Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

лтер, улым, фашисты 2 страница

лтер, улым, фашисты 4 страница | лтер, улым, фашисты 5 страница | лтер, улым, фашисты 6 страница | лтер, улым, фашисты 7 страница | лтер, улым, фашисты 8 страница | лтер, улым, фашисты 9 страница | лтер, улым, фашисты 10 страница |


Читайте также:
  1. 1 страница
  2. 1 страница
  3. 1 страница
  4. 1 страница
  5. 1 страница
  6. 1 страница
  7. 1 страница

агитацияны оҫта ойоштороп ебәрә.

Булаттың ауылдашы һом окопташы Байғужа образында иһә һалдат массалары араһында һуғышҡа протестың тағы бер яғы асыҡ сағыла. Байғужа - ауыл батрагы. Ул ҡарап тороуға ауыр тәбиғәтле кеше күренһә лә, бик хәстәрлекле, йыйнаҡ һәм тоғро юлдаш. Байғужа һуғышҡа ҡарата, уны килтереп сығарыусылар һәм һалдат баштарын ашаусылар батша, түрәләр һәм офицерҙар тип ҡарап, ошоларҙы берәмләп юҡ итеү фекерендә. Ул үҙе урманда бер саҡ яман ике унтер офицерҙы үлтереп ташлай, хатта нисек итеп батшаны үлтереү хаҡында хыялланып йөрөй. Ләкин бындай террор юлы менән генә һуғышты туктатып булмаҫын, буш дыуамаллығын тиҙ төшөнә ул.

 

2. Н.Нәжмиҙең “Йыр тураһында баллада” әҫәре. Шағир – һалдат образы.

Назар Нәжми —баллада һәм поэмалар оҫтаһы булараҡ та танылған шағир.

«Йыр тураһында баллада». Батыр һәм йыр тураһында был баллада шағир Мәлих Харистың яҡты иҫтәлегенә бағышланған. Балладаға эпиграф итеп М. Харистың шиғыр юлдары алынған.

Мәлих Харис бик йәшләй Бөйөк Ватан һуғышы ҡырында батырҙарса һәләк булып ҡалды. Уның ижад ғүмере лә бик ҡыҫҡа булды, сәскә атырға өлгөрмәй өҙөлдө. Әммә алты-ете йыл эсендәге ижады менән поэзия һөйөүселәрҙең ихтирамын яуларға өлгөргәйне. Һуғыш йылдарында фронттан яу батырҙары тураһында балладалар, шиғырҙар яҙып ебәрҙе. Шағир үҙе лә яу яланында ятып ҡала. Илгә, дуҫтарына уның һуңғы шиғырҙары ғына ҡайта.

Шағирҙың яҡын дуҫы, һабаҡташы Назар Нәжми Мәлих Харистың шиғырҙарын йыйып, китап итеп сығарыша, уның ижады хаҡында яҙа. 1962 йылда ижад иткән «Йыр тураһында баллада» әҫәрен ҡәләмдәш дуҫына арнай.

«Бағышлау» һүҙенән һуң автор башта ваҡыттың атылған йондоҙ, атта елгән егеттәй тиҙ һәм өҙлөкһөҙ үтә тороуы тураһында һөйләп килә лә ҡапыл һабантуй, ат ярышы тамашаларын тасуирлап китә. Гүйә, ваҡыт менән уҙышҡандай, бер егет атта елә. Шундай йәмле, күңелле саҡта, һабантуй яңы ҡыҙған мәлдә һуғыш башланыу хәбәрен алыу, ат өҫтөндә елдәй елгән егеттең бәйгеләрҙән ҡапыл һуғыш уты эсенә барып ингәндәй булыуы хәл-ваҡиғаларҙы ҡырҡа киҫкенләтә. Йәм-йәшел донъя күҙ алдында «ҡапыл ҡарайҙы ла ҡалдымы ни...» Егет ҡулында ла «ул ни күрһен — ҡамсы түгел, ҡылыс ине».

Яу эсенә барып ингән был һыбай егет шағирҙың дуҫы һәм ҡәләмдәше лә ул. Шағир кешегә лә ғүмер тик бер тапҡыр ғына бирелә, «шулай ҙа ул икеләтә тыуып, икеләтә йәшәп, бер үлә». Һуғышта ул икеләтә йәшәй: һалдат булып та, шағир булып та. Яуҙан ваҡыт урлай-урлай яҙған батыр хаҡындағы ҙур йыры — үҙе бер ғүмер, батырлыҡтары һалдат-шағирҙың үҙе хаҡындағы ла йыры ул. Уларҙың батырҙарса һуғышыуы ла, үлеме лә — үҙе үк ҡаһармандар поэмаһы.

Йыр итеп яҙған батыры ла, уны яҙыусы шағир үҙе лә яуҙа һәләк булғас, был өҙөлөп ҡалған йырҙы, героик поэманы дауам итеү иҫән ҡалған дуҫы — ҡәләмдәше өлөшөнә төшә. Шуға күрә «Йыр тураһында баллада» батыр һалдатҡа, һалдат-шағир Мәлих Харистың үҙенә ялҡынлы һүҙҙәрҙән, йырҙан ҡойолған поэтик һәйкәл төҫөн ала. Балладаның аҙағында аккорд булып тамамланыр «оса Ваҡыт, оса Йыр, оса Ер» тигән һүҙҙәр, гүйә, донъялағы мәңгелек хәрәкәтте, батырлыҡтың, йырҙың, шиғырҙың үлемһеҙлеген символлаштыра. Ошо рәүештә фәлсәфәүи мәғәнәле Ваҡыт төшөнсәһе, йыр булып йәшәр Батырлыҡ, шағир һәм һалдат образдары ысынбарлыҡтағы һәм шартлы, хатта символик хәл-ваҡиғалар аша поэтик һынланыш таба.

«Йыр тураһында баллада» әҫәре жанры яғынан «баллада» тип исемләнһә лә, уның сиктәре байтаҡҡа киңерәк. Әҫәрҙә ысынбарлыҡ күренештәре, тормошсан шиғри һынланыуҙар ҡапыл шартлы ваҡиғалар, символика менән аралашып китеү арҡаһында баллада танымаҫлыҡ булып үҙгәрә. Шулай итеп, баллада героик поэма жанрына яҡынлай.

3. Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырын ятҡа һөйләү.

Се билет

1. Әхмәт Зәки Вәлидиҙең “Хәтирәләр” исемле мемуар әҫәре. Унда уның балалыҡ, йәшлек, сәйәси көрәш йылдарының һүрәтләнеше. Жанр үҙенсәлеге.

2. Назар Нәжмиҙең “Урал” поэмаһы, уның идея-тематик йөкмәткеһе. Ҡурайсы образы. Поэманың поэтик үҙенсәлеге.

3. Әҙәбиәт терияһы: роман тураһында төшөнсә.

1. Әхмәт Зәки Вәлидиҙең “Хәтирәләр” исемле мемуар әҫәре. Унда уның балалыҡ, йәшлек, сәйәси көрәш йылдарының һүрәтләнеше. Жанр үҙенсәлеге.

2. Назар Нәжмиҙең “Урал” поэмаһы, уның идея-тематик йөкмәткеһе. Ҡурайсы образы. Поэманың поэтик үҙенсәлеге.

Назар Нәжмиҙең унлап поэмаһы араһынан «Урал» — сәнғәткә бағышланған һәм милли рух менән һуғарылған көслө, тетрәткес әҫәрҙәрҙең береһе.

Унда Ишмөхәммәт улы Ишмулла ҡурайсы һәм йырсы йөҙөндә атаҡлы ҡурайсыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Ишмулла Дилмөхәмәтовтың образы һынландырыла.

Билдәле булыуынса, Ишмулла Дилмөхәмәтов — күп яҡлы талант. Ул йырсы ла, ҡурайсы ла, композитор ҙа, драма артисы ла ине. Күп яҡлы таланты уға атҡаҙанған исемдәр килтерҙе, ул Салауат Юлаев, Ғәлимов Сәләм исемдәрендәге Республика премиялары лауреаты ине. Рәсәй, Бөтә донъя халыҡ-ара фестивалдәре дипломанты исемдәрен алды. Уның йыр, ҡурай моңо илебеҙ сиктәренән ашып, ер шарының төрлө ҡитғаларында ла яңғыраны. Өфө менән Ҡазан, Мәскәү менән Петербург, Париж менән Рим, Берлин менән Стокгольм, Бомбей менән Токио, бүтән ҙур-ҙур ҡалалар, ҡыу ҡурайҙан шунса моң ағылыуға хайрандар ҡалып, оло-оло сәнғәт, спорт һарайҙарында шаулатып ҡул сапты, ҡурайсы һәм йырсының милли талантына һоҡланды.

«Урал» поэмаһында Ишмулланың сит илдәргә гастролдәренән Японияның баш ҡалаһы Токиола булған бер эпизод ҡына тасуирлана. Поэмала яҙылғанса:

Ишбуллаға хөрмәт баштан ашты. Уның барса донъяны таң ҡалдырғаны ҡурай моңо, моңло йыры ине.

Поэмала иң тетрәткес ваҡиға: ҡурайсының сит илдә эмигрант башҡорт менән осрашыуы, шундағы әрнеүле бәхәс, уларҙы икеһен дә берҙәй әсир иткән башҡорт моңо — классик «Урал» халыҡ йыры.

Үҙенең башҡортлоғон раҫларға теләгәндәй, эмигрант башҡорт «Урал»ды йырлай.

«Урал» йыры ике йөрәкте лә берҙәй арбап, ялмап ала.

Ә ул тауыш гүйә «килде алыҫтан, яу ҡырында ятып ҡалғандарҙың рухы булып килде тарихтан. Күҙ алдына баҫты Ишмулланың атаһының бөтә барлығы, уның менән бергә яуға киткән яугирҙарҙың йөҙө, бар һыны».

Ике башҡортто шулай моң берләштерһә лә, йыр берҙәй тәьҫир итһә лә, уларҙы яҙмыштар айырған. Береһе үҙ илендә — Башҡортостанда йәшәй, икенсеһе күптән ҡасаҡ — илһеҙ-ерһеҙ ҡалған эмигрант. Уларҙың тыуған илдәренә, башҡортлоҡтарына мөнәсәбәте лә төрлөсә: ҡурайсы үҙ иленең ирекле улы, төп хужаһы, ә эмигрант илһеҙ берәҙәк әҙәм хәлендә, башҡортлоғо ла ер-һыуҙа-рын, йыр-моңдарын, үткәнен һағыныуында, зарығыуында ғына. Бында эмигрант кешенең рәнйетелгән, зарҡыған милли рухы, аяныс яҙмыш драматизмы һәм трагизмы сағыла.

 

«Урал» поэмаһы — донъяға ҡарата ике төрлө ҡарашлы, ике төрлө яҙмышлы кешеләрҙең рухи бәхәсенә ҡоролған, психологик үткерлек менән һүрәтләгән драматик поэма ул. Уның бәхәс-диалог рәүешендәге драматургик ҡалыбы ла шуны раҫлап тора. «Урал» йырының сюжет һыҙығына һүҙмә-һүҙ килеп инеүе рух драматизмын, һүҙ-моңға һуғарып, тағы көсәйтеп ебәрә. Был поэманың төп поэтик үҙенсәлеге, шиғри көсө ошонда.

3. Роман - эпик төрҙөң иң ҙур һәм ныҡ таралған жанры. Эстетик мөмкинлектәренең төрлөлөгө һәм күплеге яғынан хәҙерге сәнғәттә романға тиңләшерҙәй башҡа жанр юҡ. Роман — «ул поэзияның иң киң һәм барыһын да үҙ эсенә ала торған төрө; унда талант үҙен бик иркен һиҙә. Унда поэзияның бөтә башҡа төрҙәре берләшә — үҙе һүрәтләгән ваҡиға хаҡында авторҙың хисләнеүе булараҡ лирика ла, алынған характерҙарҙы асырға мәжбүр итеүсе иң асыҡ һәм рельефлы сара булараҡ драматизм да була. Башҡа жанрҙарға ят булған сигенеү, фекерләү, дидактика романда законлы урын алырға мөмкин.

Роман — һәр йәһәттән мөһабәт һәм масштаблы жанр.

Романдың тематикаһы киң һәм күп ҡырлы була. Тормоштоң ҡатмарлы яҡтарын сағылдырыу ниәте менән яҙыусы был осраҡта бер-береһе менән тығыҙ мөнәсәбәттәге күп төрлө темалар һайлай. Романдың күп тематикалы булыуы уның бөтөн бер осорға хас ижтимағи күренештәрҙе сағылдырырға тырышыу менән аңлатыла.

Теманың төрлөлөгө, бер нисә сюжет һыҙығының булыуы персонаждар һанының, хикәйә һәм повесҡа ҡарағанда, ҙур булыуына алып килә: идея-эстетик проблематика геройҙар һәм уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәте аша хәл ителә. Персонаждарҙың күп булыуы, улар араһындағы рухи бәйләнештәрҙең ҡатмарлы булыуы, үз сиратында, роман композицияһының күп планлылығына алып килә.

Роман жанры мөмкинлегенең ҙур булыуы тағы ла шунда: геройҙарҙын, характерын ул үҫештә күрһәтә. Төп образдың, кеше һәм көрәшсе булараҡ, формалашыуына һәм өлгөрөүенә айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Башҡа бөтә компоненттары кеүек үк, романдың һүрәтләү рәүеше лә күп төрлө һәм ҡатмарлы. Хикәйәләү уларҙың ҡайһы берҙәрендә төп геройҙың үҙ исеменән, башҡаларында өсөнсө заттан алып барылырға мөмкин. Герой яҙмышының тәүге осорона кире ҡайтырға мәжбүр итеүсе лирик сигенеүҙәр бик йыш ҡулланыла. Айырым бүлектәр хаттарҙан йәки көндәлектәрҙән торорға ла мөмкин.

Тәбиғәте яғынан ҡатмарлы булғанлыҡтан, романдың жанр формаларына ла бай булмауы мөмкин түгел. Әҙәбиәт белгестәре уның бик күп төрҙәрен билдәләйҙәр. Әҙәби тәнҡит практикаһында романдың шундайҙарын осратырға мөмкин: а) авторҙың маҡсатына ҡарап, уны түбәндәге формаларға бүлеп йөрөтәләр: политик роман, утопик роман, «тәрбиәүи»-дидактик роман; б) һүрәтләүҙең объектына ҡарап: тарихи, фәнни-фантастик романдар, характерҙар романы, ғаилә-көнкүреш романы; в) сюжеттың бирелеү рәүешенә таянып: мажаралы, авантюр һәм детектив романдар; г) типиклаштырыу алымдарының ниндәй булыуына нигеҙләнеп: роман-сатира, роман-пародия, роман-гротеск; д) тематик принциптан сығып: хәрби роман, производство романы, колхоз романы; е) ике жанр формаһын берләштергән әҫәрҙәр: роман-очерк, роман-әкиәт, кино-роман, документаль роман.

Һуңғы йылдарҙа романды түбәндәге ҙурыраҡ формаларға айырып ҡарау өҫтөнлөк алып килә: а) публицистик, б) психологик, в) философик романдар һәм г) роман-эпопея.

 

Се билет

1. Мөхәмәтша Буранғолдоң фажиғәле яҙмышы. Уның халыҡ ижадын йыйыуҙағы ҙур хеҙмәте.

2. Рәми Ғариповтың “Уйҙарым” ҡобайырында Тыуған ил, ил улдары, халыҡ яҙмышы тураһында уйланыуҙары.

3. Салауат Юлаевтың үҙеңә оҡшаған шиғырын ятҡа һөйләргә.

1. 1. Мөхәмәтша Буранғолдоң фажиғәле яҙмышы. Уның халыҡ ижадын йыйыуҙағы ҙур хеҙмәте. М.Буранғолов 1888 йылдың 15 декабрендә Ырымбур өлкәһе Тәңес ауылында тыуа.1900 йылда етем ҡала. Күршеләге Иҫке Юлдаш земство мәктәбен тамамлай, ҡаҙаҡ балаларын уҡыта, Ырымбурҙағы Хөсәйениә мәҙрәҫәһендә уҡый. Уҡытыусы, халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире булып эшләй. Үҙ ғүмерендә биш тапҡыр ҡулға алына. 1944йылдың 18 апрелендә уға Башҡортостандың халыҡ сәсәне исеме бирелә. Холоҡ төҙәтеү лагерына 10 йылға хөкөм ителә. 6 йылдан һуң азат ителә. Уға ғүмеренең һуңғы йылдарына тиклем үҙен-үҙе яҡлап, гражданлыҡ һәм яҙыусылыҡ хоҡуҡтары өсөн тиңһеҙ көрәш алып барырға тура килә. Уның фольклор йыйыу эшмәкәрлегендәге иң ҙур ҡаҙанышы - 1910 йылда яҙып алынған “Урал батыр” эпосы.

Халыҡ сәсәненең мираҫында, поэзия, драматургия (Башҡорт туйы”),проза жанры,фольклор йыйыу эшмәкәрлеге(“Башҡорт туй йолалары”) бик ҙур һәм мөһим урында тора.”Ерәнсә сәсән”,”Ете ырыу”, “Байыҡ Айҙар” сәсән һ.б.яҙып ала. Башҡорт фольклорсыларынан иң беренселәрҙән булып, халыҡ ижадын ғилми өйрәнеүҙе башлап ебәрә.

 

2. Рәми Ғариповтың “Уйҙарым” ҡобайырында Тыуған ил, ил улдары, халыҡ яҙмышы тураһында уйланыуҙары. Р.Ғарипов”Уйҙарым” ҡобайырында ил, халыҡ, тел яҙмышы тураһында тәрән уй-тойғолар тирәһенә туплана. Шағирҙың поэтик көсө-ҡобайыр алымында, ҡобайыр стилендә оҫта һәм үтемле итеп еткерә белеүендә. Күпселек юлдар, ҡобайыр строфалары әйтем һүҙҙәр кеүек ишетелә, иҫтә ҡала.

 

3. С.Юлаев. “Уҡ”

Һауаларға уҡ сойорғоттом,

Ҡарлуғасҡа тейҙе уҡҡынам,

Аяҡҡайым янына ҡолап төшкәс,

Меҫкен ҡошто йәлләп юҡһынам.

 

Һауаларға атҡан уҡҡайым

Тау,урмандар аша уҙһасы

Ҡарлуғасҡай ҡошто үлтергәнсе,

Бер дошмандың йәнен өҙһәсе.

Сы билет

1.Мөхәмәтша Буранғолдоң “Башҡорт туйы” драмаһы, унда күтәрелгән проблемалар, төп образдары.

2.Хәсән Назарҙың “Заман заңы”, “Асманға ашыу” китаптарында фәлсәфәүи һәм гражданлыҡ лирикаһы. Унда йәшәү мәғәнәһе, тел һәм милләт яҙмышы, ижад, талант һәм үлем, үлемһеҙлек хаҡында уйланыуҙар.

3.Әҙәбиәт терияһы: трагедия жанры тураһында төшөнсә.

 


1. Мөхәмәтша Буранғолдоң “Башҡорт туйы” драмаһы, унда күтәрелгән проблемалар, төп образдары. М.Буранғоловтоң «Башҡорт туйы» драмаһы фольклор материалдарынан, халҡыбыҙҙың туй йолаларынан килгән күтәренке рухлы, тәрән мәғәнәләр һәм кинәйәләр менән һуғарылған, йор һүҙ, уйын-көлкө, йыр-моң менән тулы тормошсан һәм ғәйәт үткер көнкүреш драмаһы. Пьесаның конфликты ла,унда барған ваҡиғалар ҙа башҡорттоң йола ҡанундары һәм туй барышында йола ҡушҡанды үтәү кәрәклеге менән билдәләнә. Бай ҡыҙы Гөлзифаны кейәүгә бирмәкселәр.Әммә уның бала сағында, нәҙер әйтеп ҡолағын тешләтеп,аҙаҡ ҡапыл ғына юғалған егете булған. Көрәшергә сыҡҡан Юлдыбай тигән егетте ағаһы- кантон хәҙрәт ҡулға алырға бойора. Гөлзифаны бай егеткә биреү тейеш тигән талап ҡуя. Халыҡ Гөлзифа менәнЮлдыбай яҡлы. Юлдыбайҙы Себер һөрөп, үлеп ҡалған тигән хәбәр таратып, Гөлзифаны бай егеткә сығырға күндерәләр. Әммә Юлдыбай ҡасып ҡотолған булып сыға. Ул Гөлзифаны ҡотҡарып ҡалмаҡсы була. Юлдыбай үҙен бала сағында ҡолағын тешләтеп йәрәштерелгән егете Уралбай булыуын асып һала. Гөлзифа һөйгән егете менән ҡасып китергә ризалыҡ бирә. Был әҫәр башҡорт драматургияһында айырым урын алып тора.Уның төп үҙенсәлеге- драматургтың фольклор-этнографик характерҙағы пьесаларының береһе,тотош сюжет үҫешенең йола күренештәрен - туй йолаһын атҡарыуға ҡоролоуы менән билдәләнә.

2.Хәсән Назарҙың “Заман заңы”, “Асманға ашыу” китаптарында фәлсәфәүи һәм гражданлыҡ лирикаһы. Унда йәшәү мәғәнәһе, тел һәм милләт яҙмышы, ижад, талант һәм үлем, үлемһеҙлек хаҡында уйланыуҙар. Х.Назарҙың «Заман заңы», «Асманға ашыу» әҫәрҙәрендә бөйөк рух,иман тота донъяны, шундай рух йәшәтә кешене, кешене кеше итешә тигән мотив үҙәкләшә. Әгәр иман ҡаҡшай икән, ил ҡаҡшай, рух ҡаҡшай.Был поэмала автор үҙенсә бер рух дастанын яҙа. Заман рухы, хәҡиҡәт шағир өсөн үҙе бер иман.Тағы ла бер тема-яҙмыш. Ул Ер шары,ил, халыҡ, милләт, тел яҙмышы, авторҙың шулар хаҡындағы хәстәре. Шағир өсөн һүҙ, шиғыр үҙе яҙмыш. Философик йөкмәткеле «Асманға ашыу» поэмаһында һорау өҫтөнә һорауҙар һәр кемде уйға һала, яуаптар эҙләтә.Тормош айышы, йәшәү мәғәнәһе, заманалар заңы, яҙмыштар, иман, әҙәп-әхлаҡ һ.б. хаҡында уйҙар даръяһына инәбеҙ. Х.Назар был китабы өсөн С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһын ала. 3. Трагедия жанры тураһында төшөнсә.

Жанрҙың исеме грекса tragoidia (tragos – кәзә, ode – йыр) һүҙенән алынған. Дионис исемле алла хөрмәтенә үткәрелгән тамаша ваҡытында боронғо гректар кәзә ҡорбан итер булғандар һәм был алланың күргән ғазаптары тураһында күңелһеҙ йырҙар йырлағандар. Тәүге трагедиялар ошо йырҙарға нигеҙләнеп тыуған.

Трагедия төп герой һәм башҡа персонаждарҙың һәләкәте менән тамамлана. Ләкин геройҙарҙың үлемендә ҙур социаль – сәйәси, фәлсәфәүи, әхлаҡи мәғәнә ята. Хаҡлыҡ өсөн ҡорбан булғанлыҡтан, трагик образдарҙың яҙмышы тамашасыларҙа һоҡланыу уята. Башҡорт әҙәбиәтендә трагедия өлгөһөн М.Кәрим бирҙе. “Ай тотолған төндө”, “Ташлама утты, Прометей”.

 

Се билет

1. Шәйехзада Бабичтың тормош юлы һәм ижады.

2. Мостай Кәримдең “Айгөл иле” драмаһының идея - тематик йөкмәткеһе. Айгөл образына характеристика

3. Ғәлимов Сәләм “Бала” поэмаһынан өҙөктө ятҡа һөйләү.

3. 1. Шәйехзада Бабичтың тормош юлы һәм ижады. Ш.Бабич 1895 йылда Дүртөйлө районы Әсән ауылында тыуған.Башланғыс белемде үҙ ауылы мәҙрәсәһендә атаһынан ала. Уҡырға йәшләй үк зирәк була. Ғ.Туҡай әҫәрҙәрен яттан белгән. Ҡаҙағстанда бер йыл самаһы балалар уҡытып йөрөй. Өфөгә ҡайта һәм «Ғәлиә» мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Мандолинала уйнарға яратҡан. 1916 йылдаТроицк ҡалаһына уҡытыусы булып китә. 1919 йылдың мартында фажиғәле рәүештә үлтерелә.


Дата добавления: 2015-11-16; просмотров: 377 | Нарушение авторских прав


<== предыдущая страница | следующая страница ==>
лтер, улым, фашисты 1 страница| лтер, улым, фашисты 3 страница

mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.015 сек.)