Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

В 15 Не сочтите за пророчество: Письма, обращения, выступления/Сост. А. Юлдашбаев. — Уфа: Китап, 1998,— 192 с. ISBN 5-295-02244-7 2 страница



йынса башҡорт урмандарында ҡырҡып һәм йыйып алынған бөтә байлыҡты (материалдарҙы) үҙ ҡулыбыҙға алып, халыҡ файҙаһына ике миллион һумға яҡын ки­лем тапҡан саҡта, большевиктар беҙҙе, Башҡорт хөкүмәтен, таратып ебәрҙе һәм урман декреты менән башҡорт халҡы ҡулынан бөтә урман байлығын тартып алды. Ә артабан, Бөтә Рәсәй күләмендә ерҙе соци- алләштереү законы сығарып, башҡорт һәм та­тарҙарҙың ер милкенә булған хоҡуғын бөтөрҙө һәм уны Рәсәйҙең дөйөм милкенә әйләндерҙе. Башҡорто­стандың иркен ерҙәренә фәҡәт мосолмандарҙы ғына күсереү тураһындағы Ҡоролтай ҡарарын юҡҡа сығарып, Башҡортостан сиктәренә эске губерналарҙан рустарҙы күсереп килтерә башланылар. Бер яҡтан, «Башҡорт-Татар Республикаһы»н тормошҡа ашырыр- лыҡ булмаһа ла, халыҡ уны үҙе иғлан итергә тырышты, тип алданылар. Икенсе яҡтан, автономия яҡлыларҙың бөтәһе хаҡында ла волость аппараттары аша мәғлүмәттәр йыйып, барыһын да тоттолар, ҡулға алды­лар һәм, төрлө яза биреп, юҡ иттеләр. Автономия ту­раһында һөйләгәндәрҙе ошолай ҡурҡытып, автономия талап иткән территорияларға аҙыҡ-түлек тә, тауар ҙа бирмәйбеҙ, тип янап, халыҡтың дин һәм выжданынан көлдөләр. Ғилемгә эйә булған барлыҡ яҡшы кешеләр, илде ташлап, ҡайҙа етте — шунда киттеләр. Больше­виктар башҡорт халҡы хоҡуҡтарын бына шулай мыҫҡылланы, шул уҡ нәмәне башҡа автономиялы илдәрҙә (әлкәләрҙә) лә үткәрҙеләр. Мәҫәлән, Төркөстандың мосолман хөкүмәтен тар-мар иттеләр, уның ҡайһы бер ағзаларын ҡулға алдылар, икен- селәрен аттылар, автономия яҡлыларҙы ултыртып ҡуйҙылар, уларҙың да күбеһен үлтерҙеләр. Күп төйәкте, кәрәсин һибеп, тулыһынса яндырҙылар,




меңәрләгән кешене һәләк иттеләр, меңәрләгәнде һалҡын Себергә олаҡтырҙылар, уларҙы ла унда үлем көтөп алды: большевиктар ҡулланмаған бер әшәкелек тә ҡалманы. Быуаттар буйына үҙенең архитекту­раһы — һомғол мәсеттәре, бөйөк мәҙрәсәләре менән дан тотҡан Коканд — 150 мең мосолман йәшәгән, йөҙәрләгән мәсете, мәҙрәсәһе, руханиҙары, миллион­дарса байлығы булған ҡала кәрәсин һибеп яндырылды. Маргелан, Кува кеүек урындарҙа ла үҙҙәренең һаҡал­дарын ҡырып, муйындарына тәре элгән кешеләр генә ҡотолоп ҡалды...



Большевиктар тарафынан Ҡырым мөфтөйө Челяби Жиһан әфәнде үлтерелде, ә мәйете, тураҡланып, диңгеҙгә ташланды. Большевиктар башта һалдаттарға, солох төҙөйбөҙ һәм уларҙы һуғыштан ҡотҡарабыҙ, тип иғлан итеп, һалдаттарҙың ҡулынан барлыҡ ҡоралдарҙы тартып алды, ҡорал заводтарын үҙҙәренә алдылар, ә һуңынан, үтәлмәҫ вәғәҙәләр биреп, төрлөсә алдатып, ха­лыҡты таланылар. Илде фәҡирлеккә сумырҙылар. Фаб­рика һәм заводтар халыҡҡа кәрәк булған ситса, сәй, шәкәр етештереү урынына, бөтә эшселәрҙе ҡорал менән тәьмин итеп, халыҡты таларға сығарып ебәрҙеләр. Ә ин­де большевиктарға әүерелгән эшселәрҙең бер өлөшө еңел кәсепкә тотонғас, фабрика һәм заводтар ябылды, халыҡ кейенер өсөн кейем һәм эске кейем, үлгәндәрҙе ерләү өсөн кәфенлек, ашар-эсер өсөн шәкәр, сәй, йылы­ныр өсөн утын, яҡтыртыу өсөн кәрәсин алыуҙан туҡта­ны. Был яуыз большевиктарҙың, ҡыҙыл гвардияның, ҡыҙыл армияның иҙеүе һәм йәберләүе бөгөн бөтә сиктәрҙән ашып китте, илдең быға түҙерлек хәле ҡалма­ны. Большевиктарҙың татлы һүҙҙәре һәм алдашыуҙары арҡаһында үҙ ҡоралдарын тапшырған һәм илдәренә әйләнеп ҡайтҡан һалдаттарҙы бында тағы талай башла­


 



нылар. Үҙаллылыҡҡа ынтылған финдар, украиндар, ҡырымлылар, белорустар, литвалылар һәм башҡалар ярҙамға немецтарҙы саҡырҙы. Кавказдағы мосолмандар төрөктәргә мөрәжәғәт итте һәм, уларҙың булышлығында үҙ ерҙәренән бөтә большевиктарҙы ҡыуып сығарып, Рәсәйҙән тамам айырылды.

Бөгөнгө көндә чехословактар һәм башҡа сит ил ғәскәрҙәре Япония һәм башҡа сит ил дәүләттәр ярҙамында большевиктарҙы Себерҙән ҡыуҙы һәм Вла- дивостоктан алып Златоустка тиклем араны тулыһын­са таҙартты. Шулай итеп, хәрби төҙөлөштө лә, тәртипте лә белмәгән, хәрби әҙерлеге булмаған, күнекмәгән, ә тик таларға һәм үлтерергә генә өйрәтелгән ҡыҙыларме­ецтәр һәм ҡыҙыл гвардиясылар Себерҙә, ҡояш нурҙары аҫтында юҡҡа сыҡҡан ысыҡ кеүек, тамам юғалды. Большевиктар хәҙер Казан, Өфө, Сембер, Ырымбур, Төркөстан, Ҡаҙағстан кеүек мосолман ерҙәрендә тороп ҡалды, улар бында еңелгәндән һуң йыйылды.

Мәскәү тирәләй улар юҡ ителеп килә. Беҙҙең ҡылыстарға һәм казак пуляларына, шулай ук автоно­мияға ынтылыусы башҡа милләттәр асыуына ҡаршы торорға хәле ҡалмаған большевиктар, ҡорой башлаған күлдән ҡасыусы балыҡтар кеүек, ҡойроҡтарын тешләп, соҡорҙан соҡорға йүгергеләй. Мосолмандар һәм башҡорттар ҙа — ҡурҡаҡтар, шуға беҙгә теймәҫтәр һәм ҡаршы бармаҫтар, тип уйлап, улар хәҙер Өфө, Ҡазан, Ырымбур кеүек мосолмандар йәшәгән урын­дарҙа эркелешеп йөрөп, уларҙың ярҙамына таяна, Урал тауҙарына һыйына башланы. Улар, Уралдың урманда­рында һәм бейек тауҙарында башҡорттар араһында оҙағыраҡ йәшенеп йәшәрбеҙ, кеше талауҙарын дауам иттерә алырбыҙ, тип ышана. Бында йәшәп, улар башҡа


 



халыҡтар менән һуғышыуҙарын дауам итеүҙе һәм, шу­лай итеп, беҙҙең илде ҡанға батырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

Беҙ, йәғни Башҡорт хөкүмәте ағзалары, бына шун­дай саҡта Силәбегә килдек. Ике ай самаһы ваҡытты беҙ Ырымбур төрмәһендә үткәрҙек. Сығарып атыуҙарын, аҫыуҙарын көтөп, доғаларыбыҙҙы уҡып ултырғанда, Ырымбурға казак ғәскәрҙәре һәм үҙебеҙҙең башҡорт­тар килеп етте, улар, ҡалаға һыйынған бөтә ҡыҙыл гвардиясыларҙы ла тар-мар итеп, беҙҙе төрмәнән ҡотҡарҙы. Ошо көндән алып Силәбегә килгәнгә тиклем беҙ ауылдар буйлап гиҙҙек, беҙҙе эҙәрләгән ҡыҙыл гвардиясыларҙан йәшендек, көтөүсе, күсер йә иһә бат­рак ҡиәфәтенә инеп, көндәребеҙҙе урмандарҙа, тау- таш араһында уҙғарҙыҡ. Ниһәйәт, Аллаһы тәғәләнең ярҙамы менән һәм халҡыбыҙҙың сер һаҡлай белеүе һәм ҡыйыулығы арҡаһында беҙ бында килә алдыҡ. Ҡөрьән үбеп, беҙ башҡорт халҡы вәкилдәре алдында, халҡыбыҙ тапшырған эште үтәрбеҙ, аҙағына тиклем алып барып еткерербеҙ, ҡаныбыҙҙы ла, йәнебеҙҙе лә ҡыҙғанмаҫбыҙ, тип ант иттек. Беҙҙең бурыс — ошо ан­тыбыҙҙы үтәү.

11 ноябрҙә сығарылған 1-се номерлы приказы­быҙҙа: «Беҙ автономияны большевиктарҙан бүләк итеп алмайбыҙ, шуға күрә үҙ илебеҙҙә әҙәпһеҙлектәргә түҙеп тора алмаясаҡбыҙ», — тип асыҡтан-асыҡ бел­дерҙек.

27 ғинуарҙа большевиктарға: «Башҡорттарға ҡара­та үҙ программағыҙҙы, үҙ власығыҙҙы һеҙ башҡорт халҡын ашатлап ҡына үткәрә аласаҡһығыҙ», — тип яҙҙыҡ, һәм бөгөн үҙебеҙҙең хаҡлы булғаныбыҙға инан­дыҡ. Силәбегә килгәндә үк илебеҙҙең большевиктарға ҡаршы ҡоралланыуын, уларға ҡаршы халыҡтың


 



үҙенең күтәрелә башлауын күрҙек. Беҙ шуға ышана­быҙ: халҡыбыҙ Башҡортостан еренән уны быуған, уны тапаған дошманын ҡыуыр, үҙенең тарихи ҡаһарман­лығын, ҡыйыулығын күрһәтер, үҙ тарихын тиккә генә данламағанын иҫбатлар.

Турғайға йәнәш урындарҙа ҡырҡ меңлек ҡаҙаҡ- ҡырғыҙҙар унда урынлашып алған большевиктарҙы ҡыуа. Шундай уҡ эштәрҙе беҙ Төркөстанда ла күрәбеҙ.

Дин тотоусылар, ҡурҡыу белмәҫ туғандар, ҡәрҙәштәр, ерәнес большевиктарҙы бөтөн донъяла ҡыҫырыҡлаған, бер яҡтан немецтар, төрөктәр, икенсе яҡтан япондар, ҡытайҙар, чехтар, словактар ҡый­ратҡан, уларҙы рус халҡының интеллигентлы һәм мәғрифәтле өлөштәре лә, уның казактар кеүек айырым төркөмдәре боғаҙынан алған, аҙым һайын стенаға ҡыҫҡан бер ваҡытта һеҙ ҙә үҙ көсөгөҙҙө, ғәйрәтегеҙҙе иҫбатлағыҙ. Үҙ Башҡортостаныбыҙҙа, үҙ Уралыбыҙҙа уларға ирек ҡуйһаҡ, беҙ үҙебеҙҙе бөтә донъя алдында хурлыҡҡа ҡалдырасаҡбыҙ: беҙ ул саҡта, бөтә хоҡуҡта­рыбыҙҙы юғалтып, иң бәхетһеҙ халыҡҡа әүереләсәкбеҙ.

Һеҙгә шул мәғлүм булһын: башҡорт биләмәләренән кем большевиктарҙы һөрөп сығара, ерҙәребеҙ, бай­лыҡтарыбыҙ шуныҡы буласаҡ. Әгәр ҙә беҙ, башҡорт­тар һәм Башҡортостанда йәшәгән башҡа мосолмандар, ҡурҡһаҡ һәм уларҙы Уралдан ҡыуып сығармаһаҡ, ул саҡта ергә һәм автономия алыуға бөтә хоҡуҡтары­быҙҙан мәхрүм ҡаласаҡбыҙ.

Дошмандың көсһөҙ булыуына иҫәп тоторға ярамай. Беҙ большевиктар менән һуғышыр һәм уларҙы иле- беҙҙән ҡыуып ебәреү өсөн ҡоралға тотонабыҙ. Дош­мандың да ҡоралы бар. Ләкин дошман ғәскәрҙәрендә тәртип юҡ. Әгәр беҙ ҡоралға ғына ышанып, тәртипкә


 



әһәмиәт бирмәһәк, буйһонмаһаҡ, насар буласаҡ. Беҙҙә буйһоноу (етәкселеккә) булырға тейеш — ул дошманда юҡ, дошманда тәртип етешмәй. Шуның өсөн, илдә мо­билизация иғлан итеп, беҙ даими башҡорт полктары ойошторабыҙ, ә уларҙан яҡшы ҡоралланған, яҡшы кейендерелгән һәм ҡаты тәртипкә буйһондоролған ғәскәрҙәр төҙөйәсәкбеҙ. Бынан тыш, дошмандың һәр урында ла шымсылары күп. Улар, үҙ ғүмерҙәрен һаҡлап алып ҡалыу һәм таланған халыҡтың нәфрәтенән ҡотолоу өсөн, халыҡ араһына, ғәскәргә үтеп инә, өгөт-нәсихәт менән була, шик-шөбһә тыуҙыра, «башҡорттар байҙарҙы (буржуйҙарҙы) яҡлай, уларҙы һуғышҡа, герман фронтына ебәреү өсөн кейендерәләр, ҡоралландыралар», тип ҡурҡыталар. Улар рухты һындырырға, беҙҙең ғәскәрҙәге буйһоноуҙы, тәртипте юҡҡа сығарырға тырыша. Уларҙың алдығына ышанмағыҙ. Улар — һеҙҙең араға ингән һәм һеҙҙең арала йөрөгән шайтандар, иблестәр. һеҙ уларҙы ҡайҙа күрһәгеҙ, шунда тотоп атығыҙ, үлте­регеҙ, юҡ итегеҙ.

Беҙ үҙ ерҙәребеҙҙе, үҙ илебеҙҙе, үҙ динебеҙҙе, үҙебеҙҙең автономияны яҡлау өсөн ҡоралланабыҙ. Кавказ, Себер, Ҡырым халыҡтары үҙҙәрендә больше­виктарҙы бөтөрҙө, тар-мар итте, ҡыуып ебәрҙе. Хәҙер инде беҙ, башҡорттар, шулай уҡ Башҡортостанда йәшәүсе башҡа мосолмандар, берләшеп һәм ҡаҙаҡ- ҡырғыҙҙар, Төркөстан мосолмандары һәм казак ғәскәрҙәре менән бергә эш итеп, уларҙы илебеҙҙән ҡыуасаҡбыҙ. Бына ул беҙҙең маҡсат.

Халҡыбыҙҙың ҡаһарман ир уҙамандары, мосолман егеттәр, дошмандарҙы, шымсыларҙы үҙегеҙгә яҡын ебәрмәгеҙ.


 



Һеҙҙең хөкүмәтегеҙ, беҙ, үҙебеҙҙең ғүмеребеҙҙе йәлләмәйенсә, һеҙгә хеҙмәт итергә ант бирҙек, һәм беҙ һеҙҙе һатмаясаҡбыҙ: германдар менән беҙ һуғышмая­саҡбыҙ. Бөтә Башҡортостан, Ҡаҙағстан, Төркөстан мо­солмандары менән бергәләп, илебеҙгә килеп ултырған бурҙарҙы, ялғансыларҙы ҡыуабыҙ, бының менән беҙ үҙ еребеҙгә үҙебеҙ хужа икәнлекте күрһәтәбеҙ һәм үҙ ди­небеҙгә, үҙ милләтебеҙгә тоғро икәнебеҙҙе иҫбатлай­быҙ.

Күтәрел, башҡорт, ҡалҡ, мосолман.

Камил хәрби төҙөклөгө, тәртибе булған ғәскәрҙәр сафына баҫ һәм үҙ хоҡуҡтарыңды ҡулыңа ал. Үҙеңдең ҡаһарманлығыңды күрһәт, батырлығыңды, тәүәк­кәллегеңде иҫбатла, өҫтөңә баҫҡан аяҡтарҙы ситкә эт!

Башҡорт хөкүмәте рәйесе урынбаҫары, Хәрби һәм эске эштәр бүлеге мөдире

Әхмәтзәки Вәлидов.

Силәбе, 1918 йыл, 1 июнь.


РӘСӘЙ КОММУНИСТАР ПАРТИЯҺЫ ҮҘӘК КОМИТЕТЫНА ХАТ

1920 йыл, 12 сентябрь

РКП(б) Үҙәк Комитеты башлаған сәйәсәттән аңла­шылыуынса, һеҙ ҙә, Артем менән иптәштәре кеүек үк, шәреҡ милләттәренә ҡарата сәйәсәтегеҙҙең нигеҙе итеп ысын рус шовинистарының фекерен ҡабул итергә булдығыҙ. Гәрсә иптәш Троцкий, Өфөлә ошо


 



мәсьәләләрҙе тикшергәс, был кешенең* эшмәкәрлеге провокациялар теҙмәһенән ғибәрәт булыуын аңлағай­ны. Шөбһә юҡ, ул мәсьәләне Үҙәк Комитетта ла шулай ук аңлатҡандыр, әммә яңы рус империализмы сәйәсәте хакимлыҡ итә бирә. Төрөк комиссияһының башында торған Фрунзе һәм Куйбышев иптәштәр ҙә, Троцкий кеүек үк, Үҙәк Комитет үткәргән сәйәсәттең ике йөҙлө һәм алдатҡыс булыуын Рыҫҡолов менән мине етәксе­лектән ситләштергәндән һуң йыйылған ултырыштарҙа асыҡтан-асыҡ һөйләгәндәр. Иҫке традицион рус импе­риализмын аҫтыртын тормошҡа ашырыу эше партия ағзаһы булған арҡадаштарыбыҙ ҡулы менән хәл ите­лергә тейеш буласаҡтыр. Төркөстан халыҡтары араһында синфи ҡаршылыҡтар яһалма рәүештә ҡабар- тыласағы, Рыҫҡолов менән Вәлидов кеүек урындағы милләтселәрҙең эшсе синыфтың дошманы сифатында фашланасағы, ундағы зыялылар араһынан, «октябрис- тар» тип атап, рус империализмына тоғро бәндәләр әҙерләнәсәге һәм улар беҙҙе юҡ итәсәге хаҡында шул уҡ Төрөк комиссияһы ултырыштарында асыҡ әйтелгән. Фәҡәт белмәйһегеҙ, беҙ урындағы крәҫтиәндәрҙең яһалма синфи дошманы булмая­саҡбыҙ һәм ғөмүмән мыҫҡылға дусар ителеүгә баш эйеп тормаясаҡбыҙ. Үҙегеҙгә кәрәк ҡорбандарҙы та­бырһығыҙ. Фәҡәт ул ҡорбандар беҙ булмаҫбыҙ. Төркөстанлыларҙың хоҡуғына ҡул һуҙыу тик урын­дағы рус коммунистарының эше түгел икәнлеген, был сәйәсәт Үҙәк Комитеттың үҙ сәйәсәте булыуын Баҡылағы Көнсығыш халыҡтар съезы унда ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға ап-асыҡ күрһәтте. Үҙәк Комитет вәкилдәре Зиновьев менән Радектың съездағы


* Ф. А. Сергеев (Артем) күҙ уңында тотола.


 




көнсығыш халыҡ вәкилдәренә мөнәсәбәте 1917 йылда инҡилаб башланған мәлдә комиссарҙарҙың ауыл йы­йылыштарына ҡыуып килтерелгән наҙан крәҫтиән­дәргә ҡарата күрһәткән мөғәмәләһе менән бер булды. Делегаттарҙың үҙ мәмләкәттәрендә әҙерләп килтергән сығыштарын уҡыуын ҡысҡырып туҡтатыу менән генә сикләнеп ҡалманылар, ҡыҙыл һаҡсы һалдаттар ярҙамында һөйләтмәй тыйып ҡуйҙылар һәм Мәскәү биреп ебәргән ҡарарҙарҙы мәжбүри ҡабул иттерҙеләр. Көнсығыш милләттәр мәсьәләһен тик урындағы хоҡуҡ, ауыл мәсьәләһе тип ҡарау Үҙәк Комитеттың ялған юлға боролоуын кире ҡаҡҡыһыҙ иҫбатлай. Үҙәк Комитет көнсығыш халыҡтары ауылдарында барлыҡҡа килте­реләсәк яһалма синфи ҡаршылыҡты тик террор ярҙамында йәшәтә алыр. Иптәш Лениндың Коминтерн съезында колониаль мәсьәлә буйынса уҡыясаҡ тезис­тары хаҡында яҙған иҫкәрмәләремдә был хаҡта әйткәйнем инде. Көнсығышта ижтимағи инҡилаб яһал­ма синфи бүленеш (расслоение) арҡаһында ғына тор­мошҡа аша торған хәл түгел, ул бик ҡатмарлы мәсьәлә. Европа халыҡтарының капиталист һәм эшсе синыфта­ры колония яулау өсөн бергәләп тотонһа, колонияға әйләнгән шәреҡ крәҫтиәне менән эшсе үҙ байҙары менән берләшергә мәжбүр буласаҡ. Һеҙ, урындағы ха­лыҡта синыфтарға бүленеү барлыҡҡа килмәүен күрә тороп, уҡымышлыларҙы ғәйепле табасаҡһығыҙ, уларҙың бер өлөшөнән «синфи дошман, ваҡ буржуаз милләтсе», икенсе өлөшөнән «һул октябрист» яһая­саҡһығыҙ, бер нисә тапҡыр был «һул октябристар»ҙы «синфи дошман» сафына сығарып язалағандан һуң, уларҙың урынына яңы «һул октябристар» әҙерләйәсәкһегеҙ. Шулай итеп, ниһәйәт, уҡый-яҙа белмәгән, тик ишәге менән үгеҙен, кәтмәне менән


 



көрәген генә белгән крәҫтиән алдында күҙмә-күҙ ҡала­саҡһығыҙ. Урындағы уҡымышлыларға шөбһә менән ҡарауҙы бөтә Төркөстан. күләмендә үҙгәртә алы- уығыҙға ышанмайым. Һис булмаһа урындағы белемле кешеләргә әмир ҡасҡандан һуң ойошторолған Совет Бохараһы ерҙәрендә тормошто аяҡҡа баҫтырыу менән шөғөлләнергә форсат бирер инегеҙ.


Н. КРЕСТИНСКИЙ МЕНӘН Е. ПРЕОБРАЖЕНСКИЙҒА ХАТ

1920 йыл, 12 сентябрь

Гәрсә социализм һәм милли үҙбилдәләнеш тәғлимәттәрен үҙ-ара килештереү һәм, бөйөк милләттәрҙең аҙ һанлы халыҡтар өҫтөнән (формаһы ғына үҙгәргән) хакимлығы аҫтында социализмдың тор­мошҡа ашырыла алыу-алмауы хаҡындағы фекерҙәре­беҙ ныҡ айырылһа ла, намыҫлы булып ҡалырға ты­рышҡан бер инсан сифатында һеҙҙең икегеҙ һәм ҡайһы бер башҡа коммунистар менән дуҫтарса мөнәсәбәт итеүем саф күңелдән булды. Советтарға, коммунизмға ҡаршы көрәш юлына баҫып, мин һеҙҙе алдаманым. Алдағандарым — Сталин кеүек мине ал­даған дәүләт эшмәкәрҙәре. Эскерле, ике йөҙлө дикта­торҙың кеше яҙмышы һәм ихтыяры менән намыҫһыҙ уйнауы хаҡында иҫкәртеүсе ҡайһы бер иптәштәр бар, улар партия эсендә ҡот осҡос террор баш күтәрәсәге хаҡында асыҡ һөйләй. Бер көн һеҙҙең дә баштарығыҙ осмаһын тип ҡурҡам. Мин башымды ҡасан киҫерҙәр тип көтөп ултырманым. Үлһәм дә, асыҡ һуғышта үлер­мен.


 




Дата добавления: 2015-08-28; просмотров: 70 | Нарушение авторских прав







mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.014 сек.)







<== предыдущая лекция | следующая лекция ==>