Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

В 15 Не сочтите за пророчество: Письма, обращения, выступления/Сост. А. Юлдашбаев. — Уфа: Китап, 1998,— 192 с. ISBN 5-295-02244-7 9 страница



дар һәм фотокүсермәләр коллекцияһы, элекке деканы­быҙҙың әйтеүенә ҡарағанда, факультет китапханаһына тапшырыласаҡ, йәғни 11 йыл буйына сарыф ителгән ты­рышлыҡ елгә осасаҡ.

Әгәр ҙә институт асылһа, Төркиә тарихы буйынса- мы, ғөмүми төрөк һәм Азия тарихы буйынса булһын­мы, донъяның көслө ваҡыфтарынан төрлө яҡлы ярҙам алыу мөмкинлеге лә бар. Был хосуста 1957 йылда Аме- рикала булған сағымда Рокфеллер ваҡыфтарының миңә һүҙ биреүҙәре хаҡында университет ректораты­на һәм деканатына хәбәр итеп, институт булдырыу эшен тиҙләтеүҙәрен һорағайным.

1949 йылда институт ҡороу эшенә ысынлап то­тонғандан һуң эш башына килгән ректорҙарҙан Өмәр Джелал, Кязым Исмаил, Фәһим Фыратлы, Фәхри Ени- чай кеүек был институт эштәренә самими теләктәшлектәрен белдергән заттар был мәсьәләне үҙҙәре ректор булған дәүерҙә мотлаҡ рәүештә хәл итергә вәғәҙә итһәләр ҙә, һис бер һөҙөмтә сыҡманы. Хәҙерге ректор ҙа вазифаһын үтәй башлағас та был эште мотлаҡ рәүештә ыңғай хәл итәсәген әйтте. Кем белә, бәлки, шулай эшләр ҙә. Әммә хәҙер был эш, ми­нең уйлауымса, ректорҙарҙан бигерәк ректораттың һәм сенаттың эш башҡарыу ғәҙәттәренә бәйле булһа кәрәк. Мин 1927 йылдан алып был университетта эшләйем, бер тапҡыр ҙа сенат ағзаһы булманым һәм уға һис бер ниндәй йомошом да төшмәне. Шул сәбәпле университеттың юғары идараһының нисек эшләгәнен белмәйем. Ләкин беҙҙең университетта, Европа уни­верситеттарынан айырмалы рәүештә, идара итеүсе ор­гандарҙың ҡыҫымынан ғилми эштәрҙе яҡлай алырлыҡ ниндәй ҙә булһа «ғилми эштәр юғары шураһы» кеүек орган юҡ.


 



Шуның менән бергә тағы ла бер хәлде билдәләмәй урап үтергә теләмәйем. Яңы институт ҡороу буйынса сенатҡа беҙҙән бер нисә йыл һуң, хатта күп йылдар һуңыраҡ тапшырылған ҡайһы бер мөрәжәғәттәр ыңғай ҡабул ителгән. Шул иҫәптән факультетыбыҙҙа тәжрибәүи психология институты рәсми рәүештә ойошторолдо. Беҙҙә шулай уҡ башлыса Византия әҫәрҙәрен өйрәнеү менән шөғөлләнәсәк бер «Анталья бүлеге археология өйрәнеү станцияһы» төҙөлдө. Уның ойошторолоуы факультетыбыҙҙың 1954 йылдың 21 де­кабрендә булған ултырышында берҙән-бер ҡыҫҡа кәңәшмәлә ҡабул ителеп, шунда уҡ кисекмәҫтән се­натҡа йүнәлтелде. Сенатта ла был мәсьәләлә ике аҙна­нан һуң, 1955 йылдың 8 ғинуарында булған беренсе ул­тырышта был юлы ла ҡыҫҡа һөйләшеү нигеҙендә ыңғай хәл ителде. Был «Станция»ға сенат шунда уҡ 15000 лира аҡса бүлде. 1959 йыл бюджетын билдәләгәндә «Исламды өйрәнеү», «География һәм төркиәт» институттарының 15-әр мең лира тәшкил иткән бюджеттарынан 5-әр мең лира алынып, ошо «Ар­хеология станцияһы»на бирелде һәм уның бюджеты 30 мең лираға барып етте. Әйткәндәрҙән сығып, универ­ситет юғары идара органдарының береһен икенсеһенә ҡаршы ҡуйыу ниәтебеҙ бар икән тигән фекер тыумаһа ине. Әммә тормошта хәлде асыҡ күҙ менән тасуирлап, дөрөҫ аңлатып биреү — фәндең төп бурыстарының бе­реһе. Университеттың юғары идараһы янында ғилми ойошмаларҙың эштәре менән мәшғүл булырға тейешле бер орган булдырырға ихтыяж ҙур. Юғиһә бындай ғил­ми ойошмалар идара итеү, талиб һәм уҡытыусылар, хеҙмәткәрҙәр йәлеп итеү, бина, финанс ресурстары алыу кеүек мәсьәләләрҙә хаҡлы дәғүәләренә ирешеү эшендә һәр саҡ мөшкөл хәлдә ҡаласаҡ.




 



Институтыбыҙға килгәндә, тырышлығыбыҙҙың уңышһыҙ булыуының бюрократтар ҡыҫымынан, уларҙың араһында беҙгә ярҙам ҡулы һуҙырға теләүселәрҙең булмауынан башҡа, әлбиттә, тағы бер нисә сәбәбе бар. Иң башта төрөк ҡәүемдәренең тари­хын бәғзе милләттәштәребеҙ әле булһа бер фән сифа­тында танымай. Йәйге эҫе көндәрҙең береһендә (1927 йылда булһа кәрәк) Бурсала мәрхүм Хәлил Әҙһәм бейҙе Йәшел мәсет янындағы мәҙрәсә тирәһенә боронғо грек ҡомартҡылары ҡалдыҡтарын йыйҙырып йөрөгәндә ос­ратып: «Византия дәүере әҫәрҙәре ҡәлғә өҫтөндә, Ви­зантия Бурсаһында йыйылһа, ә был тирәлә ислам һәм Османлы дәүере археологияһына ҡараған әҫәрҙәр туп­ланһа, яҡшыраҡ булмаҫ инеме», — тип әйтеүемә асыу­ланып, ҡыҙыулыҡ менән: «Османлы дәүере өсөн «ар­хеология» төшөнсәһе ҡулланып булмай!» — тип яуап бирҙе. Хәҙерге ваҡытта ла беҙҙең төрөк ҡәүемдәре та­рихы һәм мәҙәниәте буйынса тикшеренеүҙәрҙе етди эш тип иҫәпләмәгән һәм уларҙы «институт ҡороп өйрәнеүгә» лайыҡ түгел тип уйлаусыларҙың береһе, урындағы йәштәр иҫәбенән төрөк ҡәүемдәре һәм Азия тарихы менән шөғөлләнәсәк белгестәр әҙерләү юлын­дағы тырышлығымды кире ҡағып: «Был эштәр өсөн үҙ татарҙарығыҙҙан берәйһен табырһығыҙ», — тип яуап биргәйне. Был яңылыш ҡараштың асы һөҙөмтәләрен беҙ йыш күҙәтәбеҙ. Факультет нәшриәтендә «Урта Азия ҡәүемдәренең үткәне тарих фәне түгел, ә этно­графия өйрәнә торған мәсьәлә», «университетыбыҙҙа ҡасанға тиклем беҙҙе вәхши халыҡтар менән әҡрәбә итергә тырышҡан кешеләргә түҙеп торасаҡбыҙ, улар эштәрен артабан киңәйтергә тырышалар бит» тигән мәғәнәлә мәҡәләләр нәшер итеүселәр ҙә булды.


 



Төрөк ҡәүемдәре тарихы менән мәшғүл булыу Рәсәйҙең эске эштәренә ҡыҫылыу тип иҫәпләп, инсти­тут ҡороуға сәйәси йүндән ҡаршы сыҡҡандар ҙа осра­ны. Минеңсә, тағы ла мөһимерәк булған башҡа бер сәбәп тә бар: был институт ҡоролоп, киләсәге өмөтлө ғалимдар төркөмө барлыҡҡа килеүен теләмәүселәрҙең ҡаршылығы. I

Әҙәбиәт факультетына ғәҙәттә техника, медицина һәм хоҡуҡ бүлектәренә үтә алмағандар килә. Ғаиләләре­нең теләге һәм тирәһендәге мөхиттең тәьҫире аҫтында ниндәй ҙә булһа фән әлкәһендә карьера эшләргә ын­тылған был кешеләрҙе ғөмүми төрөк һәм Азия ҡәүемдәре буйынса тарихсы булыу, өҫтәүенә быға өлгәшеү өсөн ғәрәп, фарсы, өс Европа теле өйрәнгәндән һуң ҡытай, һинд, боронғо Иран, славян телдәренең бе­реһен, йә иһә классик телдәрҙең береһен өйрәнеү мәшәҡәте үҙенә бик ныҡ йәлеп итеп торған еңел эш бу­лып күренә алмаҫ. Шуның өсөн был талибтарға башҡа факультеттарға ҡарағанда ҙурыраҡ стипендия билдәләргә һәм уҡыуҙарын тамамлағандан һуң уларҙы эш урындары менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итергә кәрәк. Бының барыһы хаҡында ла мин, мәрхүм Ататөрөккә мөрәжәғәт итеп, хәҙерге хәлдә беҙ үҙебеҙгә лайыҡлы йәш ғалимдар үҫтерә алмаясаҡбыҙ, шуға күрә тарихсы булырға әҙерләнеүсе һәм бының өсөн ҡытай, һинд, славян, ғәрәп һәм фарсы телдәрен өйрәнеүсе биш талибҡа махсус стипендия билдәләргә кәрәк, тип һөйләгәйнем. Ул был тәҡдимде яҡшы ҡаршыланы һәм Мәғариф министрлығына мәсьәләне ыңғай хәл итергә ҡушты. Ләкин мәғариф министры Абидин бей мәсьәләне аңлай алманы, киреһенсә: «Беҙгә, йәғни мәғарифҡа, ҡараған мәсьәләләр буйынса ни өсөн Ататөрөккә мөрәжәғәт иттегеҙ?» — тип миңә асыуын


 



белдерҙе. Тик 20 йыл үткәндән һун, ғына мәсьәләне аңлаған икенсе бер мәғариф министрына «1949 йылда Синьцзянды баҫып алған ҡытайҙар ҡул аҫтарында ҡалған мосолмандарҙы «ағартыу» өсөн Совет әҙәбиәт факультеттарында һәм коммунистарҙың пропаганда университеттарында әҙерләнгән 460 йәш кешене ебәреүҙәрен, уларҙың эш хаҡы инженерҙарға билдәләнгән эш хаҡынан кәм булмауын, беҙҙең дә мил­ли мәҙәниәт һәм мәнфәғәттәребеҙҙе милләтебеҙгә аңла­тыу өсөн шул уҡ юлдан барырға мәжбүр булыуыбыҙҙы, талибтарыбыҙға лицейҙарҙа тарих һәм әҙәбиәт уҡытыу­сыһы буласаҡтарын аңлатыу менән генә сикләнһәк, йәш фәнни кадрҙар әҙерләй, һәләтле йәштәрҙе техниканан мәҙәниәт яғына бора алмаясаҡбыҙ», — тип аңлатып, махсус стипендиялар мәсьәләһен уртаға ҡуйһам да, бер ниндәй ҙә һөҙөмтәгә өлгәшә алманым. 1930 йылда Ататөрөк, университетыбыҙҙың Әнүәр паша исе­мендәге аудиторияһында минең менән профессор Фуад Кёпрюлюне талибтар менән бергә йыйып, милли тарих­ты уҡытыу мәсьәләһе хаҡында һөйләшкәндән һуң дәрестәребеҙ менән ҡыҙыҡһынып, эштәребеҙгә илти­фат иткән, ҡарауһыҙ ҡалған был әлкәгә ярҙам ҡулы һуҙған һис бер вәкилде осратманым.

Әҙәбиәт факультеты бина яғынан да тарлыҡ кисерә. Яңы бина төҙөлгәндән һуң ғөмүми төрөк тарихы курсы өсөн көс менән 10 квадрат метрлыҡ бер бүлмә ала ал­дыҡ. Өс өҫтәл, 4 меңгә яҡын китап тултырылған шкаф­тар араһында ассистент, беҙҙең менән оҙайлы эш иткән талибтарҙың ҡайһы берҙәре, ҡытай теле уҡытыусыһы, санскрит профессоры, рус теле уҡытыусыһы аяҡ өҫтө баҫҡан килеш һөйләшәбеҙ, сөнки ултырып һөйләшер­лек урыныбыҙ юҡ. Һис булмаһа ректорҙарыбыҙҙың бе­реһе беҙгә килеп күрһә, бәлки хәлебеҙҙе аңлар ине.


 



Әммә аэроплан ангарҙары кеүек бейек һәм киң кори­дорҙарыбыҙ бар, шуны бүлмәләргә бүлеп, йә иһә баҡса­ла таҡтанан барактар яһап, тимер мейестәр ҡуйылһа ла, беҙгә эшләр урын булыр ине. Теләгәнебеҙ — дәрестәр һәм семинарҙар ойошторорлоҡ бер киң бүлмә. Амери- кала Сиетл, хатта Колумбия университеттарында бер нисә фәнни учреждение Икенсе донъя һуғышы дәүеренән ҡалған таҡта барактарҙа урынлашҡан. Аҡса бүленмәгәнлектән китап һәм ғилми журналдар алдыра алмайбыҙ. 1957 йылда алынған китаптар өсөн түләнгән аҡсаларҙың бер өлөшө әле булһа ҡайтарып бирелмәне. 60-ҡа яҡын ғилми журнал алдыра инек, 1959 йылдан һуң уларын да алдыра алманыҡ. Шунан бирле Европала беҙ шөғөлләнгән фәндәр әлкәһендә ниндәй яңы нәшриәт барлығын да белә алмайбыҙ. Германия, Англия, Амери­ка, Рәсәй, Франция, һиндостан, Япония кеүек илдәрҙәге шәрҡиәт йәмғиәттәре һәм шәреҡ ғилми мәктәптәре нәшриәтенән һис береһе килмәй. Бындай хәлдә, әлбиттә, ярҙамсыларыбыҙ булған хәлдә лә фән үҫтерә алмаясаҡбыҙ.

Университет мөхтәриәте, минең аңлауыма күрә, фән менән шөғөлләнеүсе ғалимдарҙың ҡул-аяғын бәйләп торған бюрократия ептәренән ҡотҡарыусы мөхтәриәт булырға тейеш. Беҙҙәге бөтә был эске рухи әсирлек, һәр төрлө үҙаллылыҡты тотоп торған бюрократизм, рухи төшөнкөлөк, Европа алдында артта ҡалғанлыҡ тойғоһо — былар барыһы ла үҙ көсөбөҙгә ышанмаусы- лыҡҡа, тәүәккәлһеҙлеккә дусар итеүсе иҫке ғәҙәттәр. Әгәр университетыбыҙ, башҡа Европа университетта­рынан артта ҡалыуын дауам итеп, тарихыбыҙ, тел һәм мәҙәниәтебеҙ хаҡында оригинал хеҙмәттәр менән ха­лыҡ-ара фән мөхитенә инә алмаһа, мәҫәлән, борон Урта һәм Көньяҡ Азияла, Алыҫ Көнсығышта йәшәгән ха­


 



лыҡтар телендә яҙылып, хәҙер археология ҡаҙыныуҙарында табылған сығанаҡтарҙы өйрәнеүҙә Европа ғалимдары менән бер сафта барыу юлына (быға Яҡын Көнсығыш телдәрен өйрәнеп эш итеүҙә өлгәшкәнебеҙ кеүек) өлгәшә алмаһаҡ, фән һәм мәҙәниәт әлкәһендә, милли булмышыбыҙҙы аңлауҙа башҡа милләттәргә эйәреүҙән ҡотола алмаясаҡбыҙ. Мәҫәлән, хәҙерге ижтимағи һәм иҡтисади фәндәрҙе өйрәнеү ни­геҙендә ғәрәп һәм фарсы телдәрендәге оригинал сығанаҡтарҙы тикшереп, өс йыл элек «Әзербайжандың XIII — XIV быуаттарҙағы ижтимағи, иҡтисади һәм сәйәси тарихы» исемле китап яҙып нәшер иткән А. Али- заданың кимәленә лә күтәрелә алмаясаҡбыҙ. Күптән түгел мәмләкәтебеҙҙә «төрөктөң ҡулы менән самолет һәм моторҙар эшләү мөмкин түгел, тимер юлы вагонда­рының ағас деталдәренән башҡаһын эшләп булмай» тигән фекер хакимлыҡ итә ине. Хәҙер беҙ был дәүерҙе артта ҡалдырҙыҡ. Ләкин әлегә тиклем милли мәҙәниәтте һәм милли тарихты өйрәнеү фәндәрендә ҡытай, һинд һәм славян телдәрендәге сығанаҡтарҙы, боронғо Урта Азия телдәрендә яҙылған ҡағыҙҙарҙы өйрәнеп, ориги­нал тикшеренеүҙәр үткәреүҙе Европа ғалимдарына хас бер эш, ә беҙгә иһә тик ғәрәп һәм фарсы телдәрендәге сығанаҡтарҙы өйрәнеп әҫәрҙәр яҙыу өлөшө ҡала тигән фекер хөкөм һөрә. Европа ғалимдары менән күҙмә-күҙ осрашып, факультетыбыҙҙа тарих һәм милли дастандар өйрәнеү әлкәһендә эшберлеге тәьмин итеү юлындағы бер тәҡдим буйынса 1960 йылдың 25 октябрендә һәм 15 ноябрендә факультет профессорҙары йыйылышында булып үткән кәңәшмә иғтибарға бик лайыҡлы. Бындай кәңәшмәләрҙең протоколдары сенатҡа ҡараған бер юғары ғилми комиссия тарафынан тикшерелһә, бик урынлы булыр ине.


 



Күреүебеҙсә, төрөктәрҙең нигеҙ тарихы менән шөғөлләнәсәк бер ғилми институт ойоштороу эше, 1939 йылдың 26 октябрендә тапшырылған тәүге проектты иғти­барға алһаҡ, тап 20 йыл, ә инде 1949 йылдың 19 июнендә факультет ултырышында ҡаралған һуңғы проект күҙ уңында тотолһа, ун йыл буйына төрлө ҡағыҙҙар араһында ятып ҡалыуын дауам итә булып сыға. Шуға ҡарамаҫтан был тәҡдимдәрем, һис шикһеҙ, бер көн тормошҡа ашыры­ласаҡ. Ғүмеремдең һуңғы дәүере башланған был көндәрҙә ойошторорға тырышҡан Ғөмүми төрөк һәм Азия тарихы институтының, ниһәйәт, ҡоролоуын, был әлкәләге фәнни тикшеренеүҙәрҙең ҡатмарлы һәм талибтарҙың аҙ булы­уын иҫәпкә алып, был хәлде яҡшыртыу өсөн тейешле сти­пендиялар тәғәйенләнеүен һәм милли тарихыбыҙ хаҡын­дағы фәнни тикшеренеүҙәрҙең тейешле бер йүнәлеш алы­уын күрергә бик теләр инем. Итальян, латин, грек телдәрен өйрәнеп, Венеция, Рим һәм Женева архивтарын­да эшләрлек, икенсе яҡтан, славян, ғәрәп һәм Иран архив һәм китапханаларында шөғөлләнеү өсөн был телдәрҙе өйрәнгән булдыҡлы йәштәр үҫһә, «Төркиә һәм Яҡын Көнсығыш тарих институты», башҡа тарих институттары һәм семинарҙары ойошторолоп, улар, Лондон университе- тындағы кеүек, бер ғөмүми үҙәк янында тупланырҙар ине. Факультетыбыҙҙағы тарих институттары шәреҡ мәҙәниәтен һәм тарихын өйрәнеү буйынса музейҙар һәм башҡа учреждениелар булдырыр ине. Бөтә был эштәр, үкенескә ҡаршы, беҙҙән һуңға ҡалыр кеүек күренә.

Конституция проектында үҙ аллы бюджетлы «Юғары иҡтисади шура» булдырыу ҡаралһа ла, мәмләкәтебеҙ хаки­миәтендә булып торған үҙгәрештәргә бәйләнеше бул­маған, мөстәҡил бюджетлы, мөстәҡил ғилми тикшере­неүҙәр өсөн терәк булған «Төркиә Фәндәр академияһы» ҡороу ҡаралмаған.


 



Беҙҙең өсөн берҙән-бер өмөт — үҙ аллы ғилми тик­шеренеүселәргә хосуси капитал тарафынан ярҙам күрһәтелеүе, төрөк байҙарының төрөк тарихы һәм мәҙәниәте өлкәһендә төрөк һәм Европа телдәрендә фәнни әҫәрҙәр сериялары, ғилми журналдар нәшер итеү өсөн ваҡыфтар булдырыуы. Голландияла Мутон исемле бер бай нәшриәтсе 1954 йылда ойошторған «Үҙәк Азия журналы» бөгөнгө көнгә ҡәҙәр сыҡҡан 20 һанында донъяның иң күренекле тюрколог, синолог, тибетолог, монголист, һиндолог ғалимдарының Урта Азия, шул иҫәптән төрөк һәм монгол ҡәүемдәренең та­рихына, теленә һәм мәҙәниәтенә ҡараған бик ҡиммәтле әҫәрҙәрен тулы рәүештә нәшер итеп, бөтә ҡыҙыҡһынған кешеләргә файҙаланыу мөмкинлеге тәьмин итте. Шулай ук Данияла бер һыра фабрикаһы хужаһы ҡалдырған бай ваҡыф иҫәбенә Азия телдәрендә яҙылған әҙәби ҡомартҡылар (Бөйөк Азия теле ҡомартҡылары), шул иҫәптән төрөк һәм монгол телендәге ҡомартҡылар, бик мөкәммәл бер рәүештә нәшер ителде. Ни өсөн төрөк байҙары үҙ милли мәҙәниәте ҡомартҡыларын һәм уларға бағышланған фәнни хеҙмәттәрҙе нәшер итәсәк ваҡыфтарҙы булдыр­маҫҡа тейеш.

ӘХМӘТЗӘКИ ВӘЛИДИҘЕҢ МАНЧЕСТЕР УНИВЕРСИТЕТЫНДА ҺӨЙЛӘГӘН ТЕЛМӘРЕ

(1967 йылдың 27 июнендә Англияның Манчестер университеты Әхмәтзәки Вәлидигә «Почетлы доктор» исемен бирҙе)

Мәшһүр университетығыҙҙың миңә, «Почетлы док­тор» исеме биреп, оло хөрмәт күрһәтеүе миндә тәрән тойғолар уятты. Үҙемдең тыуған мәмләкәтем булған


 



Урал тауҙарында минең был ҡаланы ишеткәнем дә юҡ ине. Һуңынан ғына Манчестерҙың данлыҡлы инглиз туҡымаларын етештереүсе үҙәк булыуын, бында Шәреҡҡә ҡағылышлы ҡулъяҙмалар һаҡланған бик бай китапханалар барлығын белдем. Университетығыҙҙың мөһим ғилми үҙәк икәнлеген Көнбайышта ориента­лизм өйрәнә башлағас ҡына аңланым. Шулай уҡ ҡалағыҙҙа Джон Райландс һәм уның хәләл ефете кеүек Шәреҡ сәнғәтенә, ғилми әҫәрҙәренә, боронғо сауҙа до­кументтарына ғәйәт ҙур иғтибар биргән күп интеллек- туалдар барлығын белдем. Утыҙ йыл элек мистер А. Миньянаның «Джон Райландс китапханаһындағы ғәрәп манускрипттары каталогы» исемле хеҙмәтен уҡығанда мин Ҡөрьән-Кәримебеҙҙең Көнсығыш төркисәһенә тәржемәһе барлығы хаҡында белдем. Был факт миндә ҡалағыҙға, университетығыҙға һәм китап­ханаларығыҙға ҡарата тәрән ҡыҙыҡһыныу уятты. Был китаптың тел үҙенсәлектәренә ҡарап, уның бик бо­ронғо төрки телендә икәнлеген күрәһең. Әҫәр ун дүрт томға бүленеү сәбәпле, уның фотокүсермәләрен эшләтеп алыу менән минең үҙем шөғөлләнергә тейеш булыуым аңлашылды, һуңынан мин ҡулъяҙманың айы­рым биттәренең күсермәләрен алдым. Яҙыуҙарҙың яҡшы һаҡланыуы, сифатлы ҡағыҙ ҡулланылыуы был ҡулъяҙмаларҙың XI йәки XII быуатта, Ҡараханлылар дәүерендә яҙылыуын күрһәтә ине. Ҡөрьән-Кәрим па­раллель рәүештә төркисәгә һәм фарсысаға тәржемә ителгән. Төрки теле сифатында Көнсығыш Төркөстан­дың Ҡашғар диалекты ҡулланылған.

Тарихсы булараҡ, Англияның төрөк тарихы өсөн әһәмиәтле һәм бай китапханалары һәм коллекциялары булған мәмләкәт икәнлеген белә инем. XVI быуатта уҡ инглиз король ғаиләһе янында барлыҡҡа килгән интел­


 




Дата добавления: 2015-08-28; просмотров: 47 | Нарушение авторских прав







mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.011 сек.)







<== предыдущая лекция | следующая лекция ==>