Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АвтомобилиАстрономияБиологияГеографияДом и садДругие языкиДругоеИнформатика
ИсторияКультураЛитератураЛогикаМатематикаМедицинаМеталлургияМеханика
ОбразованиеОхрана трудаПедагогикаПолитикаПравоПсихологияРелигияРиторика
СоциологияСпортСтроительствоТехнологияТуризмФизикаФилософияФинансы
ХимияЧерчениеЭкологияЭкономикаЭлектроника

Дополнителные задания для развития речи

Читайте также:
  1. F80.8 Другие расстройства развития речи и языка
  2. I. Задания репродуктивного характера
  3. I. Итоги социально-экономического развития Республики Карелия за 2007-2011 годы
  4. I. Прочитайте текст и выполните нижеследующие задания
  5. I. Специфика обществознания и основные этапы его развития.
  6. II. Задания по циклическим алгоритмам
  7. II. Практические задания

1 Сделать фонетический анализ по данному образцу:

Башҡорт һүҙе 2 ижектән тора: баш – ҡорт, икеһе лә ябыҡ ижектәр. Баҫым икенсе ижеккә төшә. 7 хәреф, 7 өн.

Б - [б] – тартынҡы, яңғырау

А - [а] – һуҙынҡы, ҡалын, баҫымһыҙ

Ш - [ш] – тартынҡы, һаңғырау

Ҡ - [ҡ] – тартынҡы, һаңғырау

О - [о] – һуҙынҡы, ҡалын, иренләшкән, баҫымлы

Р - [р] – тартынҡы, яңғырау

Т - [т] – тартынҡы, һаңғырау.

2. Сделать анализ слова по составу по следующему образцу:

Утынлыҡҡа – һүҙҙең тамыры – утын, - лыҡ – исем яһаусы ялғау, - ҡа - үҙгәртеүсе ялғау, төбәү килеш ялғауы, нигеҙе – утынлыҡ, яһалма нигеҙ.

3. Сделать морфологический анализ всем самостоятельным частям речи по следующим образцам:

Исемдәргә морфологик анализ яһау тәртибе:

1. Исемдең башланғыс формаhын табыу (төп килеш, берлектә).

2. Яңғыҙлыҡ йәки уртаҡлыҡ исем булыуын әйтеү.

3. Яhалышын билдәләү (тамыр, яhалма, ҡушма).

4. Ниндәй hанда, затта, килештә тора?

5. Һөйләмдең ниндәй киҫәге булып килгән?

Анализ өлгөhө:

Еңгән hымаҡ яҡтырып, әкрен генә ал таң ата;

Моңланып, хәсрәтләнеп, ялҡау ғына аҡ ай бата.

Бер-бер артлы юҡ булып, күктә йондоҙҙар hүнә;

Таң еле ҡуйҙы иҫеп, япраҡтар аҙ-аҙ hелкенә. (F. Туҡай.)

Яҙма:

Йондоҙҙар – исем, тамыр исем, уртаҡлыҡ исем, күплектә, 3-сө затта, төп килештә, һөйләмдә эйә булып килгән.

 

Сифаттарға морфологик анализ яһау тәртибе:

1. Сифаттың башланғыс формаhы (төп,шартлы; яhалышы яғынан: тамыр, яhалма, ҡушма).

2. Сифаттың дәрәжәhе (төп, сағыштырыу, артыҡлыҡ, аҙhытыу).

3. Һөйләмдең ниндәй киҫәге булып килеүе.

Анализ өлгөhө:

Пәрҙәнән сыҡты, асылды йәп-йәшел ҡыр hәм ялан.

Китте инде ҡап-ҡара ҡаплап ята торған сапан. (F. Туҡай.)

Яҙма:

Йәп-йәшел – сифат, башланғыс формаhы – йәшел, төп сифат, артыҡлыҡ дәрәжәhендә, яhалышы яғынан тамыр сифат, аныҡлаусы булып килгән.

 

Һандарға морфологик анализ яһау тәртибе:

1. Башланғыс формаhы (төп hан).

2. Составы (ябай, ҡушма).

3. Төркөмсәhе (төп, рәт, бүлем, сама, йыйыу, кәсер).

4. Исем урынында килгән hандарҙың зат, килеш ялғауҙары.

5. Һандарҙың hөйләмдең ниндәй киҫәге булып килеүе.

Анализ өлгөhө:

Атаевсылар өсөнсө шахта районына hуғышып барып инделeр. Фашистар шахтаға утыҙлап ҡына кеше ингәнен күрҙеләр. Дошман көслө ут асты.

Яҙма:

Өсөнсө – hан, башланғыс формаhы – өс, ябай, рәт hаны, hөйләмдә аныҡлаусы булып килгән.

 

Алмаштарға морфологик анализ яһау тәртибе:

1. Башланғыс формаhы.

2. Ниндәй hүҙҙе алмаштырған?

3. Алмаш төркөмсәhе (зат, күрhәтеү, hорау, билдәләү, билдәhеҙлек, юҡлыҡ).

4. Заты, hаны, килеше.

5. Һөйләмдең ниндәй киҫәге булып килгән?

Анализ өлгөhө:

Эй ғүмерҙең hуңғы сәғәте,

Һин миңә лe шулай күкрәп кил.

Уландарын иҫкә алғанда,

Онотмаhын мине лe Тыуған ил. (М. Харис.)

Яҙма:

Һин – алмаш, исемде алмаштырған, зат алмашы, 2-се затта, берлек hанда, төп килештә, hөйләмдә эйә булып килгән.

 

Ҡылымдарға морфологик анализ яһау тәртибе:

  1. Башланғыс формаһы (тамыр, нигеҙ).
  2. Яһалышы (тамыр, яһалма, ҡушма).
  3. Барлыҡ – юҡлығы.
  4. Һөйкәлеше (бойороҡ, шарт, теләк).
  5. Төркөмсәһе (исем, сифат, уртаҡ, хәл).
  6. Заманы (үткән, хәҙерге, киләсәк).
  7. Заты, һаны, күсемле-күсемһеҙлеге, йүнәлеше,
  8. Һөйләм киҫәге.

Анализ өлгөһө:

Халҡым өсөн утҡа инһәм дә, ҡурҡмайым. (Т. Йәнәби.)

Яҙма:

Инһәм – ҡылым, башланғыс формаһы – ин, тамыр, барлыҡта, шарт һөйкәлешендә, 1 – се затта, берлектә, күсемһеҙ, төп йүнәлештә, һөйләмдә шарт хәле булып килгән.

 

Рәүештәргә морфологик анализ яһау тәртибе:

1. Башланғыс формаhы.

2. Яhалышы (тамыр, яhалма, ҡушма).

3. Рәүеш төркөмсәhе (төп, ваҡыт, урын, оҡшатыу, күләм-дәрәжә, сәбәп-маҡсат).

4. Дәрәжәhе (төп, сағыштырыу, артыҡлыҡ).

5. Һөйләмдең ниндәй киҫәге.

Анализ өлгөhө:

Элек әсәhе эшләй торған эштәрҙе хәҙер инде ул үҙе шәп башҡара.

Яҙма:

Элек – рәүеш, ваҡыт рәүеше, төп дәрәжә, тамыр рәүеш, hөйләмдә хәл булып килгән.

 

Переведите тексты, расскажите содержание на башкирском языке.

Өләсәйем.

Минең өләсәйем элек заводта эшләгән. Хәҙер ул өйҙә генә тора. Өләсәйем бик уңған. Ул тәмле итеп бәлеш бешерә. Ҡоймаҡты өләсәйем кеүек ҡойған кешене тапмаҫһың. Өләсәйемдең ҡулдары һис тик тормай. Ул йә йөн иләй, йә ойоҡбаш бәйләй. Беҙ өләсәйемде бик яратабыҙ. («Йәншишмә» гәзитенән.)

 

Көләс булһын әсәйҙәр!

Әсәй! Ниндәй изге һүҙ. Был һүҙҙе ишеткәс тә, һәр кем үҙ әсәһен күҙ алдына килтерә. Беҙҙе кем ҡарай? Кем беҙҙең өсөн ҡайғыра һәм шатлана? Кем иркәләп һөйә? Әлбиттә, әсәй. Һәр кемгә үҙенең әсәһе матур ҙа, аҡыллы ла, эшсән дә, сабыр ҙа. Гел шат, көләс, тыныс булһын улар. («Йәншишмә» гәзитенән.)

Икмәк тураһында уйҙар.

Беҙҙең илебеҙ икмәккә бай. Магазиндарҙа төрлө печеньелар, булка, бойҙай һәм арыш икмәктәре тулып ята. Икмәк – ул йәшәү көсө, бөйөк бәхет!

Ләкин игенде үҙе үҫтермәгән, аслыҡты бер ҙә күрмәгән ҡайһы берәүҙәр икмәктең ҡәҙерен белмәй. Урамдарҙа икмәк һыныҡтарын типкелегәнде күрергә мөмкин. Шуға беҙҙең, оло быуын кешеләренең, эсе боша, күңеле әрней.

Икмәк - бөтә халыҡ байлығы. Уны ҡәҙерләргә, хөрмәтләргә, һаҡларға кәрәк! (А. Гиталовтан.)

 

Ҡуян балаһы.

Фәрит болондан китеп бара ине. Ҡапыл үлән араһында ҡыштырлаған тауыш ишетелде. Ул аяғы һынған ҡуян балаһы булып сыҡты. Ҡуян балаһы ҡаса алманы. Фәһим уны күлдәге менән ҡапланы һәм тотоп алды. Шунан өйөнә алып ҡайтты. Фәһим ҡуян балаһын йәшниккә һалды. Аяғы йүнәлгәс, Фәһим уны урманға ебәрҙе. («Аҡбуҙат журналынан».)

 

Йәйге кис.

Бына йәйге кис яҡынлай. Кистәрҙең дә үҙ матурлығы була. Туғайҙа, йылға өҫтөндә, тау араларында томан күтәрелә башлай. Ергә оҙон-оҙон күләгәләр һуҙыла. Ҡояш түбәнләй. Көтөү ҡайта. Ишек алдының бер мөйөшөнә һалынған усаҡтарҙа, аласыҡтарҙа киске аш әҙерләйҙәр. Өйҙәрҙә ут алына. Көнөн эштә үткәргән кешеләр рәхәт ялға әҙерләнәләр. (Б. Бикбайҙан.)

Тәбиғәтте яратайыҡ!

Шакир мәктәптән ҡайтып килә ине. Көн һыуыҡ, ләкин күңелле. Ҡар йымылдай. Юл буйындағы ағастар һелкенмәйҙәр ҙә. Ҡапыл уҫаҡ ағасына турғайҙар сорлашып килеп ҡундылар. Күп тә үтмәй, бер яҡтан Сафа йүгереп килеп сыҡты һәм турғайҙарға рогатканан атып та ебәрҙе. Турғайҙар осоп киттеләр. Шакир Сафаның рогаткаһын алды ла ситкә ырғытты.

Сөнки Шакир тәбиғәтте ярата, ҡоштарҙы ҡәҙерләй. Тәбиғетте яратырға, һаҡларға кәрәк.

(С. Сәфәрҙән.)


Дата добавления: 2015-08-18; просмотров: 475 | Нарушение авторских прав


Читайте в этой же книге: Цели освоения дисциплины и место дисциплины в структуре основной образовательной программы | Структура курса | Введение | Числительное. Простые и сложные числительные. Виды числительных. | Перечень основной и дополнительной литературы | Программа промежуточной аттестации | РАБОЧАЯ ПРОГРАММА |
<== предыдущая страница | следующая страница ==>
Учебно-методическое обеспечение дисциплины| Поэт-суфи, который был незрячим от рождения

mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.018 сек.)