаторма, барсыҡ!
***
1,2,3,4,5,6,7,8,9,10,
Уйындан – уймаҡ,
Табала – ҡоймаҡ,
Мейестә – бәлеш,
Сыҡ та йәбеш.
***
Бер бабай юлға сыҡҡан,
Тәгәрмәсе ватылған.
Тәгәрмәсен йүнәтергә,
Нисә сөй кәрәк булған?
***
Әбәк-көбәк,алтын табаҡ,
Етә алһаң,көмөш ҡалаҡ;
Етә алмаһаң,артыңа
Етмеш көрәк көл!-
***
Йәй китте,көҙ килде,
Өйрәк китте,ҡаҙ китте,
Һандуғастар һайраны,
Балалар ҙа йыйылды
Ҡарға сыпсыҡ,
Һин тороп тор,ул сыҡ!
Уртаға бер нисә педагогты саҡырып улар менән һанашмаҡ әйтеү, шыбаға тотошоп, ҡулда таштарҙы йәшереп һайлап алыу кеүек алымдарҙы күрһәтеү.
Уйынға саҡырғанда балаларҙың иғтибарына ҡыңғырау, һыҙғыртҡыс ҡулланырға мөмкин (ҡынғырауҙы шылтыратып, һыҙғыртҡыста һыҙғырып күрһәтеү).
Уйындарҙы һайлау
Уйынды һайлағанда баланың теләген белеү мөһим. Зал эсендә уйнағанда уртаса һәм аҙ хәрәкәтле уйындарҙы уйнатыла. Ә саф һауала етеҙ хәрәкәтле уйындар уйнала.
Урын һәм атрибуттар
Балалар баҡсаһында башҡорт халыҡ уйындары күпселек саф һауала үткәрелә:
Спорт майҙансығында, саф һауала йөрөү урындарында. Уйынды үткәреү урынын әҙерләү. Шулай уҡ саф һауала уйнағанда һауа температураһына иғтибар биреү кәрәк. Уйындар өсөн атрибуттар сағыу төҫтәрҙә булырға тейеш.
Дата добавления: 2015-08-20; просмотров: 172 | Нарушение авторских прав
<== предыдущая страница | | | следующая страница ==> |
Ход презентации | | | Уйын “Алырмын ҡош,бирмәм ҡош”. |