Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

В 15 Не сочтите за пророчество: Письма, обращения, выступления/Сост. А. Юлдашбаев. — Уфа: Китап, 1998,— 192 с. ISBN 5-295-02244-7 1 страница














ӨФӨ

«КИТАП»





УФА

«КИТАП»




ББК 72.3 В 15


Ахметзаки Валиди Тоган

В 15 Не сочтите за пророчество: Письма, обращения, выступления/Сост. А. Юлдашбаев. — Уфа: Китап, 1998,— 192 с. ISBN 5-295-02244-7

В книгу включены некоторые из выступлений, писем и обраще­ний известного ученого и политика Ахметзаки Валиди Тогана.

Приводимые материалы достаточно выпукло отражают масштаб личности ученого, имевшего глубокий дар анализа и предвидения ис­торических событий. Отдельные документы публикуются впервые.



ISBN 5-295-02244-7


© Составление. Юлдашбаев А. М., 1998


ББК 72.3




ТӨҘӨҮСЕНӘН


Һәр халыҡта уның рухын, мәҙәниәтен, тарихын тәрән, тулы һәм баҙыҡ кәүҙәләндергән шәхестәр була. Ғәҙәттә уларҙың яҙмышы фа­жиғәле. Бынан ситтә ҡалғандар бик һирәк. Әхмәтзәки Вәлидиҙең яҙмышы ла ошо тәҡдирҙе һынай. Һәр саҡ көрәш уртаһында булырға ынтылған ғалимдың ғүмер юлы XX быуаттың мәрхәмәтһеҙ ваҡиғалары тарафынан бер нисә өлөшкә бүлгеләнгән:

— Рәсәй ҡул аҫтындағы төрки халыҡтарҙың ысын дәүләтселеге өсөн аҡтар яғында — ҡыҙыл, ҡыҙылдар яғында аҡ шовинистарға ҡаршы көрәшкәндән һуң мәжбүри эмиграция;

— Төркиәлә фән өлкәһендә үҙ урыны һәм үҙ һүҙе өсөн көрәштән һәм төрки халыҡтары тарихының боронғо дәүерҙәре хаҡындағы дөрөҫ булмаған рәсми ҡараш менән идея ҡаршылығына осрағандан һуң мәжбүри рәүештә Европаға китеү зарураты;

— ғалимдың фәндәге үҙ урыны өсөн Европалағы көрәш юлы Вена университетының студент эскәмйәһенән башланып, Бонн һәм Геттинген университеттары профессоры вазифаһына ирешеп та­мамланған;

— яңынан Истанбулда төрки халыҡтарының берлеге, ысын фәнни тюркология өсөн көрәш, йәнә ялған булып сыҡҡан рәсми ҡараш менән бәрелеш һәм иркенән мәхрүм ителеү, эшһеҙлек ғазап­тары;

— бөтөн был ваҡиғалар дауамында Совет Рәсәйенән һөйөклө ҡатыны Нәфисәне саҡырып алырға тырышыуҙары һәм бының мәңгегә айырылышыу менән тамамланыуы. Илле йәшендә тоғро тормош иптәшен табып, яңынан бәхетле ғаилә ҡороуы.



Әхмәтзәки Вәлидиҙең бөтөн ғилми һәм сәйәси эшмәкәрлеге­нең, шәхси яҙмышының мажаралары хеҙмәттәрендә бәйән ителгән,


 



бигерәк тә хаттарында һәм мөрәжәғәттәрендә асыҡ сағылыш тапҡан. Уларҙың бер ни тиклемен уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итергә булдыҡ. Теләгебеҙ — уҡыусыларҙа ғалимдың хеҙмәттәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу, сөнки улар Истанбулдағы Босфор боғаҙы аша һалынған мөһәбәт күперҙәр йәки йәшен йәшнәп, күк күкрәп үткән ямғырҙан һуң ҡалҡҡан йәйғор кеүек, төрки халыҡтарҙың сал тари­хын бөгөнгөһө, Башҡортостан менән Татарстанды Төркөстан һәм Төркиә менән бәйләй.

Әҫәрҙәрҙә иҫкә алынған ваҡиғалар, шәхестәр һәм баҫма әҫәрҙәр хаҡында мәғлүмәтте уҡыусы түбәндәге китаптарҙа таба ала: Заки Валиди Тоган. Воспоминания. Ч. 1. (Ғ. Шафиҡов менән Ә. Юлдашбаев тәржемәһе). Уфа, 1994; Әхмәтзәки Вәлиди Туған. Хәтирәләр. (Ә. Юлдашбаев тәржемәһе). Өфө, 1996: Заки Валиди То­ган. Воспоминания. Ч. 2. (Ә. Юлдашбаев тәржемәһе). Уфа, 1998; За­ки Валиди Тоган. Воспоминания. (В. Б. Феонова тәржемәһе). Моск­ва, 1997; Материалы к библиографии Ахмет-Заки Валиди Тогана. (Төҙөүсеһе Р. М. Булгаков). Уфа, 1996; Тунджер Байкара. Заки Ва­лиди Тоган. (Р. Булгаков һәм Ә. Юлдашбаев тәржемәһе). Уфа, 1998.

Ә. ЮЛДАШБАЕВ




ОТ СОСТАВИТЕЛЯ


У каждого народа есть личности, наиболее полно, глубоко, яр­ко выражающие суть его духа, культуры, истории. Как правило, это люди трагической судьбы. Исключения весьма редки. Заки Валиди подтверждает эту трагическую закономерность тем, что его судьба была разломана на несколько кусков жестокими событиями XX ве­ка, в эпицентре которых ученый всегда стремился находиться:

— борьба за подлинно автономную государственность тюрк­ских народов России как против белых, так и против красных шо­винистов и вынужденная эмиграция;

— борьба за свое место и за свое слово в науке в Турции, идей­ное столкновение с официальной точкой зрения (оказавшейся ложной) о древнейших периодах истории тюрков и вынужденный отъезд в Европу;

— борьба за свое место в науке в Европе, начавшаяся со сту­денческой скамьи в Венском университете и окончившаяся про­фессорством в Боннском и Геттингенском университетах;

— вновь борьба за тюркское единство и тюркскую науку в Стамбуле, столкновение с официальной точкой зрения (вновь ока­завшейся ложной) со всеми драматическими подробностями (ли­шением свободы и работы);

— на фоне всего вышеизложенного борьба за вызволение из России любимой жены Нафисы, окончившаяся вечной разлукой. Обретение верной спутницы жизни в 50 лет, создание новой счаст­ливой семьи.

Вся драма его научной и политической деятельности и личной жизни нашла отражение и в его трудах, но наиболее выпукло — в его различных письмах и обращениях, часть которых мы и предла­


 



гаем вниманию читателя. Наше желание — вызвать у читателя ин­терес к трудам ученого, которые, подобно величественным мостам через Босфор в Стамбуле или радуте после грозового дождя, связы­вают между собой древнюю историю тюрков с современностью, Башкортостан и Татарстан с Туркестаном и Турцией.

Автобиография ученого, которой открывается книга, написана на английском языке самим ученым, переведена на русский Р. Бул­гаковым. Обращение Башкирского правительства к народу дается в том виде, в каком этот документ сохранился в архивах, с незначи­тельными правками. Письмо Представителю ССР в Берлине (Крес- тинскому), записка Сталину, письмо Фрунзе и доклад на конферен­ции социалистов в Берлине были написаны Валидовым на русском языке, и они публикуются с незначительными редакционными правками. Остальные письма и обращения переведены с турецкого на русский язык составителем. Сведения об упоминаемых в доку­ментах событиях, лицах и публикациях читатель найдет в следую­щих источниках: А. -3. Валиди Тоган. Воспоминания. Ч. 1. (В пере­воде Г. Шафикова и А. Юлдашбаева.) Уфа, 1994; Его же. Воспомина­ния. Ч. 2. (В переводе А. Юлдашбаева.) Уфа, 1998; Его же. Воспоми­нания. (В переводе В. Феоновой.) Москва, 1997; Материалы к биб­лиографии Ахмет-Заки Валиди Тогана. (Составитель Р. Булгаков.) Уфа, 1996; Тунджер Байкара. Заки Валиди Тоган. (В переводе Р. Бул­гакова, А. Юлдашбаева.) Уфа, 1998.


А. ЮЛДАШБАЕВ










ПРОФЕССОР ӘХМӘТЗӘКИ ВӘЛИДИ ТУҒАНДЫҢ АВТОБИОГРАФИЯҺЫ


Мин 1890 йылдың 10 декабрендә Рәсәй ерендә, Көньяҡ Уралда урынлашҡан Башҡортостандың Көҙән ауылында тыуғанмын. Минең атайым ауыл мөғәллиме һәм мулла булып, сығышы менән Суҡлыҡай ырыуынан ине. Башланғыс белемде ата­йымдың мәҙрәсәһендә алдым. Ул үҙе ғәрәп һәм фар­сы телдәрен белде. Урта белемде — Үтәк ауылындағы дини мосолман мәҙрәсәһендә, ә юғары белемде Ҡазандағы мөғәллимдәр әҙерләүсе юғары дини мәҙрәсә — «Касимиә»лә алдым. Бының бөтәһе лә Рәсәйҙә булған хәл. Унан һуң мине «Касимиә» мәҙрәсәһендә төрөк тарихы, төрөк һәм ғәрәп әҙәбиәттәре тарихы буйынса мөғәллим итеп тәғәйенләнеләр. Уҡытыу эше менән бергә мин 1910 —1913 йылдарҙа рус булмаған балалар өсөн асылған мәктәптәрҙә рус теле уҡытыусыһы булыу хоҡуғы алыу өсөн имтихандар тапшырҙым һәм Ҡазан университетының тел, әҙәбиәт факультетында про­фессорҙар Н. Катанов һәм В. Богородицкийҙың рус һәм шәреҡ телдәре буйынса лекцияларын тыңланым. Ғәрәп һәм фарсы телдәре буйынса белемемде өйҙә атайым етәкселегендә камиллаштырҙым, ә Казанда иһә немец һәм француз телдәрен өйрәнә башланым.


 



Тел һәм әҙәбиәт буйынса белемемде үҫтереүҙе һуңынан Венала дауам иттем.

Төрөк тарихы буйынса беренсе ҙур күләмле әҫәремде 1912 йылда Казанда «Касимиә» мәҙрәсәһендә тарих уҡытҡан ваҡытта нәшер иттем. Ул әҫәр Рәсәйҙә Катанов менән Бартольд, Төркиәлә Йософ Аҡсура, Венгрияла Г. Вамбери тарафынан ыңғай баһаланды, шул арҡала мине Казан универси­теты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтенә ағза итеп һайланылар. Ул йәмғиәт мине 1913 йылда Төркөстандың Фирғәнә әлкәһенә архео­график тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн ебәрҙе, ә 1914 йылда Санкт-Петербургтағы Рәсәй Фәндәр акаде­мияһы менән Рәсәйҙең Урта һәм Көнсығыш Азияны өйрәнеү йәмғиәте шул уҡ маҡсат менән мине Бохара ханлығына ебәрҙе. Был сәйәхәттәр бик уңышлы бу­лып, отчеттарым Петербургта Рәсәй Императоры ар­хеология йәмғиәте, Казан һәм Ташкент археология йәмғиәттәре журналдарында баҫылып сыҡтьг. һөҙөмтәлә мин Рәсәйҙең төрлө фәнни йәмғиәттәренә ағза итеп һайландым. Был йылдарҙа мин Волга буйы менән Урта Азия төрки һәм мосолман халыҡтарының тарихы, этнографияһы һәм мәҙәниәте хаҡында бай­таҡ әҫәрҙәр нәшер иттем.

1915 йылда мин Өфөләге «Ғосманиә» мәҙрәсәһенә тарих мөғәллиме итеп тәғәйенләндем. 1916 йылда Өфө губернаһы мосолмандары мине Рәсәй Думаһына үҙҙәренең вәкиле итеп һайланылар, һәм мин Петер- бургка киттем. 1917 йылда Рәсәйҙә инҡилаб башлан­ды һәм мин ойоштороусыларҙың береһе сифатында мосолмандарҙың төрлө ҡоролтайҙарында ҡатнаш­тым. Башҡорт халҡының Ырымбурҙа булған ҡорол­тайы миңә Башҡорт өлкә шураһы етәксеһе вази­


 



фаһын йөкмәтте һәм башҡорт ғәскәрен төҙөргә ҡуш­ты. Ташкентта уҙған Үҙәк Төркөстан ҡоролтайы мине Төркөстан Милли шураһының сәркәтибе итеп һайла­ны һәм шунда сыҡҡан «Кәңәш» гәзитенең баш мөхәррире итеп тәғәйенләне. 1917 йылдың майында Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй мосолмандары съезы булды, мин унда Төркөстан Милли шураһы вәкиле сифатын­да ҡатнаштым. Был съезд мине Рәсәй мосолмандары­ның Мәркәз шураһы ағзаһы итеп һайланы.

1917 йылдан алып 1919 йылға тиклем мин Башҡорт милли хөкүмәтенең рәйесе һәм хәрби министры ва­зифаларын башҡарҙым. Бер үк ваҡытта үҙебеҙ төҙөгән ғәскәрҙең баш командующийы булдым. Со­веттарға ҡаршы көрәшебеҙ өс йыл дауам итте. Кол­чактың аҡ ғәскәре еңелгәндән һуң беҙ Советтар менән солох төҙөнөк һәм автономиябыҙҙы һаҡлау шарты менән 15 ай дауамында большевиктар менән хеҙмәттәшлек итергә тырыштыҡ. Был хеҙмәттәшлек миңә большевиктарҙың Ленин, Сталин, Троцкий кеүек етәкселәре менән яҡындан танышырға мөмкинлек бирҙе. Күп тә үтмәҫтән улар беҙҙең өҫтөбөҙҙән тулы хакимлыҡҡа өлгәшеү өсөн аҫтыр­тын мәкер ҡора башланы, һуңыраҡ улар Чехослова­кия һәм Финляндияға ҡарата ла шундай уҡ сәйәсәт ҡулландылар. Ахыр сиктә, мин йәшерен рәүештә Бо­хараға киттем, һәм беҙ Төркөстан тауҙарында боль­шевиктарға ҡаршы ҡораллы көрәш башланыҡ. Был осорҙа минең төп бурысым ҡораллы күтәрелештең башында торған Төркөстан милли берлеге менән етәкселек итеү ине. Был хәрәкәттә Әнүәр паша ла ҡатнашты. Польша фронтында солох төҙөгәндән һуң, рустар ғәскәрҙәрен көнсығышҡа, беҙгә ҡаршы, таш­ларға мөмкинселек алды. Был иһә 1923 йылда беҙҙең


 



тамам еңелеүебеҙгә килтерҙе. Ғәскәребеҙҙең бер өлөшө һәм көрәштәштәребеҙҙең бер төркөмө менән мин Иранға сыҡтым, унан Афғанстанға килдем. Афғанстан хөкүмәте мосафиры сифатында бер ни тиклем ваҡыт Кабулда булғандан һуң, Һиндостанға, артабан Мысырға йүнәлдем. 1924 йылда Төркөстан- дың сит ил вәкәләтен булдырыу маҡсатында Париж- да һәм Берлинда булдым, беҙ бер нисә тапҡыр Милләттәр лигаһына ла ғаризалар менән мөрәжәғәт иттек. 1925 йылда Төркиә хөкүмәте мине Анкараға Мәғариф министрлығына кәңәшселәр комиссияһына саҡырҙы. Бында мин Төркиә гражданлығы алдым, ә 1927 йылда Истанбул университетының ғөмүми төрөк тарихы профессоры итеп тәғәйенләндем. Был йылдарҙа мин тарих һәм уға яҡын фәндәр буйынса бер нисә әҫәр нәшер иттем. 1932 йылда Анкарала та­рих конгресында Ғази Мостафа Кемаль рухлан­дырған һәм яҡлаған тарихи доктринаны тәнҡитләп сыҡтым. Был доктринаны ҡабул итә алмауым сәбәпле, эшемдән дә бушатыуҙарын һорап, илдән сығып киттем. Венала тарих, фәлсәфә, иҡтисадиәт һәм ориенталистика фәндәрен өйрәндем һәм Вена университетында фәлсәфә докторы дәрәжәһе ҡаҙан­дым. Минең диссертациям һуңыраҡ нәшер ителгән «Ибн Фадлан юлъяҙмаһы» исемле китабымдың мөһим өлөшөн тәшкил итте. Бонн университетының саҡырыуы буйынса 1935 —1937 йылдарҙа почетлы профессор сифатында исламды өйрәнеү фәндәрен уҡыттым. 1938 — 1939 йылдарҙа шул уҡ вазифала Гёттинген университетында лекциялар уҡыным. Был йылдарҙа Германия, Франция, Англияның төрлө ғил­ми йәмғиәттәре журналдарында бер ни тиклем мәҡәләләр нәшер иттем. Был дәүерҙә яҙылған ҙур


 



күләмле хеҙмәттәрҙең береһе — «Бируниҙың донъя­ны күҙ алдына килтереше». Ул «Һиндостан археоло­гия күҙәтеүенең ғилми яҙмалары»ның айырым томы сифатында донъя күрҙе.

Һуғыш башланыу менән 1939 йылдың сентяб­рендә мин Истанбул университетында ғөмүми төрөк тарихы профессоры вазифаһына кире ҡайтыу өсөн Германиянан киттем. Шул уҡ ваҡытта Советтар Сою­зы миңә ҡаршы йүнәлтелгән мәкерле эштәрен дауам итте һәм сәйәси эшмәкәрлегем өсөн фән әлкәһендә эшләү мөмкинселегенән мәхрүм итеүгә өлгәште. 1944 йылда Истанбулда һәм Анкарала талибтарҙың коммунистарға ҡаршы йүнәлтелгән демонстрацияла­ры булды. Коммунистарға яраҡлашҡан айырым да­ирәләр, ошо ваҡиғаларҙы һылтау итеп, профес­сорҙар, яҙыусылар һәм башҡа зыялыларҙан торған ҙур бер төркөм кешеләрҙе ҡулға алды. Хөкөмгә тарт­тырылдыҡ, әммә тулыһынса аҡландыҡ. Мин үҙем­дең ғилми эштәремде яңынан башланым. 1939 йыл­дан һуң тарих буйынса бер нисә хеҙмәт нәшер иттем. Шуларҙың иң мөһимдәре булып ҙур күләмле китап­тарым — «Ғөмүми төрөк тарихына кереш» (1946 йыл) һәм «Бөгөнгө Төркөстан һәм уның яҡын тарихы» (1947 йыл) тора.

Хеҙмәттәремдең немец телендә яҙылған тулы исемлеген бергә һалам.

Мин төрөк һәм төрлө төрки телдәрен, Урта Азия диалекттарын, фарсы, ғәрәп, рус һәм немец телдәрен яҡшы беләм, инглиз һәм француз телдәрендә уҡый алам.

Өйләнгәнмен, ике балам бар.

Истанбул, 1948 йыл, 16 май.


 



БАШҠОРТ ХӨКҮМӘТЕНЕҢ ХАЛЫҠҠА МӨРӘЖӘҒӘТЕ*


Тыуған ил, һөйөклө туған халҡым!

Халыҡҡа мауыҡтырғыс һәм матур вәғәҙәләр биреп, алдыҡ менән эш иткән бер төркөм кешеләр — больше­виктар тип аталған Рәсәй партияһы килтергән ҡаза­ларҙан ҡотолоу юлына баҫып, һеҙ һайлаған Башҡорт хөкүмәтен мәмләкәтебеҙҙең төньяҡ өлөшөндә ҡайта­нан тергеҙеп, беҙ, Аллаһы тәғәләнең ярҙамына, һеҙҙең тәүәккәллегегеҙгә, көсөгөҙ һәм ҡаһарманлығығыҙға өмөт итеп, эшкә тотондоҡ.

Һеҙ (йәки башҡорт халҡы) һеҙҙең менән күрше йәшәгән һәм һеҙҙең кеүек үк үҙ ерҙәре, мөлкәте булған ҡаҙаҡ-ҡырғыҙҙар, үзбәк төркиҙәре менән бергә үҙегеҙҙең автономияғыҙҙы иғлан иттегеҙ.

Большевиктар партияһы, Төркөстан, Ҡаҙағстан, Кавказ, Ҡырым, Украина, Себер һәм казак халыҡтары автономияһын ҡыйратып, шуның менән бергә һеҙ иғлан иткән автономияны ла бөтөрҙө. «Рәсәйҙең йәберләнгән милләттәре, мосолмандар, автономияны үҙегеҙ теләгәнсә алығыҙ: бергә берләшеп, ярлы- ябағаны яҡлайыҡ», — тигән мауыҡтырғыс һәм ялған мөрәжәғәттәр һәм алдыҡ декреттар менән сығыш яһап, улар шул иҙелгән милләттәрҙе, шул мосолмандарҙы, шул фәҡир-фоҡраны (ярлы халыҡты) нисек кенә мыҫҡылламаны һәм түбәнһетмәне. Беҙҙе, йәки Башҡорт хөкүмәтен, төрлө кәмһетеүҙәргә дусар итеп, ҡулға алып ултыртып ҡуйҙы һәм беҙ төҙөгән учрежде­ниеларҙы ҡыуып таратты. Төрлө кантондарҙа башҡорт халҡы мәнфәғәттәрен һәм кантондарҙа законлылыҡты һәм тәртипте нығытыу өсөн ебәрелгән беҙҙең


 


* Руссанан "Ватандаш" журналы мөхәрририәте тәржемәһендә бирелә.




ғәскәрҙәр алдыҡ юл менән таратып ебәрелде, юҡ ител­де. Ғәскәребеҙҙең етәкселәрен, туғандарыбыҙ Абдулла Иҙелбаев, Ғимран Мағазовты һәм улар менән бергә тағы ун алты кешене үҙҙәренең ҡорбандары итте һәм тотоп атты. Башҡортҡа хас булған ҡыйыулыҡ, ғәйрәт, энергия, намыҫлылыҡ, ихласлылыҡ кәүҙәләнеше булған ҡәҙерле, беҙ яратҡан юрист Абдулла Иҙелбаев- ты вәхшиҙәрсә үлтереп, һуңғы тын алышына тиклем: «Һеҙ кеше иҙеүселәр, Башҡортостан автономияһын бөтөрә алмаясаҡһығыҙ, беҙ үлербеҙ, әммә халыҡты үлтерергә һеҙҙең хәлегеҙҙән килмәйәсәк», — тигән өсөн генә лә уның мәйетенән көлдөләр, мәсхәрәләнеләр, һәм ошонда уҡ — иңрәп, һыҡтап торған халыҡ алдында: «Бына һеҙгә автономия», — тип ҡысҡырындылар. Февраль айында уҡ булған был ваҡиғалар большевиктарҙың кем икәнен асыҡ күрһәтте.

Беҙ, йәғни һеҙ һайлаған хөкүмәт, үҙ фәҡирҙәре­беҙҙе байытыу һәм ас халҡыбыҙҙы туйындырыу маҡса­тында эшкә тотоноп, өйәҙҙәрҙә 70 мең ботҡа яҡын иген йыйырға иткәйнек. Ул аслыҡ кисергән һәм орлоҡтары булмаған кешеләргә таратып биреү өсөн тәғәйенләнгәйне. Ул игенде большевиктар талап алды һәм ҡайҙалыр рус губерналарына оҙатты. Беҙ иле­беҙҙәге алтынды һәм металл сәнәғәтен үҙ ҡулыбыҙға алырға иткәйнек. Беҙҙең ҡулға килеп ингән 8 бот саф алтынды һәм ун ете бот көмөштө Баймаҡта беҙҙән тар­тып алдылар. Шуның менән бергә, большевиктарҙың ер аҫты байлыҡтары (металдар) тураһындағы декреты менән башҡорт халҡының алтынға һәм металдарға булған хоҡуғы юҡҡа сығарылды. Каруанһарайҙа һәм Баймаҡта биш йөҙ меңгә яҡын башҡорт аҡсаһы талап алынды һәм әләф-тәләф ителде. Ҡоролтай ҡарары бу­


 




Дата добавления: 2015-08-28; просмотров: 60 | Нарушение авторских прав







mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.015 сек.)







<== предыдущая лекция | следующая лекция ==>