Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АвтомобилиАстрономияБиологияГеографияДом и садДругие языкиДругоеИнформатика
ИсторияКультураЛитератураЛогикаМатематикаМедицинаМеталлургияМеханика
ОбразованиеОхрана трудаПедагогикаПолитикаПравоПсихологияРелигияРиторика
СоциологияСпортСтроительствоТехнологияТуризмФизикаФилософияФинансы
ХимияЧерчениеЭкологияЭкономикаЭлектроника

с-уба-әр -- сувар/самар/сумар/шумер/субур/себер.

Элегерәкке китабымда (Йыһат Солтанов. Хәтерхитап. “Китап” нәшриәте, Өфө -- 2002, 169 -- 171-енсе биттәр) Шиваның тәүҙә үҙебеҙҙең хәҙерге Баймаҡ районы Темәс ауылы эргәһендәге Яғалса (һиндостанлылар яҙыуында Ҡаялса) тауында тилереп йөрөү мажараларын таныта биреп ҡуйғайным, индуизм динлеләр шул “яҡташыбыҙ”ҙың өсйәп тоттортоп яһалған һынына табына. Башҡорт-болғар батшалары бородан уҡ ер йөҙөндә Дәү Хоҙайҙы кәүҙәләндереүсе һаналғанлыҡтан, ошо өсйәп (трезубец) уларҙың да һәм уларҙан бөтә евразия ҡитғаһына таралып батшалыҡ иткән нәҫелдәренең дә (царские династии) хакимлыҡ билдәһебулған, был хаҡта атаҡлы “Сәйет Йәғәфәр Тарихы”нда ентекле мәғлүмәт бирелә.

 

Өсйәптәр һулдан уңға: 1.Шиваныҡы. 2.Болғар-башҡорттоҡо. 3.Ҡырым ханыныҡы. 4. Украина гербы.

Хәйер, хәҙерге заман урыҫ тарихсылары ла кинәнеп раҫлай быны:

“До принятия религий "моисеева корня" и алфавитов на основе латинской, кириллической или арабской графики, германцы, славяне и тюрки-кочевники из евразийских степей входили в некую общую культурную сферу, отличную от средиземноморской. Все писали рунами, имели схожие законы, в том числе и престолонаследия, внутрисемейный уклад, нередко - близкие по духу верования. И, что нам особенно важно - геральдику, геральдические принципы. Нет, не ту, к которой мы привыкли: изображения на щитах, символизирующие что-либо в виде картинок, а более лаконичную, ёмкую и… жёстко регламентированную. Речь идёт о тамгах или, как стыдливо говорят историки европейской школы, "личных знаках", восходящих к рунической письменности... Трезубец - изображение тамги Чингиз-хана. В полном соответствии с законами тамгаистики, личные знаки его потомков являются модификациями тамги основателя династии, что можно увидеть на монете Батыя. Подобной же тамгой-трезубцем отмечены документы болгарских царей Аспарухидов, Асеней, Шишманов. Родственная тамга (трезубец) легла в основу до-"монгольских" личных знаков русских князей-рюриковичей. Учитывая то, что французские королевские лилии - по сути своей стилизованные трезубцы, возникает мысль о едином корне наиболее влиятельных правящих династий. И этот корень отыскивается в Северном Причерноморье, правители земель которого в начале 1 тысячелетия н.э. обладали всё теми же трезубцеподобными личными знаками. То есть основания считать, что эти создатели династий, упоминаемых впоследствии как "царские", относятся к одному и тому же старинному правящему роду или правящим родам” (А. Горохов. Белый царь)...

Төбәлгән төбәгебеҙгә ана шулай уйлана-уйлана килеп еттек. Административ идаралыҡтарға ял көнө ине, ауыл кешеһенең йорт-ҡурала ла төрлө мәшәҡәттәре күп, ләкин рәхмәт төшкөрө Әхтәм Әүхәҙи улы Ибәтуллин, Әлшәй районының Илсеғол ауыл хакимиәте башлығы, беҙҙең кес кенә экспедицияны ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп ҡаршыланы, арымай-талмай көнө буйына кәрәкле урындарға оҙатып йөрөнө.

“Китеш” (Аҫҡы Донъяға китеү) тауы... Эре-эре яҫы таштарының күбеһе ергә һеңеп бөткән батшалар зыяраты тигәнебеҙ әлеге көндә мал тояғы аҫтында тамам ташландыҡ хәлдә ҡалһа ла, ҙур ғына майҙанды иңләп, сал-боронғолоғо менән һүрҙе зиһенде. Әгәр тоҫмалдарыбыҙ дөрөҫләнһә, төрлө быуын мәрхүм батшаларыбыҙҙан тыш, моғайын, уларҙың туған-тыумасалары, яҡындары ла ерләнгәндер бында. Әммә дәлилләрлек яҙыу остоғо, тамға табылырға тейеш, өҫтәүенә өсйәп тә осраһа, тулы уңыш, тигән һүҙ. Имгәкләп тә үрмәләп төпсөнә торғас, ҡәберташтар яҫыһында юйылып бөтә яҙған берәм-һәрәм сыймаҡтар күҙгә салына башланы һәм -- эврика! -- был ерҙәрҙә һирәк була торған ырын яҙыу ҡалдыҡтары, ә бигерәк тә мөһиме, ике гүрҙә өсйәптәр -- батша билдәләре табылды!

Насар һаҡланған сыймаҡтарҙың ҡулдан күсермәләрен һәм уларҙың хәҙерге графикала уҡылыштарын бирәм; 1-енсеһендә ырын хәрефтәр ҡатарына, сәйерһетеп, ғәрәп һандары килеп кергән -- ырын яҙмала һандар һүҙҙәр менән генә яҙылғанлыҡтан, ҡыҫҡалыҡ һаҡлау ихтыяжылыр, моғайын. Түбәндәге күсермәлә ғәрәп һандары һулдан уңға, ырын яҙыу уңдан һулға ҡарай уҡыла:

Батшалар зыяратындағы ике өсйәп һәмырын яҙыу ҡалдыҡтары

 

Мәғлүмәттәрҙе ҡуйын дәфтәремә ткркәгәндә хәүеф биләне күңелде: беҙҙең эраға тиклем I -- V быуаттарҙа ташҡа сыйып ҡалдырылған Асылыкүл ырын яҙыуҙарын үткән быуат аҙаҡтарында донъяға фашлағайным, күп тә үтмәй, кемдәрҙеңдер яуыз ҡулы ул таштарҙы юҡ итте, быныһы ла шундай яҙмышҡа тарымаһа ярар ине... Шулай ҙа өмөтөм ҙур: юғары мәҙәниәтле Илсеғол ауылы зыялылары, ауыл хакимиәте башлығы вәхшилеккә юл ҡуймаҫ.

Инде ядкәрҙәргә иғтибар итәйек: береһендә ырын яҙыу ҡатарында ғәрәп һандары ҡулланылыуына ҡарағанда, зыярат бик боронғо, ә осорҙоң беҙгә яҡыныраҡ сиге -- был тирәлә ырын яҙма ныҡлы йәшәгән, ғәрәп яҙмаһы ҡулланышҡа керә башлаған заман. Туҡтамыш менән Еҙекәй иһә, гәрсә беҙгә килеп еткән рәсми ярлыҡтары халыҡ-ара аралашыу сараһы булған ғәрәп графикаһында яҙылһа ла, уҙамандарҙың икеһе лә иҫке ырын яҙыу һаман ҡулланыштан сығып бөтмәгән был төбәк кешеләре бит... Инде өҫтә билдәләнгән 1-енсе хан ҡәберенең ғәрәпсә һанлы датаһына иғтибар итәйек: һижрә 782= миләди 1380 йыл. Абруйлы тарихсыларҙың һуңғы заман мәғлүмәттәре буйынса, Зимой 1379 года Тимур снарядил против Мелека огромное войско по главе с эмирами Урок-Тимуром, Щияс-ад-дином тарханом и др., «чтобы они посадили... на престол в Сыгнаке Тохтамыша».Тохтамыш у реки Карабака напал на Тимур-Мелека и после упорного сражения Тимур-Мелек вместе со своим главным эмиром (эмир-эль-эмир) Балтычаком, отцом Едигея, был взят в плен. Тимур-Мелек был казнен. Балтычаку предложили перейти на сторону Тохтамыша, но он остался верным своему хану и был казнен Тохтамышем. Эта казнь главного эмира хана впоследствии явилась одной из причин раздора между Тохтамышем и Едигеем. Оставшись в зиму 1379—1380 г. в Синей Орде, весной 1380 г. Тохтамыш, «снарядив бесчисленное войско, двинулся в поход, покорил царство Сарайское и область (иль) Мамая)». (Интернеттан алынды, адресы http://www.kalitva.ru/2007/11/zolotaja-orda.-voennye-pokhody-timura..html). Уға ҡалһа, мин үҙем дә тап ошо хаҡта “Башҡорт батшалары” тигән китабымдың “Башҡорт батыры Еҙекәй” тигән бүлегендә яҙғайным, әммә Аноним Искәндәргә таянып биргән датам -- 1384 йыл -- әле цитатанан күренеүенсә, яңылыш булып сыҡты, сөнки Аҡһаҡтимер Күк Урҙа ханы Тимер-Мәликкә ҡаршы -- Туҡтамыш-ханға ярҙамға ғәскәрен 1379 йылдан 1380 йылға ҡараған ҡыш айҙарында юлландырған һәм Туҡтамыш шуның ярҙамында һуғышта Тимер-Мәлик-хан менән уның ил әмире (премьер-министры) Төҡхужа-Балтырсаҡты йәғни Еҙекәйҙең атаһын әсир алып, Күк Урҙала (тарихи Башҡортостанда) икеһен дә үлтергән. Фарсы сығанаҡтарында был эпизод ентеклерәк тасуирлана: “Баш әмир булған Балтырсаҡты, — тип яҙа Аноним Искәндәр, — әсир алынған һәм бығауланған килеш Туҡтамыш йортона килтерҙеләр. Ул үҙенең тоғролоғо, намыҫлылығы менән дан тотҡанлыҡтан, Туҡтамыш уға әйтте: “Әгәр ҙә һин мине үҙеңдең батшаң итеп таныһаң, башыңдан бер сәс бөртөгөң дә төшмәйәсәк, ә мин үҙеңә лайыҡлы хөрмәт һәм ихтирам күрһәтеүҙән тамсы ла тайпылмай, батшалығым һәм мөлкәтем менән идара ҡылыу теҙгенен хәстәрлекле ҡулыңа тапшырырмын”. Балтырсаҡ нәфрәтле ҡалтыранып яуапланы: “Ҡулдарым бәйле булмаһа, белер инем мин һине ни эшләтергә! Һине үҙемдең батшам урынында күрер булһам, күҙем сыҡһын! Әгәр ҙә ки үҙ хөкөмөң ҡулыңда икән, ошонда уҡ үлтерергә бойор мине лә: батшамдың башын — башым өҫтөнә, кәүҙәһен кәүҙәм өҫтөнә һалһындар, сөнки гәрсә мин унан элек үлмәһәм дә, гүргә булһа ла унан элек керәйем”. Туҡтамыш уның һорауын ҡәнәғәтләндерҙе. Ошонан һуң Үзбәк-хандың дәүләте тулыһынса уның хөкөмө аҫтында ҡалды” (Тизенгаузен, 131-132-се биттәр). Тимәк, Тимер-Мәлик-хан менән Төҡхужа-Балтырсаҡ, Еҙекәйҙең атаһы, икеһе бер ҡәберҙә ерләнгән, ә ҡайҙа?.. Шул 1379 -- 1380 йылдар ҡышын Туҡтамыш-хан Күк-Урҙала үткәрҙе, тип асыҡ әйтелгән бит, йәғни тарихи Башҡортостан ерендә. Аңлашыла ки, Тимер-Мәлик-хан менән Төкхужа-Балтырсаҡты (Еҙекәйҙең атаһын) хан ҡаршыһына тотоп килтергәс, күпмелер ваҡыт тәфтишләү (допросы), өгөтләүҙәр булғас, тап ошонда ҡәбергә һалғандарҙыр, -- ҡәберташта һаҡланып ҡалған баяғы өсйәп билдәле һәм һижрә менән 782 йыл датаһы шулай һиҙемләргә мөмкинлек бирә. Ирекһеҙҙән уй килә: йолаларыбыҙ буйынса, Еҙекәйҙең йәне булһа ла ата-бабалар еренә, атаһы янына осоп ҡайтырға тейеш...

Аяғөҫтө фекер алыштыҡ:

-- Ә шулай ҙа император ғали янаптары бында юҡ һымаҡ... -- тине Әнүәр юлдашым.

-- Эйе. Туҡтамыш -- ҡануни император, ә Еҙекәй император дәрәжәһендәге шәхес. Ундайҙарҙың урыны Дәү Хоҙайға яҡыныраҡ.

-- Күктәме?.. -- Уйға ҡалды Әхтәм Әүхәҙи улы.

-- Мәҫәлән, заманаһының бөйөк шәхестәренән хәҙерге Йәнсура районында Һарыбил батыр һәм Ерәнсә-сәсән, Усалы районында Берке император, Бөрйәндә Бабсаҡ-бей бейек тау баштарына ерләнгән...

-- Һем... әләйһә, әнә тора ундай ике бейек тау! -- Гиҙҙереүсебеҙ (гидыбыҙ) күгәреп торған үрҙәргә ымлап күрһәтте.

Һулдан уңға: 1. Еҙекәй батыр ерләнгән тау. 2. Туҡтамыш-хан ерләнгән тау

 

Изге тауҙар егенән урғылып сығып, изге шишмә ағыла, ерле халыҡ уны Еҙекәй шишмәһе тип атаған -- шунан башланыҡ гиҙеүҙе. Сығанаҡты ҡәҙерләп ҡоролған биналары эске һәм тышҡы ҡоймалар бурап ҡурсаланған, бер-нисә гектар майҙанында йәш ҡарағайҙар үҫә. Заманса юғары кимәлдәге төҙөклөк, ҡомартҡыларға ҡарата халыҡ ихтирамы һоҡландырҙы. Изге сығанаҡ (һыуы көмөшлө икән) улаҡ буйлап икенсе күркәм биналағы ҡатын-ҡыҙ һәм ир-ат өсөн айырым бүлмәле ҡойоноу бассейндарын тултыра. Көҙгө көндөң һалҡынса һулышы тойолоуға ҡарамаҫтан, Әнүәребеҙ түҙмәне -- һыуға сумып, шифаһын алып сыҡты.

 

Һулдан уңға: 1. Изге шишмә. 2. Изге һыуҙа ҡойоноу

 

“Тимер арба”ларҙы түбәндә ҡалдырып, Еҙекәй тауына үрләйбеҙ. Яҫы таштар тирәсләгән сал ҡәбер бүртек убанан хасил, эргәһендәге ташбүкәндә ғәрәп хәрефле ядкәр ҙә булған, тик уның күп өлөшө ҡулсыр замандаштарыбыҙҙың кириллицалы сыймаҡтары аҫтында юғалып, бөхтә итеп яҙылышлы бер һүҙ генә уҡыла: “...йәмил...”, был (жәмил) иһә ғәрәпсә матур, гүзәл, күркәм, яҡшы, сибәр мәғәнәһендә. Эйе, Еҙекәй баба сифаттары был -- Ибн-Ғәрәбшаһ тасуирлауына ауаздаш:

«Был он очень смугл (лицом), среднего роста, плотного телосложения, отважен, страшен на вид, высокого ума, щедр, с приятной улыбкой, меткой проницательностью и сообразительностью, любитель ученых и достойных людей, сближался с благочестивцами и факирами, беседовал (шутил) с ними в самых ласковых выражениях и шутливых намеках, постился и по ночам вставал (на молитву), держался за полы шариата, сделав коран и сунну да изречение мудрецов посредником между собою и Аллахом всевышним... Дни его царствованиябыли светлым пятном на челе веков, и ночи владычества его - яркою полосою на лике времен».

Асы-аяуһыҙ тәҡдир: бер үк халыҡтың ике титаны ғүмерҙәре буйынса бер-береһенең башына етергә тип, Ибн-Ғәрәпшаһ яҙыуынса, ун алты тапҡыр ҡанығып һуғышһалар ҙа, ахырында шул ҡанығыуҙарының ҡорбаны булһалар ҙа, баҡый донъяла ла йәнәш-ҡаршы торорға яҙған...

Һулдан уңға: 1. Еҙекәй ҡәбере янында Й. Солтанов, Ә. Ибәтуллин. 2. Шундағы яҙыу ҡалдығы

 

Миңә ҡалһа, “Башҡорт батшалары”нда был бөйөк заттың ҡәберен, юҡтан тарих яһарға һәүәҫ ҡаҙаҡ имештәренә таянып, Ырымбур өлкәһе Биләй районындағы Яйыҡ буйындағы убала, тип аҡҡа ҡара менән яҙһам да, аҙаҡ “Еҙекәй ҡәбере”нең йәнә икенсе бер урында -- Үҙәк Ҡаҙағстандың Олотау түбәһендә лә изгеләштерелеүен белгәс, тәүге раҫлауым һүрелеп, халҡыбыҙ хәтере һаҡлаған ошо тәңгәлгә күҙ төбәй инем, шул уҡ ваҡытта Еҙекәй ҡәбере тигәндәре Туҡтамыш-хандыҡы булыуы ла ихтимал, тигән уй килә ине. Бына әле Әхтәм уҙаман: “Анау торған изге урынды ла зыярат ҡылайыҡ”, -- тип, һулдараҡ ҡалҡынған икенсе тау түбәһенә килтергәс, ундағы оло убаны уратҡан таш бураның бөйөклөгөн күреп иҫебеҙ китте -- Туҡтамыш-хан ҡәбере тап ошолор!

 

Император ҡәберенең дөйөм күренеше. Уңдан баҫып торғаны Ә. Йомағолов

 

Тулҡынланып эсле-тышлы тикшерҙек; шуныһы сәйерерәк -- бер ниндәй ҙә яҙыу-фәлән күренмәй: әллә, тим, баяғы Асылыкүлдекеләй, яуыз йәндәр ядкәрташын урлағандармы? Әллә был билдәһеҙлек -- зыяратты мәрхүмдең дошмандарынан ҡурсалау әмәлеме?.. Бура эсендә шомландырғыс оло ям -- Әхтәм уҙамандың аңлатыуынса, 1990 йылда кемдер (исем-фамилияһын Өфөләге Мираҫ Иҙелбаев белә, тиҙәр) сал ҡәберҙе аҡтартҡан, соҡоп сығарылған һөлдәне һәм ҡылыс һабын алып төшөп, баҫыуҙа эшләп йөрөүсе бер-нисә колхозсыға күрһәткән. Имештер ҙә тап шул ваҡиға артынса уҡ СССР дәүләте емерелеүен, бөтә донъя экономик кризисы билгә килтереп һуғыуын бер килкеләр ошо вәхшәткә бәйләп, 1941 йылда Аҡһаҡтимер һөйәктәрен ҡуҙғатыу арҡаһында икенсе бөтә донъя һуғышы башланыуға тиңләй... Һәр хәлдә, мин был бөйөк зыяраттың император Туҡтамыштыҡы икәнлегенә инандым да бәғзе бер урындарҙа ошолай уҡ һөлдәләре соҡоп алып олаҡтырылған Ил Инәһе Бәндәбикә, Бабсаҡ ҡәберҙәренә тиңләнем.

Күреп торабыҙ: бында халыҡ ағыны һис өҙөлмәй, яңынан-яңы быуындарыбыҙ ата-баба тарихтарын ҡәҙерләй. Йәше-ҡарты изге тауҙарға менеп, зыярат ҡылып төшәләр ҙә, изге шишмәнән һыу алып, ҡойоноп та сығалар. Йәне теләгән кешегә ауылда, тән ризығы менән бергә, рух аҙығы ла етерлек -- күркәм мәҙәниәт усаҡтары, кибеттәр, мәҙрәсәле мәсет бар. Республикабыҙ хөкүмәте Башҡортостанда туризмды үҫтереүгә, уны заманса юғарылыҡҡа күтәреүгә иғтибарын арттырҙы -- яҡын киләсәктә Илсеғол ҡомартҡылары ла тейешле баһаһын алыр, ошо гүзәл төбәкте лә район үҙәге менән, федераль трасса менән шыма асфальт юл тоташтырыр тип ышанам.

 

02.11.2009


[1] Үҙән йылғалары хәҙерге Саратов өлкәһендә башланып, Ҡаҙағстанға ағыла.

[2] Хауыз — һыу йыйғыс соҡор, хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Биләй районындағы тарихҡа билдәле Ҡоро-күл булырға тейеш.

[3] Мәсет-һарай ҡалаһы — Туҡтамыш-хандың Яйыҡ буйындағы баш ҡалаһы.

[4] Йедәк — Йеҙекәй (Едигей) батырыбыҙ.

[5] Яусы (Джучи) ылыҫының көнсығыштан Иҙелгәсә яртыһы.

[6] Яусы (Джучи) ылыҫының көнбайыштан Иҙелгәсә яртыһы.


Дата добавления: 2015-07-08; просмотров: 140 | Нарушение авторских прав


<== предыдущая страница | следующая страница ==>
Батшалар еренә сәйәхәт| Измените тип гистограммы на объемный

mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.014 сек.)