Читайте также: |
|
Комедияның төп үҙенсәлеге шунда: тормоштағы, кешеләр характерындағы кәмселектәрҙе көлкө юлы менән тәнҡит итеү.
Комедияның барлыҡҡа килеүе боронғо гректарҙың Дионис хөрмәтенә бағышланған тамшаларға барып тоташа. Дин әһелдәре тарафынан үткәрелгән рәсми бүлектән һуң, гректар үҙ алдарына уйын- көлкө ойоштра торған булғандар. Сығыштарында кешеләрҙең етешһеҙлектәренән көлөүсе төртмәле йырҙар йырланған. Эләкләүсе төрлө хәрәкәттәр яһалған. Шул рәүешле комедияның тәүге һыҙаттары барлыҡҡа килгән. Башҡорт әҙәбиәтендә М.Кәрим “Ҡыҙ урлау”
Се билет
1. Мостай Кәримдең “Ҡара һыуҙар ” поэмаһында батырлыҡ һәм ҡурҡаҡлыҡ темаларының асылыуы. Поэмалағы төп образдарға характеристика.
2. Әхиәр Хәкимовтың “Өйөрмә” романының темаһы һәм идея йөкмәткеһе. Образдар системаһы, үҙегеҙгә оҡшаған геройға характеристика.
3. Әҙәбиәт теорияһы: лиро-эпик жанрҙар тураһында төшөнсә.
1. Мостай Кәримдең «Ҡара һыуҙар» поэмаһында батырлыҡ һәм ҡурҡаҡлыҡ темаларының асылыуы. Поэмалағы төп образдарға характеристика.
Мостай Кәрим 1960 йылда яҙған был поэмаһында яңынан Бөйөк Ватан һуғышы темаһына әйләнеп ҡайта. Әгәр шағир был теманы яу йылдарындағы поэзияһында башлыса батырлыҡ, еңеүгә ышаныс күҙлегенән яҡтыртҡан булһа, «Ҡара һыуҙар» поэмаһында иһә уның трагик – драматик, йәғни «ҡара» яҡтарына нығыраҡ иғтибар итә. Һуғышты ул бөтә ҡырыҫлығы һәм ҡырағайлығы, аяуһыҙ һәм аяныс фажиғәләре менән күҙ алдына баҫтыра.
«Ҡара һыуҙар» поэмаһында ваҡиғалар йөрәктәрҙе һурып алырҙай тетрәткес алымдарға ҡоролған. Хәтәр яу мәлендә дошман алдында теҙ сүгеп, аҙаҡ ер ҡорто урынына иҙелеп үлгән ҡурҡаҡ йәндең бахыр яҙмышы тасуирлана. Яу ҡырында хәбәрһеҙ юғалған һөйгән йәре өсөн йөрәк түрендә күпме йылдар ҡәҙерле хистәр, ғазап ҡатыш өмөттәр һаҡлап килгән сабыр һәм ғорур тол ҡатын сыҙамлығы хаҡындағы фажиғәле хикәйәт ул.
Ошо хикәйәт төбөндә ятҡан бер ваҡиға аша шағир һуғыш һәм тыныслыҡ, батырлыҡ һәм ҡурҡаҡлыҡ кеүек социаль – фәлсәфәүи мәсьәләләрҙе ҙур оҫталыҡ менән сағылдырыуға ирешә.
Поэмала ваҡиғалар һалдат-ветеран исеменән һөйләтелә. Һуғышта хәбәрһеҙ юғалған йәренең яҙмышын белешергә килгән тол ҡатынға һалдат һөйләгән яу күренеше поэманың сюжет һыҙығын тәшкил итә.
«Ҡара һыуҙар» поэмаһы ямғырлы көҙгө төндө һүрәтләү менән асыла. Гел ҡулланылып килгән алым һымаҡ был ямғырлы төн күренеше әҫәрҙәге хәл – ваҡиғаларға төҫмөр генә бирмәйенсә, бөтә ваҡиғаларға төҫ булмаҡсы. Аҙна буйы бер тоташтан көнөн – төнөн яуған көҙгө ямғыр, көҙгө ҡараңғы төн, һары һыуҙар тол ҡатындың ҡара ҡайғыһын, һалдаттың хыянатсыға ҡарата асыуына ишараланғандай итә.
Башта уҡ күҙ алдына тыуған ер образы килеп баҫа. Ул – тормоштоң нигеҙе, тоғролоҡтоң үлсәме хөкөмөндә. Кешене туйындырған һәм кейендергән дә, иң хәтәр саҡтарҙа үҙенә һыйындырған да шул тыуған ер. Кеше донъянан киткәс тә уны үҙ ҡуйынына алған – шул тыуған ер. Утта янһа ла, көйһә лә, тыуған ер барыбер тере ҡалған, тереклек барыбер туҡталмаған. Ошо ер – һыуын һаҡлап, кешеләр күпме яуға күтәрелмәгән, тыуған тупрағын күпме ҡан һәм тир менән һуғармаған! Тыуған илен, тыуған тупрағын һаҡлаусылар, унан айырылмаусылар – үлемһеҙ, ә илен – ерен үҙ итмәҫтәрҙе тыуған ер үҙенә иш итмәй. «Ҡара һыуҙар» поэмаһының тыуған ер образына һалынған мәғәнә айышы ошо.
Ҡот осҡос яуҙа күп батыр ир – егеттәр баштарын һала, тере ҡалғандары бер аҙым да артҡа сикмәй. Ләкин арала бер ҡурҡаҡ ҡоло ла табыла. Ул ҡурҡаҡ, йән аҫрар өсөн, дошман алдына теҙ сүгергә самалай.
Шағир, был бәндәнең юлы хаҡ пулянан киҫелгәнен әйтһә лә, уның йәнен йәһәннәмгә ебәрергә ашыҡмай әле. Ул ҡурҡаҡ һалдатын тағы киҫкенәрәк әхлаҡи һынау алдына ҡуя. Ҡамауҙа ҡалған бер һалдат – ваҡиғаларҙы һөйләүсе һалдат – ветеран – яралы был бәндәне, яурынына йөкмәп булһа ла, үҙебеҙҙең яҡҡа сығарырға, хурлыҡтан ҡотҡарырға теләй. Ләкин, һаман әсир төшөп, тере ҡалыу яғын ҡайғыртҡан был әҙәм, аҙаҡтан дошман алдында теҙ сүгеп, ер ҡорто урынына иҙелеп үлә. Тыуған ере өсөн йәнен аямаған батыр һалдат утта янһа – көйһә лә тере ҡала, үлемесле алыш үлемде еңә; ә үҙ йәне генә аяулы ҡурҡаҡтың яҙмышҡынаһы – иҙелгән ер ҡортоноҡо.
Шағир бындай урындарҙа ла батырҙарҙың үлемһеҙлеген, ҡурҡаҡ хыянатсыларҙың хәшәрәтлеген күрһәтә. Батырлыҡ кешене ир – егетлеккә, данға, үлемһеҙлеккә илтһә, ҡурҡаҡлыҡ – хыянатсылыҡҡа, әҙәм аҡтыҡлығына, мәлһеҙ үлемгә һәм ҡурҡаҡ йән, хыянатсы Яҡуп образдары ошо ҡәтғи хәҡиҡәтте һөйләй.
Батыр һәм сыҙам һалдаттың – лирик геройҙың яҡты образы менән йәнәш ялбарыулы – үтенесле бер – ике ауыҙ һүҙе һәм һыны – ҡылығы бер нисә һыҙат аша ғына бирелгән ғорур һәм сабыр тол ҡатын образы бар ҡиәфәте, аҙаҡ сабыр батырлығы менән күҙ алдына килә.
2. Әхиәр Хәкимовтың «Өйөрмә» романының темаһы һәм идея йөкмәткеһе. Образдар системаһы, үҙегеҙгә оҡшаған геройға характеристика.
«Өйөрмә» романында Ә.Хәкимов әҙәбиәт өсөн тағы бер яңы өлкәне аса: Хәҙисә Барласовна, Зөфәр Богданов шәхестәре аша инҡилап осоронда милли зыялылар яҙмышы һәм элек иҙеүсе һаналған синыф вәкилдәре – башҡорт дворяндары образдарына мөрәжәғәт итә, халыҡтың тотош бер социаль ҡатламы фажиғәһен күрһәтә.
Билдәле булыуынса, Октябрь инҡилабына интеллигенцияның мөнәсәбәте, инҡилап идеологияһын ҡабул итеү – итмәүҙәре, репрессия шарттарында артабанғы әсе яҙмыштары рус әҙәбиәтендә 20 - 30-сы йылдарҙа уҡ А. Толстойҙың «Хождение по мукам» кеүек әҫәрендә ентекле сағылыш тапҡайны. Был теманы үҙ заманы классиктары Булгаков, Платонов, Ахматова, Цветаевалар ҙа урап үтмәне. Ә.Хәкимовтың «Өйөрмә» романы ла ошо йүнәлеште дауам итте.
«Өйөрмә» романының тасуирлау масштабы, ҡуйылған проблемалары ла, сағыштырмаса киң. Хикәйәләү барышында сюжет һыҙыҡтары ла тармаҡлана, ваҡиғалар бер үк ваҡытты йә ауылда, йә ҡалала, юғары уҡыу йорттарында, әҙәби, мәҙәни учреждениеларҙа, төрлө социаль ҡатлам мөхитендә бара. Төрлө юҫыҡтағы ваҡиғалар, үткән һәм бөгөнгө көн, аралашып, алмаш-тилмәш бәйән ителә. Ғәрәсәтле дауыл-өйөрмә, йүгәнһеҙ стихия кеүек үк, үҙ эсенә яҙмыштарҙы, мөнәсәбәттәрҙе, - бөтә илде һурып ала, өйрөлтә, бәргеләй, ҡанға батыра, унан тырым – тырағай төрлө тарафҡа илтеп ырғыта.
Шуның менән бергә романдың төп һыҙығы, оҙайлы тарихи хроника ла асыҡ һыҙатлана: егерменсе йылдар аҙағында ҡырҡыуланып киткән сәйәси алыш, унан колхозлашыуға бәйле репрессиялар, кулаҡты синыф булыу яғынан юҡ итеү…
«Өйөрмә» романында яҙыусының соцаль-ижтимағи ваҡиғалар рәтендә шул йылдарҙың ижади, мәҙәни атмосфераһын ысынбарлығында һүрәтләүе лә мөһим. Нәҡ шәхес культы осоронда рухи тормош, әҙәбиәт һәм мәҙәниәт, үтә ныҡ сәйәсиләштерелеп, идеологияның догматик ҡалыптарына, вульгар социолизм ҡоршауҙарына ҡыуып индерелде; ваҡытлы матбуғат биттәре тупаҫ сығыштар, йөҙ йыртыу, ғәйепләү материалдары менән тулды.
«Өйөрмә» әҫәрендә сағылдырылған ысынбарлыҡ – үҙе бер ҡатмарлы донья, оҙайлы тарих: сал үткәндәр һәм Октябрь инҡилабынан һуң ил кисергән осор.
«Өйөрмә» романындығы ағалы – һеңлеле Зөфәр Богданов менән Хәҙисә Барласовнаны «сабаталы алпауыттар нәҫеленән» тип таныштыра автор. Уларҙың ата-бабаларының береһе Суворов ғәскәрендә Италия походтарында ҡатнашҡан, батырлыҡтары өсөн офицер дәрәжәһе бирелгән, һуңынан дворянлыҡҡа үрләтелгән.
Хәҙисә Богданова, заманында Петроград институтында уҡыған, империалистик һуғышта шәфҡәт туташы рәүешендә фронттар үткән, үҙ мәлендә инҡилап идеологияһын ҡабул итеп, большевиктарға ҡушылған, ҡыҙыл комиссар булған. Ижтимағи эшмәкәр, уҡымышлы кеше, китапхана мөдире булараҡ, ул «Өйөрмә» романының төп геройы Искәндәр Мораҙымовтың шәхес булып етешеүендә лә роль уйнай.
Хәҙисә Богданованы большевиктар алдындағы был хеҙмәттәре лә фажиғәнән ҡотҡара алмай, ул да, ҡулға алыныу ҡурҡынысы янағас, үҙ-үҙен юҡ итә.
3.Лиро-эпик жанрҙар
Әҙәбиәттә лирик һәм эпик жанрҙар менән бер рәтттән уларҙың лирик һәм эпик үҙенсәлектәрен үҙҙәренә берләштергән лиро-эпик жанрҙар бар әле. Ундай жанрҙарҙың нигеҙендә эпик әҫәрҙәрҙәге кеүек хәл-ваҡиғаларҙы хикәйәләү, Билдәле бер сюжет һыҙығы ята. Шул уҡ ваҡытта ошоларға бәйле авторҙың үҙ уй-ҡараштары, хис-тойғолары ла үрелеп китә. Йәғни эпик һәм лирик башланғыстар бер кимәлдә яҡтыртыла. Был айырыуса поэмаларҙа, мәҫәлдәрҙә асыҡ сағыла. Улар лиро – эпиканың типик жанрҙары.
Баллада
Ул урта быуаттарҙа сюжетһыҙ лирик шиғырҙы аңлатҡан. Францияла, италияла хор менән башҡарыла торған бейеү йыры булып таралған булған. Баллада төшөнсәһе итальянса ballare (бейеү) һүҙенән килеп сыҡҡан. Ләкин тора – бара баллада драматик йөкмәткегә нигеҙләнгән сюжетлы йырға әүерелгән. Совет әҙәбиәтендә баллада героик батырлыҡты, көрәш романтикаһын тасуирлаусы шиғри жанр булып нығына. Башҡорт әҙәбиәтендә Ғәлимов Сәләмдең “Ҡыҙыл букет”, “Самурай һәм уның хужаһы” әҫәрҙәрен атап үтергә кәрәк. Баллада ҙур эпик йөкмәткеле әҫәр, уға нигеҙләнеп хикәйә, хатта повесть яҙырға мөмкин. Жанр иң актуаль темаға арналып яҙыла.
13 – сө билет
1.Рәшит Ниғмәтиҙең “Һинең кәләшеңдең хаттары” поэмаһында күтәрелгән темалар.
2. Ғайса Хөсәйеновтың “Батырҙар ҡиссаһы” китабының йөкмәткеһе һәм әҙәбиәттә уның яңы күренеш булыуы.
3. Рәшит Ниғмәтиҙең “Үлтер, улым, фашисты!” шиғырын ятҡа һөйләү
1. Рәшит Ниғмәтиҙең “Һинең кәләшеңдең хаттары” поэмаһында күтәрелгән темалар.
Рәшит Ниғмәти “Һинең кәләшеңдең хаттары” поэмаһында фронтовик егет менән уның тылдағы кәләше образдарын кәүҙәләндерә. Кешеләрҙең эске кисерештәрен һүрәтләүҙә ҡулайлыраҡ булған хат формаһын һайлаған автор. Фронтовик егеттең тылдағы кәләшенә, кәләштең егетенә яҙған хаттарындағы ике йәштең бер-береһенә мөхәббәт хистәре Тыуған илде һөйөү, дошманға нәфрәте менән ҡушыла. Был оло һөйөү фронтовикка тиңһеҙ көс бирә һәм дошманға үсен арттыра.
Фронтовик егет һөйгән ҡыҙы менән бергә булған шатлыҡлы саҡтарҙың матур хәтирәләрен күңелендә һаҡлай, һөйгәненең яҡты образын һәр саҡ йөрәгендә йөрөтә.
Поэмала автор батырлыҡ, тыуған илгә һөйөү проблемаларын күтәрә.
Кәләш образы ла бай тойғоло шәхес. Ул, егетен ысын күңелдән ярата белгән кеүек, Тыуған илен дә тәрән һөйә белә. Был ике хис уның күңелендә айырылмаҫлыҡ булып үрелгән.
Ул йәшлек мөхәббәтенең сафлығын һәм тоғролоғон Ватан алдындағы тоғролоҡ менән үлсәй. Ватан азатлығы өсөн һуғышта ғәрипләнеп ҡалған хәлдә лә, ул егетенең ҡәҙерле буласағын, уны һау саҡтағылай ҡайнар һөйәсәген белдереүсе юлдар ил ҡатын-ҡыҙҙарының ысын кешелек сифаттарын һөйләп тора.
Автор һуғыш, тыуған илгә һәм һөйгән йәреңә тоғролоҡ, тыуған илде һөйөү темаларын күтәргән.
2. Ғайса Хөсәйеновтың “Батырҙар ҡиссаһы” китабының йөкмәткеһе һәм әҙәбиәттә уның яңы күренеш булыуы.
Ғайса Хөсәйенов башҡорт халҡының азатлыҡ көрәшенең тарихы менән ныҡ ҡыҙыҡһынды. Шуларҙы өйрәнеп архивтарҙа ултырҙы, тарихи документтар менән ентекле танышты.
Ана шундай оҙаҡ эҙләнеүҙәрҙең һөҙөмтәһе булып Ғ.Хөсәйеновтың “Батырҙар ҡиссаһы” тигән китабы барлыҡҡа килде. Унда “Алдар батыр ҡиссаһы”, “Пугачев фельдмаршалы”, “Рудасы Исмәғил Тасим улы” тигән тарихи-документаль повестары, бер нисә тарихи хикәйәһе кергән. Был әҫәрҙәр үҙ эсенә XVIII быуаттың 10-70 йылдарҙы үҙ эсенә ала. Автор Салауат Юлаев, Кинйә Арыҫланов, Алдар Иҫәнгилдин, Баҙарғол Юнаев, Батырша, Исмәғил Тасимов кеүек шәхестәр тураһында яҙып үтә.
“Алдар батыр ҡиссаһы” тарихи повесында Ғайса Хөсәйенов Алдар батыр Иҫәнгилдиндең ҡаһарманлыҡтарын, яу юлдарын, илселек миссияһын, аҙаҡ фажиғәле үлемен тарихи документтарға нигеҙләнеп, йәнле итеп күҙ алдына баҫтыра.
Алдар- Петр Беренсе батша ҡулы аҫтында ике тапҡыр Азов походында ҡатнашҡан яугир, алышта төрөк батырын еңеп сыҡҡан бәһлеүән. Рәсәй империяһы Башҡортостан ерҙәренә ҡәлғәләр һала, ерҙәрен тартып ала башлағас, башҡорттарҙы яуға күтәрә, батша ер тартып алыуҙы, һалымдарҙы туҡтатырға мәжбүр була. Алдарҙы Ҡазахстанға илсе итеп ебәрәләр. Рәсәй батшалығына шундай хеҙмәттәр күрһәтеүенә ҡарамаҫтан, ирек даулап көрәшеүен барыбер ғәфү итмәйҙәр, Алдар батырҙы дарға аҫтырып үлтерәләр.
“Пугачев фельдмаршалы” повесы 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышының батыры, Пугачев полководецтарының береһе Баҙарғол Юнаевтың дәүләт эшмәкәрлеге һәм яу батырлығы юлы хикәйә ителә.
Баҙарғол Юнаев- яулы тарихыбыҙҙа ҙур урын тотҡан шәхес. Ул Екатерина II әбей батша заманында Рәсәйҙә Закондар сығарыу комиссияһында депутат итеп һайланған һәм башҡорт халҡының мәнфәғәтен яҡлап Мәскәүҙә, Санкт- Петербургта сығыштар яһаған. Йорт-ер, халыҡ хоҡуҡтарын даулап ҡына уңыштарға өлгәшеү мөмкин түгеллеген аңлағас, Пугачев етәкселегендәге яуға ҡушылған, Крәҫтиән һуғышының полководецы дәрәжәһенә күтәрелгән.
“Рудасы Исмәғил Тасим улы” повесының үҙәгендә Исмәғил Тасим улы Тасимов образы тора.
Исмәғил Тасимов шөғөлө менән атаҡлы рудасы, руда белгесе, промышленник, хәҙергесә әйткәнсә, сәнәғәтсе. Ғәйнә башҡорттары араһынан күтәрелгән Тасимов- мәғдән эҙләп табыусы, шуларҙы сығарыусы. Башҡорттарҙың тартып алынған рудниктарын ҡайтарыр өсөн, ул Екатерина II әбей батшаға тиклем барып етә. Иң мөһиме Исмәғил Тасимов үҙ аҡсаһына Санкт-Петербургта Тау мәктәбен астыра.
Ғайса Хөсәйенов был тарихи-документаль характерҙағы өс повесты ҡиссалар тип атай. Ҡисса жанры хәҙерге башҡорт прозаһы өсөн яңы күренеш. Ул боронғоса ҡиссаны, хәҙерге заманда ижади үҫтереп, тарихи-документаль жанр формаһында өр-яңыса балҡытып ебәреү тигән һүҙ. Ҡисса үҙе үк тарихты хикәйәләү тигән мәғәнәне аңлата. Ғайса Хөсәйеновтың уға заманса тарихи-документаллек сифатын өҫтәүе уны хәҙерге яңы жанр итеп нығыта.
лтер, улым, фашисты
Ай, таң ине, таң ине,
Ҡыҙарып тыуған таң ине;
Тауына алтын нур ҡойған,
Талына көмөш нур ҡойған
Йөҙ ҙә етмеш өсөнсө
Ҙур ҡояшлы таң ине.
Атаны түшәктән айырған,
Егетте ҡосаҡтан айырған,
Юлсыны атҡа мендергән,
Айҙы өрөп һүндергән,
Ҡараҡтың эшен бөлдөргән
Йөҙ ҙә етмеш өсөнсө
Ҙур ҡояшлы таң ине.
Ай, таң ине, таң ине,
Ҡыҙарып тыуған таң ине;
Күгендә Сулпан балҡытҡан,
Күлендә суртан ҡарпытҡан,
Иңкешен балға осорған,
Кәкүген талға ҡундырған,
Ерҙе йоҡонан уятҡан,
Илде эшкә ҡуҙғатҡан
Йөҙ ҙә етмеш өсөнсө
Ҙур ҡояшлы таң ине.
Тау түштәрен алһыулатып,
Ошо таңыбыҙ атҡанда,
Алтын йоғаҡ – ал ҡояш
Ерҙе урап ҡайтҡанда,
Йәйрәп ятҡан ете ер;
Шул ете ер артында
Ташып ятҡан ете күл;
Шул ете күл артында
Шаулап торған ете урман;
Шул урмандар артында
Ҡайҡайып торған ете тау;
Шул ете тау артында –
Белоруссия илендә -
Тап Полесье күгендә
Ҡара ҡоштар осҡанын
Күреп тора Уралтау.
Ҡара ҡоштың суҡышы
Тимер – суйын икәнен,
Ҡара ҡанлы йөрәге
Тимер – суйын икәнен
Белеп торҙо Уралтау.
Се билет
1.Баязит Бикбайҙың “Ҡарлуғас” драмаһында сағылдырылған осорҙоң үҙенсәлектәре һәм әҫәрҙә күтәрелгән проблемалар.
2.Хәсән Назарҙың “Шәмсыраҡ” поэмаһы. Әҫәрҙең композицион үҙенсәлеге. Поэманың лирик геройы, уны тасуирилауҙың поэтик үҙенсәлектәре.
3.Үҙегеҙгә оҡшаған йәш яҙыусы һәм уның әҫәре тураһында әңгәмә.
1. Баязит Бикбайҙың “Ҡарлуғас” драмаһында сағылдырылған осорҙоң үҙенсәлектәре һәм әҫәрҙә күтәрелгән проблемалар.
Баязит Бикбай үҙенең “Ҡарлуғас” драмаһында Пугачев ихтилалы темаһына мөрәжәғәт итә. Әҫәр XVIII быуаттың икенсе яртыһында шул ваҡиғалар башланыр алдынан башҡорт халҡының ниндәй хәлдә йәшәүен һәм халыҡты был ихтилалға алып килгән сәбәптәрҙе асып бирә. Автор законһыҙ ер һатыу һәм тартып алыу, һалымдарҙың күтәрелеүе, байлыҡ артынан ҡыуыу кеүек проблемаларҙы күтәрә.
Дата добавления: 2015-11-16; просмотров: 250 | Нарушение авторских прав
<== предыдущая страница | | | следующая страница ==> |
лтер, улым, фашисты 4 страница | | | лтер, улым, фашисты 6 страница |