Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

В 15 Не сочтите за пророчество: Письма, обращения, выступления/Сост. А. Юлдашбаев. — Уфа: Китап, 1998,— 192 с. ISBN 5-295-02244-7 4 страница



ниндәй ойошма йәшәтеп булмаҫ, сөнки ул Совет уч­реждениелары тарафынан буйһондоролоп, уларҙың мәнфәғәтенә хеҙмәт итәсәк. Шуға күрә дин һәм тел өсөн көрәште закон рөхсәт иткән саралар менән дә, йәшерен рәүештә лә алып барыу мотлаҡ буласаҡ.

1) Көрәштең икенсе дәүеренә был мәсьәләләрҙең халыҡ-ара кимәлгә күтәреләсәгенә ышанып әҙерләнеү. Иҙел һәм Урал буйҙары төрөктәре өсөн ул саҡ Төркөстанға һыйынараҡ хәрәкәт итеүҙең мотлаҡ булы­уына инаныу кәрәк була.

Был юлда 1917 йылдан бирле алып барған көрәше­беҙ хаҡында балаларыбыҙға өйҙә аңлатыу кәрәк. Хөр донъя милләттәре берләшеп, большевизмдың таралы- уына ҡаршы тора алмаһа һәм Азия милләттәренең күбеһе Советтар юлына баҫһа, коммунизм милли ҡар­шылыҡтар ялҡынын иң ныҡ тоҡандырыусы бер тәғлимәт булыу арҡаһында, был милләттәр бер-береһе менән һуғышасаҡ. Беҙ донъя ҡитғалары араһында күп төрлө бәйләнештәрҙең, шул иҫәптән сауҙа бәйләнештәренең артабан үҫкән бер дәүерендә йәшәйбеҙ. Шуға күрә Рәсәйҙең шәреҡ менән ғәреп илдәре араһындағы иҫке сауҙа юлдарын үҙ ҡулында то­та белмәүе насар һөҙөмтәгә килтерәсәк. Рустар төрөк ҡәүемдәрен бер быуат эсендә генә йота алмаҫ. Сөнки был эш Кавказ, Украина кеүек өлкәлә руслашты­рыуҙың уңышлы барыуына бәйле. Хәлбүки, руслашты­рыу сәйәсәтенең ҡорбаны буласаҡ милләттәр хәрәкәтһеҙ ҡалмаясаҡ, рустар күбәйһә, улар ҙа күбәйер.

Был тәңгәлдә киләсәк хаҡында бәғзе фекерҙәремде яҙам, күрәҙәлек итә, тимәгеҙ: рустарҙың империализ­мы һәм бөтә донъяла инҡилаб күтәрергә йүнәлтелгән тырышлыҡтары Рәсәйҙә булған ваҡиғаларҙы егермен­


 



се быуаттың иң бөйөк хәҙистәре итеп күрһәтәсәк. Бөтөн милләттәрҙең яҙмышы ошо ваҡиғаларға бәйле булып күренер. Ләкин нәфселәрен тыя белмәүҙәре арҡаһында рустар был бөйөк ваҡиғалар нигеҙендә тик үҙ файҙаһын ҡыуасаҡ. Бының һөҙөмтәһендә килеп тыуған бөйөк ваҡиғалар беҙгә яңынан терелеү мөмкинлеге бирәсәк. Мосолмандар күп йәшәгән Төркөстан кеүек өлкәләр был хәлдән файҙаланыр. Ошо мәлдә йәһүдтәр Израиль дәүләтенең тереләсәгенә инанған кеүек, беҙҙекеләр ҙә ышанып йәшәргә һәм бы­ны йәш быуынға аңлатырға тейеш. Беҙ был мәсьәлә менән сит илдәрҙә шөғөлләнербеҙ, әммә ышанам: беҙҙең быуын ул ҡотолоу көндәрен күргәнгә тиклем үлеп бөтмәҫ әле. Беҙ Башҡортостанда милли хәрәкәтте законлы рәүештә йәйелдерҙек, ҡоролтайҙарҙың ҡара­ры буйынса, милли ғәскәр төҙөнөк, асыҡтан-асыҡ көрәштек, милли матбуғатта, мәктәптәрҙә фекеребеҙҙе асыҡ һөйләнек. Төркөстанда иһә был хәрәкәт ри­заһыҙлыҡ һәм күтәрелеш рәүешендә беҙ килгәнгә тик­лем үк башланғайны, күпселек баҫмасылар фанатик муллалар йоғонтоһо аҫтында ине. Беҙ бындағы хәрәкәткә милли фекер, идеал индерҙек, ниһәйәт, уға Төркиәнең бөйөк тарихи шәхесе үҙ офицерҙары менән килеп ҡушылды.



Был ваҡиғалар бер нисә йылда, хатта бер-ике бы­уында онотолоп бөтә торған эш түгел. Төрөк милләте азатлыҡ фекеренә тоғро ҡалыу сәбәпле бойондо­роҡһоҙ дәүерҙәргә ҡараған Йәнебәк хан, Тимер, Иҙеүкәй, Күсем менән улдары Ҡәйеп хан һәм Аблай хан кеүектәргә бағышланған хәтирәләрҙе әле булһа йәшәтеп килә. Хатта тарихыбыҙҙың боронғо дәүерҙәрендә төрөк булмаған халыҡтар араһында әҙсе- лектә ҡалған, телен онотҡан йәки онотоу хәленә еткән


 



ҡәбиләләребеҙ ҙә форсат асылыу менән аяҡҡа баҫҡан һәм яңынан үҙ дәүләттәрен ҡорған. Бындайҙарҙан та­рихта ҡытайҙар араһында туйуһун, шато һәм таугач, һиндтар араһында ҡарлуҡ һәм калач, уғро-финдар араһында арпаттар, иран, ғәрәп һәм курдтар араһында уғыҙҙар, ағачериҙар һәм аҡҡуйындар кеүек, әҙселектә ҡалған хәлдә лә, булмышын һаҡлап, һуңыраҡ дәүләт төҙөгән ҡәбиләләрҙең тарихы беҙҙең өсөн таң ҡалыр­лыҡ ғибрәт. Быларҙы романдар формаһында яҙып нәшер итер инем. Эргунекун мифы бер ҡаһарман төрөк йәмғеһенең үлде-бөттө тигәндән һуң терелеүен аңлатыр. Беҙ хәҙер рустар араһында тарихи тормошо­боҙҙоң иң ҡурҡыныс дәүерен кисерһәк тә, асылда ҡурҡып торманыҡ. Мин үҙем, боронғоларҙы белгәнлектән, уңышһыҙлыҡҡа осраған сәғәттәрҙә һис бер ваҡыт күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәнем. Иҫкә алынған ҡәүемдәр хөрриәт өсөн ватандарын ҡалдырып киткәндәр, әммә хөрриәт ҡаҙанғандар. Беҙҙең милләтебеҙ, аҡтамыр киҫәге кеүек, тупраҡ араһында бәләкәй генә киҫәге ҡалһа ла, яңынан терелеп бөтөн баҡсаға таралыр. 1917—1922 йылдар беҙгә күтәрелергә форсат биргән хәлдә лә хәрәкәтһеҙ ҡалһаҡ, ҡабаттан шундай уҡ форсаттарҙан файҙаланыуы ҡыйын булыр ине. Хәлбүки, был форсат ҡыҫҡа ғына ваҡыт дауам итһә лә, файҙалана алдыҡ. Беҙ башҡарған эштәр Кесе Солтан, уның улы Морат Солтан, Бишәй Солтан, уның улы Ырыҫмөхәммәт Солтан, Солтангәрәй (Ҡараһаҡал), Батырша, Салауат, Аблай һәм Кинесары хаҡындағы хәҙистәр кеүек бөйөк хәтирәләр йәшәтәсәк. Был көрәш барышында ижад ителгән шиғырҙар, бәйеттәр оноторлоҡ түгел. Әлбиттә, дошман уларҙы оноттороу өсөн ҙур ғәйрәт сарыф итер. Әммә Рәсәйҙә баҫылмаған нәшриәт сит илдәрҙә баҫылыр. Рәсәй үҙ сиктәрен һәр


 



саҡ бикле тотоп тора алмаҫ. Хөрриәт һәм милли азат­лыҡ фекерҙәрен таратыусы әҙәбиәтте беҙҙекеләр үҙ илендә уҡымаһа, сит илдә уҡып ҡайтыр. Тик хәҙерге көндә ҡотолғоһоҙ күренгән, террорға ҡоролған хаким­лыҡ милләтебеҙҙе өмөтһөҙлөккә төшөрмәһен. Иманы­быҙ һәм азатлыҡҡа булған мөхәббәтебеҙ беҙҙе һәр ваҡыт ҡотолоу юлдарына саҡырыр һәм алға өндәр.


КОКАНДТАН АШИРАЛИ ЗАҺИРИҒА ҺӘМ ҠАҘАҠ СИРКПАЙ АКАЙҒА ХАТ

1923 йыл, февраль

Рустар беҙҙең телебеҙҙе, динебеҙҙе, «Йорт»та яҙып сығарып, йәштәрҙе илһамландырған «милли рухи дас­тандарыбыҙҙы» онотторорға тырышалар. Әммә беҙ ре- формалаштырылған исламиәт фекеребеҙгә тоғро ҡала­саҡбыҙ. Мине бөгөн бер ҡайғылы тойғо солғаны, бәлки, мин төрөк милләтенең иң бөйөк бәхетһеҙлеген кәүҙәләндереүсе кешемендер, бәлки, баҫмасыларға ҡушылған арҡадаштарыбыҙ милләтебеҙҙе был дәүерҙә иң һуңғы тапҡыр көрәшкә ҡалҡытҡандыр. Кем белә, бәлки һин, Юнысжан Хажи, һәм мин бер-беребеҙҙе ҡабат күрә лә алмабыҙ. Милләтебеҙ донъя күләмендә яңы күтәрелеү мөмкинлеген көтөү мәжбүриәтендә, һеҙгә иң һуңғы һүҙем: был көрәш тарихын халыҡ хәте­ренән юйыуға йүнәлтелгән сараларға ҡаршы бөтә ғәйрәтегеҙҙе сарыф итеп ҡаршы тороғоҙ. Ике көндән сит мәмләкәттәргә сығып китәбеҙ. Аллаһы тәғәлә беҙҙең булмаһа, балаларыбыҙҙың күрешеүҙәрен насип итһен.


 



БАШҠОРТОСТАНДАҒЫ ДУҪҠА ХАТ


1923 йыл, февраль

Бөгөн тик бер эшкә һөйөнәм: Һөйөндөковтарҙың Шәһрисәбздәге, Ибраһим Исхаҡовтың Кармана менән Нураталағы гарнизон командалары батальон артынан батальон баҫмасыларға ҡушылырға теләне. Ташкент янындағы Троицк казармаларындағы батальондары­быҙ ҙа беҙгә ҡушылырға ашҡынды. Мин уларҙы ты­нысландырып торҙом, ашыҡмаҫҡа өндәнем. Хәҙер мәмләкәтебеҙҙән Фәтхелҡадир менән мин генә түгел, полктарыбыҙ ҙа ситкә китеү мәжбүриәтендә ҡалһа, уларҙы Иранға йәки Афғанстанға алып сығыу иң ҙур ҡайғыбыҙ булыр ине. Хәҙер был хәрәкәттә ҡатнашҡан үзбәк һәм төркмәндәрҙең күптәре сит илгә сыға. Мин уларҙың исемдәре билдәле булмағандарына, йәшере­неп, мәмләкәттә ҡалырға кәңәш итәм. Был мәғәнәлә Ашхабадтан хаттар яҙып ебәрҙем, һеҙҙең өсөн иң яҡшыһы, яңы шарттарға яраҡлашып, мәмләкәттә ҡалыу һәм халыҡ эсендә дин һәм телебеҙ, милли бул­мышыбыҙ өсөн йәшерен рәүештә көрәш алып барыу. Мәмләкәттән ҡасыу хәҙер йән ҡотҡарыу йәки дипло­матик эшмәкәрлек башлау өсөн кәрәк. Мәмләкәттә ҡалмағандар Төркөстанға һәм шәрҡи Төркөстанға ки­леп ерекһендәр. Мөмкинлек булһа, йәштәрҙе Төркиәгә һәм Европа мәмләкәттәренә уҡырға ебәрегеҙ.


 



АФҒАНСТАН ХӨКҮМӘТЕНӘ ХАТ


1923 йыл, 15 июль

«Афғанстандың киләсәге бөгөн рустар ҡулы аҫтында ҡалған Төркөстан мосолмандарының яҙмышы менән тығыҙ үрелеүе мәғлүм булһа ла, 1917 йылдағы рус инҡилабынан һуңғы ваҡиғалар тәьҫирендә тарих үҫеше­нең яңы йүнәлеше диҡҡәтле өйрәнеүгә һәм аңла­тыуға мохтаж. Афғанстандың азатлығы ошо көнгә ҡәҙәр рустар менән инглиздәрҙең үҙ-ара ҡапма-ҡаршы торо­уына бәйле ине. Әммә бер көн, был ҡаршылыҡ юҡҡа сығып, Афғанстандың яңғыҙ башы тороп ҡалыуын күҙ алдына килтерһәк, империалистик Рәсәй менән мөнәсәбәтегеҙ ниндәй төҫ алыр ине, тигән һорау килеп баҫа. Ул осраҡта Рәсәйҙең ғәҙәттәге әмәле — баҫып алыу. Быға ҡаршы әҙерлек йөҙөнән хәҙерҙән үк саралар күрергә кәрәк:

1. Иң әүәл рустар Афғанстанда милли ҡаршылыҡтар тыуҙырырға тырышасаҡ. Улар афған милләтселегенең үтә киҫкен формаһын яҡлаясаҡ. Һеҙгә илсе булып килгән бер рустың: «Беҙ, рустар, милләт булараҡ үҙ милләтселегебеҙгә таянып, мәмләкәтебеҙҙе ҙурайттыҡ һәм йәшәтеп киләбеҙ. Һеҙ ҙә мәмләкәтегеҙҙе, үҙ афған халҡығыҙға таянып, башҡа халыҡтарҙы афғанлашырға мәжбүр итеп, нығыта алырһығыҙ», — тип әйтеүе был сәйәсәттең бер билгеһе. Әммә хазариҙар араһында һөйләгәндәре башҡаса. Теймури хазариҙарының Беһриз хакимы булған етәкселәрен үҙ йоғонтоһо аҫтына алғандар. Мәшхәдтән Кабулға килгәндә улар беҙҙе рус­тарға тотоп бирергә уйланылар. Ундағы консулығыҙ Ғәбделғәзиз хандың һәм Иран хөкүмәтенең бергәләп күргән саралары, беҙгә афған һәм иран һаҡсылары би­


 



релеү арҡаһында ғына ҡотола алдыҡ. Хорасандың һәм Афғанстандың төрки халыҡтар йәшәгән төньяҡ өлөшөн баҫып алыу өсөн үзбәк һәм төркмән коммунистарына: «Милләтегеҙҙең яртыһы Афғанстан менән Иранда ҡалған, был өлкәләрҙең һеҙҙең менән берләшеүе — мил­ли мәсьәләнең сиселеше», — тип аңлаталар. «Военная мысль» журналының 1919 йылғы 3-сө һәм 4-се һандарында сит ил эштәрегеҙ өсөн ҡыҙыҡлы мәҡәләләр бар.

2. Афғанстандың төньяҡ өлөшөн баҫып алыу Совет­тарҙың иҡтисади сәйәсәте мәсьәләһе сифатында көн үҙәгенә ҡуйыла. 1922 йылдың декабрендә Ташкентта Коммунистар партияһы мәркәзендә Эпштейн, Михай­лов һәм Суриц тигән етәкселәренең мосолман комму­нистар ҡаршыһында тартынмай һөйләгән һүҙҙәре лә быны асыҡ күрһәтә: «Афғандар төньяҡ Афғанстанда төрки (үзбәк, төркмән) халыҡтарҙың күбәйеүен һис теләмәй. Улар, рустан ҡурҡҡан кеүек, төрки ха­лыҡтарҙан да ҡурҡа. Был өлкәне Кабулға тиклем баҫып алырға һәм унда хөкүмәт башына элекке Бохара әмире һымаҡ наҙан бер марионетка ултыртып ҡуйыу Төркөстандың иҡтисади үҫеше өсөн ыңғай булыр ине». Йәғни, бер яҡтан, үҙ ҡулдары аҫтындағы төрөктәрҙә афғандарға ҡарата дошманлыҡ хисе уяталар, икенсе яҡтан, бөтә Рәсәйҙең иҡтисади сәйәсәте мәнфәғәтенән сығып, төньяҡ Афғанстанды баҫып алыу юлындағы теләктәрен гүйә Төркөстандың именлеген һәм арта­банғы үҫешен тәьмин итеүгә йүнәлтелгән фекер итеп күрһәтәләр. Дәүләтегеҙ етәксеһе хаҡында бәғзе рус га- зеталарында «Афғанстандың бөйөк Петры» тип яҙыуҙары алдыҡтан ғибәрәт. Бер заман рустар Аму- даръяға һул яҡтан ҡушылған бөтә йылғаларҙы үҙ ҡара­маҡтарына алыу ниәте менән һеҙгә «һыу килешеүе» тәҡдим итеп килерҙәр. Ташкентта нәшер ителгән


 



«Төркөстан иҡтисадиәте» һәм шуға оҡшаш бүтән мәжмүғәләрҙә ошо хаҡта яҙылған мәҡәләләргә иғтибар итегеҙ. Йәнә Советтарҙың Амударъя йылғаһынан һеҙҙең сигегеҙҙән башлап канал ҡаҙыу, уны Мерв аша Хазар диңгеҙенә йүнәлтеп, Ҡараҡом сүлен һуғарыу пла­ны; Хорасандың һәм Афғанстандың төньяҡ өлкәләренән аҡҡан йылғаларҙы рус күҙәтеүе аҫтына алыу хаҡындағы фекерҙәре диҡҡәткә лайыҡлы. Проф. Розенкампф менән Кржижановский тарафынан Рәсәйҙең көньяҡ өлөшөн үҫтереү эшендә Афған һәм Иран ерендә сыҡҡан йылғаларҙы рус йоғонтоһо даирәһенә алырға йүнәлтелгән план төҙөлөүе мәмләкәтегеҙҙең яҙмышын билдәләү өсөн ентекле өйрәнелә торған мәсьәләләр.

Бындай пландарға ҡаршы Төркөстандың киләсәгенә лә бәйле ниндәй саралар күрергә мөмкин булыр ине һуң? Был хосуста уйлағандарымды аңлатыр инем:

1. Һиндостан бер көн үҙаллылыҡҡа өлгәшер. Урта Азияла Рәсәй менән инглиздәр араһында ҡаршы тороу юҡҡа сыҡһа, рустарға ҡаршы яңғыҙ башығыҙ ҡалмаҫ өсөн, өсөнсө бер етди көс барлыҡҡа килтереү өҫтөндә эшләү иң мөһим мәсьәлә буласаҡ. Афғанстан менән Төркөстандың бөтә донъя иҡтисади тормошонда тотҡан урынын юғалтыуҙары ун алтынсы быуатта Ев­ропа—Азия сауҙа юлының көньяҡ диңгеҙгә күсеүе менән аңлатыла. Бөгөн Урта Азия аша үткән был юлды аяҡҡа баҫтырыу сараһын күрергә кәрәк. Мәҫәлән, Аме­рика һәм Япония менән был хосуста Төркөстан һәм Афғанстан аша Ҡытайҙан Иранға автомобиль һәм ти­мер юлы төҙөү хаҡында һөйләшеү бик урынлы булыр. Йәғни ана шул бай милләттәрҙе Урта Азия эштәренә йәлеп итергә, бының улар өсөн дә төшөмлө булыуын үҙҙәренә лә, Алғы Азиялағы ҡәүемдәргә лә аңлатырға, ошо маҡсатта Япония, Америка һәм Ҡытайға вәкилдәр


 



ебәрергә, уларға Төркөстан вәкилдәрен дә ҡушырға кәрәк.

Ихтимал, Америка ла, Япония ла Урта Азия мәсьәләләре буйынса Англия һәм Рәсәй менән бәреле­шергә теләмәҫ. Үкенескә ҡаршы, хәҙерге мәлдә арала­рында Маньчжурия мәсьәләһендә килешмәүсәнлек тыуҙы. Ләкин мин алыҫ киләсәк тураһында уйлайым, сөнки бөгөн Маньчжурия арҡаһында бәрелешһәләр ҙә, Алыҫ Көнсығыш менән Алғы Азия араһында Урта Азия аша үткән «Ебәк юлы» аша иҡтисади бәйләнеш урынлаш­тырыу кеүек бөйөк эште бер көн сиктән тыш төшөмлө күреп, был хосуста уларҙың Ҡытай менән Рәсәйҙең ҡаршылығынан арыныу юлына баҫыуҙары бик ихтимал.

2. Өсөнсө берәй көстө араға ҡыҫылдырып булмаһа, Рәсәй менән инглиздәрҙең ҡаршылығы дауам итһә, Афғанстан гел генә талаш майҙаны булып ҡала алмаҫ. Ул осраҡта ике көстөң береһе яғына сығыу талап ителер, ин­глиздәр тарафын тотоу заруратҡа әүерелер. Сөнки Аму- даръянан Хазар диңгеҙенә ҙур канал йырылһа, бөтә был канал һәм үрге Амударьяға ҡушылған йылғалар буйына ҡыҫҡа ваҡыт эсендә рустар үҙҙәренең миллионлаған күскенселәрен ерләштерергә тырышасаҡ.

Батша заманында ук Рәсәй Ирандың Джуржан һәм Астрабад өлкәләренә күскенселәр килтерә башлағайны. Был эш 1917 йыл инҡилабы арҡаһында туҡталғайны, хәҙер уны яңынан башларға ҡарар иттеләр. Әгәр ҙә ул көсәйеп китһә, Афғанстан Англия йәки уның урынына үҙ аллы Һиндостан менән эшберлеге ойоштороу мәжбүриәтендә ҡаласаҡ. Беҙҙең инглиздәр менән бер ниндәй ҙә мөнәсәбәтебеҙ булманы. Сөнки улар Урта Азияла Афғанстанға күрше тағы бер ислам дәүләте төҙөүгә ҡәтғи рәүештә ҡаршы. Ләкин Һиндостан милли хәрәкәтенең көсәйеүе инглиздәр хакимиәтенең бөтөүенә


 



килтерәсәк. Англия үҙенең Һиндостанда булыуын ваҡыт­лы тип иҫәпләй, шунлыҡтан унда инглиздәрҙе (Америка, Яңы Зеландия, Австриялағы кеүек) ерләштереп ҡалды­рырға тырышмаясаҡ, ә ул илдән киткәнгә тиклем оппози- цион сәйәсәт алып барасаҡ. Әгәр ҙә Ҡытай аша Урта Азияға өсөнсө бер көс йәлеп итеү мөмкин булмаһа, Анг­лия менән, йә иһә уның урынын аласаҡ азат Һиндостан менән аңлашып эш итеү бик урынлы булыр ине. Кветта- ны Һират аша Кушка менән бәйләүсе тимер юл төҙөү хо­сусында Англия менән килешеү ыңғай һөҙөмтә бирәсәк. Был иһә Афғанстан һәм Хорасандың Иран менән бергә йылдам иҡтисади үҫешенә сәбәп булыр ине. Ғөмүмән, Афғанстанда йөк ташыу техникаһын үҫтереү зарур. Юғиһә техникаға бәйле иң ваҡ мәсьәләләр буйынса ла Һиндостандың Пешавар һәм Кветта ҡалаларына буйһоноп ҡалырһығыҙ.

Урта Азия мосолмандарының берҙәмлеген панисла­мизм хәрәкәте сифатында дингә бәйләүҙән һөҙөмтә сыҡмаҫ, сөнки иҡтисадҡа бәйләнмәгән, тик дини догмаға таянған берҙәмлек буш һүҙ булып ҡаласаҡ, Төркиә, Иран һәм Афғанстан өсәүләп Рәсәй ҡаршыһына иҡтисади һәм мәҙәни нигеҙҙә берләшһә, был ысынлап та тормошсан сәйәсәт булыр. Фекеребеҙсә, Афғанстан менән Иран иҡтисади килешеү сәйәсәтен башлыса Рәсәйгә сиктәш төньяҡ өлкәләрҙә тормошҡа ашырырға тейеш. Төркиәнән Иранға һәм Төньяҡ Иран буйлап Хазар диңгеҙенә яҡын Ҡыҙыл Арват исемле Рәсәй станцияһына тиклем тимер юлы һуҙыу, Һиндостандан Һират аша Куш- каға автомобиль һәм тимер юлы төҙөү — өс дәүләт араһындағы берлектең дөйөм идеалы бына шул. Ул саҡта Тебриз, Рей, Тус, Һират һәм Балһ, Газни кеүек ислам мәҙәниәтенең боронғо төп үҙәктәре элекке вазифаһын кире ҡайтара алыр. Был хосуста уйлағандарымды һәр өс


 




Дата добавления: 2015-08-28; просмотров: 33 | Нарушение авторских прав







mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.016 сек.)







<== предыдущая лекция | следующая лекция ==>