Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

К 97 Оҙон-оҙаҡ бала саҡ. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1981,—296 бит. 11 страница



— Әйҙә ултырышығыҙ, етешегеҙ! Барыбер бө- тәгеҙгә лә ҡашыҡ сыҡмаҫ, ҡул менән генә һоғоноғоҙ!— тип ҡыҫтарға кереште хужа. Беҙ, ҡоштабаҡты тирәләй тубыҡланып ултырҙыҡ та, ашыҡмай ғына услап, борсаҡты ауыҙҙарға ташырға керештек. Ҡабаланмаһаҡ та, эш ырамлы бара. Ошондай тәмле борсаҡты ғүмерҙә лә ашаған юҡ ине. Бына ниндәй була икән ул «ҡоҙалар һыйы» — телеңде йоторһоң!

Ҡоштабаҡтың төбөн ялтыратып ҡуйыуға, алды- быҙға бер биҙрә һалҡын һыу ҙа килеп ултырҙы. Ситенә ҙур ғына сүмес тә эленгән.

— һыйлағанда һыу эс. тигәндәр боронғолар, — тип аңлатты Ишбирҙе, — улар белмәй әйтмәҫ.

һыуҙы ла төбөндә генә ҡалдырҙыҡ.

—- Йә, хәҙер доға ҡылайыҡ, — тип, үҙе табынға ултырмаһа ла, битен һыйпап ҡуйҙы хужа. Беҙ ҙә йоланы башҡарҙыҡ.

— Ҡала күрергә килдегеҙме, ҡоҙалар?—тип һораша башланы Ишбирҙе, табын һуңындағы әңгәмә ғәҙәтен һаҡлап.

— Эйе, ағай, ҡоҙа... — тип ихласһыҙ ғына яуапланы Шәһиҙулла.

— Оҡшанымы һуң?

— Әллә инде... Йорттары матур, ҡоймалары

бейек, — тине шул уҡ башлыҡ, — тик кешеләре үтә ҡабалан йөрөй. ^


— Ярай, килеп һәйбәт иткәнһегеҙ, донъя күреп үҫергә кәрәк шулай. Ҡалала ла бөтә әҙәм гел ҡалас ҡына ашап тормай. Икмәге лә юҡ саҡ була, ғәйеп итеп китмәгеҙ... ҡаланы.

Был өйҙә Вәлетдин, һүҙгә ҡушылып бармаһа ла, беҙгә ҡарағанда үҙен иркенерәк тотто. Урындан да ул беренсе булып ҡуҙғалды. Ни тиһәң дә — төп ҡоҙа.

— һый-хөрмәтегеҙ, яҡты сырайығыҙ өсөн рәхмәт, ҡоҙа, рәхмәт, ҡоҙағый, — тине ул, өлкәндәргә оҡшатып, — ғәйепләп ҡалмағыҙ. Беҙ ауылға ыңғайлайыҡ инде. — Бөтәбеҙ ҙә пыр итеп урындан торҙоҡ.

— Ярай инде улай булғас. Ҡайтҡас, ҡоҙағыйға сәләм тапшыр беҙҙән, үҙе ҡунаҡ булып килһен, — тине Ишбирҙенең әсәһе. — Ну, шул фәҡирлек! Биреп ебәрергә күстәнәсем дә юҡ, исмаһам...



— Яҡшы һүҙ үҙе күстәнәс ул, әсәй, — тип йыуатты улы.

Беҙ ишек төбөнә килеп өйкәлештек.

— Ҡайтыр юлығыҙҙы онотманығыҙмы? — тип һораны Ишбирҙе ҡоҙа.

— Онотманыҡ, — тине Әсғәт. Ул эт кеүек. Әллә ниндәй ҡара урманда булмайыҡ, бер үткән еренән, һис тә аҙашмай, кире әйләнеп ҡайта белә. Үҙ әҙенең еҫен тоя ул. Ә мин әрем араһында ла аҙашам. Шундай аңра мин.

Ҡат-ҡат рәхмәттәр әйтеп, беҙ был сәйер, ҡунаҡсыл өйҙән сығып киттек. Кемгә кемдең ҡоҙаһы булып сыҡты һуң әле теге Ишбирҙе? Ҡоҙамы икән әле?

— Үтә бай тормаһалар ҙа, ҡоҙаң йомарт икән, малай,— тине, тышҡа сыҡҡас, Шәһиҙулла Вәлет- дингә. — Йәнен ярып бирергә әҙер тора.

— Сәйҙәре булһа, сәй ҙә эсерер ине әле, валлаһи... Күтәреп үк алыр, тинемме мин һеҙгә... — Маһайыуҙан Вәлетдиндең тыңҡышлығы кәмей төштө хатта. Маһайырға хаҡы ла бар шул: кем ҡоҙаһы тиһең, уның ҡоҙаһы һыйланы беҙҙе.

Был шыҡһыҙ ҡаланан беҙ ярайһы уҡ биҙеп ҡайтып киттек. Ҡайтыр юл тағы ла оҙонораҡ, тағы ла йонсотҡосораҡ булды. Әммә берәү ҙә һуҡран-


— Ярай, килеп һәйбәт иткәнһегеҙ, донъя күреп үҫергә кәрәк шулай. Ҡалала ла бөтә әҙәм гел ҡалас ҡына ашап тормай. Икмәге лә юҡ саҡ була, ғәйеп итеп китмәгеҙ... ҡаланы.

Был өйҙә Вәлетдин, һүҙгә ҡушылып бармаһа ла, беҙгә ҡарағанда үҙен иркенерәк тотто. Урындан да ул беренсе булып ҡуҙғалды. Ни тиһәң дә — төп ҡоҙа.

— һый-хөрмәтегеҙ, яҡты сырайығыҙ өсөн рәхмәт, ҡоҙа, рәхмәт, ҡоҙағый, — тине ул, өлкәндәргә оҡшатып, — ғәйепләп ҡалмағыҙ. Беҙ ауылға ыңғайлайыҡ инде. — Бөтәбеҙ ҙә пыр итеп урындан торҙоҡ.

— Ярай инде улай булғас. Ҡайтҡас, ҡоҙағыйға сәләм тапшыр беҙҙән, үҙе ҡунаҡ булып килһен, — тине Ишбирҙенең әсәһе. — Ну, шул фәҡирлек! Биреп ебәрергә күстәнәсем дә юҡ, исмаһам...

— Яҡшы һүҙ үҙе күстәнәс ул, әсәй, —- тип йыуатты улы.

Беҙ ишек төбөнә килеп өйкәлештек.

— Ҡайтыр юлығыҙҙы онотманығыҙмы? — тип һораны Ишбирҙе ҡоҙа.

— Онотманыҡ, — тине Әсғәт. Ул эт кеүек. Әллә ниндәй ҡара урманда булмайыҡ, бер үткән еренән, һис тә аҙашмай, кире әйләнеп ҡайта белә. Үҙ әҙенең еҫен тоя ул. Ә мин әрем араһында ла аҙашам. Шундай аңра мин.

Ҡат-ҡат рәхмәттәр әйтеп, беҙ был сәйер, ҡунаҡсыл өйҙән сығып киттек. Кемгә кемдең ҡоҙаһы булып сыҡты һуң әле теге Ишбирҙе? Ҡоҙамы икән әле?

— Үтә бай тормаһалар ҙа, ҡоҙаң йомарт икән, малай, — тине, тышҡа сыҡҡас, Шәһиҙулла Вәлет- дингә. — Йәнен ярып бирергә әҙер тора.

— Сәйҙәре булһа, сәй ҙә эсерер ине әле, валлаһи... Күтәреп үк алыр, тинемме мин һеҙгә...— Маһайыуҙан Вәлетдиндең тыңҡышлығы кәмей төштө хатта. Маһайырға хаҡы ла бар шул: кем ҡоҙаһы тиһең, уның ҡоҙаһы һыйланы беҙҙе.

Был шыҡһыҙ ҡаланан беҙ ярайһы уҡ биҙеп ҡайтып киттек. Ҡайтыр юл тағы ла оҙонораҡ, тағы ла йонсотҡосораҡ булды. Әммә берәү ҙә һуҡран-


Башта тәнем ҡалала булһа ла, йәнем ауылым ҡырҙарында аҙашып йөрөнө. Бара торғас, ул да таш диуарҙар эсендә төйәк тапты. Кешенең күңеле ҡайҙа һуңғы төйәген таба, шул ер — уның рухи Ватаны. Өфө минең йәнемдең ояһы, рухымдың Ватаны булды.


ЙОМОРО

ТАЛИП

— Анау кәзә тиреләрен Талипкә атҡараһы ине. Үҙе, ни эшләптер, күрёнмәй,— тигән булды атайым, иртәнге сәйҙе эскәндә. Үҙе, ат егеп, ҡайҙалыр сығып китте. Ағайҙарым менән Кесе инәйем алыҫ баҫыуҙа, ҡунып, тары ура. Шулай булғас, ул кәзә тиреләрен кем илтһен? Үҙҙәре бармаҫтар ҙа инде улар. Атайымдың шундай ирмәк ҡылығы бар: ул йомошто атап ҡына ҡушмаҫ. «Тегене тегеләй итергә ине, быны былай итергә ине», — тигән булыр ҙа һөйләнер. Таяҡ башы кемгә тейгәнен үҙең төшөн шунан. Анау көндө киске аштан һуң, ағайымдарға төбәп, атайым шундай хикәйәт һөйләне.

...Имеш, борон-борон заманда бер бабай буйға еткән улына кәләш әйттермәк булған икән. Уҫлаптай улын бер көнө ҡыҙҙар һыуға йөрөй торған һуҡмаҡҡа алып сыҡҡан, ти, был. Бер төркөм ҡыҙҙар яҡынлашып килеүен күреп ҡалған да ҡарт әлеге егетте ҡамсы менән ҡыйнарға керешкән, ти. Ҡыҙҙарҙың береһе һорай икән:

— Улыңды ни өсөн туҡмайһың, бабай?

— Әйткәс тә, белә, ҡушҡас та, эшләй. Шуның өсөн туҡмайым, — тигән бабай. Ҡыҙҙар шарҡылдашып көлөшкәндәр ҙә:

— һи, иҫәүән ҡарт... Бынамын тигән улын туҡмай, — тип уҙып киткәндәр.

Быларҙан байтаҡ артта уйланып ҡына тағы бер ҡыҙ килә икән. Бабай йәнә улын туҡмарға тотона.

— Ни өсөн туҡмайһың улыңды, бабай? — тип һорай быныһы ла.

— Әйткәс тә, белә, ҡушҡас та, эшләй. Шуның өсөн туҡмайым, — тигән ҡарт.

—■ Әйҙә, нығыраҡ, үҙәгҫнә үтерлек итеберәк яр, бабай. Улыңдың инде әйтмәйенсә лә белер, ҡушма-


йынса ла эшләр сағы еткән. — Шулай тигән дә ҡыҙ уҙып киткән. Ошо көндө үк бабай был ҡыҙға яусылар ебәргән.

Атайым һуңғы һүҙен һуҙа биреберәк әйтте лә тынып ҡалды. Өлкән ағайымдың ҡолаҡтары тырпайып китте:

— Ә яусыларға нимә тигән ул ҡыҙ? — тип һорай

уҡ һалды.— Ризалыҡ биргәнме?

Атайым юрамал ғына туҡталған икән. Шунда уҡ һүҙен ялғап китте:

— Яусылар ҡайтып бына шундай хәбәр һалғандар: «Ҡыҙ ниндәйҙер килделе-киттеле булып сыҡты, һөйләгән һүҙе, ҡылған ҡылығы лөғәткә һыймай. Ырыу-заты ла шик-шөбһәлегә оҡшай. Беҙ ниәтебеҙҙе ниәтләмәй ҡайтып килдек», — тигәндәр. Шулай ҙа әлеге ҡарт иң өлкән яусыға ишеткән-күргәнен бәйнә-бәйнә һөйләп бирергә ҡушҡан. «Беҙ барып ингәндә, өйҙә ҡыҙ яңғыҙы ғына ине...» — тип алып киткән өлкән яусы.

— Атайың ҡайҙа? — тип һорауға ҡыҙ: «Дуҫтан дошман яһарға китте»,—тигән яуапты ҡайтарҙы.

— Әсәйең ҡайҙа?—тигәс: «Бер кешене ике

итергә китте», — тине.

Арлы-бирле итеүгә, сумарлы һурпа һоҫоп, ҙур табаҡ менән беҙҙең алға ултыртты.

Ашап-эсеп ултыра торғас, өй бүрәнәләренә күҙебеҙ төштө. Яман эре бүрәнәнән һалынған икән өйҙәре.

— Был тиклем йыуан бүрәнәләрҙе урмандан та- шыуы ҡыйын булғандыр инде, — тиештек беҙ. — Бер юлы нисәшәрҙе тейәй инегеҙ? «Аттар арыҡ, хәлһеҙ саҡта өсәрҙе, хатта дүртәрҙе һала инек, һимерә биргәс, икешәрҙе генә һала башланыҡ, тамам һимереп алғас, берәүһен дә ярты юлда төшөрөп ҡалдыра торған булдылар»,— тип аңлатты аңра ҡыҙ. Бына шундай ни аҡыллы, ни тиле яуаптар алып ҡайттыҡ, — тигән өлкән яусы, — ҡалғанына үҙең хөкөм сығар.

— Их һеҙ, бешмәгән башҡоҙалар! — тигән быға ҡарт, баяғы «әйткәс тә белә» торған егеттең атаһы. — һүҙҙең һөйәге була, һөйәк эсендә елеге була. һеҙ шуның һөйәген генә ялап ҡайтҡанһығыҙ ҙабаһа. Былай булғас, фәһемде биргән һеҙгә ҡыҙ!...

Атаһы уның дуҫы алып торған бурысты һорарға, әсәһе тыуа ятҡан бәпесте ҡабул итергә киткән. Бүрәнә тигәне лә төптө бүрәнә түгел, һеҙ ашаған сумар ул. Асыраҡ саҡта һеҙ, оңҡотланып, ҡашыҡтарығыҙға, моғайын, бер юлы өсәр-дүртәр сумар һоҫҡанһығыҙҙыр. Туя килгән һайын, кәмерәк эләктерә барғанһығыҙҙыр. Аҙаҡҡа табан берҙе лә төшөрөп ҡалдырғанһығыҙҙыр. Шулай булдымы?

— Шулай булды, — тиешкәндәр ҙә яусылар өйҙәренә ҡайтып киткәндәр.

Икенсе көндө ҡыҙ өйөнә ҡарт үҙе барып, бөтәһен дә яйлап, вәғәҙәләшеп ҡайтҡан. Бына Мортаааға ла шундайыраҡ кәләш кәрәк ине. Ул да бит әйткәс тә белә... Сәлихе лә ағаһынан ҡалышмай, ҡушҡас та эшләй...

Атайым әңгәмәһен шулай тип ослап ҡуйҙы.

Ағайымдар тын да алмай тыңланы был хикәйәтте. Улар ғына түгел, атайымдың кинәйәһен мин дә аңланым. Беҙҙең башҡа ла сүбек тултырмағандар...

...Кәзә тиреһен кем илтергә тейеш булып сыға? Оло инәйем менән беҙ икәү, әлбиттә.

Бәләкәс кенә буйлы, төптән йыуан Йоморо Талип Ябалаҡ урамында тора. Үҙе ифрат йылдам ул. Йыл әйләнәһенә ул йылтырап торған ҡара тышлы меҫкен бүрек кейеп йөрөй. Көҙөн шул бүркенә сепрәктән ҡолаҡсындар тегеп ҡуя, яҙын уларҙы һүтеп ташлай. Талиптең кәпәс һалғанын күргән кеше юҡ. Хатта мунса кергәндә лә кәпәс кейеп керә, имеш, тип һөйләйҙәр. Нимә бар икән шул кәпәс аҫтында? Ҡатынын ул ҡайҙалыр байҙа торған еренән сыуаш ауылынан алып ҡайтҡан. Имеш, кәләше: «Ниңә һин, Талипка, кәпәсеңде бер ҙә һалмайһың?»—тип һорағас: «Беҙҙә, типтәрҙә, йола шундай»,— тип яуаплаған икән, ти, был. Шулай ҙа кешеләрҙең һиҙем- ләүенә ҡарағанда Йоморо Талип йә мөгөҙлө, йә таҙ булырға тейеш.

Мин бәләһенән инде ул, өйҙән-өйгә йөрөп, ваҡ- төйәк мал, эбер-себер йәнлек, эт-бесәй тиреһе йыя. Ат-Һыйыр, айыу-бүре, болан-мышы тиреһе уға тәтемәй. Улары туп-тура кооперативкә китә. Малайҙар менән яҙын йомран, ирлән, көшөл тотһаҡ йәки ҡышын ҡапҡанға йәтсә, аҫ, эләктерһәк, тиреһен һы-


 

60-сы биткә. «Анау зәңгәрлек, — ти Әсғәт, — ул күктән ҡойола. Көнө буйы күк йөҙө ҡыҙҙы ла кискә табан, унан ҡубып, шулай зәңгәр туҙан һибелә».


Йоморо Талип балсыҡ аласыҡ алдында, теҙенә бәйләп, сабата ҡайтарып ултыра ине. Беҙҙе күргәс тә ул үрә башлаған сабатаһын сисеп ырғытты ла һикереп торҙо:

һи-и-и, еңгә, әйҙә, рәхим ит!—тине ул.— Өйгә уҙ тиер инем, өй тулы бала-саға, ултырыр- баҫыр урын юҡ. Ошонда ғына ултырып доға ҡылайыҡ. — Аласыҡ алдындағы түмәр өҫтөнә, ҡайҙандыр килтереп, иҫке балаҫ киҫәге йәйҙе. Ултырышып доға. ҡылдылар.

— Йә, Талип, йорт-ер аманмы, күңел-хәтер именме?

— Мал-тыуар юҡ — тыныс, бала-саға иҫән — шөкөр. Күңел тигәнең инде, еңгә, төрлөсә була. Сабый бала йоҡоһондағы кеүегерәк йәшәйем бит мин: бер сәбәпһеҙ көлөп алам, көтмәгәндә илап ебәрәм.

— Бәндә күңеле түгел, ана, тәңре күңеле күк тә гел үҙгәреп тора, —тине лә Оло инәйем эйәген күккә сөйөп ҡуйҙы.

Талип, урынынан тороп, йәнә ары-бире һуғылды. Үҙе бер туҡтауһыҙ һөйләнә:

— Әле бына шуны уйлап ултырҙым, еңгә, атһыҙ кешенең ярты мөлкәте сабатаға китә. Күпме сабата туҙҙыра йәйәүле бахыр. Атлы кеше арбаһына бер менеп ултырҙымы — бара бирә. Үтер юлы үтелә, сабатаһы бөп-бөтөн. Әгәр мин йәйәү йөрөгән араларҙы бергә ҡушһаң, биш тапҡыр Мәккәгә барып ҡайтҡан булыр инем.


— Мәккәһенә лә барырһың әле, насип булһа...

— һи-и-и, еңгә, унда бит оло гонаһ ҡылған кешеләр генә йөрөй. Мәккәгә үк барып, ярлыҡауҙар ялбарырлыҡ ни яҙыҡтарым бар минең? Төптәнерәк уйлап ҡараһаң, еңгә, мин ожмахҡа туп-тура барып инер кешемен. Ни өсөн тиһәң, шуның өсөн: мин бер кафырҙы — үҙемдең бисәмде әйтәм — ислам диненә күндерҙем, өҫтәүенә, ул итәк тулы.мосолман балалары тапты.

Оло инәйем сәйер генә йылмайып ҡуйҙы.

— Уны мөслимә итеүең дөрөҫ. Талип, — тине ул. — Әммә һин ул йән эйәһен үҙ иманынан, үҙ аллаһынан айырғанһың, быныһы өсөн яҙыҡ булмаҫмы? һәр бәндә бары үҙ тәңренә генә табынырға тейеш...

— Был тиклеменә үк минең баш етмәй, еңгә, — тине Йоморо Талип. Дөрөҫөн әйтә ул. Минең дә баш етмәй быға.

— Бынау тиреләрҙе алып ҡалһаңсы, Талип,— тип Оло инәйем йомошон йомошларға ашыҡты.

— Минең кәсебемде һанға һанап, оло башыңды кесе итеп йөрөүеңә рәхмәт инде, еңгә, мәгәр бит әле һеҙгә элек түләп бөтөрмәгән бурысым да бар ине, яҙын алған анау өс бот тарыны әйтәм. Былары өсөн дә сығарып ҡына бирер капитал юҡ. Ни ҡылайым һуң: аҡса ла юҡ, намыҫ та бар... — тип көрһөндө хужа.

— Булыр әле. һиндәге — илдәге, ҡасмаҫ, иҫән булһаҡ, бәхилләшербеҙ, — тип урынынан ҡуҙғала башланы Оло инәйем.

— Ҡара әле, еңгә, минең бик шәп самокат тәгәрмәсе бар, мал-тыуарлы йортҡа, бәлки, берәй ғәмәлгә ярап ҡуйыр, — тип ул аласыҡтан һыңар самокат тәгәрмәсе алып сыҡты. — Бына тимерҙәре ҡалайыраҡ ялтырап тора. Ҡала юлынан табып ҡайтҡайным.

Оло инәйем. Талиптең арҡаһынан ҡаҡты:

- Хафаланма, туғанҡайым, бурыслы булып ҡалмаҫһың, һинең ҡураға ла берәй заман ҡог керер әле.

Һи-и, еңгә, мин сереп байыясаҡмын, тик көнө бөгөн түгел! Шулай ҙа, еңгә, хәҙергеһе ауыр бына. Онота яҙғанмын да: минең тағы бер затлы нәмәм бар. Хәҙрәттәр генә тәгәрәт ала торған еҙ ҡомған

\ Заказ 187


ул. Беҙҙең ишеләргә төҫ түгел ундай зиннәтле әйбер, ал шуны. — Ул йәнә аласыҡҡа уҡталды. Оло инәйем ҡул ишараһы менән уны туҡтатты.

Ә самокат тәгәрмәсе хайран шәп ине. Мин уға ҡараным да ҡаттым. Уны урамдың юғары осонан тәгәрәтеп ебәрһәң, Тәмәнәйгә тиклем туҡтамаҫ ине, моғайын, Тәмәнәй урамының малайҙары шаҡ ҡатыр ине. Тик резинаһы ғына юҡ, күрәһең, кемдер ҡуптарып алғандыр. Оло инәйем, - һынай биреп, миңә ҡарап ҡуйҙы:

— һинеңсә булһын, Талип, тәгәрмәскә хужа сыҡты. Тире өсөн бәхилләштек тип иҫәплә, — ул тылсымлы тәгәрмәсте Талиптән алып миңә тотторҙо. — Мә, аяғың талыу белмәһен.

Көтмәгәндә бына ниндәй хазина килеп эләкте минең ҡулға. Тире хаҡы ғына торамы ни ул? Талип бурыстан еңел ҡотолманы.

Оло инәйем ҡайтырға тип урынынан торҙо. Талип уның тирәһендә йәнә бөтөрөлә башланы:

— Көҙгө байлыҡ булһа ла, сәй-шәкәргә өҙөгөрәк ваҡыт ине, еңгә, нимә ҡылайым? һый күрһәтмәй ебәреп, оятҡа ҡалам инде. Хәйерселектән дә хурлы- ғыраҡ нәмә юҡ!

— Ҡуйсы, Талип, өҙгөләнмә, эсмәгән сәй түгел дә, — тип йыуатты уны Оло инәйем. — Булыр әле, сәйе лә булыр, башҡаһы ла булыр.

— Туҡта әле, еңгә, былай ҡоро ғына ебәрмәйем әле. Таҡмаҡ әйтеп, үҙеңә бер бейеп бирәйем, һыйым шул булыр.

Ҡунаҡ килгән ҡураға,

Хужа ниңә урала?

Таҡмаҡ әйтеп бер бейеһә,

Бүтән һыйҙар һорама.

Аты тартмай үренә.

Ҡунаҡ уҙмай түренә.

Ауыҙын асһа, хужаһының Үпкәләре күренә...

Борғоланып, юрғалап, ул үтә ихлас бейене. Бер- ике тапҡыр сүгәләй биреп тә ҡуйҙы.

- Бына афафан! һый-хөрмәтеңә рәхмәт, — тине Оло инәйем, теге бейеп туҡтағас.

Ләкин Йоморо Талиптең йомартлығы, ҡунаҡсыллығы бының менән генә бөтмәне. Ул тағы яңы һый килтереп сығарҙы.


— Булғас булһын инде, еңгә, бер йырлап та хөрмәт итәйем. Бына тыңла:

Геүәрдиндәр сафҡа баҫҡан.

Ҡылыстары ялтырай,

Геүәрдиндәр килеп сыҡһа,

Немец мәлғүн ҡалтырай.

Был — беҙҙең йыр, геүәрдиндәр йыры. Мин бит батша ғәскәрендә геүәрдиндә хеҙмәт итТем, үҙем шулай ғына булһам да. Ҡалғандары бөтәһе лә өрлөк һымаҡ егеттәр ине. Бер мин — киле бейеклеге. Мәрәкә булды ул геүәрдингә эләгеүем дә, һи-и! Ҙур бер яланға меңәрләгән ғәскәрҙе килтереп теҙҙеләр ҙә, бер янарал геүәрдин һайларға кереште. Ун биш- егерме аҙым артҡа сигенә лә баяғы янарал, югереп килеп, иҫ итмәгәндә һалдаттың теҙ аҫтына килтереп тибә. Әзмәүерҙәй ирҙәр бөгөлә лә төшә. Йөҙҙән берәү сыҙаһа сыҙайҙыр. Сыҙағандарын алға сығарып баҫтыра. Бөтәһе лә ғифрит кеүектәр. Бер саҡ минең теҙ аҫтына килтереп типте был. Мин ыһ та итмәнем. Янаралдың күҙе шар булды. Бер алдыма, бер артыма сығып, мине күҙе менән баштан-аяҡ ҡапшап ҡараны. Шунан һуң, тағы ла алыҫыраҡ сигенеп, миңә икенсе тапҡыр килтереп типте. Мин ҡымшанманым да. «Маладис, һалдат! —тине янарал. — Сафтың иң артында йөрөй торған минең иң ышаныслы, иң беренсе геүәрдинем булырһың, һин артта саҡта, берәү ҙә беҙҙең теҙ аҫтына һуға алмаҫ». Шулай тигән булды, бахырың. Күп тә үтмәне, үҙенең теҙ аҫтына килтереп типтек. Тәүҙә сүгәләп төштө теге, һуңынан тәгәрәп үк китте. Батшаны ҡолатып, уның бөтә ояһын туҙҙырғанда булды был мажара


Дата добавления: 2015-11-04; просмотров: 34 | Нарушение авторских прав







mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.022 сек.)







<== предыдущая лекция | следующая лекция ==>