Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

В 15 Не сочтите за пророчество: Письма, обращения, выступления/Сост. А. Юлдашбаев. — Уфа: Китап, 1998,— 192 с. ISBN 5-295-02244-7 3 страница



Я. РУДЗУТАККА ХАТ


1923 йыл, 20 февраль

IX партия съезы барышында профсоюздар мәсьәләһе хаҡында һөйләшкән саҡта һеҙгә һәм Том­ский иптәшкә: «Совет дәүләтендә партия ағзаһы бул­май, профсоюзға яҙылған эшсенең ихтыяры һәм эшмәкәрлегендәге үҙаллылығы һаҡланһа ине, улар менән ғәскәрҙәге һалдат кеүек мөғәмәлә ителмәһә ине. Был минең ысын күңелдән әйтелгән теләгем», — тип, үҙ фекеремде әйткәс, һеҙ ҡулымды ике ҡуллап ҡыҫҡай­нығыҙ. Ләкин бөгөнгө көндә нимә килеп сыҡты? Шул съездан һуң өс ай үткәс, Ленин Коминтерндың 2-се конгресына әҙерләгән «Милли һәм колониялар мәсьәләләре тураһында» исемле 12 пункттан торған те­зистарын, «фекерҙәрегеҙҙе белеү өсөн» тип, миңә биргәйне. Был конгреста Ленин, бөтә донъя күләмендә инҡилаб еңгәндән һуң метрополия пролетариаты коло­ниялар пролетариаты менән етәкселек итергә тейеш, тигән тезисты ҡабул иттерҙе. Минең был фекергә ҡар­шы булыуым «фекеремде белеү өсөн» генә хеҙмәт ит­те.

Троцкий менән Бухариндың «эшмәкәрлек фрон­тында» әүҙем «эшләгән кешеләр араһында фекер һәм ихтыяр үҙаллылығы булырға тейеш» тигән фекерҙәрен яҡлаған кеше булып күренһә лә, Ленин шул фекерҙән сығып эш иткән инсандарҙың ихтыярын сикләү һәм инҡар итеү юлына баҫты. Был хәлдә Сталинға ғына түгел, Лениндың үҙенә лә һис тә ышанып булмаясағын, Рәсәйҙә социализм төҙөүҙең рус империализмына яраҡлашыу юлына баҫыуын Троцкий ҙа, башҡалары­быҙ ҙа үҙ күҙебеҙ менән күрҙек. Хәҙер мин кемгә ина­


 



нып кире килермен? Һеҙгә ышанһам, үҙ хәлегеҙҙең ныҡлы булыуына шигегеҙ юҡмы? Ижтимағи мәсьәләләр буйынса арабыҙҙа айырма булмауын, инҡилабсылар даирәһендә бер-береңә ышаныс һәм их­ласлыҡ хөкөм һөрөргә тейеш, тип иҫәпләүемде яҡшы беләһегеҙ, һеҙҙең кеүек самими инсандарҙан башҡа тағы кемгә ышанырға мөмкин? Мин «бер тапҡыр йы­лан саҡҡан тишеккә мөъмин икенсе тапҡыр бармағын тыҡмаҫ» тигән мосолман донъяһында киң билдәле мәҡәлдең хаҡ булыуына ышандым. Рәсми вазифа биләмәгән шарттарҙа ла азат һәм иркен тын алып йәшәү теләгемә тоғро ҡаласаҡмын, һеҙгә һәм мине дуҫ күргән, миңә ышанған Томский, Фрунзе, Рыков кеүек иптәштәргә һаулыҡ теләйем.




ЛЕНИНҒА ХАТ

1923 йыл, 20 февраль

Мөхтәрәм Владимир Ильич!

Ауырыуығыҙ сәбәпле был хат һеҙгә уҡытылмаҫ та, ишеттерелмәҫ тә, ләкин мин уның нөсхәләрен башҡа бәғзе арҡадаштарыма ла ебәрәм, ул артабан тарихҡа инәсәк бер яҙыу булыр. Иптәш Сталин, Рудзутак иптәш булышлығында, мине партияға кире ҡайтарырға маташа. Ул 1920 йылда Үҙәк Комитетҡа Баҡынан яҙған хат аша Мәскәүгә ҡаршы йүнәлтелгән эшмәкәрлегемде асыҡ белгертеүем, баҫмасы хәрәкәтенә ҡушылыуым хаҡында белмәмешкә һалыша. Ләкин 1919 йылдың 20 мартында Һеҙҙең, Сталиндың, минең һәм арҡадашта- рыбыҙҙың имзалары менән нәшер ителгән Килешеү ун


 



дүрт айҙан һуң, 1920 йылдың 19 майында, яңғыҙ һеҙҙең һәм Сталиндың имзалары ҡуйылған фарман менән юҡҡа сығарылғас, кем Һеҙгә инанып кире килер? Был бер яҡлы фарманығыҙға ҡаршы мин үҙегеҙҙе күреп протест белдергәс, Һеҙ 1919 йылдың 20 мартында ҡабул ителгән Килешеүҙе бер «ҡағыҙ киҫәге» (клочок бума­ги) тип баһаланығыҙ. Хәлбүки, был Килешеүҙә Башҡортостандың айырым ғәскәре буласағы, уның Үҙәк совет командалығына туранан-тура буйһонасағы иғлан ителгәйне. Хәҙер 1920 йылдың 19 майындағы фарманығыҙ менән Башҡорт ғәскәрен был хоҡуҡтан мәхрүм итеп, Волга аръяғы округына буйһондороп, уны айырым частарға бүлгеләүҙе лә уның ҡарамағына ҡалдырҙығыҙ. Ғәмәлдә бөгөн Башҡорт ғәскәре йәшәүҙән туҡтаны. Шундай уҡ бер фарманда «Өфө ви- лайәте Башҡортостанға ҡушыла» тигән алдатҡыс мәғәнәле һүҙҙәрегеҙ иһә асылда «Башҡортостанды Өфө вилайәтенә ҡушыу» тигәнде аңлата ине. Был хәлдә Совет хөкүмәте 1917 йылдың 20 ноябрендә «Рәсәй мосолмандарына» исемле декретта иғлан иткән «Рәсәйҙән айырылыу хоҡуғы» ла (до отделения от Рос­сии) 1920 йылдың 19 май фарманығыҙ тарафынан та­мырынан юҡ ителде. Бынан аҙаҡ көньяҡ-көнсығыш Рәсәйҙә башҡорт, ҡаҙаҡ һәм төркөстандарҙың еңелеүенән һуң һәм минең иртәгәге көн Совет Рәсәйенән сығып китеүемдән башлап көньяҡ- көнсығыш мосолмандары тарихында яңы бер дәүер асыласаҡ: мосолмандарҙың ирек һәм хоҡуҡтарының Рәсәйҙәге эске көрәш нигеҙендә хәл ителмәү тәжрибәһе үкенесле. Шунлыҡтан был мәсьәләләрҙе хәл итеү халыҡ-ара көрәш кимәленә күтәрелә. Минең маҡсатым һәм төп эшем азатлыҡҡа дәғүәбеҙҙең тари­хын һәм асылын донъяға белдереүҙән ғибәрәт буласаҡ.


 



Артабан был хатта беҙҙең иҙелеүгә бәйле айырым мәсьәләләр тикшереләсәк.

Великорус милләте хәҙер үҙ ҡулы аҫтында ҡалған ҡәүем һәм милләттәргә ҡаршы йүнәлтелгән сәйәсәтен ижтимағи һәм иҡтисади өлкәлә генә түгел, мәҙәниәт әлкәһендә лә киҫкен рәүештә тормошҡа ашыра башла­ны. Үткән йыл ойошторолған «Шәреҡ университеты» ошо сәйәсәтте башҡарыусы бер үҙәк сифатын алды. Үҙәк Комитет янында великорустарҙан торған шәреҡ эштәре белгестәренең төркөмө күренә башланы. Үҙәк Комитет Совет ҡулы аҫтындағы шәреҡ милләттәренең бәғзе вәкилдәрен килтереп, уларға үҙ янындағы «шәреҡ белгестәренә» кәрәкле материалдарҙы әҙерләп бирергә ҡушҡан. Айырым китап һәм брошюралар ҙа нәшер иттеләр. Ләкин улар исеменән яҙылған фе­керҙәр великорустар тарафынан көсләп тағылған. Рус булмаған был зыялыларҙың үҙ өлкәләре өсөн яҙған «конституция»ларының бәғзе пункттары тикше­релмәҫтән алып ташланған. Шәреҡ университеты һәм Үҙәк Комитеттың шәреҡ эштәре белгестәре бөгөн шөғөлләнгән ҙур эш — айырым ҡәүемдәрҙең мәхәллә диалекттарына ярашлы рәүештә фонетик нигеҙҙә уларҙың алфавитын һәм әҙәби телдәрен барлыҡҡа кил­тереү. Был эштең принциптарын билдәләүҙә лә рус булмаған коммунистар тик кәңәш биреүселәр булған. Шәреҡ университеты кешеләре тарафынан сығарылған «Ҡыҙыл Шәреҡ» журналының (рус хәрефтәре менән «Гызыл Шарк») һуңғы һанында дағстанлы Ғүмәр Алиев исемле берәү, Төньяҡ Кавказда төрөк телдәре өсөн рус (кириллица) алфавиты ҡабул ителһә, бының һөҙөмтәһе христианлыҡҡа күсеү була­саҡ, шуға күрә улар өсөн дә Әзербайжанда ҡулланыла­саҡ латин алфавитын ҡабул итергә кәрәк; алфавит һәм


 



әҙәби тел мәсьәләләре рустар етәкселегендә түгел, фәҡәт ошо ваҡытҡа милли-сәйәси хөрриәт нигеҙендә төҙөлгән үҙ аллы өлкәләрҙең хөкүмәттәре ярҙамы менән урындағы белгестәр тарафынан эшләнергә те­йеш, тип яҙған. Бындай мәҡәләләр, шулай уҡ ҡайһы бер әзербайжан белгестәренең «Ҡыҙыл Шәреҡ» жур­налы аша төрөк-мосолман ҡәүемдәрен бер әҙәби тел тирәһендә тупларға ынтылыуы великорус бел­гестәрендә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Үзбәк һәм ҡаҙаҡ зыялылары ла ҡатнашҡан бер кәңәшмәлә латин алфа­виты нигеҙендә (төрки халыҡтар өсөн. — Ә. Ю.) дөйөм алфавит булдырыу фекерен яҡлаған әзербайжан Шах- тахтинский менән Жәлил Гулиевҡа проф. Поливанов ҡаршы сыҡҡан. Проф. Поливанов һәм башҡа рустар, латин алфавиты ҡабул ителһә, аҙаҡтан уның урынына кириллица индереләсәге, иҫәбе ҡырҡҡа яҡын төрки һөйләштәрҙең һәр береһе өсөн айырым алфавит эшләнәсәге хаҡында һөйләгәндәр. Шахтахтинский иһә төрки халыҡтарҙың һәр береһе әҙәби тел йәшәтә алма- ясағын аңлатҡан. Артабанғыһы билдәле, Һеҙ великорус иптәштәрегеҙ менән берлектә ябай бер милләтте те­ленән һәм яҙмаһынан яҙҙырыуҙан башлап, уларҙы та­мам руслаштырғанға тиклем яғаларынан ысҡындырма- ясаҡһығыҙ. «Ағымға ҡаршы» һәм башҡа әҫәрҙәрегеҙҙә милләттәрҙең хоҡуҡтарын тулы бер формала үҙ ҡулда­рына тапшырыу тураһындағы һүҙҙәрегеҙ менән хәҙер­ге сәйәсәтегеҙ араһындағы айырма ҡабул итерлек түгел.

1919 йылдың яҙында беҙ ғәскәребеҙҙең ойоштороу эштәре менән Саранскиҙа булған саҡта Һеҙҙең тараф­тан вәкил итеп ебәрелгән Зарецкий иптәш халҡыбыҙға: «Иҙелгән милләттәребеҙҙең үҙаллылығын, уларҙың милли хөкүмәт, милли ғәскәр төҙөү мәсьәләләрен та-


 



рихта беренсе булып бары тик Совет хөкүмәте генә ахырынаса хәл итәсәк», — тип бер ай буйына күп йы­йылыштарҙа һөйләп йөрөнө. Мин дә «Правда»ла был ышандырыуҙарға ярашлы бер мәҡәлә нәшер иттем. Ул хәлдәрҙән һуң дүрт йыл да үтмәне, сәйәсәтегеҙ тамам кире яҡҡа боролоп тормошҡа ашты. Бәлки, РКП(б) бы­нан һуң да милләттәрҙе азат итеүе хаҡындағы һүҙҙәрҙе Рәсәйҙән алыҫтағы Азия һәм Африкала һөйләүен дауам итер. Әммә дөрөҫлөк шунда, Григорий Сафаров кеүек кешелекле инсандарҙың Төркөстанға килеп, бында батшаның элекке колониаль сәйәсәтен хәҙер ҙә дауам итеүегеҙҙе тәнҡитләп мәҡәләләр баҫтырғаны өсөн, уға асыу тотҡан великорустарығыҙ, кескәй милләттәрҙе китҡа ем булған ваҡ балыҡтар менән сағыштырып, урындағы халыҡтар араһынан сыҡҡан коммунистарға «аңлатыу» эше алып баралар һәм ошо фекерҙе тәғлимәт рәүешендә һөйләп хушланалар.

Иптәш Артем беҙҙә саҡта урындағы халыҡтан сыҡҡан коммунистарыбыҙҙың бәғзеләренә, үҙ аллы әлкәләрҙә йәшәйәсәгебеҙҙе ышандырып һөйләү менән бергә, Ҡытай һәм Һиндостандан башҡа бөтә Көнсығыш Азияла совет (рус) культураһының рәҡипһеҙ* хаким итәсәге хаҡында асыҡтан-асыҡ әйтә торғайны. Йәнәһе, быға бер ниндәй мәхәллә теле һәм культураһы ҡаршы тора алмаясаҡ, был телдәр тик ком­мунизм идеяларын таратыу өсөн файҙаланыласаҡ. Бындай һәм шуға оҡшаш һүҙҙәр башҡа ерҙәрҙә лә ҡат- ҡат әйтелә. Ләкин ул һүҙҙәр Рәсәй сигендә генә ҡал­маҫ. һис шөбһә юҡ, улар артабан да тараласаҡ һәм һөҙөмтәлә үҙ ихтыярынса йәшәргә теләгән, ләкин һеҙҙең ҡул аҫтында ҡалған һәр милләттең беренсе дош­маны Совет Рәсәйе буласаҡ.


2—46


 

* Бер үҙе.





Был хаҡта һеҙгә «Колониальный и национальный вопрос» темаһына бағышланған тезистарығыҙ буйын­са фекер алышҡан заманда бер аҙ әйткәйнем инде. Аҙаҡ ошо уҡ тезистарҙы «Коммунистический интерна­ционал» журналында (№ 11) тағы бер тапҡыр уҡыным. Һеҙ пролетариат диктатураһы донъя күләмендә еңгәндән һуң «артта ҡалған милләттәр йәшәгән өлкәләрҙә социализм режимы урынлаштырыу ал­дынғы (передовой) милләттәрҙең (улар араһына хаким итеүсе милләттәр ҙә инә) әүҙем ярҙамында тормошҡа ашырыласағы шарт булыуы хаҡындағы фекерегеҙҙе алға һөрҙөгөҙ. Был иһә Һиндостанда инглиз, Төркөстанда рус, Африкала француз һәм Бельгия эш­селәренең ойошмалары колониаль сәйәсәтте дауам ит­терәсәк тигән һүҙ. 1915 йылда Өфөлә Һеҙҙең иптәштәрегеҙ менән һөйләшкән саҡта, Һеҙ урынлаш­тырасаҡ социалистик тәртиптәрҙең кеше хоҡуғын юҡ итеүгә нигеҙләнгән террор режимын булдырасағы хаҡында һүҙ бармай торғайны. Хәҙер ни булды һуң? Революцияларҙың маҡсаты шул инеме ни? Профсоюз дискуссияһында ошо һорауҙы ҡуйған Пятаков хаҡлы ине. Ул һеҙгә, инҡилабтарҙы тир һәм ҡан түгеп бо­йомға ашырған эшсе ойошмаларының ихтыярын тар­тып алмағыҙ, тигәйне. Роза Люксембург та, социализм идеялары империалистик традицияларҙан арынмаған бөйөк милләттәрҙең теләктәренә яраҡлашыу юлына баҫһа, бынан яҡшылыҡ булмаясағын әйткәйне.

Әгәр ҙә Рәсәйҙә социализм империализм традиция­ларына әсир төшкән булмаһа, иҙелгән милләттәр өсөн яңы алфавит һәм һөйләш диалекттарынан яңы әҙәби телдәр барлыҡҡа килтереүҙең ни мәғәнәһе бар?..

Һау булһағыҙ, бәлки, эшләнгән хаталарҙы үҙегеҙ төҙәтер инегеҙ.


 



Һеҙгә тик бер үтенесем бар: йөклө булыу сәбәпле минең менән бергә иртәгә Иран юлына сыға алмаған ҡатыным Нәфисәгә минең менән ҡайтанан ҡауышыу өсөн Германияға сығарырға рөхсәтегеҙҙе һорар инем.

Әхмәтзәки Вәлидов.


БАШҠОРТ ХАЛҠЫҢА ХУШЛАШЫУ ХАТЫ

1923 йыл, февраль, Ашхабад

Милләтебеҙҙең хоҡуҡтарын һәм хөрриәтен һаҡлау юлында хәлемдән килгән ҡәҙәр көрәштем. Хәрәкәте­беҙ, Башҡортостандағы кеүек үк, Төркөстанда ла бихи­сап ватандаштарыбыҙҙы көрәшкә дәртләндерҙе. Был эштә Төркиәнән, Дағстандан, Әзербайжандан, хатта Афғанстандан байтаҡ кеше ҡатнашты, ниһәйәт, ул Әнүәр Пашаны ла йәлеп итте. Үкенескә ҡаршы, Поль­ша менән һуғыш Мәскәү файҙаһына тамамланды. Әгәр был һуғыш һис юғында тағы бер нисә ай дауам иткән булһа, Әнүәр Паша Байсун-Ғузарҙан, ә Сәмәрҡәнд ви- лайәте баҫмасылары Жизак—Нуратанан килеп, Сәмәрҡәнд менән Бохараны яулап алырҙар ине. Тимер юлдың күп урындарын шартлатыу өсөн динамит әҙерләнде. Август айында был юл Кыҙыл—Арват һәм Һырдаръя тарафтарында Ҡыҙыл армия өсөн ябыласаҡ ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Мәскәү ҙур хәрби көстәрҙе был яҡҡа йүнәлтеү мөмкинлеге тапты. Хәлебеҙ август айында тамам кирегә китеүгә ҡарамаҫтан, мин көрәште дауам итеү, бөтөн Шәһрисәбз һәм Сәмәрҡәнд тарафы баҫмасыларын, башҡорт, татар һәм


2'


 



ҡаҙаҡ офицерҙарын август аҙағында Байсун өлкәһенә туплап, уларҙың Әнүәр Паша менән берләшеүен тәьмин итеү менән шөғөлләнә инем. Әммә ваҡиғалар тиҫкәрегә юл алды. Әнүәр Паша һуғышта шәһит булды. Тап шул ваҡытта (сентябрҙә) Ташкентта йәшерен рәүештә йыйылған Төркөстан Милли берлеге конгре­сы миңә көрәште сит мәмләкәттәрҙә дауам итеүҙе, уның тарихын яҙып, донъя йәмәғәтселегенә еткереүҙе, беҙҙең талаптарҙы халыҡ-ара мәсьәлә сифатында ойоштороу эштәрен йөкмәтте. Европала йәки Төркиәлә ҡалып, шул эш менән шөғөлләнәсәкмен. Әммә хәҡиҡәткә тура ҡарарға кәрәктер: был хәрәкәттең хәҙерге кимәле, йәғни мәхәллә күләмендә хәрәкәт итеп, көрәшеп, Советтарҙы сигенергә (уступ- каға) мәжбүр итергә тырышыу һөҙөмтә бирмәне. Хәҙер милләтебеҙ бүре тешенә эләккән һарыҡ хәлендә.

Әммә был мәсьәлә киләсәктә юғарыраҡ кимәлдә күтәреләсәк, шуға көрәште башҡаса ойоштороу зарур. Рәсәйҙә Советтар хакимлығы мәсьәләһе, хәҙергә эске көрәш сифатында тамамланғандан һуң, артабан халыҡ- ара мәсьәләгә әүереләсәк. Уның менән һуңыраҡ бөйөк дәүләттәр мәшғүл буласаҡ. Ул киләсәктә бөйөк дәүләттәр мәсьәләһе булыуҙан да уҙып, бөтә донъя мәсьәләһенә әүерелер. Советтар, милләттәрҙе һәм ко­лонияларҙы азат итеүҙәре тураһында ялған һүҙ тара­тып, эшселәрҙең ирек һәм хоҡуҡтары мәсьәләһен күтәргән социализм тәғлимәтен бер эгоист милләттең империалистик идеяһына хеҙмәт итеүсе хәрәкәткә әүерелдерҙе. Ошо көндәрҙә Ленинға һәм мине ғәфү итеүҙәре хаҡында белдергән Сталин менән уның башҡа арҡадаштарына тапшырыу өсөн шул уҡ мәсьәләләр буйынса ике хат яҙып, Ташкентта ғөмүми вәли булған Рудзутакка ебәрҙем. Уларҙың бынан һуң


 



үткәрәсәк сәйәсәтенең программаһы — Рәсәйҙең үҙендә генә түгел, Европалағы һәм Азиялағы күрше өлкәләрҙә лә рус теле һәм мәҙәниәтенең хаким­лығын тәьмин итеү. Бөтә донъя милләттәрен социа­лизм төҙөүгә саҡырыу ҙа шул маҡсатҡа өлгәшеүҙең бер сараһы ғына. Бөтә донъяны руслашты­рыу бойомға ашырырлыҡ эш түгел. Әммә был хәҡиҡәтте башҡа илдәрҙә тиҙ генә аңлай алмаҫтар. Сөнки бойондороҡһоҙ, азат милләттәргә рус мәсьәләһенең ғәмәлдәге империалистик асылын аңла­тыуы ауыр. Быны хатта Хивалағы йәш сәйәси эшмәкәрҙәр рустар уларҙың үҙ хөкүмәттәренең көлөн күккә осороуҙан дүрт ай элек аңламайҙар ине әле. Бәлки, был хәҡиҡәттәрҙе аңлау өсөн һәр милләттең бер ни тиклем ваҡыт рус хакимлығы аҫтында булыуы шарттыр. Һәр хәлдә, хәҙер мәмләкәтебеҙҙә бола һәм күтәрелештәргә юл ҡуймаҫҡа кәрәк. Сөләймән Мырҙабулатовтың сығышы кеүек хәрәкәттәр бөгөнгө көндә милләтебеҙгә зыян ғына. Был хосуста мин уға Бо­харанан хәбәр ебәргәйнем. Шатлыҡҡа күрә, ҙур юғал­тыуҙар булманы шикелле. Хәҙер ҡулығыҙҙан килгән ҡәҙәр әһәмиәт бирә торған мәсьәләләрегеҙ шулдыр:

1) Йәштәрҙең уҡыуы, уларҙан ғилем һәм техника белгестәрен әҙерләү менән шөғөлләнеү.

2) Хосуси хужалыҡ эштәренән айырылып, коопера­тивтарға инеп, социализм аппаратында нығынып, милләткә шул юлда хеҙмәт итеүҙе вазифа итеп үҙ өҫтәренә алыу теләген эшлекле кешеләр күңеленә һеңдереү. Быны 1919 йылдың авгусында Стәрлета­маҡтағы йыйылышта ла һөйләгәйнем.

3) Дин һәм телебеҙҙе һаҡлауға ғәйрәт сарыф итеү. Иң әшәке йәберләүҙәр ошо ике нигеҙҙә, йәғни дин һәм милли тел әлкәһендә эшләнәсәк. Был тәңгәлдә һис бер


 




Дата добавления: 2015-08-28; просмотров: 44 | Нарушение авторских прав







mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.013 сек.)







<== предыдущая лекция | следующая лекция ==>