Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АвтомобилиАстрономияБиологияГеографияДом и садДругие языкиДругоеИнформатика
ИсторияКультураЛитератураЛогикаМатематикаМедицинаМеталлургияМеханика
ОбразованиеОхрана трудаПедагогикаПолитикаПравоПсихологияРелигияРиторика
СоциологияСпортСтроительствоТехнологияТуризмФизикаФилософияФинансы
ХимияЧерчениеЭкологияЭкономикаЭлектроника

Сәриә(хәлһеҙ).Улыым.

РИП ЯҘМЫШ

 

Ҡатнашалар:

 

Рәмил -35 йәш

 

Сәриә -28 йәштә, ҡатыны;

 

Иҙел -улдары, 7-8 йәштәрҙә;

 

Әсмә әбей - күрше әбей, 70 йәштәрҙә;

Шамил – 32 йәштә, Әсмә әбейҙең улы.

 

БЕРЕНСЕ ШАРШАУ

 

Тәүге күренеш

 

Ярлы ғына ауыл өйө. Өйҙә иң кәрәкле генә иҫке мебель. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, өй таҙа, бөхтә йыйыштырылған. Сәриә аш-һыу тирәһендә бешеренеп йөрөй. Кәйефе юҡ. Улы йүгереп инә.

Иҙел. Әсәй, әсәй, ҡара әле! Мин кәмә эшләп, тыштағы күләүектә йөҙҙөрҙөм. Ҡара инде тәҙерәнән, ҡалай матур итеп йөҙә!

Сәриә. Ҡайҙа әле (тәҙрәнән ҡарай). Эйе шул, минең улым капитан булған икән. (Улын ҡосаҡлай) Капитан асығып киткәндер инде? Хәҙер атайың ҡайтһын да, ашап алырбыҙ.

Иҙел. Әҙерәк кенә асыҡтым. Әсәй, ә атайым бөгөн дә иҫерек ҡайтамы?

Сәриә. Әллә инде, улым. Теләп кенә йөрөйек инде улай булмаһын тип.

Иҙел. Беләһеңме, әсәй, мин ҙу-ур үҫкәс, моряк булам, үҙем ҙур итеп корабль төҙөйем дә, һине алып алы-ыҫҡа китәм. Һине йылы яҡҡа алып барам. Унда беҙ маймылдарҙы, тутыйғоштарҙы күрербеҙ. Ағастан банан алып ашарбыҙ. Уҡытыусы Гөлбаныу апай әйтте, банандар бейек ағас башында үҫәләр тип. Мин үҙем өҙөп алып бирермен һиңә, йәме?

Сәриә. Эй, улымды.. (улын һөйә). Ярай, шулай итербеҙ. Атайың әллә ниңә оҙаҡлап китте әле.

Иҙел. Ә атайымды алмаҫбыҙ. Ул маймылдарҙы туҡмап, ҡурҡытып бөтөр тағы. Күрше Хисам олатайҙарҙың этен дә йәлләмәне бит.

Сәриә. Әйҙә, улым, ҡул-битеңде йыу ҙа, ашап алайыҡ. Ниңәлер оҙаҡлай бит атайың.

Иҙел. Тағы ла теге Вәлиҙәр менән эсеп ултыраларҙыр. Магазин янындараҡ бая тауыштар ишетелә ине.

Сәриә. Хәҙер ҡайтыр, әйҙә ашарға ултырайыҡ. (өҫтәл әҙерләп, ашарға ултырта)

Ултырышалар.

Иҙел. Әсәй, ә мине мәктәптә “эскесе балаһы” тип үсекләйҙәр. Морат әйтә күберәк. Башҡалар ҙа шунан ишетеп ҡалып әйтә башланылар. Морат гел ҡоторта, шулай тип әйтегеҙ тип.

Сәриә. Балалар - балалар инде. Йөрөр-йөрөрҙәр ҙә тынырҙар әле. Иғтибар итеп үсегеп йөрөмәһәң, ҡыҙығы ҡалмай, оноторҙар. Мораттың әсәһе менән һөйләшермен үҙем берәй көн.

Иҙел. Кәрәкмәй, әсәй, һөйләшмә. Мин ишетмәмеш булырмын да ҡуйырмын. Ошаҡсы тип әйтерҙәр.

Сәриә. Эй, улым. Ҡалай тиҙ генә ҙурайҙың да киттең..Егет булдың инде. Аша-аша, тағы ла ҙурайырһың, буласаҡ морякка көс күп кәрәк.

(тышта ҡапҡа шығырлауы, аҙаҡ нәмәлер ҡолаған тауыш ишетелә) Ана, атайың да ҡайтты.

Иҙел. Тағы ла иҫерек...

Рәмил. (инә, аяғында саҡ тора). Йә, ҡаршы алабыҙмы хужаны? (аҡырып ебәрә) Хужа ҡайтты тим, бисә!

Сәриә. Ишетәм дә, ниңә аҡыраһың? (килеп өҫтөн һалырға булыша). Исмаһам бер айыҡ ҡайтыр инең.

Рәмил. Лабырлама! (Сәриәне этеп ебәрә). Эсһәм, үҙ тамағыма, үҙ аҡсама эсәм! Ә һеҙ, әрәмтамаҡтар, минең тапҡан аҡсаны туҙҙырырға ғына беләһегеҙ!

Сәриә. Ниндәй аҡса һөйләйең? Һин бит инде өсөнсө йыл өйгә бер тин алып ҡайтҡаның юҡ. Үҙеңә эсергә етеп ҡала инде..

Рәмил. Молчать! (өҫтәлгә килә) Ҡайҙа, нәмә бешереп мине ҡаршы алаһың? (улын этеп төшөрә) Урын бир атаңа!

Сәриә. Теймә балаға! Улым, кил бына бында ултыр (ултырғыс бирә).

Рәмил. Иркәләтмә! Атаһын уважать итеп өйрәнһен. Ултыра йәйерәп китеп.

Сәриә. Ихтирам итерлек ерең ҡалғанмы инде һинең, Хоҙайым?

Рәмил. (аҡыра) Ашарға бир!

Сәриә аш ултырта.

Рәмил. Һаман шул бер өйрә. Ҡайҙа бәлеш? Манты килтер миңә!

Сәриә. Һуң нәмәнән бешерәйем мин һиңә манты менән бәлеште? Ҡайҙан ит алайым?

Рәмил. Ҡайҙан теләйең шунан тап! Ял-ҡыт-тың! (өҫтәлде баш түбән әйләндерә һуға). Ир кеше асығып эштән ҡайтҡан, уға тамаҡ кәрәк,ә бындай балалар ашы түгел!

Сәриә. Ней эшләүең был, Хоҙайым? Исмаһам, бала алдында ҡыланмаһаң... (илай башлай).

Рәмил. Шыңшыма! Икенсе юлы белерһең нисегерәк һөйләшергә! (ҡатынына киҙәнә).

Иҙел. Теймә әсәйемә! (әсәһен килеп ҡосаҡлай, ҡысҡырып илай башлай).

Рәмил. Ах, һин, көсөк! Бар әле тай бынан! (улын елкәһенән һөйрәп ситкә этәрә). Баланы миңә ҡаршы ҡотортоп шаштырып бөттөңме, албаҫты? Бисура, хәҙер мин һине! (йоҙроҡтары менән ҡатынына килә).

Иҙелдең ҡысҡырып илаған тауышы, шау-шыу, ут һүнә.

Икенсе күренеш

Йҙә бөтә нәмәнең аҫты-өҫкә килгән. Бөтә ерҙә әйберҙәр туҙып ята, Сәриә бүлмә уртаһанда иҙәндә ултыра. Күгәренеп бөткән. Иҙел өйҙө йыйыштырып йөрөй.

Сәриә(хәлһеҙ).Улыым...

Иҙел. Әү, әсәй!

Сәриә. Һин ҡайҙа? Кил әле яҡыныраҡ.

Иҙел. (әсәһен килеп ҡосаҡлай). Килдем.

Сәриә. Һин ҡурҡма, йәме улым. Атайың ул эскән килеш кенә бит, иҫерек булғанға шулай ҡылана.

Иҙел. Әсәй, бөтә атайҙар ҙа шулай эсәме? Бөтә атайҙар ҙа шулай һуғышамы?

Сәриә. Эй, улым-улым...

Иҙел. Мин дә шундай буламмы инде атай булғас? Юҡ, минең улай итеп иҫереп йөрөгөм килмәй! Минең һәйбәт атай булғым килә!

Сәриә. Улымды минең... Һин һәйбәт атай булаһың, әлбиттә, улым. Улай итеп эсеп тә йөрөмәҫһең.

Иҙел. Мин улым булһа уға матур машина тәтәйе алып бирер инем, Әсхәттеке кеүектән. Азаттың атаһы һымаҡ, уның менән бергә уйнар инем, кәмә ағыҙыр инем. Э-эх...

Сәриә. Эй улым-улыҡайым...(улын ҡосаҡлап илай).

Иҙел. Һин илама, әсәй, бына мин тиҙҙән ҙур үҫермен дә, һине алып алы-ыҫҡа китербеҙ. Беҙҙең ысын ҙур машинабыҙ булыр, ишеү корабль төҙөрмөн. Яңы атай һатып алырбыҙ әле.

Сәриә. Әйҙә, улым. Торайыҡ, өйҙө йыйыштырайыҡ. Кеше-маҙар инһә оят булыр.

Ыҙлана-һыҙлана тора, Иҙел әсәһенә торорға ярҙамлаша, йыйыштырына башлайҙар. Ишеккә туҡылдап Әсмә әбей килеп инә.

Әсмә. Һау тораһығыҙмы-ыу, күршеләр! Әстәғииим, ней булып бөттө ул бында, Аллаҡайым?

Сәриә. Һаумы инәй, әйҙә, үт түрҙән. Бар, улым, кейенеп тышта уйнап тор. Һуңыраҡ дауам итербеҙ, йәме?

Иҙел. Һаумыһығыҙ, Әсмә инәй! (кейенеп сығып китә).

Сәриә. Һау ғына әле, инәй. Үҙең ни хәлдә йәшәп ятаһың?

Әсмә. Күрәм инде, нисек “һау” икәнеңде... Ҡарарлыҡ ерең ҡалмаған.

Һаман шул ене ҡоторған Рәмилме? Һорап торған булам, тағы эте булһынмы? Исмаһам, үҙе генә дөмөгөп ҡуймай бит, тәүбә-тәүбә!

Сәриә. Китсе, инәй, әйткәнең килеп ҡуйыр...

Әсмә. Килһә! Исмаһам, пенсийәһен ашап ятыр инең ҡороғорҙоң.

Сәриә. Улай тимә, инәй. Ир ир әле. Аталы бала арҡалы, тиҙәр.

Әсмә. Ундай атайҙың булғанынан булмағаны мең артыҡ. Китсе-гитсе..ҡуй инде.

Сәриә. Әйҙә, инәй, хәҙер сәй ҡуям, ултырып тор.

Әсмә. Шул әйттем бит инде мин һиңә, әйттем. Үҙемдең Шамилыма ғына барһаң, исмаһам. Ошо көндә теттереп донъя көтөр инегеҙ.

Сәриә. Ҡуйсы әле, инәй. Үткән-үткән бит инде. Ниңә уны иҫләп, һыҡтап ултырырға.

Әсмә. Үтмәгән әле! Белә белһәң, Шамилым һаман һин тип кәләш алмай йөрөй. Ә миңә килен кәрәк, ейәндәр һөйгөм килә. Мин бит Шамилымды өлкәнәйгәс кенә таптым, берҙән-бер генә улым. Тағы кемдән миңә ейән көтөргә? (яулыҡ осо менән йәшен һөртә).

Сәриә. Ҡуйсәле, инәй. Булыр әле, булыр киленең дә, ейәндәрең дә. Бөтөрөнмә улай.

Әсмә. Ҡасан? Миңә инде яйлап тегендә әҙерләнә башларға кәрәк. Ә мин берҙән-бер улымды башлы-күҙле итмәгәнмен. Әллә, мәйтәм, ҡыҙым, уйлайһығыҙ ҙа ҡуяһығыҙмы әллә? Ә? Үҙемә генә килен булып инәһең дә ҡуяһыңмы тим әллә?

Сәриә. Китсе, инәй, нәмә һөйләп тораһың? Минең ирем бар бит инде. Улым да бар. Йәш ҡыҙҙар бөткәнме ни Шамилға?

Әсмә. Шуны-ы ир итеп.. Ир тип әйтерлеге ҡалғанмы? Көн дә лаяҡыл булып ҡайта, көн дә һыу эскеһеҙ итеп туҡмай. Шул да булдымы тормош та, шул да булдымы ир? Иҙелеңде йәлләр инең, улыңды. Нимә күреп үҫә ул бындай мәхшәрҙә?

Сәриә. Йәлләйем дә бит, инәй, нәмәләр генә ҡылайым һуң? Үҙ атаһы менән, атайлы булып үҫһен тип кенә түҙәм бит инде ошо ғифрит менән... (ҡулдары менән битен ҡаплап үкһей)

Әсмә. Түҙмә, түҙмә.Ҡайҙа табып, ҡайҙа юғалтырыңды белеп булмай тиҙәр. Ҡайҙан беләһең, бәлки үҙ атаһы бирмәгән наҙҙы, һөйөүҙе минең балам бирер. Йә, етәр, илама. Әйҙә, сәйеңде эсерһәң., эсер ҙә.

Сәриә. Эй,ултырам инде. Сәйнүгем ҡайнап киткән дә баһа. Ҡана әле, вареньем да бар ине шикелле.

Әсмә. Әй, онотоп торам да.. Шамилым ҡорт ҡарап ҡайтҡайны теге көн. Бал индер тей һеҙгә. Анау сумканы әпир әле. Ҡана. (сығарып бал ултырта). Иҙелең бик ярата торған.

Сәриә. Эй, рәхмәт инде, инәй. Мәшәҡәтләнеп йөрөмәһәң дә булыр ине.

Әсмә. Әллә ни мәшәҡәте юҡ инде аның. Хоҙай биргән нәмә.

Сәриә. Әйҙә, инәй, бынауынан ултыр (ултырышалар).

Әсмә. Минең Хисамым да ҡыҙыу ҡанлыраҡ була торғайны. Һалып та ҡайтҡылай ине ҡай саҡ. Бәлки Шамилым шуға ла шулай өндәшмәҫерәк кенә булып буй еткәндер. Һине эй ярата бит ул... ошо албаҫтың көсләп алмаһа, күгәрсендәй йәшәп ятыр инегеҙ.

Сәриә. Әйҙә, инәй, эсеп ултыр.

Әсмә. Эсәмсе, эсмәгән ҡайҙа. Иҫләйһеңме, армиянан ҡайтҡас, туп-тура һиңә китте бит. Ҡорһаҡлы икәнеңде күреп, тиҙҙән туйың икәнен белгәс, хатта һыуға ташланам тип бөттө. Ярай иптәштәре булды яныңда. Шул саҡ инде үҙем дә хәлдең айышына төшөнөп, ҡушып ебәрмәнем үҙегеҙҙе. Үҙебеҙ ҙә үҫтерер инек кеше балаһы тип тормай.

Сәриә. Ҡуйсы әле, инәй юҡты һөйләмә. Иҫән-һау булайыҡ. Ниңә атайлы була тороп башҡа кеше үҫтереп ятһын тей баламды?

Әсмә. Атайлығын әйтер инем. Тапҡан әсә түгел, баҡҡан әсә тигәндәй, кәм-хур итмәҫ инек.

 


Дата добавления: 2015-12-07; просмотров: 65 | Нарушение авторских прав



mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.016 сек.)