Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

К 97 Оҙон-оҙаҡ бала саҡ. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1981,—296 бит. 20 страница



— Мәрәһимдең йәше лә утыҙға етеп баралыр инде, — тигән булды Кесе инәйем, йәнәһе, һүҙен ослап.

— Баяғы ғишыҡ тигәнең мал һанап та йәш һорап тормай шул. Быныһын һин үҙең дә яҡшы беләһең, Вазифа.

Кесе инәйем минең атайымдан егерме йәшкә йәшерәк. Оло инәйем ана шуға ишара яһаны, буғай. Юҡ, асыуланып түгел, былай ғына, һүҙ уңайында ғына...

Бына ниндәй серҙәр асылды миңә! Ғишыҡтың нимә икәнен мин үҙем дә татып беләм. Уҙған йыл партала йәнәшә ултырған ҡыҙ менән (исемен әйтмәйем) ярты ҡышҡа тиклем янып-көйөп көн һайын хат алыштыҡ, һәр кис һайын тегегә оҙон-оҙон хаттар яҙам. Йырҙар ҙа ҡушып ебәрәм:

Бер ҡуҙғалһа, машиналар.

Бара ла бара икән.

Ғишыҡ уты бер ҡабынһа,

Яна ла яна икән.

Беҙҙекеләр ҡыуанып бөтә алмай: «Оҙаҡ уҡымай йөрөгәс, һабаҡты ҡалай танһыҡлаған Кендек.

170

Иллә тырыш бала булып сыҡты. Баш та күтәрмәй дәрес ҡарай», — тиҙәр. Оло инәйем, бүтәндәрҙән тамаҡ айырып, ара-тирә мине тәмле нәмәләр менән һыйлап ҡуя. «һабаҡ уҡыған кешегә тәм-том кәрәк ул. Зиһенең артыр. Башың тағы ла нығыраҡ эшләр», — тип битемдән һөйә.

Әммә тиҙ үк ҡара көн килеп етте.

Бер иртәлә (хаттарҙы беҙ иртә менән дәрес башланғансы алмашабыҙ), бер ҡәһәрле иртәлә, теге ҡыҙыҡай миңә хат урынына ҡағыҙға төргән ҡара күмер валсығы бирҙе. Ғишҡыбыҙ янып, көл-күмергә әйләнде тигән һүҙ ине был. Тимәк, бөтәһе лә бөттө! Ул башҡаса миңә әйләнеп тә ҡарамаҫ булды. Ниндәй г.енә ғәйептәремде тапты, ниндәй генә еремде оҡшатманы икән? Уф! Ғишыҡ тотоуҙары ҡыйын ине, ғишыҡһыҙ тороп ҡалыуҙары бигерәк тә әрнеүле, бигерәк тә ғазаплы икән. Үҙ башына төшмәгәндәр белмәйҙәр быны.

Кис ҡайтҡас, Оло инәйемдең йылы усына башымды һалып, шым ғына илап ебәрҙем.



— Ниңә илайһың, синнай?—тине ул. Мин яуап ҡайтарманым. Ярай әле башымды ҡуйып иларға уның йомшаҡ ҡулдары бар. Яңағымдан бер һыйпаны ла бөтә ғазаптарымды алып ташланы. Бынан күп замандар һуңыраҡ та һағыштарҙан бушамаҫ тынғыһыҙ был башым һыйыныр төйәккә күп тапҡырҙар мохтаж ҡаласаҡ, тик инде ул саҡ Оло инәйем, шул тылсымлы ҡулдары менән был донъяның ишеген үҙ артынан ябып, мәңгегә киткән буласаҡ...

Мәрәһим менән Аҡйондоҙҙоң хәлен аңлайым мин. Тик анау имеш-мимеш һис кенә лә дөрөҫкә оҡшамай. Әсәйемдәр һөйләшкән теге кистән һуң аҙна уҙҙы, ай уҙҙы, ә ғашиҡтәр хаҡында урамда ләм-мим һүҙ юҡ. Беҙҙең Юғары ос халҡы, ғәйеп табып, кеше сәйнәргә, мыҫҡыл итеп көлөргә үтә һәүәҫ — һылтауы ғына табылһын. «Фәләндең бисәһе фәләндең иренә күҙ ҡыҫҡан икән, фәлән ҡоҙа фәлән ҡоҙасаһын әүрәтә яҙған икән, фәлән ағай фәлән тол бисәнең тәҙрәһен сирткән икән...» кеүек юҡ-бар хәбәрҙе катындар һөт айыртҡан ерҙә, ирҙәр ҡарауыл өйөнә йыйылғанда, ҡыҙ-ҡырҡын һыуға барғанда ауыҙ тултЫрып һөйләй. Әсғәт кеүек йор һүҙлеләр әскелтем-сөскөлтөм төртмә йыр ҙа сығара. Анау бешмә-


гән ҡоҙа тураһында киске уйында бер егет, бейергә төшкәс, былай тип таҡмаҡланы:

Ҡоҙасаның бармағы,

Бармағында балдағы.

Тал төбөнә килом, тине,

Килмәҫ булды, алданы.

Ҡоҙасаның шәле Ергә тейер әле,

Яҙған булһа, иншалла.

Бер үбермен әле.

Олораҡ яҙыҡ ҡылған йәки яман шик аҫтында ҡалған ҡыҙ-ҡырҡын, бисә-сәсә йәшәгән йорттоң ҡапҡаһына тән эсендә дегет буяп, аттарының ҡойроҡ-ялын тунап сығыу ғәҙәте лә булған әүәлерәк. Хәҙер уныһы һиҙелмәй. Мәгәр бер тапҡыр, күҙҙән төшөп, телгә эләккән әҙәм тиҙ генә ысҡына алмай: тирмәндә тарттырып, иләктән иләйҙәр уны.

Аҡйондоҙ менән Мәрәһимгә ел-ямғыр ҡағылмай. Тимәк, Кесе инәйемә кемдер төптө буш хәбәр һөйләгән, һөйләгән дә шымған. Ярай, хәйерлеһе шул- дыр. Онотайыҡ инде был хаҡта...

Ләкин улар үҙҙәре онотторманы. «Әҙәм ышанмаҫ һүҙҙе дөрөҫ булһа ла һөйләмә», — тиҙәр. Эйе, үҙең күреп, үҙең ишеткәнгә лә ҡайһы саҡ ышанып бөтмәйһең. Раҫмы икән, тип икеләнәһең. Мин дә тәүҙә күҙем күреп, ҡолағым ишеткәндәрҙең хаҡлығына шикләнеп, юғалып ҡалдым. Был шаһитлегемә сәбәпсе беҙҙең гел әллә ҡайҙа юғалып йөрөй торған ҡышлау үгеҙебеҙ булды. Кис ул тағы көтөүҙән ҡайтманы. Шуны эҙләп беҙ, өйҙәге ир-ат, көтөү йөрөгән туғайҙың төрлөбөҙ төрлө яғына таралыштыҡ. Минең әлһерәп йөрөүем бушҡа ғына булды. Үгеҙ табылманы. Әллә ҡасан эңер төшөп, төн тамам ҡуйырып бөткәндә, мин, арып-талып, Ҡыҙҙар тауына килеп мендем. Көндөҙ Мортаза ағайымдың кеҫәһенән сәлдергән бер семтем тәмәкене төрөп тартмаҡсы булып, тау битләүендәге яңғыҙ имән төбөнә ултырҙым. Ҡағыҙын табып, тәмәкеһен ураным, ә шырпыһын таба алманым. Күрәһең, ҡайҙалыр төшөрөп ҡалдырғанмын. Ризыҡҡа яҙманы был харамдан килгән мал!

Инде ҡуҙғалып киттем тигәндә, күҙемә ғәләмәт ҙур сәйер нәмә салынды. Әҙәм тиһәң, әҙәм түгел,


\

януар тиһәң, януар түгел. Үҙе шөкәтһеҙ. Ул тау аҫтынан аҡрын ғына өҫкә, миңә табан, үрмәләй. Минең йәнем бармаҡ осома килеп етте. Бына-бына атылып сығып китәсәк ул. Мин һаҡ ҡына имән артына һыйынып боҫам. Йөрәгем дөп-дөп тибеүҙән имән һелкенә. Теге ғифритте инде асығыраҡ шәйләйем. Уның аяҡтары ла, башы ла икешәр, ҡулдары әллә дүрт, әллә алты. һанап бөтөрөрлөк түгел. Ағас башына үрмәләһәм инде? Улай ҙа ҡотолоп булмаҫ шул. Ни күрһәм дә ошонда күрермен, ҡымшанырға ярамай. Ҡышлау үгеҙҙе эҙләйем тип, әжәлемде эҙләп йөрөгәнмен икән. Тегеһе табылманы, быныһы үҙе мине килеп тапты. Иртән тороуға беҙҙең бөтә өй әсебеҙ, мине йәлләп, ҡанлы йәштәр түгәсәк. Бәлки,.мине һанға һанамаҫ булған теге ҡыҙыҡай ҙа үкенер әле..Сытырҙатып күҙҙәремде йомдом, йомолған күҙ алдымдан беҙҙең таш зыярат ҡапҡаһы, мәсет айы, яңы ғына ҡаҙылған ҡәбер сағылып үтте. Мин уларҙы, гүйә, табутта ятҡан килеш күреп барам...

— Яратаһыңмы? — тине ғифриттең бер башы ирҙәр тауышы менән.

— Яратам... Яратам... — тип үтә яғымлы раҫланы ҡатын тауышлы баш.

— Бик, бикме? — тип ныҡышты тегеһе.

— Бик-бик-бик булмаһа, ошо бер семтем бәхет өсөн анау саҡлы ғазап йөктәре йөкмәп йөрөр инемме ни? Барыбер үкенмәйем, һинең ҡосағындағы мыҫҡал ғына бәхетемде алтын тауҙарға алыштыраса- гым юҡ. — Шул саҡ сут итеп ҡош һайрап ҡуйҙы, һаташҡан ҡош булды, ахырыһы.

— Ошо көйө һине анау аҡ йондоҙға алып менә- йемме? — тине ир тауышы, — һинең йондоҙоңа...

Күк йөҙөндә байтаҡ бейектә был саҡ, ысынлап та, аҡ йондоҙ балҡып яна ине. Ул, талпына-талпы- на, ергә табан ынтылып ҡуя. Бына-бына күктән ысҡынып китер ҙә Ҡыҙҙар тауына килеп ҡуныр төҫлө. Мин инде тыныслана төштөм. Ғифрит тигәнем миңә зыян килтермәйәсәк. Уның ҡайғыһы миндә түгел.

— һинең менән ерҙә лә бик рәхәт миңә. Ул йондоҙҙа нимә ҡалған беҙгә. Мин үҙ исемемде былай ҙа яратмайым, һийе генә яратам — исемеңде

173

лә, үҙеңде лә... — Баяғы һаташҡан ҡош йоҡо аралаш сут-сут итеп был юлы, һуҙа биреп, ике тапҡыр һайрап алды.

— Күңелем ғүмер буйы һине эҙләне, һине зарығып көттө...

— Эҙләгән — тапҡан, ташҡа ҡаҙау ҡаҡҡан, — тип һамаҡланы ҡатын. — Сабыр итеп көткән-— һөйгән йәрен үпкән... — Баяғы ҡош тағы сут итеп алды.

— һин һис кенә лә бойоҡмайһың, Аҡйондоҙ, ә мин гел һағыштамын, — тип зарланды ир.

— Әйттемсе, икәүебеҙ бергә саҡта, был донъяла минең өсөн һағыш та, хәсрәт тә, хәүеф тә юҡ. Уларҙың урыны башҡа ерҙә.

Ике ҡулын алға һоноп, бәһлеүән Мәрәһим, Аҡйондоҙҙо, бәпес тотҡан шикелле күтәреп, минең эргәмдән генә уҙып китте. Тау башына менеп китте. Мине күрмәнеләр. Ғашиҡтәрҙең күҙе ерҙәге бөжәктә түгел, һауалағы бөркөттә икәнен мин шул төн тәүтапҡыр аңланым, һөйөшкән кешеләрҙең ни өсөн бейеккә, тау түбәләренә ынтылыуын шул төн мин беренсе тапҡыр һиҙендем, ә ни өсөн икәнен бына һүҙ менән әйтеп аңлатып булмай.

Күргәнемдән, әлбиттә, башта ҡаушап төштөм, унан шаҡ ҡаттым, ә тегеләрҙең аяҡ тауышы алы- үая биргәс, тирә-яғым, нисектер, бушап, моңһоуланып китте, донъя йәме кәмегәндәй булып ҡалды. Хатта күңелемде үҙҙәренә ылыҡтырып китте улар. Матур тауыштары, һөйләгән һүҙҙәре оҡшаны миңә. Тик Мәрәһимдең Аҡйондоҙҙо бәпес урынына күтәреп йөрөтөүе генә оҡшаманы. Нығытып оҡшаманы. Тапҡан һәнәр! Атлап ҡына йөрөргә аяғы юҡтыр шул тегеһенең дә?!

...Йәнә ҡырҡ өс йылдан һуң, Чехия тауҙарында ҡояш батып килгәндә, шундай уҡ күренешкә тап булдым. Мәрәһим һынлы бер йәш егет, һөйгәнен ике ҡул осонда тотоп, юлһыҙ-ниһеҙ текә үргә югереп менеп китте. Үҙе көлә. Миңә оҡшаны был, бик оҡшаны. «Афарин, егет, афарин!» — тип ҡалдым әсемдән. Был саҡ беҙ Рауза менән етәкләшеп, бормалы һөҙәк һуҡмаҡтан һаҡ ҡына түбән төшөп килә инек. «Афарин, егет!» — тип ҡабатланым мин, боролоп ҡарап. Үкенескә ҡаршы, берәүҙе лә шулай күтәреп

174

тауға менә- алманым мин. Хәҙер бик менерҙәй булам да — хәлдән килмәҫ. Хәлдән килһә, былай килешмәҫ, әҙәм көлөр. Менер тауыңа үҙ ваҡытында менеп ҡалырға кәрәк икән... Ҡырҡ өс йылға артҡа әйләнеп ҡарайым да йәнә ҡабатлайым: «Афарин, Мәрәһим, афарин!» — тим...

Мәрәһим менән Аҡйондоҙ үтеп киткәс, төндөң ҡараңғы шомо таралғандай булды. Улаф йөрөгән ерҙә шик-шөбһәнең, ҡурҡыныстың булыуы мөмкин түгел кеүек ине. Мин, тамам һушыма килеп, ҡайтыр яҡҡа ыңғайланым. Бер аҙ барғас, ни эшләптер, фуражкамды һалдым. Нимәлер шылтырап- ергә төштө. Шырпы ҡабы ине был. Күрәһең, мин уны ғәҙәтемсә башымдағы фуражка эсенә йәшергәнмен дә онотҡанмын.

...Әле уйлайым: әгәр шул шырпы ҡабы мин эҙләгәндә табылған булһа, һаҡһыҙ һыҙылған бер шырпы ике кешенең ниндәй дәү шатлығын өркөтөр, ниндәй ҙур серҙе фашлап, хур итер ине.

Ҡалай итеп кенә әсемә һыйҙырайым был серемде? Бер көн сыҙаным, ике көн сыҙаным. Өсөнсө көн сыҙар әмәл ҡалманы. Мәсет манараһына мен дә аҙан урынына ҡысҡыр хыт.

Аулаҡ мәлде тура килтереп, Оло инәйемде аласыҡҡа саҡырып сығарҙым.

— Нимә, ҡаймаҡ ашағың килдеме ни, синнай? — тине ул.

— Юҡ, Оло инәйем. Минең һиңә әйтә торған серем бар.

— Улай ҡаймаҡтан да баш тартырлыҡ булғас, хәтәр серҙер, күрәһең.

— Хәтәр шул, Оло инәйем. Аҡйондоҙ менән Мәрәһим хаҡындағы теге һүҙ дөрөҫ булып сыҡты бит.

— Ниндәй һүҙ, кем һүҙе?

— Ниңә, анау кисте Кесе инәйем... — Минең телем, тешемә тейеп, абынып ҡалды. Шымсылығым саҡ-саҡ ҡына асылманы. — Кеше һүҙе инде, халыҡ һүҙе... — тип мығырҙаным.

— Ҡуй, бушты һөйләмә.

— Буш түгел шул! Анау төн үгеҙ эҙләп ғәйеп

булғанымда, уларҙың икеһен бергә Ҡыҙҙар тауында күрҙем. *1


— Тфү, тфү, балам, күҙеңә күренгәндер. Ҡара төндә бәндә күҙенә әллә нәмәләр аймылышып күренә ул. Төн бик ҡараңғы ине шул.

—Мин уларҙың һүҙҙәрен дә ишеттем, Оло инәйем. Валлаһи! Икмәктер, ҡояштыр! Мин алдаҡсымы ни?

—Алдаҡсы түгел. Хата күргәнһең, яҙа күргәнһең. Хаталаныу ул алдашыуға инмәй.

— Күрҙем дә, ишеттем дә.

—Әҙәмдең ҡайһы саҡ шулай күҙе тейешһеҙҙе күрер, ҡолағы тейешһеҙҙе ишетер була. Ҡуй, балам, юҡ менән башыңды бутама.

Мин бөтәһен дә теҙеп һөйләп бирмәксе инем дә, Оло инәйем ышанырҙан булмағас, һөйләмәнем.

— Әҙәм ышанмаҫ һүҙҙе һөйләмә бынан һуң, — тине ул ахырҙа. — Ғәйбәтсе яманаты күтәреп мәсхәрәгә ҡалырһың.

Мәсхәрәгә ҡалыуҙан беҙ бөтә өй әсебеҙ менән ҡурҡабыҙ. «Менгән атың йығылып үлһә үлһен, әйткән һүҙең нахаҡҡа сығып үлмәһен», — ти атайым. Ысынлап та, әллә бөтәһе лә күҙемә генә күрендеме икән? Оло инәйем, шулай ғына булғандыр, ти бит. Ә ҡолағыма өҙлөкһөҙ сыңлап торған «Яратаһыңмы?», «Яратам»... тигән ауаздарҙы нисек баҫырға һуң миңә. Минең ҡолағымда тынһа ла, ул ауаздар Ҡыҙҙар тауында барыбер ҡаласаҡ бит.

...Оло инәйемдең сәйер ҡылығын — минең дөрөҫ хәбәремде ныҡышып-ныҡышып нахаҡҡа сығарырға тырышыуын мин бары әле килеп төшөндөм. Боронғо гректәрҙә ғашиҡтәрҙе яҡлаусы, уларҙы хәүеф-хәтәрҙән ҡурсалаусы Афродита исемле илаһиә булған. Минең Оло инәйем, әлбиттә, ул илаһиә тураһында ишетмәгән дә, белмәгән дә... Әммә үҙе лә һиҙмәҫтән, ул Аҡйондоҙ менән Мәрәһимдең мөхәббәтен һаҡлаусы шул алла вазифаһын үтәгән. О, Сесә урамының мәрхәмәтле Афродитаһы!

* *

*

Теге ҡышлау үгеҙе табылды. Шул шатлыҡтан беҙ быйыл арыш урағына өмә яһарға ниәтләнек. Мейес башында ике мискә балыбыҙ үкереп әсеп


ултыра, һуғымға әлеге ҡот бирмәҫ берәҙәк үгеҙҙе тәғәйенләнек. Төшкөлөктө ашатыр өсөн оло-оло өс тәпән баллы ҡатыҡ бешмәксе булдыҡ. Күп итеп икмәк бешерҙек, йыуаса һалдыҡ.

Ураҡ өмәһе — үҙе бер байрам ул. Көн буйы янып- бешеп эшләйҙәр ҙә кисен ҡура тултырып табынға йыйылалар. Ит һоғоналар, һурпа һемерәләр. Олораҡ ир-ат, саяраҡ бисә-сәсә, шау-шыу кйлеп, бал эсә. Егет-елән менән ҡыҙ-ҡырҡын табыны былай ҙа, бал эсмәй ҙә, ҡыҙмаса була. Сулаҡ Кәшфулла кеүек берәй йырлаусы моғңло итеп һуҙып та ебәрә.

Өмәләрҙә эскән әсе балдың Шифалары етте тамырға Өмәләрҙә күҙем төшкән йәрҙе Форсат килде туйлап алырға.

Был йырҙың хикмәте бар уның. Өмәлә уңғанлығы менән данға сыҡҡан ҡыҙҙың баҙары тиҙ үк күтәрелеп китә. Уның йортона уң балағын сығарып һалған яусы ҡарсыҡтар йышыраҡ һуғыла башлай.

Өмәгә һайлап ҡына, көндөҙ ҡулынан эш килер, кисен табын ҡәҙерен белер кешеләрҙе генә саҡыралар. Унда эләгеү мәртәбәгә һанала. Дөрөҫ, ҡайһы бер әрһеҙерәк әҙәмдәр саҡырғанды ла көтөп тормай.

Дүрт-биш көн алдан уҡ беҙ киске сәй ваҡытында кемде-кемде саҡырасағыбыҙҙы самалап, барлап сыҡтыҡ. Мин хисапсы эшен башҡарҙым.

— Мәрәһимгә әйтәһегеҙҙер бит? — тине Оло инәйем.

— Бисәһе сирле икән,—тине Сәлих ағайым, ашыға-бошоға.

: — Үҙе килер.

Мин ҡәләм менән һыҙа барған ҡағыҙға тағы бер таяҡ өҫтәлде.

— Күрше-күләндең һәммәһенә лә ҡағылдығыҙмы?— тип белеште был юлы атайым.

— Ғәлләмдәргә генә һуғылманыҡ. Йомоҡ Хәмзә барыбер өңөнән сыҡмаҫ, тинек, — тип яуапланы өлкән ағайым.

- Килмәһә, саҡырыуыбыҙ ҡалһын. Күрше хаҡы бар. Хәтер ҡалыштай булмаһын...


Мин тағы ике таяҡ өҫтәп ҡуйҙым. Ошоноң менән вәссәләм.

Ҡояш сығыуға, беҙҙең ҡапҡа төбөндә мәхшәр ҡайнай ине. Яурындарына ураҡтарын һалып, бөтәһе лә килгәндәр. Мәрәһим дә, Хәмзә менән Аҡйондоҙ ҙа бар, хатта бер-ике «туң аяҡ» та күренә. Ҡыш көнө ҡунаҡ-төшөм осоронда саҡырылмай ғына өй- ҙән-өйгә йөрөп, аяҡтары боҙланып ҡатҡан әрһеҙ бәндәне «туң аяҡ» тип атайҙар. Йәй көнө ундайҙарҙың аяғы туң булмаһа ла, ҡәҙерҙәре барыбер шул уҡ була.

Яҡыныраҡ ҡәрҙәш-ырыу, алдан әйтеп ҡуйылғанса, атын егеп килгән. Быйыл арыш баҫыуы алыҫ. Йәйәүләп оҙаҡ барырға кәрәк буласаҡ. Унан да былай, өмә урағына йәйәү йөрөү үҙе килешә торған эш түгел. Йәме китә.

Минең күҙем, билдәле, теге икәүҙә. Улар бер- береһенән ҡасмай ҙа, һарылып та бармай. Аҡйондоҙ ҡыҙ-ҡырҡын араһында. Улар шырҡ-шырҡ көлөшәләр. Ҡултыҡ аҫтына ҡыңғыраулы гармунын ҡыҫ- J тырған Мәрәһим, Мортаза ағайым менән һөйләшкән булып, ике генә аҙым арыраҡ баҫып тора. Әйтерһең, улар Ҡыҙҙар тауына ла менмәгән, сут-сут үбешмәгән дә... Былар бөтөнләй икенсе кешеләр. Теге төндө мин, тимәк, бүтән ир менән бүтән ҡатынды күргәнмен булып сыға. Хәтер ҡалып китте хатта. Әммә уларға һынай биреп ҡараусы бер мин генә түгел икән. Әле теге яҡта, әле был яҡта шул икәүҙең йә быныһына, йә тегеһенә юнәлгән күҙ ҡарашы йылт- йылт итеп ҡала.

Күк алашаны егеп, ҡапҡанан атайым сыҡты.

— Йә, өмәселәр, хәйерле сәғәттә! Ҡуҙғалайыҡ,— тине. — Ултырышығыҙ арбаларға. Ҡыҙҙарҙың иң уңғандарын, иң сибәрҙәрен үҙ эргәмә алам.


Дата добавления: 2015-11-04; просмотров: 44 | Нарушение авторских прав







mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.018 сек.)







<== предыдущая лекция | следующая лекция ==>