Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

К 97 Оҙон-оҙаҡ бала саҡ. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1981,—296 бит. 5 страница



Хәмитйәнде өгөт менән түгел, асыу менән генә еңеп була торғайны. Мин шуны хәтерләнем.

•— Нимә һин, Арҡыры баш, минең баш осонда сеңләргә тотондоң әле? — тип екерендем, булдыра алғанса. — Мин бит үлергә йыйынмайым, һин баянан бирле күҙеңдән дә, ауыҙыңдан да һеләгәй ағыҙаһың.

— Үлмәйәсәкһең дә!— тип раҫланы Хәмитйән.— Ә һин минең күҙ йәштәремде, минең выждан ғазаптарымды кәмһетмә. Быныһы һиңә килешмәй.

Хәмитйән миңә йәл булып китте. Ул яңынан ҡаҡ- ҡыланып-һуҡҡыланып үҫкән етем малайға әйлән- гәндәй тойолдо. Ҡаты бәрелеүемә үкенеп ҡуйҙым.

— һин үлмәйәсәкһең, — тип тыныс ҡына ҡабатланы ул, — һиңә бер тапҡыр йыназа уҡылғайны инде. Хәҙергә сабыр итеп торһондар. Юғиһә йышы- раҡҡа тура килер.

— Ҡасан? Нисек?

— Ниңә, белмәйһеңме ни?

— Ю-ю-ҡ!—Мин аптырап ҡалдым.

— 1943 йылда. Берәү ҙә һөйләмәнеме ни һиңә?

— һөйләмәне.

— Улайһа, мин һөйләйемме?

— һөйлә. Үҙ йыназаң тураһында әңгәмә тын- лау ирмәктер ул...'1

37

Хәмитйән минең өсөн, йәнәһе, имен бөткән, бүтән берәүҙәр өсөн үтә һәләкәтле тамамланған, күңелемә ғүмерлек яра һалған тарихте һөйләп китте. Ул китте, һуңынан баш осомдағы тумбочка өҫтөндә газета ҡағыҙына төрөлгән төйөнсөккә күҙем төштө, һаҡ ҡына сисеп ҡараным. Унда бөршәйеп бөткән һарғылт йәшел ике алма ине. Ул китте. Шул беҙҙең һуңғы күрешеүебеҙ, һуңғы айырылышыуыбыҙ булды. Күп тә үтмәй, уның хаҡында ҡот осҡос ҡара хәбәр килде. Иҫерек бандиттәрҙән йәш кенә бер ҡыҙҙы ҡурсалағанда уның йөрәгенә бысаҡ ҡаҙағандар. Имеш-мимешкә ҡарағанда, был көн ул хатта хеҙмәттә лә булмаған. Хәбәр миңә ваҡытында килеп юлыҡманы. Шунлыҡтан мин уны ерләргә лә бара алманым. Әле яңыраҡ ҡына миңә бер үпкәһен, ярты йәнен ярып бирергә тип килгән Хәмитйән, шулай итеп, бөтә ғүмерен бер юлы бүтән бер ғүмерҙе һаҡлау өсөн биргән.



Был хәбәрҙән һуң минең рухымды өҙлөкһөҙ ике хәсрәт таларға тотондо. Берҙән, ғәжәйеп ҡорҙашымдың фажиғәле үлеме әрнетһә, икенсенән, үҙ яҙмышым тынғы бирмәй. Хәмитйән һөйләгән нәмәләрҙән һуң мин үҙемде кем иҫәбенәлер ғүмер һөргәндәй, үтескә йәшәгәндәй хис итә башланым. Ошо уй торһам да, ятһам да мейемде игәй: үтескә, үтескә, үтескә...

Ул иһә был тарихте мине йыуатыу, өмөтөмә ҡеүәт өҫтәү ниәте менән, миңә оҙон ғүмер юрап һөйләне. Баҡһаң, бөтөнләй башҡаса килеп сыҡты. Бер башыма урын таба алмайым. Врачтарҙы ла хәүефкә төшөрҙөм. Бына ул фажиғә. Мәрхүм нисек әңгәмә иткән булһа, уны һүҙмә-һүҙ ҡабатлап сығам. Әсемдә һаҡларға башҡаса сыҙамлығым етмәй.


«ҠАЛДЫ ҒӘЗИЗ БАШЫМ ЙӘШ КӨЙГӘ»

...Бына ошо ерҙән маңлай һөйәген немец пуляһе бураулап үткәс, мин байтаҡ заман иҫәңгерәп йөрөнөм. Аҙна-ун көн самаһы ауылда ла булып киттем. Мин ҡайтҡан көндө шулай клубта — халыҡтың йонсоу күңелен аҙ-маҙ күтәрмәксе булыптыр инде — уҡытыусылар концерт ҡуйҙы. Бейенеләр, йырланылар, шиғыр һөйләнеләр.

Ахырҙа сәхнәгә һинең ҡатының Рауза сыҡты. Ҡапыл халыҡ араһында ниндәйҙер шомло шыш- быш үтте. Үтте лә тынды. Был көн, аҡ күбәләк кеүек, саф, сибәр Раузаның үҙенән дә сафыраҡ, үҙенән дә сибәрерәк ине. Шундай мәлдәр була, әйтәйек, көтмәгәндә һинең алда офоҡ сигенә, баш әҫтәңдә күктәр күтәрелә, ап-асыҡ итеп иҫкән елде күрәһең. Рауза килеп баҫҡас, минең өсөн донъяла сиктәр югалды. Әйтерһең, ер йөҙөндәге туп тауыштары бер- сә тынды, тәндәрҙәге һыҙлауҙар баҫылды, яралар уңалды: шиктәр таралды. Ысын нәмәләрҙән бөтә йыһанда бары ул ғына — бер Рауза ғына тороп ҡалды. Уның йөҙөндә әллә һағышлы тантана, әллә тантаналы һағыш сағыла ине. Бәлки, ул да бөтөнләй үк ысын түгелдер — бер йыр йырлар өсөн генә күктән төшкән сихри заттыр... Ҡыҫҡаһы, үҙенән дә илаһиерәк ине ул.

«Ашҡаҙар»ҙы йырланы ул. Тәүҙә, йырҙың беренсе яртыһын йырлағанда, халыҡ башы өҫтөндә ниндәйҙер ҡурҡыныс тынлыҡ аҫылынып торҙо. Бына- бына ул ҡолап төшөр ҙә әҙәмдәрҙе баҫып үлтерер һымаҡ ине.

Шәшкеләргә китеп вафат булды, Ҡалды Үәзиз башым йәш көйгә.


Йырҙың икенсе яртыһын ул бигерәк тә йән тетрәткес итеп башҡарҙы. Ләкин, ни эшләптер, дыу килеп ҡул сапманылар. Бер-ике ерҙә сәпәкә иткән булдылар. Уныһы ла ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына...

Ҡапыл артҡы рәттәге бер ҡатын һыҡтап илап ебәрҙе. Уға күршеһе ҡушылды... Минең эргәләге ҡыҙ бала ла ҡулы менән йөҙөн ҡапланы. Әле тегендә, әле бында йәше-ҡарты быуылып иларға кереште. Бер аҙҙан бөтә зал үкһергә тотондо. Рауза ҡаушап ҡалды. Йыры менән ул кешеләрҙең асыҡ йәрәхәттәренә ҡағылды, ахыры. Уның йөҙөнә борсолоу сыҡты. Эйе, күпме «ғәзиз баштар ҡалды йәш көйгә». Хәйер, улай тиһәң, инде өсөнсө йыл һуғыш бара. Кешеләр күп нәмәгә күнектеләр, йырҙың да моңлоһо, фажиғәлеһе нығыраҡ күңелгә ятыусан булып китте бит.

Кешеләр туҡтала алмай һаман үкһей. Берәүҙе берәү йыуатмай ҙа, тыймай ҙа. Бер минең күҙемдә йәш юҡ. Шундай уҡ таш бәғергә өйләндемме икән ни?

■— Клубта гел шулай йырлап илашаһығыҙмы? — тип һораным мин, әлеге ҡыҙға эйелеп. Ул шымып ҡалғайны инде.

— Юҡ, — тине. — Был юлы сыҙап булырлыҡ түгел шул.

— Ниңә улай?

— Бер аҙна әүәл инде Кендек тураһында ҡара ҡағыҙ килде. Бөтә ауыл белә. Раузаға әйтергә телебеҙ бармай. Күтәрә алмаҫ, тип ҡурҡабыҙ, бигерәк ярата ине.

Мин аҡрын ғына ер аҫтына батып, кире ҡалҡтым. Алдағы бейек урында әле булһа Рауза баҫып тора. Ул шундай нескә, аҙ ғына ел тейһә лә, сайҡалыр, ауып китер төҫлө. Кескәй генә ошо ҡатындың бахыр иңдәренә бына ни тиклем хәсрәт йөгө ҡоланы. Сабырлыҡтар бирһен үҙенә! Аяғүрә баҫып, ауылдаштарға ҡысҡырғым килде: «Ни эшегеҙ был?

Ниңә гонаһһыҙ ошо йән эйәһен күмәкләп язалайбыҙ һуң әле? Уны, ҡыҙғанып, һәләк итәбеҙ түгелме? Иртәгә һуң, иртәгә нисек уның күҙенә күренербеҙ? Нисек йөҙөнә ҡарарбыҙ?» Ҡысҡырманым. Ихтимал, мин түгел, ауылдаштар хаҡлылыр. Бәлки, улар, рухы имгәнгәнсе был ҡатын тағы бер тапҡыр йырлап


ҡалһын, тигәндәрҙер. Бәхетһеҙлектең бер төнгә һуңлап ҡалыуы, бәхеттең бер төнгә китмәй тороуы кеше өсөн үҙе ҙур бүләк түгелме ни? Ҡатын өсөн ире, тимәк, үҙ ғүмеренән тыш әле булһа йәшәп ята.

Иртән Рауза мәктәпкә киткәс, һеҙгә барҙым. Атайыңдар был хәлде белә ине. Улар ҙа, бөтә хәсрәтте үҙ күкрәктәренә алып, Раузаны ҡурсалайҙар икән. Яҙмышты алдап булмаясаҡ, артйбан йәшереү бары алда торған һәләкәтте генә арттырасаҡ тип, беҙ ошо хәйләһеҙ хәйләгә сик ҡуйырға булдыҡ. Саманан тыш ауыр был вазифаны мин үҙ әҫтәмә алдым. Сәңгелдәктә тыныс йоҡлап ятҡай улыңа ҡараным. Ҡотом осоп китте. Ошо баланы бына-бына атаһыҙ ҡалдырасаҡмын һымаҡ тойолдо.

Миңә ул вазифаны үтәргә тура килмәне. Күрәһең, бөтә ауылды баҫып торған ҡайғы быуаһы бүтән ерҙән йырылғандыр. Таш булып ҡатҡан Раузаны ике иптәше етәкләп өйгә алып ҡайтты. Уны сисендереп һандыҡ өҫтөнә ултырттылар.

— Кендекте үлтергәндәр, — тине ул, байтаҡ торғас,— хәбәре килгән. Бына.— Таушалып бөткән ҡағыҙ киҫәген ул үрелеп өҫтәлгә ҡуйҙы.

— Ҡағыҙ әле әжәл түгел, — тине Кесе инәйең. — Беҙ уға ышанманыҡ. Бала минең күкрәгемдә йәшәй. Уның урыны бына бында һыуынмаған әле, тимәк, уны ҡәбер алмаған. Сабыр бул, ҡыҙым.

Раузаға беребеҙ ҙә яҡын килмәнек, йыуатманыҡ. Кискә тиклем тиерлек шулай һүҙһеҙ ултырҙыҡ.

— Яҙмыштан уҙмыш юҡ, — тип көрһөндө ата

йың, — ни ҡылһаҡ та, аҡрынлап күнегергә тура килер. Шәмгә ут ал, әсәһе. Яҡты күңелле егет ине, ҡараңғыла оҙатмайыҡ үҙен. ^

Шул кисте беҙ һине, һәр кем үҙенсә йыназа уҡып, ер ҡуйынына тапшырҙыҡ.

Ни аралалыр, иҫ итмәҫтән үрелеп, мин өҫтәлдәге теге яҙыуҙы алдым. Ҡат-ҡат уҡып сыҡтым. Эйе, исеме, фамилияһы, атаһының исеме — бөтәһе лә һинекенә тура килә. Адресе лә һеҙҙеке. Тыуған йылы ғына байтаҡҡа тура килмәй. Уныһын писарь бутаған булырға тейеш. Туҡта! Нимә эшләп һуң әле бында «рядовой» тип яҙылған?

— Званиеһе кем ине? — тип һораным, «ине» тигәнемдә үҙемдең Тәндәрем сымырҙап китте.

41

Яуапты атайың ҡайтарҙы:

— Унда барғас, бөтәһе лә бер дәрәжәгә күсә. Званиегә ҡарап түгел, ҡылған яҡшылыҡҡа ҡарап ҡабул итәсәктәр.

— Бында «рядовой» тип яҙылған. Ул бит командир. Шулай түгелме ни?

— Мин яҙыуҙы уҡый алманым,—тине Рауза. Уға йән ингәндәй булды. Кинәт ҡалҡынып ҡуйҙы. Ләкин шунда уҡ яңынан бөршәйҙе.

— Командир, беҙҙеке командир,—тип бышылданы Кесе инәйең, — командирҙе «рядовой» тип яҙмаҫтар ҙа...

Күңелдәрҙә зәғиф кенә өмөт ҡуҙы йымылдағандай булды. Яҙмыштан уҙырға тырышып, яҙыуҙың бүтән хужаһын эҙләргә тотондоҡ. Беҙ башта һеҙҙең фамилияны йөрөткән кешеләрҙе, унан һинең аҙаштарҙы, урамдан-урамға күсеп, барлап сыҡтыҡ. Берәү ҙә тура килмәй. Атайың исеме иһә ул бөтә ауылға берҙән-бер... Бара торғас, Аҡманай утарына төшөп киттек. Ул да бит беҙҙең ауылға ҡарай. Урамдың арғы башынан бер-ике өйгә ҡағылыуыбыҙ булды, Кесе инәйең әрнеп ҡысҡырып та ебәрҙе:

— Кейәү! Аҡманай кейәү!! Ой, бахыр Кәфиә һылыуым! Ой, бисара! Кейәүеңде бигерәк яратам, апай, улыңа шуның исемен ҡуша күрсе, тип инәлде бит, бәхетһеҙ йән!

— Эйе, кейәүҙең атаһы менән беҙ аҙаштар инек. Бик күптән донъя ҡуйҙы, һәйбәт кеше ине, мәрхүмең, — тип раҫланы атайың.

Еҙнәңдең исеме лә, атаһының исеме лә, фамилияһы ла һинекенә тура килә. Ләкин әле шик таралманы. Ҡыуанманыҡ та. Көҙгө оҙон төндә шулай тып-тын ултырып сыҡтыҡ. Йоҡлап китһәк, был әсе өмөтөбөҙ төшкә әйләнер ҙә, таралып, юҡ булыр, тип ҡурҡтыҡ. Моғайын, шулай иттек.

Иртәнсәк теге ҡағыҙҙы тотоп, мин ауыл Советенә киттем. Унда эшләүсе ситтән килгән секретарь ҡыҙ ауылда һинең өлкәнерәк һыңарың барлығын башына ла индермәгән. Барлыҡ төп кенәгәләрҙе аҡтарып сыҡҡандан һуң, яҙыу һинең еҙнәң хаҡында булырға тейеш тигән фекергә килдек. Әжәлде уның өлөшөнә сығарҙыҡ.

42

Иң ауыры икенсе көндө булды. Илай-илай шешенеп бөткән Кәфиә апайың килеп инде һеҙгә. Ҡулында шул уҡ яҙыу. Уны Кесе инәйеңә һуҙҙы:

— Апай, ниңә шулай иттегеҙ инде? Был ҡағыҙ бит һеҙгә килгән. Уны һеҙгә биргәндәр. Ни өсөн уны миңә атҡарҙығыҙ? Ошо ғәҙеллек буламы? Апай, мә, ал, кире ал был ҡәһәрле ҡағыҙҙы! — Кесе инәйең уны етәкләп һикегә ултыртты. Кәфиә инде, күҙҙәрен мөлдөрәтеп, Раузаға ҡараны:

— Килен! Киленкәйем! һинең балаң ни бары берәү генә, минекеләр итәк тулы! Берәү етем ҡалыр урында бишәү етем ҡалһынмы ни инде? Берәү тилмерер урында, бишәү тилмерһенме ни? Үҙем дә етем үҫтем, тамағым — аш, өҫтөм кейем күрмәне... Ус}> аллаҡайым!

Ул бер аҙ һыҡтап алды ла яңынан Кесе инәйеңә өндәште:

— Нимә тип кенә, апай, теге саҡта кейәүеңдең исемен улыңа ҡуштың икән? Бүтән исем бөткәнме ни һиңә? Шуны ҡушмаған булһаң, бәлки, был ҡайғыларға ла төшмәҫ инек.

Кесе инәйең ҡайғыһынан алмашыныу сигенә еткән һеңлеһенең бер һүҙен дә кире ҡаҡманы:

— Алдырыр көн яҙҙырыр, ти, шул. Былай бу- лырҙарын белһәм, бер ҙә генә ҡушмаҫ инем дә бит, — тип Кәфиәнең башынан һыйпаны.

— Ниҙәр генә ҡылайым инде, ниҙәр генә ҡылайым? Кемгә барып күҙ төбәрҙәр минең балаларым?— тип Кәфиә яңынан бөгөлөп төштө.

Ғәйепле кеше кеүек, бығаса башын эйеп ултырған атайың һүҙгә ҡушылды:

— Иҫән-Һау саҡта ташламабыҙ, балдыҙ. Ҡулдан килгән ярҙамдан мәхрүм итмәбеҙ балаларыңды. Хәсрәтеңде еңеләйтерлек бүтән һүҙ таба алмайым — үпкәләмә. Әйткән вәғәҙәм — иман. һин мине беләһең,' балдыҙ.

Нәҡ кисәге урында һандыҡ өҫтөндә бөршәйеп ултырған Рауза ҡапыл атылып торҙо ла Кәфиәнең муйынына килеп һарылды. Тегенең яурынына башын һалып, тыйыла алмай иларға кереште. Кәфиә лә уға һыйынды. Бер-береһенең ҡосағына һеңеп, ике ҡатын бик оҙаҡ йәщ түкте. Эйе, уларҙың араһында


бер әжәл тора йне. Кем әжәле? Уныһы беҙгә барыбер бөтөнләй үк аныҡ түгел ине әле...

...Миңә бер үпкәһен, ярты йәнен бүлеп бирергә тип килгән Хәмитйән бына ошоларҙы һөйләп к-итте. Китте лә икенсе берәүҙең ғүмерен һаҡлау өсөн бөтөнө менән үҙ ғүмерен бирҙе.

Кесе инәйемдең ике туған һеңлеһе Кәфиә апайым бынан ары гел мине эҙәрләй торған булды. Уның хәйләһеҙ ҙур ҡара күҙҙәре, йә үпкәләп, йә тилмереп, гел миңә ҡарай. Әйтерһең, мин үҙемә тәғәйенләгән немец пуляһен еҙнәмә атҡарғанмын, шуға күрә беҙгә тигән ҡара ҡағыҙҙы апайыма ебәргәндәр. Беләм, минең бер кем алдында ла ғәйебем юҡ. Үҙ өлөшөмә төшкән яфалар ҙа етерлек булды, һәм уларҙы үҙем күтәрәм. Өй түбәләренән апрель тамсылары түгел, минең һанаулы көндәрем тама. Бәлки, һуңғы тамсы минең һуңғы һулышыма тура килер. Ә шулай ҙа мин хәҙергә теремен. Тере кешегә үкенеү ҙә, шикләнеү ҙә, ғазапланыу ҙа ят нәмә түгел. Хатта өмөт тә бөтөнләйгә ташлап китмәне хәҙергә. Ихтимал, анау тамсыларҙан ғүмерлерәкмендер әле?!

Ошо хәүефле кисерештәр ваҡытында мин бер ябай хәҡиҡәтте төшөндөм: башҡаларҙың үлемендә минең дә өлөшөм булған кеүек, минең йәшәүемдә мәрхүмдәрҙең дә дәхеле бар. Хәмитйән юҡҡа ғына йыуата мине. Мин әле үҙем өсөн үҙем нығытып бер тапҡыр ҙа үлмәнем. Бәлки, бүтәндәр минең өсөн дә һәләк булғандыр — үтескә миңә ғүмер ҡалдырып?..

...Бер ваҡыт мин, әле үҫмер сағымда, ҡояш батып барғанда Сағылтау башында йөрөгәнемдә, саҡматаш өйөмөнә тап булдым. Кемдер мунса ташына тип йыйғандыр, күрәһең, уларҙы. Ни эшләптер, эйелеп, өйөмдәге бер йоморо ташты алдым. Ул йып-йылы ине. Мин быға ғәжәпләндем. Икенселәрен дә тотоп ҡараным. Улары ла йылы ине. Ситтәрәк таралып ятҡан бер нисә ташты өйөмгә алып һалайым тип ҡул һондом. Былары һап-һалҡын ине. Тимәк, күмәк булғанда таштар ҙа, ҡояштан алған йылыны үҙ-ара бүлешеп, оҙаҡ заман һыуынмайҙар икән.

Ә кешеләр? Күпме әҙәмдең йылыһын, яҡтыһын, кәрен йөрөтәм икән мин үҙемдә? Мин ғүмер баҡый улар менән аралашып, уҡмашып йәшәнем. Үҙ тиң-


дәремдән миңә үҙ йылыһын бүлеп биргән беренсе кеше Әсғәт булды. Ул һэр ваҡыт минән ике йәшкә оло йөрөнө. Миңә һигеҙ саҡта, уға ун, миңә ун һигеҙ саҡта, уға егерме ине. Тора-бара мин Әсғәткә ҡарағанда ике тапҡыр, хатта унан да ашыу өлкә- нерәк булып киттем. Ул ғүмерҙең башында тороп ҡалды. Ә мин әле булһа барам да барам. Арыраҡ киткән һайын артыма йышыраҡ әйләнеп күҙ ташлайым. Алыҫта аҙашып ҡалған моңдарға‘һәм өндәргә ҡолаҡ һалам. Улар миңә йыш ҡына намыҫ ауазы булып ишетелә. Ғәжәп.


ИСКӘНДӘР

ӘСҒӘГЕ

Әсғәттәр урамын «Губернатор урамы» тип йөрөтәләр... «Бында губернатор үҙе йәшәгән, имеш...» — тип уйламағыҙ тағы. Ҡасандыр, әллә йөҙ йыл әүәл, ошо урам шәрәмәтенән, тройкала елдереп, губернатор уҙып киткән, имеш, тиҙәр. Шул тиклем ҙур түрәнең көймәһе туҙҙырып уҙған туҙанда ҡойоноп, рәхәтлектән ғорурлыҡтың сигенә еткән бәндәләр шунда уҡ үҙ урамдарына яңы исем ҡушҡандар — «Губернатор урамы». Әйтергә кәрәк, биш кенә йорттан торған был тыҡрыҡтың «Кәзәләр төбәге» тигән элекке исеме лә тиҙ генә онотолмаған. Губернаторҙар, байҙар, түрәләр, күҙҙән төшөп, түрҙән тәгәрәгәс, «Кәзәләр төбәге»н яңынан йәбештерергә маташыусылар ҙа булған буғай. Ләкин «губернаторҙар», һәр йорттоң нигеҙ буйында кәзәләр көйшәп ятыуға ҡарамаҫтан, был мәсхәрәне ҡабул итмәгәндәр, берҙәм кире ҡаҡҡандар. Губернатор урамы ауылдағы «Туң мөрйә», «Өс әтәс», «Ябалаҡ», «Сер- сә» исемдәрен йөрөткән башҡа төбәктәргә ишме ни? Тегеләрҙең һәр береһенән меҫкенлек, наҙанлыҡ, томаналыҡ аңҡып тора.

Был урам үҙе, асылда, ике нәмә менән — фәҡирлек һәм тәкәбберлек менән айырыла. Биш йорттоң дүртеһендә кәзә менән тауыҡтан башҡа мал заты юҡ. Тик Әсғәттәрҙең генә һыңар күҙле бейәһе, бер һыйыры менән йәш үгеҙе бар. Ярлылыҡ атай- олатайҙарҙан мираҫ булып ҡалған, уның ҡәҙерен беләләр бында. Ә ҡупырайырға тигәндә — бала-сағаһына тиклем кикреген ҡатырырға тора. Әйтерһең, уларҙың һәр береһе, кәм тигәндә, ысын губернатор нәҫеле. Етмәһә, килеп тороп маҡтансыҡтар, һәр «губернаторҙың», төптән уйлап ҡараһаң, башҡаларҙа юҡ бер хикмәте килеп сыға. Улар һуҡҡан


Дата добавления: 2015-11-04; просмотров: 47 | Нарушение авторских прав







mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.018 сек.)







<== предыдущая лекция | следующая лекция ==>