Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

К 97 Оҙон-оҙаҡ бала саҡ. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1981,—296 бит. 18 страница



БАЯР

БАЛАЛАРЫ

Әүәл-әүәлдән беҙҙең ауылға һауым бейәләре тотҡан кешеләргә ҡымыҙ эсеп, ит ашап ятырға төрлө түрәләр килә торған булған. Әле лә шулай. Бисә-сәсәһе, бала-сағаһы менән ҡыл да ҡыймылдатмай йәй буйы рәхәтләнеп йәшәй бирә тегеләр. Беҙҙекеләр уларҙы «баярҙар» тип йөрөтәләр. Баяр булмай, тағы кем булһын. Йоҡолары туйғансы йоҡлайҙар, эсгәре күбенгәнсе, ҡымыҙ эсеп, ит һоғоналар, унан көтөүҙәре менән йә урманға, йә тау яғына сәхрәгә сығып китәләр. Хатта сәхрәлә лә улар ҡыланып туймайҙар: үлән өҫтөнә япма йәйеп кенә ултыралар, йәнәһе, беҙҙең үлән уларҙың ниен... тәнен сәнсә, күлдәген бысрата. Бисәләре баш өҫтөндә сатыр тотоп йөрөгән була. Имеш, беҙҙең ҡояш уларға килешеп етмәй. Яуын булһа, тегеләр, өңдәге йомрандар шикелле, ҡапҡанан баш тығып ҡарайҙар ҙа кире ҡураға сумалар. Бик таман уларға! Ул баярҙар менән минең үҙемдең иҫәп-хисабым бар. һике өҫтөндә ашап ултырғанда саҡ ҡына ҡырын ята биреп ҡуйһам, атайым: «Тура ғына ултыр. Баяр булдыңмы әллә?» — ти. Иртән оҙағыраҡ йоҡлаһам, Оло инәйем: «Шул тиклем йоҡларға — ҡайҙан

килгән был баяр?» — ти. Мортаза ағайым йомош ҡушҡанда, йыбанһам: «Ҡалай һүлпән ҡуҙғала,

әйтерһең, бер баяр». Бәләкәйерәк сағымда шул баяр менән битәрләп, бигерәк тә тәҡәтемә тейәләр ине. Хәҙер бер сама баҫыла төштөләр, бәлки, үҙемдең дә баярлығым кәмейҙер.

Байтаҡ әҙәмдең йыл да тиерлек килеп йөрөй торған үҙ баяры бар. Беҙҙең бер ваҡытта ла баярыбыҙ булмаған. Моғайын, минең хөр рухлы ата-

 
 

154

йымдың үҙ ирке менән кемгәлер олтораҡ булғыһы килмәгәндер. Йәки былай ғына кеше көйләп, үҙен бимазаларға теләмәгәндер. Бәлки, беҙҙең өйөбөҙ, беҙ үҙебеҙ ул баярҙарға оҡшамағанбыҙҙыр. Ҡыҫҡаһы, үҙ баярыбыҙ юҡ беҙҙең. Булмаһын, бик һәйбәт. Кеше баярының теңкәмә тейгәне лә еткән.



Муйынға ҡыҙыл галстук тағып, бөтә донъя ре- волюцияһы өсөн йәнде аямаҫҡа ант иткәе-, беҙ — малайҙарҙың әлеге баярҙарға асыуы оторо ҡабара төштө. Беҙ хәҙер яҡшы беләбеҙ: төрлө байғуралар, баярҙар, түрәләр элек халыҡ елкәһен кимергән, кеше ризығын ашаған, ә хәҙер һуң былары, ҡ.ала баярҙары, бер ни эшләмәй, тығынын ятмаймы ни? Беҙгә ошоларҙы Сәфәрғәли исемле малай төшөндөрөп 'бирҙе.

Беҙҙең хәҙер башлығыбыҙ икәү: урамда —

Шәһиҙулла, пионерҙә — Сәфәрғәли. Шәһиҙулла уға ара-тирә бәйләнмәксе лә итеп ҡуя, ләкин теге, галстугының бер осон тота биреп: «Тейеп ҡара,

башың ике булһа...» тип кенә ебәрә, ә Шәһиҙул- ланың башы саяһын сая, әммә икәү түгел, берәү генә.

Сәфәрғәли Губернатор урамында Әсғәттәргә ҡаршы ғына тора. Вәлетдиндеке һымаҡ, уның да атаһы герман һуғышынан ҡайтмаған. Улар әсәһе менән икәү генә көн итәләр. Пионерҙә башлыҡ булғансы Сәфәрғәли гел һуҡрана, үҙен йәлләтә торғайны. Уҡ атҡанда, уғы сәпкә теймәһә, ул: «Бәхетем юҡ шул минең, бәхетем булһа, атайым да германда ҡалмаҫ ине», — тип зарлана. Берәй уйын башлар алдынан шыбаға тотҡанда, ул аҫҡа ҡалһа: «Ҡотом булһа, мин Сәфәрғәли ҙә булмаҫ инем», — тип илар сиккә етә. Былтыр яҙ Аҡманайҙа икәү балыҡ ҡаптырғанда, быға ни эшләптер аҙашып ҙур һыла килеп эләкте. Балыҡты ул ҡабалана-ҡабалана ярға тиклем тартып килтерҙе, һыланың һырты һыуҙан яртылаш ҡалҡып сыҡты. Балығы дан ине. Ҡоласҡа уҡ етмәһә лә, беләк буйы булыр. Сәфәрғәли күл ғифритенең айғолағынан ҡулы менән яй ғына эләктереп алырмы тиһәм, ул ҡапыл, гөрҫ итеп, ҡорһағы менән һыуға, һыланың өҫтөнә һикерҙе. Сәфәрғәли менән бер ҡатарҙан балыҡ та һикерҙе, һикерҙе лә, ҡармаҡты өҙөп, күл төбөнә сумды. Сәфәрғәли ҡул-


дарын беләк төбөнәсә һыуға тығып, ҡамыш араһында байтаҡ буталды. Аҙаҡтан ярға сығып ултырҙы ла, илай-илай, зарланырға кереште: «Әгәр ҙә минең ырыҫым булһа, немец йәҙрә ҡоймаҫ ине, герман һуғыш асмаҫ ине, атайыма тоҫҡап атмаҫ ине. Бөтөнләй ҡапмаһаң, ыһ та итмәҫ инем, и һыла! Ниңә шулай ымһындырып ҡына ҡалдырҙың мине?! Ниңә шулай һис кенә лә ҡыҙғанмайһың мине? һин ҡыҙғаныр булһаң, атайымды батша ла алмаҫ ине, яурындарына мылтыҡ та һалмаҫ ине, башҡайҙары сит ерҙәрҙә ятып та ҡалмаҫ ине...»

Вәлетдин менән Сәфәрғәли ике туған балалар. Уларҙың хәсрәт-зарҙары ла бер төҫлө — йөрәкте көйҙөрөп, әрнетеп ала. Миндә лә балыҡ ҡайғыһы ҡалманы.

— Әйҙә Былау күленә, Сәфәрғәли, унда табан һәләк шәп ҡаба, — тигән булдым мин.

— Беҙгә тигән ҡояш ҡайҙа ла бер... — тип көрһөндө ул.

Пионерҙә башлыҡ булғас, ошо Сәфәрғәли үҙгәрҙе лә китте. Аҙымын ашыҡмай атлар, һүҙен самалап һөйләр булды. Үҙе генә түгел, хатта муйыны ла оҙоная төштө уның. Беҙ күрмәгән нәмәләрҙе күрә, беҙ белмәгән әллә ниндәй нәмәләрҙе белә, беҙ уҡымаған китаптарҙы уҡый. Сит илдәрҙә бала- саға ҡалай ҡыйын йәшәгәнен, байҙар ярлыларҙы ҡалай йәберләгәнен, үҙе барып ҡарағандай итеп, бәйнә-бәйнә һөйләп бирә. Әллә ҡайҙағы, ер аяғы ер башы ерҙәге баярҙарға, байҙарға, буржуйҙарға беҙҙең асыуыбыҙ көслө, үсебеҙ самаһыҙ, ләкин үҙебеҙҙең баярҙарҙы ла үс һәм нәфрәттән өлөшһөҙ ҡалдырмайбыҙ. Хәлдән килгәнсә, маҙаларын алып, тәҡәттәренә тейәбеҙ тегеләрҙең. Ҡараңғы төшкәс, улар йоҡлаған йорттоң бүрәнәһенә гөп-гөп таш бәрәбеҙ. Урамдан үтеп барһалар, юрамал эт һөсләтәбеҙ. Бала-сағаларына, үсекләп, мыҫҡыллап, көн күрһәтмәйбеҙ. Шулай ҙа әлегә тиклем баяр балалары менән, күкрәккә күкрәк килеп, алышҡа сыҡҡан юҡ, ә алышҡы килә. Күп тә үтмәй, дошмандан үс алыу сәғәте етте.

Соҡор аръяғы Миңнуллаларға ирле-ҡатынлы яңы баяр килде. Йәнә минең саҡлы бер малайҙары, минән кесерәк ҡыҙҙары бар. Малайы ҡыҫҡа балаҡ-


лы зәңгәр салбар, ҡыҙыҡайы теҙенә лә етмәҫ сәскәле күлдәк кейеп йөрөй. Малайҙы беҙ «һалам сираҡ», ҡыҙыҡайҙы «Сиңерткә» тип атаныҡ. Малайының сираҡтары ысынлап та һалам йыуанлығы ғына, тубыҡтары ла һалам быуыны хәтле генә. Ҡыҙыҡайы торғаны менән бер ырғандаҡ: атлағанда ла ырғый, югергәндә лә ырғый, тик торғанда ла ырғый.

Былар иртән иртүк дүртәүләп, кәрзинкәләр тотоп, Губернатор урамынан тау яғына сығалар, кис кенә урап ҡайталар, һалам сираҡ менән Сиңерткә аталарынан тотам да ҡалмай. Сиңерткәһе бер -хәл. Беҙгә уның һалам сирағы кәрәк. Тәүге көндәрҙә беҙ, йә Әсғәттәр, йә Сәфәрғәлиҙәр өйө артына боҫоп, тегеләфгә мәсхәрә яуҙырҙыҡ:

— Баяр, баяр — хәлдән таяр!

— Эй, бөлгән баяр, ы(нтан балағыңа ситсаң етмәнеме ни?

— Эй, кибеп ҡаҡланған баярҙар, тау башында ел йотоп һимерәһегеҙме ни?

Беҙҙең синфи дошмандарыбыҙҙың дүртеһе лә ни эшләптер үтә арыҡ, үтә сибек ине.

— Кешеләрҙе күп рәнйеткәндәр улар, шуға күрә үҙҙәренә ит ҡунмай, — тигән нәтижә сығарҙы Әсғәт был йәһәттән.

— һинең дә майың ташып бармай,—тине Сәфәрғәли.

— Миңә ашау етмәй... Баярҙар кеүек тығынһам, ҡорһағымдан май тамып торор ине минең.

«Эт өрөр, бүре йөрөр» тигәндәй, беҙ сәйнәшә торҙоҡ, улар, беҙгә әйләнеп тә ҡарамай, йөрөй бирҙе. Уның һайын беҙҙең ҡул ҡысый, йоҙроҡ йомарлана барҙы.

Хәҙер инде беҙ — «беҙ» тигәнем, Сәфәрғәли, Әсғәт, мин — быларҙы һай соҡорҙағы таш өйөмдәре араһына йәшеренеп, күҙәтә башланыҡ. Баярҙар йыш ҡына шул ерҙән ҡайта. Бер ҡапмаһалар, бер килеп ҡабырҙар... һәм ҡаптылар ҙа! Ер еләге бешеп өлгөргәндә булды был. Беҙҙең- һай соҡорҙа еләк тәгәрәп бешә. Урыны-урыны менән ҡыҙыл сәкмән йәйгән төҫлө тотош ҡыҙарып ята. Бер килеп тап булһаң, баш та ҡалҡытып булмай.


Көн кискә ауышҡас, әлеге кәрзинкәләрен күтәреп, Һай соҡорға килеп сыҡты былар. Баяры менән бисәһе һуҡмаҡ буйлап бара бирҙе, малай менән ҡыҙыҡай, ситкә тайшанып, еләк сүпләргә кереште. Тәүҙә улар югерә-атлай ғына өҙгәләп уҙмаҡсы иттеләр. Уҙып ҡара һин!. Еләкле урын бер эләктереп алһа, тиҙ генә ысҡындырмай ул. Бына Сиңерткә сүкәйеп ултырҙы, һалам сирағы һуҙылып уҡ ятты. Өлгөрә алмаҫтай булып, ауыҙҙарына еләк тултыра былар.

— Әй-һәй, балалар! Әйҙәгеҙ!—тип ҡысҡырҙы аталары, байтаҡ ара киткәс.

— Хәҙер! — тип сытырҙаны Сиңерткә, ләкин уларҙың тиҙ генә ҡуҙғалыр самалары юҡ ине әле. Шулай сихырлай ул бешкән еләк.

Оло баярҙар, һыртты артылып, күҙҙән юғалды. Былары, миңрәү бәрәстәр һымаҡ, соҡор төбөндә аҙашып ҡалды. Көнө килде, сәғәте һуҡты! Беҙ өҫөбөҙ өс яҡтан сығып, һалам сираҡ менән Сиңерткәне иҫ итмәҫтән ҡамап алдыҡ. «Герман һуғышы»нда алған һабаҡ ярап ҡалды.

Әһә, килеп ҡаптығыҙмы, баяр ҡалдыҡтары! — тине Сәфәрғәли. Шунда уҡ миңә әмер бирҙе. — Кендек! һин Сиңерткәнең ҡанатынан эләктер, аталарына барып ошаҡламаһын. Беҙ быныһының иҙмәһен иҙербеҙ.

Малай менән ҡыҙ, аҡ сепрәктәй ағарып, ҡал- тырана-ҡалтырана беҙҙең алда баҫып тора. һалам сираҡтың моңһоу һоро күҙҙәре мине шунда уҡ арбап алды. Юҡ, мин уға ҡул күтәрергә баҙмаясаҡмын. Сиңерткә, тыпырсына-тыпырсына, сыйылдап иларға кереште. Уның шулай асыу килтергес йәмһеҙ илауы миңә ҡеүәт бирҙе. Шунда уҡ ҡыҙыҡайҙың көпшә йыуанлығы ғына беләгенән эләктереп алдым, әммә беҙ ир намыҫының, егет әҙәбенең нимә икәнен беләбеҙ, ҡыҙ балаға һуғыу түгел, тырнаҡ менән дә сиртмәйбеҙ, хатта баяр ҡыҙы булһа ла. Уның күҙ йәштәренә минең иҫем китмәй. Күҙҙәре лә, бесәй күҙе төҫлө, йәшел. Ҡыҙғаныр ере юҡ, ә бына малайҙың күҙҙәре...

— Кеше ҡаны эскән баярмы һин?—тип екеренде Сәфәрғәли. — Баяр булһаң, мә! Язаңды ал! — Ул һалам сираҡтың күкрәгенә төрттө. Әсғәт тә


берҙе өҫтәне. Малай иламаны ла, ҡасырға ла йыйынманы, рәхим дә һораманы, тыныс ҡына аҡланырға тырышты:

— Беҙ... мин баяр түгел, малайҙар. Төптө баяр түгел!

— һин булмаһаң, атайың баяр, әсәйең баяр, олатайың баяр, оләсәйең баяр! Ә һин баяр эттән тыуған баяр көсөгө! —тип ҡыҙмаҡсы булып маташты Сәфәрғәли. Тик малайҙың күҙенә ҡарағайны, ебене лә төштө.

— Әллә ниндәй баяр был, һис кенә лә асыуҙы килтермәй,— тип аптыраны Әсғәт.

— һәр һеләгәй баяр, һәр емтек буржуй ҡаршыһында шулай ҡойолоп төшһәк, беҙҙән ниндәй көрәшсе сыҡһын?! Көрәшсе ул дошманға ҡарата аяуһыҙ, ҡанһыҙ булырға тейеш! Бына минең кеүек!

Сәфәрғәли һалам сираҡҡа тағы бер һуҡты, уның елкәһенән нығытып этеп ебәрҙе. Малай ергә йөҙтүбән ҡолап төштө. Сәфәрғәли, һынай биреп, Әсғәт менән миңә ҡарап алды. Кешенән ҡалышмайым тигән булып, мин дә Сиңерткәне ебәрмәй генә, ерҙә йөҙтүбән ятҡан һалам сираҡҡа бер тибеп килдем. Типтем дә, тәндәрем сымырҙап китте.

...Бүтәндәргә эйәреп, үҙем теләмәгән йәмһеҙ эште эшләүем ғүмеремдә беренсе тапҡыр, бәлки, ошо булғандыр. Иҫемә төшһә, әле лә уң аяғым тартышып ҡуя, ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, теге тибе- үем ғүмеремдә һуңғыһы ла булмағандыр... Шулар арҡаһындалыр, ахыры, юҡ-юҡ тиһәң дә, йөрәк сән- сешеп ала...

Малайға беҙ бүтәнсә ҡағылманыҡ. Ул яй ғына башын күтәрҙе. Уның эйәгендәге яранан ҡан аға ине. Күрәһең, ул шул ере менән ҡырлы ташҡа килеп төшкәндер. Ҡулы менән эйәген тотто. Усына шунда уҡ ҡан тулды. Ҡан күргәс тә, ул үҙгәрмәне, шул өнһөҙ көйө ҡалды. Аяғөҫтө баҫып, салбар ба- лағындағы юҡ туҙанды ҡаҡҡылаған булды. Яралы ағаһын ҡыҙғанып, Сиңерткә оторо сәбәләнеп иларға тотондо. Мин уны инде ысҡындырып ебәрҙем.

— Илама, һылыуым, тамсы ла ауыртмай, һыу менән йыуғас та, бөтә ул, — тине малай. Ул беҙҙең беребеҙгә лә күтәрелеп ҡараманы, һеңлеһен етәкләп алды ла ашыҡмай ғына китеп барҙы.


       
   

 

 

208-се биткә. «Мәрәһим атын туҡтатып ҡайырылып ҡараны. Шул саҡ Аҡйондоҙ ҡоралай һымаҡ ҡапыл үрә һикереп, китеүселәр артынан тороп югерҙе».

Беҙ аптырап ҡалдыҡ. Туҡмауын беҙ туҡманыҡ, ә кем еңде һуң әле? Ҡыҙ менән малай түбәгә күтәрелде, унан, ҡалҡыулыҡтың теге яғына китеп, бөтөнләй күмелде. Күҙҙән юғалдылар улар, ә күңелдән китмәнеләр.

...Был баярҙар беҙҙең ауылға башҡаса килмәне. Йыл артынан йыл уҙа торҙо. Мин дә ҡала кешеһе булып киттем. Сәс ебәреп, шиғырҙар яҙа, уларҙы хатта баҫтыра башланым. Тәүге китабымдың ҡулъяҙмаһы типографияға киткәс, бер-ике көндән үк шунда югереп килдем. Көтөргә сабырлыҡ етмәй ине.

— Анау ағайың йыя һинең китабыңды, — тип күрһәттеләр миңә.

Хәреф йыйыусының эргәһенә үк килеп баҫтым. Ул мине шәйләмәне. Муйынымды һуҙып ҡарап торам. Ҡулдарына күҙем эйәрмәй. Мин яҙған һүҙҙәрҙе ул хәрефләп йыя. Бармаҡтары, әйтерһең, ҡурғаш хәреф түгел, ә ҡиммәтле аҫыл таш сүпләй: шундай ҡәҙерләп ала уларҙы.

— һаумыһығыҙ! — тип иҫәнләштем мин, байтаҡ ваҡыт үткәс.

Ул миңә әйләнеп ҡараны, һарғылт аҡ йөҙөнә йылмайыуға тартым нәмә сыҡты, ләкин ҙур моңһоу күҙҙәре миңә битараф ҡалды. Ул баш ҡаҡты. Мин шунда уҡ ситкә боролдом. Эйе, был әҙәр., һис шикһеҙ, ул — Миңнулла баяры — һалам сираҡ менән Сиңерткәнең атаһы ине. Нимә эшләп ул бында килеш сыҡҡан? Әллә был синфи дошман эҙ яҙҙырыр өсөн шулай иттеме икән? Үткәндәрен йәшерер өсөн? Мин йырынып сыҡмаҫлыҡ шиктәргә баттым... Ә һуңыраҡ шик урынына эске әрнеү, выждан ғазабы килде.

«Миңнулла баяры» тигәнебеҙ, бала саҡтан уҡ типографияла эшләп, ҡаты үпкә сире алған эшсе — наборщик булып сыҡты. Анау йылды, хәле бик мөшкөлләнгәс, шифаһы булмаҫмы тип, ул беҙгә ҡымыҙға килгән икән. Бына кемдең балаларын йәберләгәнбеҙ беҙ! Ә ул, хәрефен хәрефкә килтереп, шик-шөбһәһеҙ минең яңы морон төртөп сыҡҡан шиғырҙарымды йыя, ташҡа баҫтырып, уларҙы ғүмерле итергә әҙерләй. Гүйә, уның өсөн донъяла шунан да кәрәкле, шунан да ашығыс эш юҡ.

160

Мин уға бер тапҡыр ҙа һүҙ ҡуша алманым. Ҡыйманым. Намыҫым тыйҙы.

...Дүрт йылдан һуң тағы бер осрашыу буласаҡ. Ошондай уҡ уйсан ҙур һоро күҙҙәр миңә төбәләсәк. Мин өн менән төш, үлем менән йәшәү араһында ҡаласаҡмын... Алыҫта офоҡтар сайҡала, мин ятҡан ер бәүелә. Ер бәүелмәй, мине, носилкаға һалып, ҡайҙалыр алып баралар. Мин үҙем тирбәлӘм. Манма тиргә батҡан арыҡ һалдат мине көс-хәл менән күтәреп килә. Уның эйәк өҫтөндәге арҡыры йөйҙән күҙҙәремде айырып ала алмайым... Йөйгә тиклем һәр ваҡыт яра була, яранан ҡан аға. Был йәрәхәттән тамған ҡан биҡ алыҫта, һай соҡорҙағы һоро ташҡа йоғоп ҡалған булырға тейеш. Йоҡҡанды ямғыр йыуғандыр, ҡояш киптергәндер. Оноторға, тынысланырға мөмкин... Ә ул, йылдар уҙғас, ут тамсыһы булып, һинең йөрәгеңә килеп тамһа? Әйтәйек, туранан-тура һинең ғәйебең дә юҡ кеүек. Уның һуң, уның ғәйебе бар инеме ни? Ергә тамған һәр тамсы ҡан өсөн кемдер ғәйепле, кемдер яуаплы — ике яҡтың береһе, әлбиттә. Ике яҡ та бер юлы ғәйепле йәки бер юлы ғәйепһеҙ булмай.

Эйе, носилкала ятҡанда уҡ әле мин уны таныным. Тән яраларымдың һыҙлауы баҫылды хатта...


АҠЙОНДОҘ

Иртәгә һабан туйы тигәндә, күршебеҙгә килен төштө. Терәлеп торған ут күршегә түгел, арырағы- на — бер өй ашаһына. Хәлле генә көн иткән Ғәлләм ҡарт уртансы улын — йомоҡ Хәмзәне шулай башлы- күҙле яһаны.

Беҙҙең яҡта туйҙарҙы ҡышын ҡыҙ йортонда үткәрәләр ҙә йәйҙең иң йәмле көндәрендә, мисәп- мисәп еккән аттарға ҡыңғырауҙар тағып, кәләште кейәү төйәгенә алып ҡайталар — килен төшөрәләр. Тышҡы туйҙан һуң килен төшөрөүгә тиклем кейәү кеше һәр кесаҙна һайын ҡыҙ йортона «кәләш кейәүләргә» ҡуна бара. Урам аша әрме, утыҙ-ҡырҡ саҡрым арамы — барыбер уЛ, шартына килтереп, юлға әҙерләнә: атының ҡойроҡ-ялын тарап үрә, уны таҫма-тоҫма менән биҙәй, югән, эйәр еҙҙәрен ҡом менән ышҡып ялтырата. Атын ул ҡуранан уҡ атланып килмәй, урамға сыҡҡас ҡына, ҡупшы итеп эйәргә һикерә. Унда ла тиҙ үк һайтлап сабып китмәй, ҡу- пырая биреп, бер талай туп-тура ҡарап тора: күрмәгәндәр күреп ҡалһындар, йәнәһе...


Дата добавления: 2015-11-04; просмотров: 52 | Нарушение авторских прав







mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.015 сек.)







<== предыдущая лекция | следующая лекция ==>