Читайте также:
|
|
Тәрбиәүи сәғәттең барышы.
Тема: Дөрөҫ туҡланыу – сәләмәтлектең нигеҙе.
Маҡсат: 1. Сәләмәтлек тураһында төшөнсә биреү.
2. Дөрөҫ туҡланыуҙың йәш организм өсөн мөһимлеген аңлатыу.
3. Ата-әсәнең һәм баланың туҡланыуға ҡарата фекерен, ҡарашын өйрәнеү.
4. Дөрөҫ туҡланыу өсөн белгес фекерен өйрәнеү.
5. Уҡыусының үҙ-үҙен үҫтереү, тәрбиәләү күҙлегенән сығып матбуғат баҫмаларын уҡып барыуға йүнәлеш биреү.
Ҡулланылған әсбаптар:
1. Башҡорт теленең һүҙлеге: Ике томда/ Россия Б48 Фәндәр Академияһы. Башҡортостан ғилми үҙәге, тар., тел һәм әҙ. Институты.М.: Рус. яз.1993.
2. ”Башҡортостан”. Республиканың ижтимағи-сәйәси гәзите.№8(26098), 17.01.2012.”Көн һайын ошо урында ”рубрикаһы “Маңлайыңа ни яҙылһа” мәҡәләһе.
3. ”Киске Өфө”. Ижтимағи-сәйәси-мәҙәни гәзит.№2(472). 14-20.01.2012. “Ризаитдин нәсихәттәре”рубрикаһы. 6-сы, 12-се биттәр.
4. Ризаитдин Фәхретдинов. Нәсихәттәр. –Өфө: Китап,2006.-320 бит.
5. Алтын ҡумта. Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре. –Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1985.176 бит.
6. Тестар, таблицалар.
План.
1. Сәләмләү. Асыҡ класс сәғәтенең темаһын, маҡсатын әйтеү. “Сәләмәтлек” һүҙенең мәғәнәһен аңлатыу. Һүҙлек менән эш.
2. Боронғоларҙың аманаты – мәҡәлдәрҙә.
3. Фән күҙлегенән дөрөҫ туҡланыу. Ауыл фельдшеры Р.Ғәйнуллинаның сығышы.
4. Уҡыусылар һәм ата-әсәләр өсөн тест үткәреү.
5. Ашау өсөн ҡәғиҙәләр. Р.Фәхретдиновтң яҙмалары.
6. «Тормошҡа ҡарашың ниндәй?» Дәрескә ингән уҡытыусыларҙың, килгән ата-әсәләрҙең фекерен баһалау тесты.
7. Ата-әсәләргә, уҡыусыларға дөрөҫ туҡланыу йәһәтенән “Белгес кәңәше” – махсус яҙма тапшырыу.
8. Йомғаҡлау. Дөрөҫ туҡланыу ғүмерҙең оҙонлоғона йоғонто яһаймы?
Класс сәғәтенең барышы.
1. Сәләмләү.
Сәләмәтлек. Сәләм – һүҙҙең тамыры, ғәрәп һүҙе, ауырымаған,сырхауһыҙ, иҫән – һау тигәнде аңлата. Сәләмәт кеше. Сәләмәт йөрөү. Сәләмәтлекте нығытыу.
Сәләм! Именлек, иҫәнлек теләү һүҙе. Күрешкәндә иҫәнлек теләү һүҙе.Сәләмләү.
Синоним һүҙ: һаулыҡ – ауырыуы, сире булмаған, һау булған хәл. Һаулығы яҡшы. Һаулыҡты һаҡлау.
«Балам бар тип һөйөнмә, һау тип һөйөн» тигән ололар. Һаулыҡ тураһында тағы ла ниндәй әйтем, мәҡәлдәр беләһегеҙ?
Байлыҡ - бер айлыҡ, һаулыҡ – ҙур байлыҡ.
Яман ауырыуға яҡшы аш.
Һау булайым тиһәң, туя ашама, ҡуя аша.
Ауырыу ботлап керә, мыҫҡаллап сыға.
Сәләмәт тәндә – сәләмәт аҡыл һ.б.
2. Ә нисек дөрөҫ туҡланырға? Был хаҡта белгес – ауыл фельдшеры Рәүфилә Ғәйнуллинаның кәңәштәрен тыңлап үтәйек. (“Дөрөҫ туҡланыу – сәләмәтлектең нигеҙе” темаһына сығыш.)
3. Эйе, халыҡ һаулығы – дәүләт байлығы ул. Ысынлап та, “Һөттә – һаулыҡ, майҙа – бәрәкәт, иттә - ҡеүәт” тип белеп әйткәндәр.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барыбыҙ ҙа сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуыбыҙ менән маҡтана алмайбыҙ. Шулай ҙа аҙнаның 5 көнө дауамында көнөнә 1 тапҡыр ғына булһа ла йәшелсә ашайһығыҙ икән, һеҙ үҙегеҙ менән ғорурлана алаһығыҙ. Биш көнлөк йәшелсә диетаһынан һуң организмда зарарлы химик матдәләр күләме түбәнәйә.
4. Тест.
1. ”Оҙаҡ йәшәүҙең сере нимәлә?”
1).Туйғансы ашауҙа. 2). Дөрөҫ туҡланыуҙа. 3).Насар ғәҙәттәрҙе булдырмауҙа.
2.Ғаиләбеҙ менән бергә көнөнә нисә тапҡыр бергә ултырып ашайбыҙ?
1).1 тапҡыр. 2). 2 тапҡыр. 3).Гел генә бер үҙем ашайым.
3. Мин ни өсөн ашайым?
1).Асыҡҡанға. 2). Ололар ҡушҡанға. 3). Әрләмәһендәр өсөн.
4. Минең иң яратҡан ашым:
1). Туҡмаслы аш. 2). Дөгөлө аш. 3). Бәрәңге һурпаһы.
5. Яратып ашаған бутҡам:
1). Тары бутҡаһы. 2).Манный бутҡаһы. 3). Ҡарабойҙай бутҡаһы.
6. Ашарға яратҡан емешем:
1). Алма. 2). Банан. 3). Виноград.
7. Ҡайһы эсемлекте көндә эсер инем?
1). Һөт. 2). Ҡымыҙ. 3). Емеш-еләк һуты.
8. Ҡайһы ит төрөн бик ашағым килә?
1). Тауыҡ ите. 2).Ҡаҙ ите. 3). Ҡуян ите.
8. Һыуҙың ниндәй төрө миңә оҡшай?
1). Шәкәрле һыу. 2). Тоҙло һыу. 3). Ҡойо һыуы.
9. Мәктәптә ашап алыу миңә оҡшаймы?
1).Эйе. 2).Юҡ. 3).Белмәйем.
Тестарҙы анализлау: ата- әсәләр менән балаларҙың ашау йәһәтенән ҡараштары тап киләме, юҡмы?
5. Әлбиттә, әсә кеше балаларының сәләмәт һәм иҫән булыуҙары тураһында даими хәстәрләп тора. Р.Фәхретдинов әйткәнде онотмайыҡ: «…Тәрбиәле әсә балаларына асыҡмаҫтан элек ашауҙы, туймаҫ элек ашауҙан туҡтауҙы тыйыр. Ашҡаҙандың сәләмәт тороуы өсөн ошо ғәҙәт – беренсе сәбәптер.»
Уҡыусыларҙың сығышы: “Ҡайһы бутҡа файҙалыраҡ?”
1) Ҡарабойҙай. Ул иң файҙалыларҙың береһе. Ул стрестарға, йоҡоһоҙлоҡҡа ҡаршы көрәштә төп ярҙамсы, тиренең, сәстең һәм тырнаҡтарҙың яҡшы торошо өсөн яуап биргән ”В” төркөмө витаминдарына бай. Ҡандың ҡыҙыл тәнсәләре барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ иткән, йөҙөбөҙҙөң төҫ матурлығы өсөн яуап биргән тимер, оптималь ҡан баҫымын һаҡлаусы калий, кариесҡа, тырнаҡтарҙың, сәстәрҙең һынып барыусанлығына ҡаршы көрәштә төп ҡоралдашыбыҙ – кальций, депрессиянан ҡотҡарыусы, тән ауырлығының артып китеүенә юл ҡуймаусы – магний кеүек микроэлементтар ҙа күп унда. Табиптар ҡарабойҙай бутҡаһын рутинға бай аҙыҡ булғаны өсөн дә ҡәҙерләй. Был матдә ҡан тамырҙары стеналарын ҡатҡылландыра, ҡан ағыуҙы туҡтата, веналарҙың варикоз киңәйеүе, геморрой осраҡтарында профилактик сара була ала.
2) Һоло бутҡаһы кешегә тынысыраҡ һәм аҡыллыраҡ булыуға ярҙам итә. Үҙ ирке менән тәжрибәләрҙә ҡатнашырға риза булыусы 30-ҙан 80 йәшкә тиклемге бер төркөм кешегә ай буйына (көн һайын) тик һоло бутҡаһы ашатҡандар. Уның һөҙөмтәһендә, бер аҙна эсендә генә ҡатнашыусыларҙың мейеләре яҡшыраҡ эшләй башлауы, кәйеф һәм күңел күтәренкелеге ғәҙәттәгенән юғарыраҡ булыуы асыҡлана. Ҡартайғас аҡыл һайыҡмаһын, хәтер яҡшы булһын тиһәгеҙ, һоло бутҡаһын йышыраҡ ашағыҙ.
3) Тары бутҡаһы кеше организмы өсөн файҙалы матдәләргә бай. Ҡан әйләнешен көйләүсе, йөҙөбөҙгә сәләмәтлек төҫөн биреүсе – тимер, тештәрҙең һаулығы һағында тороусы – фторҙы, спортсылар һәм эшһөйәрҙәр өсөн алмаштырғыһыҙ магнийҙы һәм матдәләр алмашыныуын контролдә тотоусы маргонецты билдәләргә кәрәк. Составында кремний, баҡыр кеүек организм туҡымаларының ныҡлылығын тәьмин итеүсе микроэлементтар ҙа бар.
4) Дөгө бутҡаһы. Башҡа ҡыяҡлылар кеүек, дөгө лә «В» төркөмө витаминдарына бай. Унда иртә ҡартайыуҙан һаҡлаусы «Е» витамины, тимер, цинк (тамырҙар менән бәйле мәшәҡәттәрҙән азат итә), магний (күңел күтәренкелеге өсөн яуап бирә), кальций,калий (йөрәктең яҡшы эшмәкәрлеген контролдә тота) һәм башҡа микроэлементтар бар. Көрән дөгө иң файҙалыһы. Эшкәртеү процессында ул ашауға яраҡһыыҙ ҡабыҡтарынан ғына таҙартыла, ә витаминдарға иң бай өлөшө – көрпә тышлығы ҡалдырыла.
5) Арпа бутҡаһы башҡалар менән сағыштырғанда, матдәләр алмашыныуында һәм мейенең яҡшы эшләүендә мөһим роль башҡарған фосфорға 2 тапҡырға бай ризыҡ. Бер генә етешһеҙлеге: әҙерләүе мәшәҡәтлерәк. Уны бешерер өсөн 1,5 сәғәт ҡайнатырға, ә тиҙерәк бешһен өсөн иһә, утҡа ҡуйғансы 3 сәғәт самаһы һыуҙа тоторға кәрәк. Шулай уҡ, бешкән бутҡаны эҫеләй ашамаһаң – тәмһеҙләнәсәк.
6) Манный бутҡаһы. Манныйҙа витаминдар әҙерәк, сөнки ул ҡабығынан таҙартылған бойҙай орлоҡтарынан етештерелә. Уның өҫтөн яғы ла бар: тиҙ бешкәне өсөн бүтән файҙалы матдәләре һаҡлана. Манный бутҡаһы күпкә еңелерәк һеңдерелә, сөнки унда клетчаткалар юҡ. Шуға күрә лә уны ашҡаҙан, эсәк ауырыуҙары менән сирләгән кешеләргә кәңәш итәләр.
6. Дәрескә ингән уҡытыусылар һәм ата – әсәләр өсөн махсус тест. “Тормошҡа ҡарашың ниндәй?”
Дата добавления: 2015-09-03; просмотров: 1355 | Нарушение авторских прав
<== предыдущая страница | | | следующая страница ==> |
Класс ( вместе) | | | Тормошҡа ҡарашың ниндәй? |