Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

К 97 Оҙон-оҙаҡ бала саҡ. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1981,—296 бит. 12 страница



һөйләп бөткәс, Талип күҙҙәрен мөлдөрәтеп Оло инәйемә ҡараны:

— Артығын һөйләп, артығын ҡыланған булһам, биғәйбә инде, еңгә...

— Дөрөҫөн һөйләйем тиһәң, аҙыраҡ арттырмай ҙа булмайҙыр шул.

— Булмай шул, еңгә, булмай, — тип баш ҡаҡты «геүәрдин».

Йоморо Талип беҙҙе ҡапҡа төбөнә тиклем оҙата килде. Минең аяҡтарым — ерҙә, түбәм — күктә! Эшкә ашмаған ялбыр ике кәзә тиреһе өсөн ни саҡлы байлыҡ, хазина алып киттек: ике таҡмаҡ, бер бейеү.


бер йыр, йәнә бынамын тигән самокат тәгәрмәсе. Тәгәрмәстең тештәре ҡояшта нур сәсеп йымылдап тора. Шундай матур-матур йыр-таҡмаҡтар әйткән Талиптең ап-аҡ тештәре йым-йым итеп күҙ алдымда йымылдап китә. Бына кем хәйләһеҙ ул, исмаһам!

Мин артыма әйләнеп ҡараным. Меҫкен бүркен батырып кейгән һирәк кенә ерән һаҡаллы, неп- нескә мыйыҡлы Йоморо Талип һаман ҡапҡа төбөндә тора. Байтаҡ көндәр уҙғас, бурандар бурап, урамдарҙы көрт баҫҡас, анау меҫкен бүрек аҫтында ниндәй баш йөрөгәнен бөтә ауыл күрәсәк...


ИТЕ ҺИҢӘ, ҺӨЙӘГЕ МИҢӘ

Ап-аҡ ҡырау төшкән иртәлә Оло инәйем мине мәктәпкә алып китте. Мин уның ҡатарынан атламайым, үлән өҫтөнә һибелгән бәҫте ярып, үҙемә юл һалып барам.

«Балаға уҡырға төшөргә ваҡыт, көтөү кергәндә туғыҙы тула, — тине ул кисә Кесе инәйемә. — Уҡытыусыһына әллә үҙең илтеп тапшыраһыңмы?» Кесе инәйем минең күҙҙәремә оҙаҡ ҡарап торҙо ла: «Үҙең генә илт инде, көндәшем, һин һөйләшә лә беләһең...» — тине.

Мәктәп соҡорҙоң арғы яғында — Мәсет урамының түбән осонда. Мин уны ситтән генә күргәнем бар. Эсенә ингәнем юҡ әле. Инергә атлығып та тормайым. Ни ҡалған миңә ул мәктәптә? «Уҡыған берәү мулла булмаҫ, суҡыған берәү ҡарға булмаҫ», — тине анау көндө Вәлетдин, малайҙар һабаҡ уҡыу тураһында әңгәмә ҡуҙғатҡас. Дөрөҫөн әйтә ул. Бөтә уҡыған әҙәм мулла булып бөтһә, атҡа бесән кем һалыр һуң? Уныһы тағы бер хәл, бесәне булһа, һалыусыһы табылыр. Иң яманы шул: мулланан бөтә әҙәм ҡурҡа. Шулай кеше өркөтөп йәшә, имеш, албаҫты шикелле...



— Минең мулла булғым килмәй ҙә әле, — тинем мин, үҙем дә һиҙмәҫтән.

— Ниңә улай тиһең, синнай?

— Уҡый-уҡый мулла булып китермен дә унан үкенермен...

— Яҙған булһа, мулла итмәм мин һине. Мөғәллим булырһың йә землемер. Бер ҙә юҡ икән, иншалла, өй тулы дөм һуҡыр араһында күҙле бер кеше булырһың. — Оло инәйем шунда уҡ төшөндөрөп

бирә.— Наҙан кеше был заманда һуҡыр менән бә-


рәбәр. Беҙ бөтәбеҙ ҙә наҙандарбыҙ, улым. Шуға күрә беҙҙе, ҡара халыҡты, ҡара һарыҡ тип йөрөтәләр.

— Әйҙә бөгөн бармайыҡ ул мәктәпкә, иртәгә барайыҡ! — тинем мин, ҡапыл туҡталып. Шул саҡ мәктәп тулы эреле-ваҡлы ҡара һарыҡ килеп баҫты минең күҙ алдыма. Улар бер-береһен этәрәләр, ҡысҡырышалар.

— Бөгөн күренеп, яҙылып ҡына ҡайтабыҙ, һабаҡҡа бер аҙнанан төшәһегеҙ, — тине Оло инәйем, үҙе һаман юлында булды.

Оло инәйем әйткәненән ҡайтмай, юлынан кире боролмай ул. Беҙҙән алда ғына мәктәпкә, ҡолға төҫлө нәҙек оҙон улы Ғилметдинде эйәртеп, тимерсе Әғләм инеп китте. Мин ул Ғилметдинде беләм. Әллә үтә йыуаш, әллә аҡылға бер самараҡ инде бисара: бәләкәс кенә малайҙарҙан да ҡурҡа.

Оло инәйемде уҡытыусы Мәхмүт аяғүрә баҫып ҡаршы алды:

— Әйҙә, рәхим ит, инәй! Бына бында ултырып тор саҡ ҡына... Әғләм ағайҙың улын теркәп кенә ҡуям да...

— Ярай, ярай, беҙ ашыҡмайбыҙ, — тине Оло инәйем. — Улың буйсан икән, Әғләм, игелеген күрергә яҙһын.

Әғләм уның менән ҡул биреп күреште лә Ғилметдинде етәкләп уҡытыусы алдына килтереп баҫтырҙы. Малайҙың соҡор елкәле неп-нескә муйыны бына-бына өҙөлөп китер ҙә уның таҡыр ҡаҡ башы иҙәнгә тәгәрәп төшөр төҫлө. Шулай ҙа ни мөғжизә менән эленеп тора икән ул баш?

— Бына, Мәхмүт, — тине тимерсе ҡарлыҡҡан тауыш менән, — өлкән улымды килтерҙем: ите-майы һиңә, һөйәге-тиреһе миңә. Әрәм итмә, әҙәм ит.

Мин башта ниндәй «ит», ниндәй «май» икәнен аңламай торҙом. Аңлағас, тәүҙә сыҙай алмай эс тырнап көлгөм килде, аҙаҡтан ҡотом осто. Былай ҙа күлдәк аҫтында һөйәктәре шылтырҙап торған Ғилметдинде ана ниндәй яфалар көтә икән? Әгәр Мәхмүт минең дә, итем менән майымды һурып алып, тирем менән һөйәгемде генә ҡалдырһа?.. Минең хәҙер үк тороп ҡасҡым килде.

102

— Ярай, ҡулдан, аҡылдан килгәнсә тырыштырырбыҙ, ағай, — тип ышандырҙы уҡытыусы.

Тегеләр сығып китте. Уҡытыусы үҙенең ҡалын кенәгәһенә мине лә яҙып ҡуйҙы.

— Бына, мөғәллим, улымды һинең ҡарамаҡҡа ышанып тапшырам. Үҙһүҙле, ҡылтым холоҡло, хөр тәбиғәтле, әммә нескә күңелле эскерһеҙ бала. һинең ҡул аҫтыңда башынан бер тек сәсе төшһә лә, риза түгелмен, бәхиллегем юҡ. Ғәфү итмәм. Быныһын алдан киҫәтеп ҡуям, — тине Оло инәйем. Уның тауышы тыныс, ләкин ҡырҡыл ине.

— Был йәһәттән тыныс бул, инәй, вәғрҙә — иман, — тип Мәхмүт йәнә урынынан торҙо, — һинең кеүек хөрмәтле инәйҙең улына тырнаҡ та теймәҫ. Хафаланма, зинһар.

— Әйткәнде ҡабул итеүеңә рәхмәт, мөғәллим! — тине Оло инәйем. — Шулай башта уҡ аңлашып эш итеү яҡшы. Хуш булың тор.

Мәктәп мине артыҡ хайран ҡалдырманы. Бүрәнәгә йәбештерелгән төрлө-төрлө ҡағыҙҙарға ла, ҡара таҡтаға ла, ҡара парталарға ла иҫем китмәне. Уҡытыусының да йәшелле-зәңгәрле күҙҙәре оҡшаманы миңә. Уның «вәғәҙә — иман» тигәне лә, ни эшләптер, күңелгә ятманы. Ярай әле ҡайтып киттек.

Уҡытыусы барыбер һүҙендә торманы. Дөрөҫ, тырнаҡ тейҙермәне тейҙереүен, бүтәнсәрәк эләктерҙе ул миңә. Уҡыуҙар башланып, өс-дүрт көн үткәс тә, тәнәфес ваҡытында ҡасыш-ҡасыш уйнағанда мейескә инеп йәшеренгәнем өсөн ул минең ҡолаҡты саҡ ҡына өҙөп алманы. Унан һуң, бәке осо менән сыйып, партаға «К» хәрефен яҙғаным өсөн оҙон ағас линейка ҡыры менән ҡул һыртыма һуҡты. Өсөнсө тапҡыр миңә кеше өлөшө эләкте. Минән арттағы рәттә әллә Хәмитйән, әллә теге Ғилметдин шаярып ултырған. Ҡара таҡтаға аҡбур менән яҙып торған уҡытыусы, быны күреп, йоҙроҡ дәүмәллеге аҡбурҙы теге шаянға тондормаҡсы иткән. Аҡбур сәп итеп минең маңлайға килеп тейҙе. Хатта күҙҙән әллә ниндәй йымылдыҡ дүңгәләктәр һибелеп китте. Уҡытыусы үҙе лә шөрләне: мине көйләргә, йыуатырға тотондо. Ә мин юрамал иламаным, тегегә үс итеп.

Үҙемсә күптән ниәтләп йөрөгән ниәтемә ирешер-

103

гә — мәктәпкә башҡаса килмәҫкә булдым мин шул көндө. Был хәл, ҡар ятып, тауҙа выжлап сана шыуыр, Шәйхаттарҙың тимер конькиҙәрен бер тингә яллап, Аҡ Йомағол тыҡрығынан ҡоштай осоп төшөр саҡҡа тура килде, һис кемгә һис нәмә башырып тормайынса, мин ғилем алыуҙан тынып торорға булдым. Ул тыныу нәҡ ике йыл дауам итте.

Ике йылдан һуң һеңлем Сәлисә менән бергә мин йәнә беренсе синыфҡа килдем. Мине — иң артҡа, һеңлемде иң алға ултырттылар. Беҙҙе йәш кенә уҡытыусы апай уҡыта. Тәүге көндәрҙә таяҡ һыҙырға өйрәтте ул. Минең һеңлем бер таяҡты һыҙа ла, уҡытыусыға әйләнеп тә ҡарамай, миңә югереп килә. «Ағайым, дөрөҫмө?» — тип һорай. Уҡытыусы күр- мәмешкә һалыша, мин уңайһыҙланған булам.

Ике йыл буш йөрөүҙең хаҡын бер ҡышта сығарҙым мин. Яҙға табан мине анау йыл һабаҡҡа бергә төшкән иптәштәремә килтереп ҡуштылар. Бөтәһе лә таныш, тик уҡытыусы ғына бүтән ине.

Ә теге ҡыштың, мин иреккә сыҡҡан беренсе ҡыштың, ап-аҡ ҡары өҫтөнә күп тә үтмәй ҡып-ҡыҙыл ҡан тамды. Башта тамды, унан аҡты...


ИКЕ

ХӨКӨМ

Ауылда үлем-етем булһа, һыбайлы ике малай урамдың ике яғынан һәр өй тураһында туҡтала биреп ҡысҡырып уҙа: «Йыназаға барығыҙ! Йыназаға барығыҙ! Йыназаға барығыҙ! Минең өсөн иң ҡурҡыныс оран — ошо. Әйтерһең, ул малайҙар тере кешеләрҙе мәйет оҙатырға түгел, ҡәбергә саҡыралар. Ысынлабыраҡ уйлап ҡараһаң, шулай килеп сыға ла. Ваҡыты еткәс, һәр кемде шунда саҡыралар, шунда оҙаталар.

Иртәнге эңер таралып та бөтмәҫ борон, урам буйлап оран һалып, аллы-артлы ике малай һыбай сабып уҙҙы.

— Хөкөмгә барығыҙ! Хөкөмгә барығыҙ! Хөкөмгә барығыҙ!

— Әллә тағы үлем-етем бар инде, хоҙайым?— тип борсолдо сәй урыны йыйыштырып йөрөгән Кесе инәйем.

— Хөкөмгә саҡыралар, Кесе инәй, кооператив башлығы Сәмиғулланы хөкөм итәләр, мир аҡсаһын ашаған, ти, бик күп. Йәмәғәт суды була, ти. Кисә сельсовет Ташбулат яман асыулы ине, — тип этенә- төртөнә хәбәр һалды кесе ағайым Сәлих, һүҙ һөйләй башлаһа, ул әллә нисек ҡаушап төшә.

— Ҡайҙан килгән ул миргә шул тиклем аҡса? — тине Оло инәйем.

Минең Мортаза ағайым бөтәһен дә белә. Ул шунда уҡ төшөндөрөп бирә:

— Бөтә йәмәғәткә урғыстар, һуҡҡыстар алырға тип көҙ көнө ҡапҡа башынан аҡса йыйғайнылар бит. Беҙҙән дә алдылар. Ана шул аҡса инде.

— һи, бахыр! Нәфсе арҡаһында ниндәй генә гонаһтарға төшмәй бәндә?—тип бошондо Оло инәйем. Атайым, ниңәлер, өндәшмәй әле. Уйлана ул.

105

Йорт эсен шом баҫты. Баяғы «хөкөмгә барығыҙ!» тигән тауыш тәҙрәнән бәреп инде лә кире сыҡманы, өйҙә бүленеп ҡалды, бына хәҙер килеп-килеп һәр кемдең ҡолағына бәрелә.

— Сәмиғулланың да аҡсаға күҙе ҡыҙғас инде," коммунисмен тип йөрөүе ҡороһон. Берәүгә лә ышаныс юҡ былай булғас! — тип үртәнде Мортаза ағайым.— Һәр кемдең бармағы үҙенә табан кәкере...

— Пожар майҙанына икегеҙҙең берегеҙ аяҡ баҫаһы булмағыҙ, ишетһен ҡолағығыҙ! һеҙгә әле кеше хөкөм итергә иртәрәк, — тине атайым, хатта бармаҡ янап ҡуйҙы. Уның ағайымдарға былай ҡаты өндәшкәне юҡ ине. Ул шунда уҡ йомшара төштө. — Миңә күк алашаны егеп ҡуйығыҙ, Тимофейҙәргә барып ҡайтам, һеҙ, бер ҙә булмаһа, ҡуянға сығып инегеҙ, ана, өрпәк кенә ҡар ҙа яуып киткән.

Атайымдың бармаҡ янап һөйләшеүенә ағайым- дар, бер-береһенә ҡарашып, аптырап ҡалдылар.

— Ярай, атай, ҡуянға сығырбыҙ, — тине Мортаза ағайым, турһая биреп.

Оло ирҙәр һәр береһе үҙ юлына китте. Бер аҙҙан баяғы малайҙар йәнә һөрәнләп уҙҙы:-

— Хөкөмгә барығыҙ — пожар майҙанына! Хөкөмгә барығыҙ — пожар майҙанына!,

Күп тамаша күргәнем бар минең: ул томанный кәртинкә* тиһеңме, ул кәмит тиһеңме, ул бәйге тиһеңме — күрмәгән нәмәм юҡ. Ә бына «хөкөм» тигәнен күргәнем юҡ. Ҡарарға кәрәк быны.

Пожар майҙаны Мәсет урамының иң ҡалҡыу ерендә. Майҙанға иҫәпһеҙ-хисапһыҙ халыҡ йыйылған, күбеһе һаҡаллы-мыйыҡлы ағайҙар, олатайҙар. Беҙ, ваҡ малайҙар, урамдың арғы яғындағы бейек көрт башына менеп баҫтыҡ. Беҙҙең кеүектәрҙе майҙанға индермәйҙәр, ҡыуып ебәреп торалар.

— Бала-сағаны ары ҡыуығыҙ, эҙҙәре булмаһын!— тип сәрелдәне бер бабай.

— Ҡараһындар, күрһендәр, фәһем булыр!—тине бүртенгән битле йыуан әҙәм.

— Ғибрәт алһындар!—тип өҫтәне икенсеһе.

—■ Сабыйҙарҙы ҡайтарып ебәрегеҙ, кәмит ҡуймайҙар ҙа бында!

Кнно.

106

— Ниндәйерәк кәмит булыр ҙа әле. Күр ҙә тор бына!

Торған һайын халыҡ нығыраҡ ҡайнаша, майҙан нығыраҡ гөжләй.

Шығыр-шығыр баҫып, Түбән остан сельсовет Ташбулат менән йәнә ике ят кеше килде. Ташбулат ул бәләкәс кенә буйлы. Оҙон ҡара тунының салғыйҙары ергә тейеп-тейеп ҡала. Ағаһына н-фәдән ҡалған тундыр, күрәһең. Ул килеп еткәс, халыҡ шымып ҡалды.

— Йә, ни ҡылабыҙ, йәмәғәт? — тине Ташбулат, бер кемгә лә ҡарамай, ҡалҡына биреп. — Ҡараҡ һеҙҙең алда, хөкөм, һеҙҙең ҡулда, ил ағалары.

Халыҡ улай-былай иткеләгәнсе, сельсовет Таш- булйт ҡаршыһына имәндәй таҙа Сибәр Мәрәһим килеп баҫты. Был кеше беҙҙең урамда, Түбән оста, тора. Уны йәп-йәш кенә көйө атаһы Ильяс мәзиндең тол бисәһенә көсләп өйләндергән, дөрөҫөрәге, йортҡа индергән. Кистәрен өй алдына сығып, Мәрәһим гармунын тартып ебәрһә, бөтә ауыл хайран ҡалып тыңлай. «Моңая, бисараҡайың, — тине бер саҡ Оло инәйем,—нисәмә йыл инде, ә күңеле һаман урынына ултыра алмай, кемделер эҙләп аҙашып йөрөй. Заяға үтә еләк кеүек саҡтары...»

«Сибәр кеше, моңло кеше бәхетһеҙ була» тигәндәре хаҡтыр, ахырыһы. Уның керпектәре шундай оҙон. Оҙон керпекле кеше, етмәһә, ҡыҫҡа ғүмерле була, имеш. Шуғалыр инде, күрәһең, Сибәр Мәрә- һимде бөтә әҙәм ҡыҙғана, яҡын күрә. Бына әле лә ул уҡлау оҙонлоғо ғына Ташбулат алдына килеп баҫты.

— Ҡорҙаш, — тине ул тыныс ҡына, — Сәмиғул- ланың ғәйебе ҙур. Ҡайҙа китһә лә, ил мөлкәте уның ҡулынан киткән. Тейер язаһын алырға тейеш. Мәгәр уны ғәҙел хөкөм ҡулына — дәүләт ҡулына тапшырырға кәрәк.

Ташбулат ҡапыл шашып китте, уның түп-түңәрәк күҙҙәре халыҡҡа төбәлде:

— Дәүләткә бирергә дәүләт малын урламаған да ул! һеҙҙекен, йәмәғәттекең, урлаған, һеҙҙең.хәләл малды ашаған! Йәне лә, тәне лә уның һеҙҙең ҡулда, йәмәғәт! Дөрөҫ әйтәмме?!

— Дөрөҫ! Дөрөҫ! —тип ҡабатланы ялпы.


— Ашағанын ҡоҫторорға кәрәк убырҙың! — тип аҡырҙы баяғы бүртенгән битле йыуан әҙәм.

— Етмәһә, коммун булып, әҙәм ҡотортоп йөрөнө, иблес! Тамуҡ киҫәүе! Ҡайҙа ул? Нимә көтәбеҙ? — тип шашынды кемдер.

— Халыҡ алдына сығарығыҙ! Яуап бирһен! — тине икенсеһе.

Халыҡ төркөмө инде ярһыуҙың сигенән ашты. Шул саҡ Ташбулат әмер бирҙе:

— Әй, пүнәтәйҙәр, бында килтерегеҙ ҡараҡты!

Матур башын түбән эйеп, Мәрәһим ҡайтып китте. Бер аҙ барғас, ул әйләнеп ҡараны, ләкин туҡталманы.

Сәмиғулланы ҡарауыл өйөнән алып сыҡтылар. Уның өҫтөндә ҡыҫҡа ҡыптыр тун, аяғында ап-аҡ тула ойоҡ менан ап-аҡ сабата. Ни эшләптер, башында бүрке юҡ. Ҡара бөҙрә сәсе яртылаш маңлайына төшөп тора. Йөҙө көл кеүек. Ике ҡулын артҡа тартып бәйләгәндәр, артып ҡалған арҡан осон бер кеше тотоп алған. Ул ҡараҡ менән йәнәшә атлай. Баҙарға һатырға илткән һыйыр малын нәҡ ана шулай етәкләп алалар.

— Бына бында бейек урынға баҫтырығыҙ, бөтә ғаләм күреп торһон!—тип бойорҙо Ташбулат. Ул яртылаш ҡар аҫтында ҡалған арбаға күрһәтте. Сәмиғулланы шунда мендерҙеләр. Майҙан тып-тын булып ҡалды, хатта аяҡ аҫтындағы ҡар ҙа шығыр- ҙауҙан туҡтаны, һауала һирәк кенә елбәҙәк ҡар бөртөктәре тирбәлә. Улар бүтән ергә төшмәй ҙә кеүек, бары тотҡондоң ҡара сәсенә генә ҡуна. Әгәр оҙаҡ ҡына шулай торһа, уның эйелгән башы салға әйләнәсәк. Сәмиғулланың һул яғында алыҫта сельсовет ҡыйығында елберҙәгән ҡыҙыл флаг күренә. Бер ҡарағанда, улар икәүһе йәнәшә тора һымаҡ. Кеше ҡымшанмай, флаг талпына, ҡайҙалыр ашҡына. Икеһенең дә артында күгелйем күк сите.

— Күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән хәл был, йәмәғәт!—тип сарбайланы кинәт баяғы сәрелдек тауышлы ҡарт. — Илгә оят, ергә оят, дингә оят — һәммәбеҙгә оят килтерҙе был ҡара йөрәк! — Ул, ҡулдарын сәбәләндереп, Сәмиғулла яғына һелтәне.

Уға башҡа тауыштар ҡушылды:

— Сабыйҙарыбыҙ ауыҙынан ризыҡ өҙөп йыйған


тиндәребеҙҙе ҡайҙа типтереп, ҡайҙа исраф иттең, бәдбәхет! Яуап бир!

— Хәләл көсөбөҙҙө сарыф итеп тапҡандарыбыҙ боғаҙыңа тығылһын, мәлғүн!

— Түләһен! Мирҙекен миргә түләһен!

— Беҙҙең тир хаҡын ҡаны менән түләһен! Ҡаны менән! — тип ярһыны берәү.

Ҡараҡ аҡрын ғына башын күтәрҙе*. Майҙан өҫтөнә күҙ йөрөтөп сыҡты. Тауыштар аҙлап кәмей, тына барҙы. Сәмиғулла, башын юғарыға сөйөп, ике тапҡыр юткереп алды.

— Ауылдаштар, — тине ул ҡалтыраған тоноҡ тауыш менән. — һеҙҙең алда ғәйебем ҙур. Йәмәғәт мөлкәте минең ҡулда ине, минең ҡулдан юҡ булды, әммә мин һуҡыр бер тиненә лә теймәнем.

— Нисек инде теймәнең? Аяҡландымы икән ни ул аҡса?

— Урлағандар. Кәнсәләге тимер һандыҡҡа асҡыс яратып урлағандар.

— Ҡасан алғандар?

— Асыҡ ҡына белмәйем.

— Ялған! Алдаша!

— Теге донъяла аҡланырһың!

— Ҡарауылсы ҡайҙа булған?

— Мин урлашманым, ағай-эне. Шулай ҙа ғәйеп миндә. Ғүмер буйы эшләп түләрмен.

— Бетең менәнме, зимагор?

— Быға тиклем донъя көтөп, бер ҡорсаңғы тайың да булмағанды!..

— Ҡаны менән түләһен! — тип ҡабатланы бая уҡ ҡанһыраған тауыш.

Халыҡ йәнә шашып китте:

— Самосуд яһарға кәрәк! Самосуд! Бүтәндәргә һабаҡ булһын!

— Аяҡ-ҡулын һуғып һындырырға кәрәк.

— Самосуд! Самосуд!

Инде аҡты-ҡараны күрмәҫ сиккә еткән кешеләр, ҡайһыһы йоҙроҡ йомарлап, ҡайһыһы таяҡ һелтәп, ҡайһыһы күҫәк күтәреп, арбаға табан ябырылды. Шул саҡ Йоморо Талип әллә ҡайҙан килеп сыҡты ла, үтә йылдам һикереп, арбаға менеп баҫты.


Дата добавления: 2015-11-04; просмотров: 60 | Нарушение авторских прав







mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.023 сек.)







<== предыдущая лекция | следующая лекция ==>