Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

К 97 Оҙон-оҙаҡ бала саҡ. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1981,—296 бит. 10 страница



Аҡ ҡалала аҡ ҡаласты

һыҙырып һалдыҡ, һыҙырып һалдыҡ...

Ҡыҙыл Һандыҡ тураһындағы һүҙҙәре йәтеш килеп сыҡманы, ахырыһы, улары шунда уҡ онотолдо. Ә быларын әйткән һайын әйтке килеп тора.

«Аҡ ҡаласты һыҙырып һала-һала», беҙ бейек таш юлға килеп сыҡтыҡ. Юлдың ике яғына йыуан- йыуан тирәктәр үҫкән. Юлға түшәлгән таш, мунса ташы кеүек, шып-шыма. Үҙе яҫы түгел, ҡабарынҡы.

‘— Был юлдан әүәл заман батша үҙе генә йөрөгән. Хәҙер, Совет власе булғас, теләһә кем йөрөй ала, — тип аңлатты башлыҡ. — Слабуда хәҙер. Хөрриәт!

80

Бер боролманы уҙғас та, алдыбыҙға йәнә аҡ тау башындағы ҡала килеп баҫты. Ана ғына ул — үрел дә тот! Ҡала хәҙер беҙҙеке, әллә ҡайҙа китә алмаҫ.

■— Әссәләмәғәләйкүм, ҡала! — тине Вәлетдин. — Бына беҙ һиңә килеп тә еттек!

— Ҡала беҙҙе ҡаршы ала, ҡорһаҡтарға ҡалас һала, рәхмәт уҡый ете бала, — тип теҙеп китте Әсғәт.

Беҙ бары ҡабатланыҡ ҡына:

— Рәхмәт уҡый ете бала!

Ҡайҙа күҙ ташлама, завод торбалары тырпайып тора, мәсет манаралары, сиркәү көмбәҙҙәре ялтырай. Беҙ мәсетте сиркәүҙән айыра беләбеҙ. Бого- Любтәрҙең сиркәүен көн дә күреп торабыҙ. Мин бары шуға ғына аптырайым — нимә эшләп ул сиркәүҙәрҙе әле булһа ер йотм-ай икән? Көллө ғаләм белә: бөтә сиркәүҙәр харам, улар зил-зәбәр киләсәк; бөтә кафырҙар яҙыҡлы, үлгәс улар тамуҡта янасаҡ. Сиркәүҙәре- әйҙә суҡынып китһен, ә бына кафырҙарын ҡыҙғанам. Ул ҡыҙғаныу бына нимәнән башланды.

Былтыр яҙ Лекаревканан беҙҙең знаком Тимо- фей минең саҡлы ғына малайы Егорка менән беҙгә ҡунаҡҡа килде. Атайҙар ашап-эсергә ултырҙы, беҙ Егорка менән берәр күмәс тотоп, ҡураға сыҡтыҡ. Ул һап-һары сәсле, зәп-зәңгәр күҙле, шалҡан төҫлө ап-аҡ йөҙлө малай, һөйләшә белмәйбеҙ. Мин ҡайҙа барһам, ул шунда бара, мин нимә эшләһәм, ул шуны ҡабатлай. Баҡсаға инеп әйләндек, лапаҫ башына менеп төштөк, шунан килеп келә г янына өйөлгән бүрәнә өҫтөнә менеп ултырҙыҡ. Мин аяҡтарымды һелкетһәм, Егорка ла ҡушыла. Мин көрһөнөп ҡуйһам, ул да көрһөнә.



Атайҙар, ахырыһы, тиҙ үк ҡыҙып та алды. Минең атайым Тимофей алдында гел генә русса йырлаған була. Ә тегеһе беҙҙеңсә һупалап маташа. Башта Тимофейҙең дәрте тышҡа бәреп сыҡты:

Әйҙә, ёңгә, урманға,

Ҡурай еләк йыйырға...

Ҡурай еләк бал кеүек.

Беҙҙең еңгә йән ке-үе-ек...

Белеп торам. Был йырҙы ул табын ҡарап йөрөгән Оло инәйемә ярамһаҡланыбыраҡ һыҙҙырҙы. Хәҙер

81

көт тә тор — атайымдың ҡалын тауышы яңғыраясаҡ. Уның русса бары бер генә йыры бар. Ана, әйттереп тә ебәрҙе:

Баҙар большой,

Народ много,

Русский барышня идет,

Дай ему дорога.

Егорка менән беҙ бер-беребеҙгә ҡарашып алдыҡ. Уның шундай зәңгәр, шундай моңһоу күҙҙәре мине ҡапыл шомға һалды. Тамағыма ниндәйҙер төйөр килеп тығылды. Бынау тиклем саф, бынау тиклем яғымлы, бынау тиклем гонаһһыҙ күҙҙәрҙең хужаһы мәңге-мәңге тамуҡта янасаҡ. Дөрләп-дөрләп янасаҡ. Ошо ҡәҙәр ғазаптарҙан уны нисек кенә итеп ҡотҡарырға һуң? Нисек кенә?

-— Егорка! — тип иренһеҙҙән уны ҡосаҡлап алдым. Ул башта ҡурҡып китте, унан һуң үҙе лә мине ныҡ итеп күкрәгенә ҡыҫты. Был саҡ мин уны ҡот осҡос һәләкәттән ҡурсалайым һымаҡ тойолдо. Ихтимал, бындай ҡылығым өсөн үҙемә лә шул уҡ яза килер. Хәҙер һуң инде — кафыр балаһы минең ҡосағымда. Ни күрһәк тә, бергә күрербеҙ. Атайҙар инде бер-береһенә ҡушылый йырлай башланы. Беҙҙе улар бар тип тә белмәй. Бәлки, нәҡ ошо мәлдә береһе һары сәсле, береһе ҡара сәсле ике малай мәңге тамуҡта янырға хөкөм ителгәндер — һеҙҙең балаларығыҙ. Их, атайҙар! Йөрәгем ярылырҙай булып гөп-гөп тибә. Үҙемде лә, Егорканы ла йәлләйем.

...Нимә эшләп мин Егорканы хәтерләнем һуң әле? Ә... сиркәү күргәс.

Барабыҙ. Йөрәгем леп-леп тибә. Барабыҙ, барабыҙ, ҡала һаман бер ерҙә тора. Хатта аҙыраҡ артҡа ла сигенә һымаҡ. Ташҡа баҫып та булмай, аяҡты көйҙөрөп ала. Теҙелешеп юл ситенән киләбеҙ. Аҙымдар ныҡ уҡ һүлпәнәйҙе. Үлеп эске килә. Баяғы һамаҡтар, әйтерһең, бөтөнләй онотолдо. Алдан Насип атлай, уның артынан Хәмитйән, Хәмитйәндән һуң — Вәлетдин... Шәһиҙулла юлдың икенсе яғынан бер үҙе бара. Минең алдан ғына, айыу табандары менрн; арҡыры баҫып, Әнүәр һөйрәлә. Уның ике үксәһендә лә ҡамыш ҡалынлығы ярыҡтар. Был

82

аяҡтарҙың ҡышын быйма, яҙын-көҙөн итек күргәне юҡ. һирәк-һаяҡ сабата тейһә тейә шунда. Алтын таҡыялы нәҫеле тураһында ул дөрөҫөн әйттеме икән әллә фәстерҙеме? Булыр ҙа. Беҙ бөтәбеҙ ҙә күпертергә, ҡупайырға һәүәҫбеҙ.

— Их, һыуһын ҡанғансы һыу эсһәң ине!—тине Насип.

— Мин бер уртлауға ла риза булыр инем әле, валлаһи! — тип ант итергә кереште Вәлетдин.— Уртҡа һыйғансы уртлатһалар.

— һин, оңҡот, бала-саға ҡотортоп, шыңшыма!—тип ҡырт киҫте Шәһиҙулла.

Артабан һүҙ ҡуйыртыусы булманы.

Бер ҡатлы ағас йорттар теҙелеп киткән урам буйлап байтаҡ барғас, Ағиҙел күперенә килеп еттек. Ҡайһыбыҙ түбәтәйе, ҡайһыбыҙ кейеҙ эшләпәһе менән һоҫоп алып, туйғансы һыу эстек. һыуы йылымыс, сөсө ине. Шулай ҙа беҙгә йән инеп китте. Ҡалас байрамы, әлбиттә, күпер аръяғында, тау өҫтөндә, булырға тейеш. Байрам ул гел ҡалҡыу ерҙә уҙа торған. Был тирәлә әле уның ишараһы ла юҡ. Күпер аша сыҡҡас та әллә ни тамаша күренмәне. Йорттары былай бейек кенә, ҡапҡалары ла гел урыҫ ҡапҡа, урамдары беҙҙекенән тарыраҡ. Урам тулы йә атлы, йә йәйәүле кешеләр ары-бире уҙып тора. Бер-береһе- нә сәләм дә бирмәйҙәр.

— Әһә, малайҙар, ана, «Ҡаластар» тип яҙылған. Ҡалас лавкаһы! — Быны арала иң шәп уҡый торғаныбыҙ Вәлетдин хәбәр итте. Мин әле ҡушып уҡый белмәйем, бары хәреф кенә төҫмөрләйем.

Урамдың теге яғындағы һары йорттоң ишек төбөнә килеп туҡтаныҡ.

— Егеттәр, ишек тотҡаһына тәүҙә мин тотонайым, минең ҡулым...— Шулай тип әйтеүе булды, эстән ишектең асылып китеүе булды, алға һонолоп барған Ҡотло ҡулдың башына шап итеп килеп тейе- үе булды. Күп тә үтмәй, тегенең маңлайында һарғылт күгелйем оро ла бүлтәйеп сыҡты.

— Әссәләмәғәләйкүм! — тигән булды ул ишектән сыҡҡан кешегә.

— Күм, күм, — тип үсекләне лә теге кеше китеп

барҙы. ^


Ишек ябылмаҫ борон беҙ эскә ағылдыҡ. Индек тә, сәләм бирергә лә онотоп, ҡатып ҡалдыҡ. Шүрлектәрҙә күперелеп торған ҡаластар теҙелгән, сәйҙәргә бөйәт-бөйәт игеп бәйләнгән төрлө-төрлө керәндилдәр эленгән, әрйәләрҙә ҡыҙыл билле перәниктәр мыжгып ята. Тағы әллә ниндәй хәлүәләр ҙә әлүәләр ауыҙға керергә тора. Бына ҡайҙа ул һыйҙың ояһы!

Беҙгә ҡарап, лавкасының күҙе дүрт булды. Беҙ ҙә өндәшмәйбеҙ, ул да һүҙ ҡушмай. Тәүҙә беҙҙән шөрләне, ахырыһы. Үлсәү табағында ятҡан ҙур ғына гер ташын үрелеп алды. Беҙ, әҙәп һаҡлап, ишек төбөндә генә торабыҙ. Ни эшләптер, ул ҡуҙғалмай, сырайы ла һытыҡ күренә. Ҡайһы еребеҙҙелер килештермәне буғай. Улай әҙәм оҡшатмаҫ еребеҙ юҡ кеүек тә...

Әллә күпме шулай торғас, ҡалын йылтыр ирендәрен саҡ ҡына ҡыймылдатып, теге беҙҙән һорай һалды:

— Нимә кәрәк һеҙгә, йолҡоштар?

— Беҙ йолҡоштар түгел, иптәш, беҙ ауылдан килдек! — тине Шәһиҙулла, үҙебеҙҙең абруйҙы юғары тотоп.

— Батша һарайынан килмәгәнегеҙҙе күреп торам, иптәш йолҡоштар, ул тамаҡ төбө менән ҡых-ҡых көлөргә кереште, уның йәйенке итләс битенә бешкән сөгөлдөр төҫө инде. — Шулай ҙа ни тип беҙҙең тарафтарға рәхим иттегеҙ? — Усындағы герҙе һикертеп алДы.

— Беҙ ни, ҡалас байрамы ҡайҙа була икән тип, һорамаҡсы инек, тик... — Вәлетдиндең әйтеп бөтө- рөүен көтмәй, башлыҡ уның еңенән тартты.

— Ҡалас байрамы? Ә... ҡалас байрамымы? — Сөгөлдөр бит тағы йәйелеп китте. — Ҡалас байрамы ул кеҫәлә була, бына бында. — Ул, ҡулын кеҫәһенә тығып, көмөш аҡса сылтыратты.

Беҙ ҙә, һүҙ ҡуйышҡандай, бөтәбеҙ бер юлы кеҫәләребеҙгә тығылдыҡ. Унда байрамдың әҫәре лә юҡ ине... Кәштәләрҙә теҙелеп торған ҡаластар ҙа, сәйҙәге керәндилдәр ҙә, әрйәләрҙәге перәниктәр ҙә, әлүә-хәлүәләр ҙә тәм яғынан да, йәм яғынан да баяғыға ҡарағанда күп ҡайтыш тойолдо миңә. Иҫәнләшмәй ингәйнек был йортҡа, хушлашмай сы-


ғып та киттек. Ләкин быға ҡарап ҡына беҙ әле өмөтөбөҙҙө өҙмәнек. Ары киттек.

— Беҙ ҙә инде — йыйын иҫәүән!—тине Насип. — Ҡалас байрамы бит ул урыҫтыҡы, ә беҙ мосолманға килеп ҡаптыҡ.

— Үҙ мосолманыбыҙ, ә ҡалайыраҡ мыҫҡыл итә, йолҡоштан ғына һалдыра! — тип сәпсәләнде Вә- л етди н.

— Мосолмандың ҡаруны уның кафырҙан да яман була. Шуның өсөн анау ҡарун бәйете сыҡҡан да, — тип төшөндөрҙө Әсғәт.

Ҡарун мәлғүн бар ине.

Ахырҙа уны ер йотто...

Быны ла йотор әле бер саҡ.

Беҙ һаман ҡала өҫтөнә, юғарыға, күтәрелдек. Ҡалас лавкалары эргәһенә килеп, оҙаҡ-оҙаҡ баҫып торҙоҡ, урыҫ ҡапҡалы бейек-бейек йорттар тураһында туҡталып, тәҙрәләргә ҡарап ҡаттыҡ, яңы бешкән икмәк еҫе килгән өйҙәр тирәһендә уралдыҡ, әммә беҙҙе берәү ҙә иҫәпкә алманы, берәү ҙә саҡырманы. Ҡалас өләшә торған урыҫтар ҡайҙа икән? Барҙыр бит инде улар. Булмау мөмкин түгел. Быныһы башҡа һыймай: шул тиклем ерҙән кил дә, һеләгәй ағыҙып йөрөй-йөрөй, бушлай ҡайтып кит, имеш?!

Минең нимә уйлағанды һиҙгәндәй, Хәмитйән әйтә һалды:

— Йә беҙ эҙләй белмәйбеҙҙер әле... Кешенән һорашырға кәрәк.

— Байрам һиңә аҙашҡан быҙаумы ни — эҙләп табырға? Байрам ул үҙе: «Мин бында!» — тип, нур сәсеп, алыҫтан күренеп, саҡырып торорға тейеш.

, Былай булғас, туйҙан һуң дөмбөрөнә генә килгәнбеҙ, байрам бөткән. Вәссәләм! — тип мөһөр һуҡты башлыҡ.

Шулай тип әйтеүе булды, минең бөтә быуындарым таралды ла төштө. Аслыҡ та, һыуһын да — икеһе бер юлы быуып алды мине. Етмәһә ҡояш, күлдәк аша үтеп, тирене генә түгел, һөйәкте өтөп бара. Бүтәндәрҙең дә хәл шәптән түгел ине.

Тәҙрә ҡапҡастары ябыҡ бер өйҙөң болдорона теҙелешеп ултырҙыҡ. 1


— Давай минең нәҫелде табабыҙ, — тине Әнүәр, — пожар каланчаһы ҡайҙа икәнен беләбеҙ ҙә... Бер самауыр сәйен йәлләмәҫ әле.

Пожар каланчаһын тиҙ һорашып таптыҡ. Тик уның түбәһендә башына алтын таж кейеп ултырған әҙәм генә күҙгә салынмай. Муйындарҙы һуҙып, әллә ни саҡлы ҡарап торҙоҡ, Әнүәрҙең нәҫеле тәки күренмәне.

— Әллә йығылып төшөп имгәндеме икән? — тип аптырай Әнүәр.— һи-һи, Йәнбирҙе ағай, һин ҡайҙа?

— Йәнбирҙегә юнь бирер, беҙгә емде кем бирер?— тип Әсғәт шаяртмаҡ булды. Тик беҙҙә ирмәк һүҙ ҡайғыһы юҡ ине. Берәү ҙә көлмәне.

— Йәнбирҙе ағай! Был — мин, Әнүәр! Ауылдан килдем!—тип ҡабатланы теге.

— Ярылырҙай булып, ниңә һөрән һалаһың? Марш! Марш бынан — йыйын эшлекһеҙ!! — Ҙур ҡыҙыл ҡапҡанан килеп сыҡҡан мыйыҡлы бер ағай шулай тип беҙҙе ҡыуып ебәрҙе. Ҡалай эре сирттерә, еҙ элмәкле киң ҡайыш быуҙым тигәс тә.

Нәҫел-нәсәп эҙләү ошоноң менән тамам тигәндә, Вәлетдин михылданы:

— Бер уңмаһаҡ, бер уңырбыҙ, малайҙар, әйҙәгеҙ ҡуш манаралы таш мәсеттә мейес яғып тороусы минең ҡоҙаға барабыҙ. Күсем ҡоҙаның яҡын ғына ҡоҙаһы ул.

- Бынау селлә ваҡытында мейес яғалармы ни? Ул ҡоҙаң әллә ҡасан ауылына ҡайтып киткәндер инде, — тип күңелгә шик һалды Насип.

— Ҡала мәсетен йәйен-ҡышын яғалар! —тип күҙгә терәп алдашты Вәлетдин.

— Алдайһың, оңҡот!

— Биллаһи! Мейес яҡмаһаң, унда сиркәү пәрейҙәре эйәләшә, — тип беҙҙе шунда уҡ һыртҡа әйләндерел һалды Вәлетдин. — Ана, ҡайҙа ҡарама, сиркәү бит.

Ҡаланы байтаҡ ҡыҙырып йөрөгәс, ҡуш манаралы таш мәсет янына ла килеп сыҡтыҡ. Тик мәсеттең ҡапҡаһы бикле ине. Шулай ҙа йәнәшәләге ҡапҡаһыҙ ихата эсендә төптә үк торған бәләкәс кенә тәпәш өйгә һуғылырға булдыҡ. Урам яҡтағы ҙур йортҡа ҡағылырға йөрәк етмәне.


Өйгә тәүҙә Вәлетдин менән мине индереп ебәрҙеләр. Ингәс тә күҙгә салынған нәмәләр шул булды: көнгә ҡараған тар ғына ике тәҙрәнән ике буй булып, туҙан ағыла (ғәжәп, нисек быяла аша үтеп инә икән ул?); ҡаҡ иҙәндә бер бала имгәкләп йөрөй, икенсеһе түшендә шыуа; һике өҫтөндә оло ғына апай яманып ултыра, ишек төбөндәге‘-ҡараңғы мөйөштә ир кеше йоҡлап ята.

— Иҫәнмеһегеҙ! — тинек беҙ бер-бер артлы. Теге апай күтәрелеп ҡарамай ғына:

— Арыубыҙ әле, — тигән булды. Шунан ул аҡрын ғына башын беҙгә борҙо. — Әлеге өйәҙ хәйерселәре! Иртә тимәйҙәр, кис тимәйҙәр, йәй тимәйҙәр, ҡыш'тимәйҙәр — киләләр ҙә керәләр, киләләр ҙә керәләр!—тип тоҡанып китте ул.—.Теңкәгә тейҙеләр бит инде! Тапҡандар'юлаусы йорто!

— Беҙ хәйерсе түгел, апай, беҙ... — тинем дә мин тотлоғоп ҡалдым.

— Хәйерсе булмаһағыҙ ҙа барыбер... хәйерсе инде. Байы уның беҙгә фатир төшәме ни? — тип ҡул һелтәне ул.

— Беҙҙең Күсем ҡоҙаның яҡын ғына ҡоҙаһы ошо мәсеттә йыл әйләнәһенә мейес яға... — тине Вәлетдин этенә-төртөнә. Апай аҙыраҡ йәнләнеп китте.

— Күсемдекеме әллә һеҙ? Иҫән-аманмы, күсемдәр?

— Юҡ, беҙ Келәштекеләр. Беҙ ошонда мейес яғыусы ҡоҙаның Күсемдәге ҡоҙаһының яҡын ғына ҡоҙаһы булабыҙ. Ғизелниса ҡартнәйҙең ейәне мин.

— Әллә тағы, — тип һүрелде апай, — ундай ҡоҙағыйҙы бер ҙә генә белмәйемсе. Эй, Ишбирҙе, ана, ҡоҙаларың килгән! — «Ишбирҙе» тигәне анау мөйөштә ятҡан кеше булып сыҡты.

— Ә? Ҡоҙалар? Хуш килдегеҙ, ҡоҙалар! — тип теге һикереп үк торҙо. Йоҡоһо ла сығып бөтмәгән күҙҙәрен ыуа-ыуа ҡабатланы.— Хуш килдегеҙ, түрҙән уҙығыҙ, ҡоҙалар! Бик ваҡытлы йөрөйһөгөҙ, ай, афарин!

Ул тамам уянып бөттө, ҡарашы менән өйҙө байҡап сыҡты.

— Ҡоҙалар ҡайҙа? фу, йәнә һаташтым, ахыры. Мисәп-мисәп яҡшы аттар еккән ҡоҙалар, донъяны


дер һелкетеп, ауылды бер итеп, ҡыңғырауҙар ҡың- ғыратып килә ята, имеш, тимен. Күрше-күлән көнләшеүҙән ауыҙын асҡан да ситәнгә һөйәлеп ҡатҡан, имеш, тимен. Их, ҡоҙалар, ҡайҙа булдығыҙ?

— Анасы ҡоҙаларың, — тип апай беҙгә ымлап күрһәтте.

— һеҙме ни ҡоҙалар?! — тип аптыраны Ишбирҙе.

— Беҙ... Мин... Мин үҙем һинең Күсемдәге яҡын ғына ҡоҙаңдың ҡоҙаһы булам, — тине Вәлетдин, тыңҡышлығын белдермәҫкә тырышып. — Минең ҡартнәйем, Ғизелниса ҡоҙағыйың, һеҙҙең бөтә өй әсегеҙгә күптин-күп, суҡтин-суҡ сәләм ебәрҙе...

— О минең Ғизелниса ҡоҙағыйым дан бисә ул! Баҫҡан ерендә осҡон уйната, ул йыр-бейеүгә тиһеңме — хайран тамаша, тәңкәләренең бер сылты- рауы йөрәктәрҙе елкетә, — тип Ишбирҙе шаштырып кемделер маҡтап алды. — Рәхмәт ҡоҙағыйға! Сәләмдәрен ҡабул ҡылдыҡ.

«Ниндәй Ғизелнисаны һөйләй икән был?» — тип аптырап торғанда, ул миңә төбәп өндәште.

— Ғшн дә ҡоҙамы?

— Мин дә ҡоҙа, — тинем, ҡапыл ҡаушап киттем, әммә ебеп төшмәнем.-—Тышта тағы биш ҡоҙаң ҡалды әле, инергә ҡыймайынса...

Ҡаҡса яңаҡлы, оҙон буйлы, таҡыр башлы, нескә генә мыйыҡлы был ағай, ишеккә килеп, уны шар асып ебәрҙе.

— Fiafi, һай, һай, ҡоҙалар! Өйгә рәхим итегеҙ! Тартынмағыҙ!—тине ул.

Малайҙар ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына өйгә инделәр. Апай иҙәндәге бәпестәрҙе һикегә алып ултыртты.

— Хуш! Иҫкә төшөрөп, һанға һуғып, килеп сы- ғыуығыҙ бик хуп, бик мәслихәт, ҡоҙалар, — тине Ишбирҙе. — Әсәй, самауырыңды ҡуй, сәйеңде әҙерлә!

Шулай тип әйтеүе булды, эстән ниндәйҙер бер рәхәт йылы ағым уҙып та китте.

-— Самауырын ҡуйыр ҙа инем, улым, сәйе лә, шәкәре лә юҡ. Икмәген дә килен кисен генә алып ҡайтасаҡ. Ҡунаҡтар алдында оятҡа ҡалдыҡсы, былай булғас.


— Оноң булһа, кәлсә бешер, ярмаң булһа, өйрә бүрттер.

Был юлы апай бөтөнләй яуап бирмәне.

— Нимәң бар һуң, әсәй?

— Бүрттерергә ҡуйған борсаҡ ҡына бар...

— Борсаҡ! — тип ҡыуанды Ишбирҙе. — Бүрткән борсаҡ ни ул — нәгеҙ ҡоҙалар һыйы инде. Дан аш ул! Ризыҡты ҡабул ҡылырһығыҙҙыр бит!

— Ҡылырбыҙ! Ҡылырбыҙ! — тиештек беҙ. Абруй һаҡлайым тип, аш талымлап торор заман түгел ине.

Иҙән уртаһына апай ҡатып бөткән һары ашъяулыҡ йәйҙе, шуның уртаһына ҙур ғына ҡоштабаҡ бүрткән борсаҡ ултыртты. Борсағы ап-аҡ, эре ине. Ь1сынлап та, бындай эре борсаҡ теләһә ҡасан эләкмәй ул.


Дата добавления: 2015-11-04; просмотров: 39 | Нарушение авторских прав







mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.02 сек.)







<== предыдущая лекция | следующая лекция ==>