Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

В 15 Не сочтите за пророчество: Письма, обращения, выступления/Сост. А. Юлдашбаев. — Уфа: Китап, 1998,— 192 с. ISBN 5-295-02244-7 7 страница



ғөмүмән коммунизмдан башҡа ҡараштарҙы сағыл­дырған ҙур ҡулъяҙма китаптарҙы йотлоғоп уҡыуҙарын һәм күсереп алыуҙарын күреп, хайран ҡалғайным.

Бынан һуң Рәсәйҙә эҙәрлекләнгән социализм фе­керҙәре Төркөстанда уҡыусы йәштәр араһында ғына түгел, иң артта ҡалған дехкан һәм эшсе ҡатламдары араһында ла киң таралырға тейеш. Быға инҡилабтың һуңғы йылдарында урындағы инҡилабсылар араһында ике ағым барлыҡҡа килеү ҙә булышлыҡ итәсәк. Зыялы­лар һәм прогрессистар автономия һәм бойондо­роҡһоҙлоҡ өсөн асыҡ көрәш барышында, идея йәһәтенән генә етәкселек итергә тырышып, ихтыярҙары йомшаҡ булыуын күрһәттеләр. Ә Совет дәүерендәге сәйәси тормошта, яңы, ғәҙәти булмаған шарттарҙа, уларҙың иҡтисади тормошта, хужалыҡ эштәрендә, син­фи ҡараштан ситтә ҡалған милләтселәр булараҡ, про­граммалары юҡлығы асыҡланды. Ә инде социалистар һәм ғөмүмән уларға теләктәшлек итеүсе йәш көстәр, һәр ерҙә — баш күтәреүселәр сафында ҡорал тотоп көрәшеүсе йә иһә көрәшкә өндәүсе өгөтсө сифатында булһынмы, «Совет төҙөлөшө» тип аталған асыҡ эшмәкәрлектә булһынмы — съездарҙа, йыйылыштарҙа һәм Рәсәй Коммунистар фирҡәһенең етәксе органда­рында (әлбиттә, коммунист ҡиәфәтендә) иң ауыр мәлдәрҙә лә үҙҙәрен урындағы халыҡ мәнфәғәттәрен иң тоғро һәм эҙмә-эҙлекле яҡлаусылар итеп күрһәттеләр. Хәҙер социалистар халыҡ менән мөнәсәбәткә ингәндә һис кемдең дә таныштырыуына мохтаж түгел һәм бөгөнгө көндә үҙ аллы фирҡә сифатында ойошорға тулы мөмкиңлектәре бар.

Бының менән бергә тағы ла бер хәл иғтибарҙы йәлеп итә: шовинизмдың, милли эгоизмдың, Рәсәйгә күрше мо­солман илдәрендәге халыҡтарҙы бер-бер артлы руслаш­




 



тырып йотоу теләгенең сиктән тыш көсәйеүе. Ғәрәп, төрөк, перстар араһында бер-береһенә нәфрәт күҙ алды­на килтерә алмаҫлыҡ күләмдә артты. Төрөк милләтселәре перстарҙы һуғыш ваҡытында инглиздәргә төрөккә ҡаршы ярҙам итеүҙә ғәйепләгәндә улар перс- тарҙың төрлө синыфтары араһындағы айырманы бөтөнләй иҫәпкә алмай. Перс милләтселәре лә һуғыш ба­рышында ҡайһы бер төрөк офицерҙары ҡылған ҡәбәхәтлектәрҙе бөтә төрөк халҡына яба.

Гәзит биттәре бер-береһенә аяуһыҙ һөжүм итеүҙәр, йәмһеҙ яла яғыуҙар менән тулған. (Таһранда «Маликан», Константинополдә «Ватан», Ҡаһирәлә «Әл-Әхрәм» һәм Сириялағы, Мәккәләге ҡайһы бер гәзиттәр.) Был гәзит мәҡәләләре 1923 йылда ҡайһы саҡ дипломатик ҡаршы­лыҡтарға ла килтерҙе. Бөтә был ваҡиғалар мосолман ха­лыҡтарының сәйәси тормошонда синфи ҡараштан тыш тик милли ҡарашҡа эйәреүҙең ни тиклем яраҡһыҙ икәнлеген күрһәтте. Был мосолман илдәрендә Комин­тернға мөнәсәбәте булған социалистик һәм профессио­наль ойошмалар ғәҙәттә совет илселектәре, консул­лыҡтары менән артыҡ тығыҙ бәйләнешкә мәжбүр ителә, шуға күрә тыуған иленә бәйле кешеләр ул ойошмаларҙан китә. Хәҙер һул инҡилабсы милләтселәр араһында соци­алистар фирҡәһе ойоштороу фекере киң таралыу яу­ларға тейеш. Был фирҡә, бер яҡтан, иҙелгән халыҡтар араһында хеҙмәттәшлек итергә форсат бирһә, икенсе яҡтан, Европа пролетариаты менән бәйләнеш урынлаш­тырырға мөмкинлек бирәсәк. Беҙҙең Икенсе һәм Өсөнсө Интернационалға мөнәсәбәтебеҙгә килгәндә, Икенсе Интернационалға ҡарашыбыҙ беҙҙең Коминтернға булған мөнәсәбәтебеҙҙән сығып билдәләнә. Беҙ ҙә бит донъя күләмендә социаль инҡилаб яҡлыбыҙ. Был фе­керҙе беҙ ҙә һуғыш һәм инҡилаб тарафынан алға


з


 



сығарылған иң бөйөк һәм иң мөһим фекер тип иҫәпләйбеҙ. Шәреҡ халыҡтарының хеҙмәтсәндәре Евро­па капиталы иҙеүенән үҙендә хәрби тәртип булдырыу юлы менән ҡотолоу мөмкинлегенән ваз кискәндән һуң инҡилабҡа өмөт бағлайҙар һәм Европалағы эшселәр хәрәкәтенә теләктәшлек белдерәләр. Был ышаныс киләсәктә лә көнсығыш һәм көнбайыш илдәре инҡилаб- сыларын берләштереп торасаҡ. Европа инҡилабсы эш­селәренең инҡилабтың ижади ҡеүәтенә һәм кеше ихты­ярының йәмғиәт тормошон тамырҙан үҙгәртеү һәләтенә ышанысы бөтә шәреҡҡә, айырыуса Төркөстанға, ныҡ тәьҫир итте. Бөтә күтәрелештәребеҙҙә беҙҙең менән инҡилаб рухы етәкселек итте һәм, Көнбайыш Европала был рух тере булһа, ул беҙҙә лә һүнеп ҡалмаясаҡ. Икен­се Интернационал беҙҙә аҙ билдәле, сөнки ул колония­лар мәсьәләһен хәл итеүҙән ситтә ҡалырға тырыша һәм был мәсьәләлә ул башҡа буржуаз фирҡәләрҙән бер ни­сек тә айырылмай. Макдональдты Ллойд-Джордж алыш­тырыу менән инглиздәрҙең колонияларҙағы, шул иҫәптән Урта Азиялағы сәйәсәте һис тә үҙгәрмәне. Улар барыһы ла Урта Азияла бер ниндәй ҙә баш күтәреүҙәр булмауын һәм унда яңы мосолман дәүләте барлыҡҡа килмәүен теләйҙәр. Коминтерндан беҙҙең төп айырма­быҙ шунда: Төркөстанда беҙ хеҙмәтсәндәр хакимиәте, социаль инҡилабты яҡлаусы бөтә инҡилабсы көстәрҙең берҙәм хакимиәте яҡлыбыҙ, хеҙмәтсәндәр араһында де­мократияны яҡлайбыҙ һәм Коммунистар йә иһә башҡа берәй фирҡәнең диктатураһына ҡаршы сығабыҙ. Ком­мунистар диктатураһы ғәмәлдә элекке иҙеүсе милләттең диктатураһы тигән һүҙ, был диктатураның ниндәй төҫкә буялған булыуы һис бер әһәмиәткә эйә түгел.

Ә.-З. Вәлиди.


 



И. В. СТАЛИНҒА ЗАПИСКА


1925 йыл, 20 сентябрь

Мөхтәрәм Сталин иптәш!

Ҡатыным Нәфисә Вәлидова тыуған илдә ҡалғайны. Хәҙер ул, минең яныма, Төркиәгә, күсеп килергә теләп, рөхсәт юллай. Мин дә үткән 1924 йылда был үтенес менән Берлинда иптәш Крестинскийға мөрәжәғәт иткәйнем.

Ҡатыныма Төркиәгә сығырға рөхсәт итеүегеҙҙе бик үтенеп һорайым.

Был мәсьәлә буйынса Фрунзе иптәшкә лә мөрәжәғәт иттем.

М. В. ФРУНЗЕҒА ХАТ

1925 йыл, 20 сентябрь

Хөрмәтле Фрунзе иптәш!

Минең ҡатыным Нәфисә Вәлидова тыуған илдә ҡалғайны. Хәҙер ул, минең яныма, Төркиәгә, күсеп ки­лергә теләп, рөхсәт юллай. Мин дә үткән 1924 йылда был үтенес менән Берлинда иптәш Крестинскийға мөрәжәғәт иткәйнем, бына хәҙер шул уҡ һорау менән иптәш Сталинға һәм Һеҙгә мөрәжәғәт итәм. Ҡатыныма оҙаҡҡа һуҙмаҫтан сит ил паспорты алырға ярҙам итеүегеҙҙе үтенәм.

Өс ай элек мин Берлиндан Анкараға килдем һәм Мәғариф министрлығында ижад һәм тәржемәләр ко­миссияһында эшләйем. Хәҙер иһә Константинополь университетында тарих профессоры вазифаһын үтәргә күсенәм.

Мин уҡып та, профессор Самойловичтан да һеҙҙең «Новый Восток»та һәм Шәрҡиәтселәр ассоциацияһын-


 



да хеҙмәттәшлек итеүегеҙ хаҡында белгәйнем. Мин милли мәсьәләләргә ҡағылышлы совет әҙәбиәтен алырға бик теләр инем, ләкин, үкенескә ҡаршы, уларҙы яҙҙырып һатып алырға аҡсам юҡ. һеҙ «Новый Восток», «Жизнь национальностей» журналдарының 1924, 1925 йылдарҙа сыҡҡан һандарын, был мәсьәләгә ҡағылышлы башҡа мөһим әҫәрҙәрҙе миңә ебәрә алмаҫһығыҙмы икән? Үҙ яғымдан мин һеҙҙең фәнни журналдарығыҙға мәҡәләләр яҙа алыр инем. Германияла булған сағымда,

1924 йылдың аҙағында, мин Рәсәй Фәндәр акаде­мияһына ике мәҡәлә ебәргәйнем, уларҙың береһе «Фәндәр академияһы хәбәрҙәре»ндә баҫылып та сыҡты, Һеҙ мине онотмағанһығыҙҙыр тип ышанам.

Вәлидов.

Адрес: Әхмәтзәки Вәлиди.

Константинополь университеты.

АБДУЛЛА БАТТАЛ ТАЙМАСҠА ХАТ

1935 йыл, 30 июнь

Ғәзиз Баттал дуҫ!1

Үткән йыл сентябрҙең дүртендә яҙған хатыңа яуап биреү мөмкинлеге бөгөнгә саҡлы булманы. Инде яҙа торған яуабым шул:

1. Башҡортостанда сәйәси бер хәрәкәт барлыҡҡа ки­леү минең һәм иптәштәремдең эше булһа ла, хәҙерге көндә уны тотош ҡәбиләнең мәҙәниәтен тергеҙеү хәрәкәте булыу йөҙөнән бер минеке тип ҡарап булмай. «Уртаҡ төрки теле һәм мәҙәниәте» мәсьәләһенә ҡара­шым бөгөн нисек булһа, ул заманда ла шулай ине. Йәғни мин 1917 йылғы съездар2 заманында «с» һәм «ч» урыны­на «һ» һәм «с» яҙыу яҡлы булманым. Беҙҙең заманда


 



Башҡорт хөкүмәте гәзите һәм нәшриәте татар һәм башҡорттарға аңлашылған бер телдә сығып килде. Фәҡәт мин, Сәйетгәрәй Мағаз, Хәбибулла Ғәбитов алға һөргән фекер башлыса ҡаҙаҡ теленән илһам алыу ине. Мин башҡорт әҙәби теленең һ, ҙ өндәре нигеҙендә түгел, ә ҡаҙаҡ теле менән дөйөм үҙенсәлектәрен алға һөрөү нигеҙендә үҫеүен теләнем. Инде хәҙерге заман ваҡиғалары арҡаһында тыуған сәбәптәрҙән һ, ҙ өндәре менән саф башҡорт һөйләше ҡеүәт алды, ҙур бер әҙәбиәт барлыҡҡа килде. Татар теле лә, тамам «чыкыр- лаған» Ҡазан һөйләше булып, ғәрәпсә һәм латинса эшләнгән алфавиттары ла аңлашылмаҫлыҡ хәлгә килгәс, башҡорт һөйләшенең дә ҡеүәт алыуы тәбиғи. Хәҙер беҙ, сит илдәрҙә йәшәгән башҡорттар, үҙ арабыҙҙа башҡорт­са яҙышабыҙ. Доктор Таған осман телен һис аңламай, та­тарса ла яҙа белмәй. Мин дә хәҙер татарсаны онотам, та­тар телендә дөрөҫ итеп мәҡәлә йәки хат та яҙа алмайым. Һәммәбеҙ тарафынан танылған ғөмүми бер «уртаҡ төрки» әҙәби теле юҡ, был хәлдә теләһә татарса, башҡортса йәки ҡаҙаҡса яҙыуҙың барыһы ла бер. Бы­ларҙың барыһы ла ваҡ һәм ваҡытлы мәсьәлә, ауыр мәсьәлә иһә «уртаҡ төрки» теле һәм культураһы мәсьәләһе.

2. Төркиәлә йылдарса бергә булдыҡ, көрәштек, һай­раштыҡ, йырлаштыҡ, ул арала һин дә 1924 йылда «Яңы Кавказ»да мәҙәниәт әлкәһендә «башҡортлоҡҡа ҡарата түҙемебеҙ юҡ» тип яҙған буш һүҙҙәреңде күптән онотҡанһыңдыр, башҡа бер ышаныслыраҡ юлға баҫҡанһыңдыр. Бергә кисергән ул замандарҙа мин һинең фекерҙәреңдән файҙаланған кеүек, һин дә минең төп фекерҙәремде өйрәнгәнһеңдер һәм уларҙы үҙең өсөн дә муафиҡ тапҡанһыңдыр, тип уйлай инем, ләкин һин һаман иҫке фекереңдә икәнһең. Ярай, бик яҡшы,


 



һин башҡорт хәрәкәтен татарса яҙмай башҡортса яҙыуҙы алға һөргән бер мәҙәни хәрәкәткә әйләнгәне өсөн хуш күрмәйһең, был хәрәкәтте ҙур үкенес менән яҙыҡ бер хәрәкәт тип иҫәпләп, миңә ҡаршы көрәшергә уйлай икәнһең, һуң ул фекереңде нисек тормошҡа ашы­рырһың йәки ашырырһығыҙ? (Ғәфү итерһең, татарса һис яҙа алмайым, төрөксәгә күсәм.) Әйтәйек, Ғаяз Ис- хаҡи йәки һин ошондай бер фекерҙе уртаға сығара­саҡһығыҙ һәм уны татар йәштәре араһында тарата­саҡһығыҙ, был фекерегеҙҙең бер етди йоғонтоһо була­саҡ, сөнки идея уртаға сығарылғандан һуң тәьҫирһеҙ ҡалмаҫ. Был идеяғыҙҙың һөҙөмтәһе булып ике ҡәбилә араһында йән ҡыйғыс һәм бөтмәҫ бер көрәш ты­уасаҡ. Был көрәш дауамында фекерегеҙҙе нисек тор­мошҡа ашырырһығыҙ, һуңғы сиктә көс ҡулланыпмы? Ниндәй көс ҡулланып? Рәсәйҙә үҙгәреш булһа, ғәскәр төҙөрһөгөҙ, тик башҡорт, бындай форсат тыуа ҡалһа, һеҙҙән алдараҡ ойошор, яңы ғәскәр ойошторор. Ул хәлдә уларҙы татар булырға кем мәжбүр итәсәк? Был идеяғыҙҙы тормошҡа ашырыуҙың берҙән-бер сараһы булып бөгөнгә ҡәҙәр ҡулланылған хәрәм юл — интрига­лар һәм провокациялар, башҡорттар башлаған һәр файҙалы хәрәкәткә аяҡ салыу, аҡ рус булһа — ағына, ҡыҙыл булһа— ҡыҙылына башҡортто рус дошманы, дәүләт дошманы тип күрһәтеп, ошаҡлашыу. Ғәмәлдә көрәшегеҙҙең юлы ошо буласаҡ. Беләм, һин үҙең был юлға баҫмаясаҡһың, тарҡау ҡаласаҡһың, бындай эште башҡарыу яҡшы булмағанлыҡтан, ситтә тороп ҡала­саҡһың, ләкин һин идеяны тыуҙырыуҙа ҡатнашаһың, уны уртаға атаһың һәм шуға күрә уны тормошҡа ашы­рыуҙа Ғаяздың һәм унан да насарыраҡтарҙың өҫтөндәге яуаплылыҡты һин дә елкәңдә татыясаҡһың. Ни өсөн донъяға асыҡ күҙ менән ҡарамайһың? Ни өсөн гел шул


 



Сөйөмбикә манараһынан ҡарайһың? Ни өсөн мәсьәләне, бынан алдағы хаттарымда яҙғанымса, ради­каль бер формала дөйөм анализлау юлына баҫмайһың?

3. Мин татарҙарға һис бер ваҡыт дошман булманым, һеҙ үҙегеҙҙең буш хыял һәм фантазияғыҙҙа мине шулай күҙ алдына килтерәһегеҙ. Татарға дошман булһам, быны «Ҡом аҫтында ҡалған ун ете ҡала һәм Садри Маҡсуди бей»3 китабымда асыҡ итеп яҙыр инем. Мин бер кемдән дә ҡурҡмайым, ни өсөн татарҙан ҡурҡырға тейеш? Әйтәйек, китабымдың уртаһында федерация, тупраҡсы- лыҡ нигеҙендә Башҡортостан һәм Төркөстанда бергә хеҙмәттәшлек иткән арҡадаштарыбыҙҙы маҡтайым, шу­лай уҡ татарҙарҙа хазар-болғар традициялары менән бергә саф бер ҡыпсаҡлыҡ рухы йәшәүен һәм уның ҡеүәте хаҡында һүҙ алып барам, татарҙарҙың Төркөстандың киләсәгендә уйнаясаҡ бөйөк ролдәре хаҡында фекер йөрөтәм. Инан миңә, был һүҙҙәрем бик самими, инан, мин быларҙы мәжбүр булғанлыҡтан һөйләмәйем. Минеңсә, ҡаҙанлылар боронғо заманда уйғырҙар уйнаған ролде уйнай алыр, тик хәҙерге «даһи»ҙары күрһәткән ялған юлдан баштарын ҡотҡарырға, башҡа төркиҙәр өҫтөнән рухи етәкселек, абзыйлыҡ хыялдарынан хәҙер үк мәңгегә ваз кисергә тейештәр. Минең өсөн ҡаҙанлылар — төрки милләтенең иң булдыҡлы һәм иң эшлекле бер ҡәбиләһе.

4. Башҡорттарҙың татарҙар менән бергә Ҡазан һөйләше тирәһендә берләшеүҙәре «Төрки милли берле­генә өлгәшеү юлында мөһим бер аҙым» тип иҫәпләүең ялған һәм яңылыш фекер. Иҙел буйындағы милли хәрәкәтте башҡа ҡәбиләләрҙән айырып үҫтереү — Төркөстанда башланған һәм тормошҡа ашырыласаҡ «төрки халыҡтарының милли берлеге һәм уртаҡ әҙәби теле» хәрәкәтенә ҡаршы бер хәрәкәт. Быны


 



белмәгәнлектән, аңламағанлыҡтан тыуған бер хәрәкәт. Ә быны белгәндәр иһә бөйөк «Иҙел — Урал» йәки «бөйөк Ҡазан» дәғүәһен башҡа хәрәкәткә ышанмаған - лыҡтан йәки ҡайсаҡ башҡаларҙан алда йөрөү теләгенән сығып алға һөрә. Татарҙарҙың башҡорт мәсьәләһенә күп ҡыҫылыуҙары, татар булмаһа, башҡорт бөтәсәк, тигән фекерҙе ҡабатлауҙары файҙаһыҙ. Цезарь әйткән: «Үҙен һаҡлай алмағандарҙың башҡаларҙы ҡотҡара- сағына ышаныуҙа мәғәнә юҡ». «Татар етәкселегендә бер азатлыҡ яуланыласаҡ, Ҡазан һөйләшенең башҡорт­тарға таралыуы төрки берлегенә өлгәшеү йөҙөнән мөһим», — тигән фекергә хәҙер татарҙарҙың үҙҙәренән башҡа тағы кем ышаныр икән? Беҙҙең фекеребеҙсә, азатлыҡ, татарҙар ҙа бергә булған хәлдә, дөйөм төрки берлегенән киләсәк. Уның өсөн беҙ ҡаҙаҡ һәм үзбәктәр менән берләшергә тырышабыҙ һәм ҡаҙандарҙың да был киң төрки донъя менән берләшеүе юлында уларға күпер булырға теләйбеҙ. Мин был фекеремде 1917 йылда «Башҡорт» гәзитенең беренсе һанындағы программа мәҡәләмдә асыҡ яҙғайным.

5. Һинең мине мәмләкәт һәм ватаныбыҙ менән артыҡ бер ниндәй бәйләнеше ҡалмаған бер кеше тип уйлауың яңылыш...

6. Мин әле лә ышанам, сит илдәге ҡаҙанлылар араһында минең һиңә элек яҙған хаттарымдағы фе­керҙәрҙе аңлаған инсандар табылыр һәм, бәлки, һин дә бер көн шуларҙың береһе, бәлки, шуларҙың башында булып сығасаҡһың. Шул татарлашыу хаҡындағы мәлғүн мәғәнәһеҙ дәғүә юғалһа, арабыҙҙа низағ итер­лек һис бер мәсьәлә юҡ. Беҙ һеҙгә теләктәш. Үрҙәге мәсьәлә хәл ителгәндән һуң теләһә ниндәй мәсьәлә бу­йынса хеҙмәттәшлек итергә саҡырһағыҙ, ҡәнәғәтлек белдереп, беҙ янығыҙға барып етербеҙ. Ләкин хәҙерге


 



хәлдең ни тиклем насар булыуына ҡарағыҙ. Мәсьәләнең сәйәси-фәлән яҡтарын иҫәпкә алмайынса, тик мәҙәниәт мәсьәләләренә ҡарағыҙ. Татарҙарҙан Сәғәдәт ханым менән Рәхмәтиҙән4 башҡа тағы бер нисә яңы кеше етешеп, мәҙәниәткә ҡеүәт өҫтәй. Үке­нескә ҡаршы, хәҙерге хәлдә улар менән хеҙмәттәшлек итеү асылда мөмкин түгел. Ғилми даирәләр менән бәйләнештә булған был ҡәрҙәштәрем ҡайһы ваҡыт бик әһәмиәтле шәхестәр ҡаршыһында мине яманларға ты­рыша, минең ғәйбәтемде сәйнәйҙәр. Германия сит ил эштәре министрлығында эшләгән бер немец ғалимы бынан бер нисә ай элек, йәғни мин Германияға килмәҫтән бер нисә ай элек5, миңә бик әҙәплелек менән: «Һеҙ Шәриф Манатовты ҡайҙан беләһегеҙ? Уның 1920 йылда Төркиәлә алып барған пропагандаһы Совет Башҡортостаны хөкүмәте рәйесе сифатында һеҙҙең тарафтан бирелгән инструкция буйынса эшләнмәнеме икән?» — тигән һорау биргәйне. Тәбиғи, был һорау беҙҙең яҡташтарыбыҙҙың «аңлатыу»ҙары- ның һөҙөмтәһе булараҡ барлыҡҡа килгән. Әлбиттә, мин яуап бирҙем, сөнки беҙ Шәрифте, үҙебеҙ Советтар менән солох ҡорған ваҡытта арабыҙҙа булмаһын тип, Кавказ яғына ебәргәйнек. Ләкин был ғәйбәттәр, «аңлатмалар» Шәриф Манатов мәсьәләһе тирәһендә генә ҡалмайҙыр һәм, ысынлап та, ҡалмайҙыр ҙа. Хәҙер мин Европаның юғары ғилми даирәһендә, Аллаға шөкөр, ҙур иғтибар ҡаҙанған кешемен. Миңә ҡарата булған был хөрмәт юғары фән мөхитендә киләсәктә тағы артасағына ла шөбһәм юҡ6, һәм мин бының өсөн ҡулымдан килгән тиклем эшләйәсәкмен, сөнки бының менән минең генә түгел, милләтемдең дә абруйы арта­саҡ, тип иҫәпләйем һәм вазифамдың милләтем хозу­рында бик яуаплы булыуын да яҡшы аңлайым. Ләкин


 




Дата добавления: 2015-08-28; просмотров: 36 | Нарушение авторских прав







mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.014 сек.)







<== предыдущая лекция | следующая лекция ==>