Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

В 15 Не сочтите за пророчество: Письма, обращения, выступления/Сост. А. Юлдашбаев. — Уфа: Китап, 1998,— 192 с. ISBN 5-295-02244-7 8 страница



ҡаҙанлы ҡәрҙәштәребеҙ араһынан яңы үҫеп килгән заттар быны икенсе төрлөрәк аңлай. Улар минең ҡасандыр Ҡазандан айырым бер башҡорт йөмһүриәте барлыҡҡа килтереү юлындағы эшмәкәрлегемде иң бөйөк милли енәйәт һәм быға ҡаршы көрәшеүҙе иң бөйөк милли бурыс тип белгәнлектән, бәлки, минең юғары фән мөхитендә иғтибар һәм ҡыҙыҡһыныу ҡаҙаныуымды ла бер «милли һәләкәт» кеүек күрәләрҙер. Шуға күрә улар беҙ башҡорттарға ҡаршы бөтә төркөстанлы йәштәрҙе ҡулдарынан килгәнсә ҡар­шы ҡуйырға, дошман итергә тырышалар. Бындай хәлдә ҡаҙанлыларҙан яңы үҫеп килгән яңы мәҙәниәт ҡеүәттәре менән хеҙмәттәшлек мөмкинлеге юҡҡа сыға. Һин дә үҙеңдең ике яҡлы хәлеңде аңла. Был мәсьәлә былай «эт эсәге» кеүек бер туҡтауһыҙ һөйрәлеп килмәһен ине, быға сик ҡуйырға кәрәктер.

7. Башҡорт булараҡ, беҙҙең алға һөргән дәғүәбеҙ шул: Бәләкәй Башҡортостанды яҡлау һәм шул илгә ҡаҙанлыларҙы ла йәлеп итеү, Яйыҡ буйын башҡорт, та­тар һәм ҡаҙаҡ-ҡырғыҙҙарҙың берләшеү урыны булыр­лыҡ хәлгә килтереү, Рәсәй һәм Себерҙә таралып йәшәгән татарҙарҙы Төркөстан эсендә ерләштереү өсөн аңлатыу эшен йәйелдереү, Ҡазан мәсьәләһендә Рәсәй эсендә бер автономиялы ил сифатына ирешеү өсөн көрәш алып барыу.

8. Әгәр мөмкинлек таба алһам, элекке «Яңы Төркөстан»7 кеүек бер яңы нәшриәт булдырыр инем. Ләкин хәҙер бик мәшғүлмен, фәҡәт милли мәсьәләләргә ваҡыт бүлергә кәрәклеген бик яҡшы аңлайым.

9. Япондарҙың Маньчжуриянан һуң хәҙер Төньяҡ Ҡытайҙы яулап алыуы, Европала Англия-Германия флотының берләшеүе — донъяның иң бөйөк ваҡиғала-


 



рынан. Был мәсьәлә бер көн большевиктарҙың баш өҫтөндә шартлар төҫлө. Шуға күрә беҙгә һис тә күңел төшөнкөлөгөнә бирелергә ярамай. Юғарылағы 4, 6, 7- се пункттар буйынса яҡшылап кәңәшләшеү,-үҙебеҙгә әҙерләнеү һәм берҙәм фронт, берҙәм милли программа булдырыу бик лайыҡлы бер эш булыр ине.



Күп, күп сәләмдәр менән Әхмәтзәки Вәлиди.

ИҪКӘРМӘЛӘР

1Абдулла Баттал Таймас (1883— 1969 й.) революцияға тик­лем үк Рәсәйҙә киң танылған күренекле татар журналисы, яҙыу­сыһы, ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1921 йылда Финляндияға эмиг­рацияға китергә мәжбүр була, ә 1925 йылдан алып Төркиәлә йәшәй һәм эшләй. Ул ғәрәп, француз, рус һәм күп кенә төрки телдәрен яҡшы белгән. Уның төп хеҙмәттәре түбәндәгеләр: «Ҡазан төрөктәре» (1925), «Рус инҡилабы тураһында хәтирәләр» (1947), «Мин яҡтылыҡ нурын эҙләнем» (1962), Р. Фәхретдинов, И. Гаспра- лы, М. Ярулла Бигиев, Ғ. Баруди, Садри Маҡсуди һәм бүтән күре­некле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре хаҡындағы хеҙмәттәре.

2Башҡорт халҡының 1917 — 1918 йылдарҙа булған ҡорол­тайҙары күҙҙә тотола.

3Был китап Истанбулда 1934 йылда нәшер ителә. Унда Рәсәйҙәге инҡилабтар һәм граждандар һуғышы йылдарында төрки халыҡтарҙың милли-азатлыҡ көрәше барышында федералистар менән унитаристар араһындағы идея көрәшенең тарихы ярайһы ғына ентекле һөйләнелә.

4Һүҙ Ғаяз Исхаҡиҙың ҡыҙы, һуңынан күренекле ғалим, про­фессор Сәғәҙәт Сығатай һәм шулай уҡ күренекле ғалим, сығышы менән татар, профессор Рәшит Рәхмәти Арат хаҡында бара.

5Бында Әхмәтзәки Вәлидиҙең Бонн университеты саҡырыуы буйынса Германияға 1935 йылда килеүе хаҡында һүҙ бара. Был ваҡытта ул, Вена университетын тамамлап, «Ибн Фадлан юлъяҙмаһы» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһы яҡлаған була.

6Был осорҙа Әхмәтзәки Вәлиди Германияла «Ибн Фадлан юлъяҙмаһы», «Төркөстан тарихы», «Тарихта ысул» һәм башҡа күп


 



хеҙмәттәр өҫтөндә эшләй, улар ысындан да тиҙҙән ғалимды донъя­ның иң эре шәрҡиәтселәре рәтенә сығара.

'Егерменсе йылдар аҙағында Әхмәтзәки Вәлиди менән Әбделҡадир Инан Төркиәлә «Яңы Төркөстан» исемле журнал сығарған, унда Советтар Союзы составында ҡалған төрки ха­лыҡтарҙың тарихы һәм хәл ителмәгән мәсьәләләре сағылған

(Ә. М. Юлдашбаев иҫкәрмәләре.)


ИСТАНБУЛ УНИВЕРСИТЕТЫ АЛДЫНДА ТОРҒАН МӘСЬӘЛӘЛӘРҘЕҢ БЕРЕҺЕ

«Төрөк йорто» журналы, Профессор, доктор

1961 йыл, № 8 Зәки Вәлиди Туған

Университеттар тормошҡа ашырырға тейешле дөйөм дәүләт сәйәсәте кимәлендә әһәмиәткә эйә булған саралар хөкүмәт ҡарамағында. Был юлда хөкүмәтебеҙ тарафынан алынған бәғзе саралар хаҡын­да матбуғат биттәрендә бөгөн йәнле һөйләшеү бара. Мин иһә был осраҡта университеттың үҙендә эшләгән кеше тарафынан тикшерелергә тейеш булған мәсьәләләрҙең береһе хаҡында үҙ фәнем мәнфәғәттәренән сығып фекер йөрөтмәксемен.

Шуларҙың береһе: университеттарҙың арҡа һөйәген тәшкил итергә тейеш булған ғилми бе­рекмәләрҙе ойоштороуҙы бюрократтарҙан ҡотҡарыу эше. Был бюрократлыҡтың миҫалы сифатында бер ғил­ми институт ойоштороу өсөн күп йыл шөғөлләнеүем хаҡында һөйләйәсәкмен.

Мин элекке декан профессор Кёпрюлю Фуадтың имзаһы менән 1926 йылдың 26 мартында әҙәбиәт фа­культетында «Ғөмүми төрөк тарихы дәрестәре» үткәрергә саҡырыу алып, 1927 йылдың 26 ғинуарында


 



вазифамды үтәй башлағанда беренсе дәресемдә шун­дай һүҙҙәр ҙә һөйләгәйнем (ул һуңынан литография ысулы менән нәшер ителде):

«Милләтебеҙҙең боронғо заманда һәм урта быуат­тарҙа Азия һәм Европа тарихында тотҡан халыҡ-ара әһәмиәтен күп төрлө ҡәүемдәр һәм мәҙәниәттәр тари­хы менән бәйле булыу йөҙөнән XVIII — XIX быуаттарҙа инглиздәрҙең шул уҡ континент тарихында уйнаған халыҡ-ара әһәмиәте менән сағыштырырға мөмкин. Йәғни тарихыбыҙҙың үҫеше был тарихты бөтә Азия һәм Европа милләттәренең тарихы менән берлектә өйрәнергә мәжбүр итә. Беҙ тарихыбыҙҙы бер юлы ике йүнәлештә: 1) бер яҡтан, Төркиә тарихын Яҡын Көнсығыш, Аҡ диңгеҙ (Урта диңгеҙ. — Ә. Ю.) тирәһе һәм Европа тарихы менән берлектә, 2) икенсе яҡтан, ғөмүми төрөк, йәғни төрөк ҡәүемдәре тарихын Азия һәм Көнсығыш Европа, айырыуса Ҡытай, Һиндостан һәм Рәсәй тарихы менән берлектә өйрәнергә мәжбүрбеҙ.

Беҙ боронғо скифтар, көнбайыш һундар, бәжәнәктәр һәм болғарҙар, ниһәйәт, османлылар тари­хын өйрәнеү өсөн боронғо грек һәм латин телдәрен, көнсығыш һундар һәм Урта Азия тарихының бөтә дәүерҙәрен өйрәнеү‘өсөн ҡытай телен, тарихыбыҙҙың буддизм дәүерен, археология тарафынан табылған та­рихи яҙыуҙарҙы өйрәнеү өсөн һинд, боронғо иран телдәрен, урта быуаттарҙы һәм яңы дәүерҙе тикшереү өсөн ғәрәп һәм фарсы телдәрен өйрәнергә тейешбеҙ. Әлбиттә, бының барыһы ла бер кеше башҡара торған эш түгел. Ғәрәп, фарсы һәм өс Европа ғилем телен белгән төрөк тарихсыларынан береһе өҫтәүенә ҡытай, икенсеһе һинд һәм боронғо иран, өсөнсөһө латин һәм грек, дүртенсеһе славян һәм айырыуса рус телдәрен


 



өйрәнеп, бөтә был тарихсылар бер ҡыйыҡ аҫтында ойошоп төрөк тарихын бергәләп өйрәнә алырҙар ине.

Бөтә был телдәр йәһәт өйрәнелә алмаҫ, ваҡыт талап ителә. Әммә университетта төрөк тарихы белгесе сифа­тында әҙерләнәсәк һәр кем үҙенең ғилми тикшеренеү йүнәлешенә күрә кәрәкле телдәрҙе өйрәнергә тейеш. Хәл бөгөн былай булмаһа ла, киләсәктә шулай буласаҡ. Мәҫәлән, мин Рәсәйҙә булған сағымда латинса өйрәнә башлағайным, һуңыраҡ ташланым, ләкин хәҙер күрәм, Ибн Фадлан сәйәхәтнамәһен өйрәнеү өсөн был телде мотлаҡ рәүештә белергә кәрәк, сөнки профессор X. Френ һәм башҡаларҙың был хаҡтағы әҫәрҙәре латин­са яҙылған.

Төрөк тарихы ер йөҙөнөң ифрат киң өлөшөндә тор­мошҡа ашҡанлыҡтан уны тик бергәләшеп, Европа ғалимдары менән киң хеҙмәттәшлеккә өлгәшеп кенә уңышлы өйрәнә алырбыҙ. Төрөк ғалимдарының әҫәрҙәре мотлаҡ рәүештә Европа телдәрендә лә нәшер ителеп, Европа ғалимдары тарафынан тәнҡит күҙле­генән тикшерелергә тейеш. Факультетыбыҙҙа төрөк, монгол, ҡытай, һинд, боронғо Иран һәм славян телдәрендә төрөк ҡәүемдәре һәм Төркиә тарихына ҡараған ғилми нәшриәттән һәм был телдәрҙә яҙылған сығанаҡтарҙан файҙаланыу эшендә ярҙам итерҙәй Ев­ропа ғалимдары менән хеҙмәттәшлек итергә тейешбеҙ. Хәҙерге хәлебеҙҙә тарихыбыҙҙы үҙ ҡабығыбыҙға бикләнеп өйрәнмәһәк ине, беҙҙең өсөң иң зыянлыһы — сикләнгәнлек һәм фанатизм. Беҙ дәрес сәғәттәренән тыш семинарҙар ойошторорға тейешбеҙ, сөнки ғилми тикшеренеү алып барырға һәләтле йәштәр үҙҙәрен тик ошо семинарҙарҙа күрһәтә ала».

1927 йылда беренсе дәресемдә һөйләгән был фе­керҙәремде мин 1946 йылда баҫылған «Ғөмүми төрөк та­


 



рихына кереш» исемле китабымдың баш һүҙендә һәм 1950 йылда сыҡҡан «Тарихта ысул» китабымда төрлө телдәрҙәге сығанаҡтарҙы һайлап ҡулланыу юлдарын бер-бер артлы күрһәтеп, аңлатып биргәйнем (190 — 311- се биттәр).

Алға һөргән фекер — төрөк тарихын махсус өйәнеүсе бер ғилми институт барлыҡҡа килтереү. Бе­ренсе тапҡыр 1939 йылдың 26 ноябрендә Әҙәбиәт фа­культеты деканлығына «Тарих институты» булдырыу тураһында 8 битлек проект тәҡдим итеп, күсермәһен Мәғариф Вәкәләтенә лә ебәргәйнем. Унда 25 талибтың һәм 5 ассистенттың был институтта оҙайлы шөғөлләнеүен тәьмин итерлек техник шарттар күрһәтелгән, 300-гә ҡәҙәр өйрәнелергә тейеш булған иң мөһим тарихи мәсьәләләр исемлеге төҙөлгән, институт нәшер итергә тейешле ғилми баҫмалар һәм журналдар билдәләнгән ине. Ул замандағы декан был проекттарҙы һалҡын ҡаршыланы һәм бер нисә йыл буйына факуль­тет мәжлесе ултырышының көн тәртибенә ҡуйманы.

Бындай мөнәсәбәт ҡаршыһында 1940 йылдың 9 май­ында һәм 26 сентябрендә мин Вәкәләткә ентекле мөрәжәғәттәр (күсермәләрен факультетҡа ла биреп) ебәрҙем һәм унда, «институт ойошторолмаһа, факульте­тыбыҙҙа төрөк тарихы буйынса ғилми тикшеренеүҙәр булмаясағын, яңы нәҫелдән ғалимдар үҫеп сыҡмая- сағын, был эшкә сит ил ғалимдарын йәлеп итергә кәрәклеген, яҙылған әҫәрҙәрҙе сит телдәрҙә нәшер итеү өсөн юғары белемле тәржемәселәргә лә мохтаж булы- уыбыҙҙы аңлатырға тырыштым. Анкарала был һуңғы яҙыуымды Вәкәләткә тапшырған саҡта кәңәшсе Ихсан бей миңә факультетыбыҙҙа был институт ҡороу эшен тик минең үҙемде ҡыҙыҡһындырған бер эш булып, хыял емеше тип ҡарау өҫтөнлөк алыуын, төрлө тарих


 



дәрестәре биреүсе профессорҙарҙың береһе лә был ин­ститут мөдире етәкселегендә эшләргә теләмәйәсәген, шуға күрә был институтты тарих институты түгел, тик минең үҙ ҡарамағымда булған «Ғөмүми төрөк тарихы институты» сифатында ҡороуыбыҙҙың бигерәк уңай бу­ласағын һәм быны Вәкәләт тә хуп күрәсәген һөйләне. Мин дә проектты ошо фекергә ярашлы үҙгәртеп, дека­натҡа тәҡдим итһәм дә, мәсьәлә мәжлес ултырышының көн тәртибенә ҡуйылманы.

Беренсе проектты тәҡдим иткәндән һуң 10 йыл үткәс, деканлыҡта ла үҙгәрештәр булыу менән файҙаланырға тырышып, мин «Ғөмүми төрөк һәм Азия тарихы институты», «Исламды өйрәнеү институты», «Славян һәм рус филологияһы институты» ойоштороу күҙ уңында тотолған өс институт төҙөү проектын тәҡдим иттем. 1949 йылдың 19 июнендә тапшырылған «Ғөмүми төрөк тарихы институты» проекты факультет профессорҙары мәжлесе ултырышының көн тәртибенә ҡуйылғас, факультеттың элекке деканы, бик ныҡ тулҡынланып, «был бер дәүләт эсендә тағы бер дәүләт ҡороу тигән һүҙ» тине һәм ултырышты ташлап сығып китте. Тик шунда ғына был эштең тормошҡа ашыуына ҡаршы ҡабул ителгән сараларҙың ни тиклем етди икәнлеген аңланым. Шулай ҙа факультетыбыҙҙа мине яҡлаған, Европа университеттарында белем алған башҡа арҡадаштарымдың ярҙамында был проектты мин ныҡышмалы рәүештә ҡат-ҡат көн тәртибенә ҡуйҙым. Проект факультетҡа тәҡдим ителгәндән һуң йыл ярым ваҡыт үткәс, 1950 йылдың 30 октябрендә фа­культет мәжлесендә «Ғөмүми төрөк тарихы институты уставы» сифатында ҡабул ителде. Әммә проект ни өсөндөр университет сенатына бик һуң ебәрелгән. Се­нат был проектты тиҙ генә ҡулына алып ҡарай алманы.


 



Ниһәйәт, мин 1956 йылдың 31 октябрендә һәм 25 декаб­рендә ректорға һәм сенат ағзаларына айырым-айырым хат яҙып, институттың исемен тәү тәҡдим ителгән хәлдә «Ғөмүми төрөк һәм Азия тарихы институты» тип атарға тәҡдим иттем һәм был эште артыҡ һуҙмауҙарын, төрөк тарихы мәсьәләләренең фәнни тикшеренеү те­маһы сифатында университет тематикаһы эсенә алы- ныуын үтендем, юғиһә милли тарихыбыҙ һәм Азия ҡәүемдәре тарихы буйынса етди ғилми нәшриәт булды­рыу эше һуңға ҡаласағын ныҡышмалы рәүештә аңла­тырға тырыштым. Сенат тик ете йыл үткәндән һуң, 1957 йылдың 3 ғинуарында булған 55-се ултырышында про­ектты ҡулына алып тикшерһә лә, факультетыбыҙҙың вәкилдәре булған ике тарихсы риза булмағанлыҡтан был институтты «Ғөмүми төрөк тарихы» институты итмәйенсә, бөтә тарихты эсенә алған киң бер тарих ин­ституты хәлендә ҡорорға кәрәк тигән фекерҙе алға һөрөп, факультетҡа кире ҡайтарҙы. Мин, элекке фе- керҙәремде яҡлап, проектты яңынан тикшереү өсөн факультет деканлығына яҙып мөрәжәғәт итһәм дә, бөгөнгө көнгә тиклем һөҙөмтәһен белә алманым.

Институтыбыҙ 1950 йылда ҡоролдо тип иҫәпләнеп, ректор Өмәр Джелал бей тарафынан да «бынан һуң нәшриәтегеҙҙе Ғөмүми төрөк тарихы институты нәшриәте сифатында сығара алаһығыҙ» тип телдән рөхсәт бирелгәнлектән шул уҡ йылда нәшер ителгән «Тарихта ысул» һәм 1951 йылда сыҡҡан «Хорезмса тәржемәле Муҡәддимәт әл-Әдәб» тигән ике ҙур кита­бымдың титул биттәрендә «Ғөмүми төрөк тарихы ин­ституты баҫмалары» тип күрһәтелде. Өмәр Джелал бей ректорлыҡтан киткәс, был институт исеменән баҫып сығарыу өсөн әҙерләнгән бер нисә томдан торған әҫәрҙәребеҙ (шул иҫәптән «Рәшидеддин, тормошо һәм


 



әҫәрҙәре», «Алишер Навои, тормошо һәм әҫәрҙәре», «Тимерҙең һәм улдарының тарихы») нәшер ителмәй ҡалды. Өҫтәүенә, институтыбыҙ нәшриәтенә сит илдәрҙән бер нисә ғалим (шул иҫәптән америкалы Шурман һәм Крейдер, «төрөк тарихында феодализм» тигән тема буйынса япон ғалимы Такео Абе, хазар һәм Кавказ төрөктәре тарихы буйынса инглиз Данлоп, Ур­та Азиялағы хорезм, тохар, соғыд, сак һәм хотен телдәрендә төрөк тарихына бәйле сығанаҡтар хаҡында инглиз Бейли, Геннинг һәм америкалы Дрезден, Олуғбәк тарихы буйынса француз Оубен, Рәшидеддин тарихының Ҡытайға ҡараған өлөшөн тикшереүгә бағы­шланған әҫәре менән Голландия ғалимы Карл Ян һәм Вань Циншан) ҡатнашырға тейеш, инглиз телендә төрөк дастандарының дәрәжәһен күтәрә торған әҫәрҙәр баҫыласаҡ, был эштә лә Сиетл университеты профессорҙары һәм Карл Ян ҡатнашасаҡ ине. Был әҫәрҙәрҙең бер өлөшө бөгөнгө көндә нәшер итергә әҙер, тик улар төрөк ғалимдары ярҙамында Төркиәлә һаҡланған сығанаҡтарҙағы мәғлүмәттәр нигеҙендә эшен тамамлауға мохтаж.

1949 йылдан алып институт китапханаһы өсөн китап тупланды. Үткән йыл 3132 томдан торған был китапхана­ла ҡытай телендә — 1814 том, инглиз телендә — 363 том, рус телендә — 233 том, һинд һәм боронғо Иран (сан­скрит, Авесты, Һарушти, Хотен, Тохар һәм Соғыдса яҙыуҙар) телдәрендә 228 том, ҡалғандары иһә француз, немец, ғәрәп, фарсы, тибет, латин, грек, монгол, италь­ян, тажик телдәрендә һәм төрөк теленең бөтә һөйләштәрендә яҙылған китаптар йыйылған. Алфавит һәм предмет каталогтары булдырылып, китапхана тәртипкә килтерелгән. Фонд бөтәһе 43 тема буйынса айырылып, улар үҙ сиратында 122 бүлеккә бүленгән.


 



Мәҫәлән, төрөк менән Алыҫ Көнсығыш ҡәүемдәре мөнәсәбәттәре мәсьәләләре 8-се, төрөк менән Иран ҡәүемдәре мөнәсәбәттәре мәсьәләләре 12-се, Төркиәнең сәйәси һәм мәҙәни тарихы 10-сы, XVI бы­уаттан алып хәҙерге көнгә тиклем Урта Азия һәм Кавказ төрөк ҡәүемдәренең тарихы һәм бөгөнгө тормошо 14-се, Көнбайыш Европала төрөк һәм славян ҡәүемдәре мөнәсәбәттәре 13-сө, ғөмүми төрөк мәҙәниәте һәм теле мәсьәләләре 14-се бүлектә тупланған. Әйтәйек, 8-се һан аҫтындағы «төрөктәрҙең иҡтисади тарихы» тигән тема а) ғөмүми иҡтисад мәсьәләләре һәм сауҙа, б) финанс мәсьәләләре һәм һалымдар, в) сәнәғәт, үлсәүҙәр, метро­логия, г) ауыл хужалығы һәм крәҫтиәндәрҙе ергә урын­лаштырыу мәсьәләләре, д) күсмә һәм ултыраҡ тормошта мал аҫрау, төрөктәрҙә ат тәрбиәләү һәм башҡа шуға оҡшаш мәсьәләләр урын алған. 22-се булған «Төрөк мәҙәниәте» темаһына төрөк идара системаһы, админис­тратив бүленеш, феодализм, төрөк сәнғәте, төрөктәрҙә хәрби оҫталыҡ, ҡоралдар, ғәскәри кәрәк-яраҡ, йорт төҙөү, тирмә йорт төрҙәре, төрөк дине һәм төшөнсәһе, почта ойоштороу, йәмәғәт ойошмаһы, һәнәр үҫтереү, спорт, театр, музыка, уйындар, төрөк этнографияһы һәм башҡа бүлектәр урын алған. Институт рәсми рәүештә ойошторолоп, үҙенең ғилми тикшеренеү йүнәлешен билдәләү менән был китапхана бер нисә йыл эсендә ун меңләгән һирәк баҫмаларға эйә булған китапханаға әүереләсәк ине. Китапханаға 1949 йылдан алып сит телдәрҙә 60-ҡа яҡын фәнни журнал алдырыла баш­лағайны, үткән йылдан бирле улары ла алдырылмай. Нөсхәләре Төркиәлә булмаған фәнни нәшриәттең һәм ҡулъяҙма сығанаҡтарҙың фотокүсермәләре тупланған бүлектә лә ярайһы бай коллекция барлыҡҡа килгәйне. Институт булдырылмаған хәлдә был китапхана, журнал­


 




Дата добавления: 2015-08-28; просмотров: 69 | Нарушение авторских прав







mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.016 сек.)







<== предыдущая лекция | следующая лекция ==>