Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

К 97 Оҙон-оҙаҡ бала саҡ. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1981,—296 бит. 26 страница



— Атыңды хәҙергә бәйләп ҡуй, батыр, хан ҡыҙының көйө тағы китеп тора, — ул юрғанын асмай гына койкаһына ятты. — Ошо температура теңкәгә теймәһә... һеҙ ултырып тороғоҙ.

Ул бүтәнсә зарланманы ла, һуҡранманы ла.

Беҙҙең сир менән сирләүселәрҙән мин зар һүҙҙәрен, ғөмүмән, бик аҙ ишеттем. Ауыртыныу-һыҙланыу булмағас, күрәһең, ихтыяр бирешмәй, өмөт тиҙ үк ҡаҡшап бармай. Оҙаҡ ваҡыттарға больница биналарына ябылғанлыҡтан беҙҙең үҙ мөхитебеҙ, үҙ тормошобоҙ, үҙ мәшәҡәттәребеҙ барлыҡҡа килә. Бара торғас, беҙгә больница ҡапҡаһынан тыштағы тормош түгел, үҙебеҙҙең яҡтағыһы ысын булып күренә башлай. Тегендәге ығы-зығы юрамалға әйләнә. Сөнки ундағылар әле үҙ ғүмерҙәренең хәүефһеҙ ерендә ғәмһеҙ аҙашып йөрөйҙәр, кисә боҙғандарын бөгөн төҙәтә алалар, бөгөн ҡылған яҙыҡтары өсөн иртәгә яза кисерәләр, ә беҙ инде ғүмер яланының ситен, юлдың ахырын төҫмөрләйбеҙ. Беҙҙе ваҡ- төйәк менән алдатып ҡына йыуата алмаҫһың. Шулай ҙа беҙ ышанабыҙ — һуңғы тамсының әле таммай тороуына, һуңғы япраҡтың әле өҙөлмәй ҡалыуына ышанабыҙ. Үлемгә дусар ителгән әҙәм, үҙ ҡеүәтен юғалта барған һайын, инерция көсөнә нығыраҡ буйһона.

...1942 йылдың яҙында беҙҙең бригада иртәгә һөжүмгә күсә тигәндә, фажиғәле, яман шундай хәл булды: ревтрибунал хөкөмө буйынса бөтә ғәскәр алдында бер дезертирҙе язаланылар. Башта уға урман аҡланында тар ғына йылға янында ҡәбер ҡаҙҙылар. Приговор иғлан ителгәс, енәйәтсене ошо ҡәбер янына баҫтырып аттылар. Ул туп-тура үҙ гүренә ҡолап төштө. Был ғәҙел һәм шәфҡәтһеҙ ваҡиғала мине иң тетрәткән нәмә — язалаусы залп яңғырағанға тиклеме булды. Яланаяҡ дезертирҙе йылғасыҡтың арғы яғынан алып килделәр. Конвойҙағы һалдаттар, итектәре менән һыуҙың күҙенә баҫып, сәпелдәтеп атлап сыҡтылар. Ә тотҡон аяғын сылатмаҫ өсөн йылғасыҡты аша һикерҙе. Ҡоро аяҡтары менән ул ни бары ун биш-егерме аҙым ғына атланы. Үҙ ҡәберенә еткәнсе генә...



Бына шулай: һуңғы аҙымына тиклем әҙәм аяғын сылатыуҙан ҡурҡа.

— Магнолия сәскә атһа, бәлки, юнәлеп тә китер инем. Магнолия сәскәһен ифрат яратам мин... Уны еҫкәп иҫергәнем дә бар, бәләкәй сағымда... — Ул бер талай күҙҙәрен йомоп торҙо. — Атайым мине ул саҡ Гурзуфтағы апайыма ҡунаҡҡа алып килгәйне.


Людмила йонсоно. Уны башҡаса ялҡытмайым тип, китергә булдым.

— Иртәгә тағы килермен... — тинем, урынымдан тороп.

- Бая тәҙрәгә менгәндә харап шәпле булыр кеүек инем дә, ҡапыл рәт китте. Кисерегеҙ инде.

— Мин һеҙҙе барыбер урламай ҡуймам, һаҡ булығыҙ.

— Мин әҙер торормон. Икенсе юлы ошо тәҙрә төбөнән эйәрегеҙгә үҙем генә һикереп төшөрмөн. Бында инеп йөрөһәгеҙ, мәшәҡәт тағы оҙаҡҡа һуҙылыр.

Ул хушлашырға ҡулын бирҙе. Усыма ҡыҫҡас та, әлеге бармаҡтар миңә ниндәйҙер шомло нәмә әйтте. Тойҙом, ләкин аңлап еткермәнем.

Мин иртәгеһен дә, аҙна буйына ла Людмила эргәһенә бара алманым. Үпкәмдән бик күп ҡан китеп, түшәккә йығылдым.

Инде мине сығармайҙар. Бер аҙ һушыма килгәс, эргәмдә ятҡан лейтенанттан магнолия япрағын өҙҙөрөп, Людмилаға сәләм хаты яҙып ебәрҙем. Япраҡҡа яҙылған хат бик йәтеш килеп сыҡты. «Хөрмәтле синьора! — тип башланым хатты.— һеҙгә тәғәйенләнгән һүҙҙәрҙе мин, йәнһеҙ аҡ ҡағыҙға төшөрөп, кәмһетә алмайым. Уларҙы һеҙ яратҡан ағастың йәшел япрағына уйып яҙырға булдым. Был япраҡ һеҙҙең йөрәгегеҙгә әйләнһә ине лә, минең һүҙҙәрем шунда теркәлһә ине тип уйларға баҙмайым. Сөнки Һеҙҙең йөрәгегеҙҙе осло тимер менән сыйырға барыбер минең ҡулым бармаҫ ине. Һынан да бигерәк, ул йөрәккә инде бүтән ҡулдар бүтән һүҙҙәрҙе яҙып өлгөргәндер. Хөрмәтленән хөрмәтле синьора!! Һеҙҙең илаһи һынығыҙ алдында үҙем килеп теҙ сүгеү бәхетенә ирешә алмауыма ифрат дәрәжәлә үкенәм. Ғәҙеллек һәм матурлыҡ өсөн көрәш юлында көтөлмәгән ваҡ-төйәк бәләләргә әсрарға тура килде. Фон Тубер-кулез тигән королдең әллә нисә миллион һөңгө күтәргән ғәскәре бер үҙемә ҡаршы яу асты. Ошо яу менән алышҡанда, ике яҡтан да байтаҡ ҡан ҡойолдо. Хәҙерге мәлдә алда торған ҡаты алыштар өсөн яңы көс туплап чтам. Әммә, ғәзиз синьора, һеҙҙең кескәй генә йомошоғоҙҙо ла оло итепЪбашҡарыу бәхетенә ире-


шергә минут һайын әҙермен. Ишара ғына яһағыҙ. Ишетәһегеҙме, минең арғымағым, һауа ярып, ҡалай кешнәй. Ишетәһегеҙме, синьора?!

Бойоҡ йөҙлө капитан...»

Төштән һуң уҡ ышаныслы ҡулдар аша яуап килеп төштө.

«Батырҙарҙан батыр, намыҫ ҡоло бойоҡ Капитан! Һеҙҙең ҡуш ҡанатлы арғымағығыҙҙың ғаләм ярып кешнәүен ете төн урталарында ишетәме н. Минең йөрәк япрағыма сыйып яҙған сәләм хатығыҙҙы алып уҡыным. Борсолмағыҙ, Капитан, һеҙ сыйғанда минең йөрәгем саҡ ҡына ла сәнсешмәне, киреһенсә, рәхәтләнеп торҙо.

Мин һаман да шул бейек-бейек һарайҙың бейек- бейек манараһында бикле көйө ултырам. Бына минең батырым килер ҙә ун ҡоласлы осло һөңгөһө менән тимер ишектәрҙе төртөп тишер. Шул саҡ мин ап-аҡ күбәләккә әйләнермен дә һауаға осоп сығырмын, оҙон көн буйына ғәмһеҙ уйнап йөрөрмөн. Көнө көн генә түгел, бөтөн бер ғүмер, имеш... Минең ғүмерем, шулай итеп, һеҙҙең ҡулда булып сыға, эскерһеҙ, сая Капитан. Һеҙгә кескәй генә үтенесем шул; ғүмер бирегеҙ миңә. Берҙе генә, бәләкәсте генә... Оло итеп башҡарығыҙ ошо кескәй генә йомошомдо. Әгәр Һеҙ шундай ғәйрәтле, шундай киң күңелле булмаһағыҙ, мин Һеҙҙе бындай ваҡ-төйәк менән бимазаламаҫ та инем. Ваҡыты еткәс, мин һеҙгә манаранан яулыҡ болғармын. Аҡ яулыҡ. Күҙәтеп тороғоҙ.

һеҙгә мәғлүм Людсения».

Ниндәй хәтәр шаярыу! Был ҡатын әллә бөтә өмөттәрен өҙөп, бөтә ҡурҡыуҙарын ҡурҡып бөткән, әллә, киреһенсә, уға әжәл шауҡымы хәҙергә ҡағылып өлгөрмәгән. Уның хаты мине хәүефкә һалды. Минең шаярыуым, ахыры, урынһыҙ булып сыҡты. Кешене ул, ана, ниндәй уйҙарға төшөргән.

Әлеге магнолия япрағына икенсе көндө мин ошондай уҡ моңһоу-шаян хат яҙҙым, һарайҙың тимер ишектәрен тишер өсөн хәҙерге мәлдә һөңгө осон ҡайрап ултырыуымды әйттем. Уның аҡ яулыҡ


түгел, аҡлы-ҡыҙыллы яулыҡ болғауын үтендем. Ҡыҙыл төҫ минең дәртемде арттырыуын аңлаттым. Көн аша яуабы килде.

«Бойоҡ йөҙлө шаян Капитан! Һеҙҙең пар ҡанатлы арғымағығыҙҙың кешнэүе көн һайын сағыуыраҡ ишетелә, — тип әүәлгесә шаярып башлаған яуабын. — Ул кеишәп ебәргәндә, мин бикләнгән һарайҙың диуарҙары ҡалтырап ишелергә тотона. Бына кем ул тауышы менән таш яра! Былай булғас, тиҙҙән иреккә сығырмын тип өмөт итәм... Мине барабан ҡағып ҡаршы алһалар ине. Мин барабан ҡаҡҡанды яратам...»

Ошо арала Беренсе май байрамы килеп етте. Палаталағы минең күршеләрем байрам күрергә ҡалаға китте. Улар нығынып киләләр инде. Аяҡ өҫтөндәләр. Асыҡ тәҙрәнән, бөркөлөп, хуш еҫ керә. Магнолия сәскә ата башланы, тинеләр, әле кисә үк. Тороп тәҙрә эргәһенә барыр инем, хәл юҡ, башым әйләнә. Ятын торғанда былай арыу ғынамын да бит...

Юҡ, шулай ҙа ниәт итеп ҡарарға кәрәк. Пижама салбары өҫтөнән аҡ күлдәк кейҙем, сәсемде тараным, тумбочка өҫтөндәге ярты стакан емеш һыуын эсеп ҡуйҙым. Инде тәҙрә янына барып етерлек кенә дәрт тә, дарман да бар кеүек. Тороп бер-ике аҙым атлауым булды, һаҡ ҡына ишек ҡаҡтылар. Мин тауыш бирҙем. Ишек асылды. Бер бөртөк ҡыҙыл ләлә-тотҡан ҡул күренде тәүҙә, унан Людмила инде.

— Байрам ҡотло булһын, Капитан. Бына һеҙгә ҡыҙыл төҫ килтерҙем. Дәртегеҙ артһын.

Мин сайҡалып ҡуйҙым бугай. Ул килеп минең билемдән тотто. Карауатҡа табан алып китмәксе итте.

— Юҡ, былай ғына, һеҙҙе күргәс кенә ҡаушап ҡалдым мин, — тип аңлаттым хәлемде. — Әйҙә, тәҙрә эргәһенә барабыҙ.

Беҙ тәҙрә төбөнә килеп таяндыҡ.

— Ошо хәлендә шаян хаттар яҙа бит әле, — тип миңә байтаҡ ҡарап торҙо. Шул саҡ мин теге төпһөҙ ике ҡараңғы күлгә бер юлы баттым да ҡуйҙым.

— Мин бирешеп бармайым да ул... — тип мы- ғырҙаным бары.

Ғәйрәт һәм өмөт алып, теге күлдәрҙән тиҙ үк ҡалҡып та сыҡтым. Шундай матур, йәш донъя күрәм. Ап-аҡ сәскәле магнолия ботаҡтары араһынан зәп-зәңгәр диңгеҙ күренә. Ҡайҙалыр түбәндә йыр ағыла. Бында тынлыҡ. Ни бары бер ҡош ҡына сырҡылдай. Беҙ әлегә үҙебеҙ йәшәмәгән донъяға ситтән ҡарап торабыҙ. Шулай ҙа һәйбәт.

— Минең һеҙгә бер төрлө лә байрам бүләгем юҡ бит әле,— тип бошондом мин. — Кисә егеттәр миңә лә бер шешә вино алып ҡайтҡайнылар. Әйҙәгеҙ шуны әсәбеҙ. Байрам беҙҙең өлөшкә лә тейә- лерсе.

— Әйҙәгеҙ! — Людмила йәйләнеп үк китте. Аҡыллы ҡулдары менән хатта сәпәкәй итеп ҡуйҙы.

— Шуға өҫтәп, мин һеҙгә бер шиғыр ҙа уҡырмын...

— Улайһа беҙҙең табын батшалар мәжлесенә бәрәбәр буласаҡ!

Мин сос ҡына шешәне астым, һалдат таҫыллығы онотолмаған икән әле. Людмила башта бер стаканға һыу һалды ла, минең ҡулдағы ҡыҙыл ләләне алып, шуға ултыртты; унан, тағы ике стакан табып, тумбочкаға сәскә эргәһенә ҡуйҙы. Ултырыштыҡ. Мин вино ҡойҙом.

— Йә, нимә өсөн әсәбеҙ? — тинем мин.

— Байрам өсөн. Байрам мәңгелек нәмә ул.

— Мәңгелек нәмә былай ҙа йәшәр...

— Ә мәңгелек булмағаны барыбер мәңге йәшәмәй. Байрам өсөн! — Ул йылт иттереп стаканды алды. Беҙ сәкәштерҙек.

— Байрам өсөн! — тип ҡабатланым мин. Икебеҙ ҙә эсеп бөтөрҙөк.

Людмиланың йөҙөнә алһыулыҡ югерҙе. Төпһөҙ моңһоу күҙҙәренең төбөндә йәнле нурҙар сағылып ҡалды. Минең бөтә тәнемде талдырып рәхәтлек югерҙе. Күккә ашһам да, ергә һеңһәм дә — барыбер миңә хәҙер.

— Инде шиғыр уҡығыҙ.

— Юҡ әле, градусы етмәгән, — тип кәпәрендем мин. Шунда уҡ шешәгә үрелдем. Людмиланың аҡыллы ҡулы һаҡ ҡына минең югәнһеҙ ҡулымды тотоп алды.

— Етер, Капитан, — тип ялбарҙы ул. — Кескәй

224

генә шатлығыбыҙҙы өркөтмәгеҙ. Юғиһә беҙҙе ташлап китер ул.

Эйе, был мәлдә минең әсем тулы шатлыҡ ине. Күптән онотолған хозурлыҡ, ҡайҙалыр аҙашып йөрөгән ҡыуаныстарым кире әйләнеп ҡайтты. Мин үҙем генә бәхетле түгел, теләһә кемде бәхетле итә алам хәҙер. Минең ҡөҙрәтемдең сиге юҡ. Мин баш сайҡағанда күктәр тирбәлеп китә. *"

— Улайһа, рәхим итеп, тыңлағыҙ, мәрхәмәтле синьора!..

— Юҡ, кәрәкмәй, бөгөн шаярмайыҡ, капитан. Бөгөн ысынлап та күңелле, ысынлап та рәхәт миңә.

Мин мөхәббәт шиғыры уҡыным. Кеше йөрәгендә шытып, донъяға йәм биргән сәскәләр, шул уҡ йөрәктә оя ҡороп, йыһанға моң сәскән ҡоштар тураһында әйтелгәйне унда. Сәскәне мөхәббәт аттыра, ҡошто мөхәббәт һайрата.

Башын эйеп, оҙаҡ ҡына тынып торғас, Людмила миңә күтәрелеп ҡараны:

— һеҙҙең эргәләге ҡатынға ышыҡтыр, йылылыр... Моғайын, ул бәхетлелер... Бәхетле булыр...

Мин ҡапыл айнып киттем. «Бәхет» һүҙе сәйер ҙә, шомло ла булып ишетелде. Ул һүҙҙең инде миңә лә, бынан алыҫта мине һағынып көткән кешемә лә ҡағылышы юҡ кеүек ине. Шул уҡ ваҡытта, йәшермәйем, «һеҙҙең эргәлә ышыҡтыр, йылылыр» тигәне мине иретеп ебәрҙе. Ундай һыйлы һүҙҙәр ир затына һирәк эләгә ул. (Тағы байтаҡ йылдар үткәс, эргәмдә атлап барған ҡатын шулай тип әйтәсәк: «Ә бит бынау ҡала тулы халыҡ минең ни тиклем бәхетле икәнде белмәй. Белһәләр, былай ашыҡмаҫтар ине, туҡтарҙар ҙа, һоҡланып, хайран ҡалып, миңә ҡарап торорҙар ине. Икәү урамдан уҙып ҡына барабыҙ, ә бәхетемдең сиге юҡ...» Бына ниндәй һүҙҙәр ишетәсәкмен мин! Эйе, бәхетле итмәйҙәр, бәхетле булалар ғына. Был хәҡиҡәт беҙгә үтә һуңлап килә.)

^ — Мине бигерәк ҙур үлсәү менән үлсәп ташланығыҙ,— тинем мин, уңайһыҙланып. — Уны бәхетле итеү хәлдән килерме һуң? Ғүмерлек эш бит был. Ә ғүмер тигәнең...

— Бәхет өсөн ғүмер түгел, миҙгел кәрәк... Ә һеҙ ғүмерле лә буласаҡһығыҙ, — тине ул, әллә

*

ҡасан билдәле нәмәне хәбәр иткәндәй, тыныс ҡына. — һеҙҙең керпектәрегеҙ ҡыҫҡа. Күҙегеҙҙә өмөтһөҙлөктөң әҫәре лә юҡ. Тәүҙә кешенең күҙҙәре донъянан ваз кисә, унан — үҙе. Ҡана, бирегеҙ әле ҡулығыҙҙы.

Людмила минең һул ҡулымды усына алды.

- О-һо! һеҙҙең ғүмер юлының осо ла, ҡырыйы ла юҡ,—тине.— Өс упҡын аша үтә, әммә өҙөлмәй. Ҡулығыҙ бәләкәс, ҡаҡса икән. Минең был иремдең ҡулдары ҙур, итләс. Ул бик көслө. Ә тегеһе, үҙ ирем, һеҙгә тартымыраҡ ине. Бөҙрә сәсе, маңлайы, ҡулдары, йылмайыуы... һуғыштың тәүге йылында.уҡ һәләк булды.— Минең ҡулымды нығытып ҡыҫып алды ул,— Ә һеҙ йәшәгеҙ! Йәшәгеҙ! Зинһар, йәшәй күрегеҙ!

Ҡапыл беҙҙең баш өҫтөндә аҡ шәүлә ҡалҡып сыҡты. Был — дыуамаллығы менән яманаты сыҡҡан, бөтә госпиталде айҡап-байҡап торған начмед Мария Аристраховна ине. Уны беҙ «Страховка» тип кенә йөрөтәбеҙ.

— Госпиталме был, шайтан алғыры, әллә ға- шиҡтәр баҡсаһымы? Ҡайҙа барма, парлы-парлы тауистәр, ҡойроҡтары елпеүестәй, — беҙҙең вино шешәһен күреп алгас, ул оторо шашып китте. - Вино? Былар бөтөнләй • шартына килтергәндәр. — Ул Людмилаға төбәп екеренде. — Марш бынан! Хәҙер үк сығып китегеҙ. Ире уны дауаланырға ебәргән, ә ул бында ҡыҙарып бүртенгәнсе вино эсеп ултыра. Былайға китһә, һеҙҙе дауалауҙан беҙ баш тартасаҡбыҙ. Ниңә һеҙ урынығыҙҙан тормайһығыҙ? Аяғүрә баҫырлыҡ та юнегеҙ ҡалманымы ни?

— Миңә екеренмәгеҙ. Минән баш тартһағыҙ, тартығыҙ, ләкин екеренмәгеҙ, — тине Людмила, урынынан тормай ғына. — Мин инде өркөүҙән уҙғанмын, Мария Аристраховна, быныһы һеҙгә мәғлүм.

Көтөлмәгән был өйөрмәнән мин ҡаушап ҡалдым. Ауыҙ асып, һүҙ әйтергә зиһенемде йыя алмайым. Ошондай мәғәнәһеҙ ҡырҡыу хәлдәрҙә оятһыҙ тупаҫлыҡ алдында ҡойолоп төшөү ғәҙәтем ғүмер буйына барҙы.

— Ни, Мария Аристраховна...—тип йығырҙайым.

һеҙҙең менән һуңынан һөйләшербеҙ. Марш


түшәккә!—Мин ҡуҙғалманым. Ул яңынан Людми- лаға ташланды.

— Нимә һеҙ, карета көтәһегеҙме? Карета по- дана! Рәхим итегеҙ! — Ул ишек яғына күрһәтте.

Людмила ашыҡмай ғына урынынан торҙо. Мин уға табан ынтылдым:

— Людмила!

— Йә, хуш булып тор. Мин тағы килермен, — ул начмедҡа әйләнеп тә ҡарамай, сығып китте. Шунда уҡ Мария Аристраховна ла юҡ булды. Беҙҙең байрам осланды.

Ә мин һуң, мин! Ниндәй меҫкен, ниндәй юнһеҙ, ниндәй мәсхәрәле хәлдә ҡалдым. Теге мәғәнәһеҙ, яуыҙ ҡатын, ауыҙ асып, тәүге һүҙен әйткәс тә, мин:

— Вон бынан, Мария Аристраховна! Вон! Людмиланы ла, үҙемде лә рәнйетергә һеҙгә ирек бирмәм! Марш! Марш бынан, медицина майоры Мария Аристраховна! — тип һөрәнләргә тейеш инем. Шап итеп өҫтәл һуғырға, эргәмдәге тумбочканы тибеп осорорға, иҙеүемде умырып йыртырға тейеш инем мин. һуңғы сиктә Людмиланы ишек төбөндә ҡыуып етергә лә, ҡулынан тотоп, кире урынына ултыртырға тейеш инем. Тейеш инем!.. Ә шуларҙың береһен дә эшләмәнем. Ебегән! Ҡурҡаҡ йзн! Мөртәт! Ә Людмила үҙен ниндәй ғорур, ниндәй юғары тотто. Бына ошондай кешеләр донъяга мәңгегә килергә тейеш тә бит...

Людмила иртәгеһен дә, унан һуц да килмәне. Хәбәр ҙә ебәрмәне. Күрәһең, минән күңеле ҡайтҡандыр. Шулай тейеш тә. Ул мине арғымаҡҡа атланған сая егет тип күҙ алдына килтерҙе, минән азатлыҡ көттө, бәләкәс кенә булһа ла ғүмер һораны. Ә мин ишәктән ҡолап төшкән юнһеҙ бер бахыр булып сыҡтым. Йәнәһе, мин уны, әжәлгә бирмәй, урлап ҡасасаҡмын. Ғәмәлдә, бер сәркәш бисәнән аралап ҡала алманым, битенә төкөрттөм. Хыянаттың бер төрө түгелме ни ошо? һабаҡ булһа ярай ҙа... Әйтергә кәрәк, киләсәктә тормош минән был бурысымды артығы менән түләтте. Алышҡа — биреш. Үпкә булмаҫҡа тейеш. Ә мин үпкәләп маташтым...

Сығып йөрөй башлағас та, Людмила торған корпус яғына барып әйләнергә йөрәгем етмәне. Гел

227

тиҫкәре яҡта уралдым. Бер көндө киске аштан һуң кескәй генә записка килде. «Ниңә шымдығыҙ. Капитан? һеҙҙе тышта күргәндәр. Килә алһағыҙ, килегеҙ!» Мин икеләнеп торманым. Киттем.

Ишектәре ярым асыҡ ине. Шулай ҙа шаҡыған булдым.

— Инегеҙ!

Людмила, бейек мендәргә һөйәлеп, койкаһында ярым ултырып тора. Уның йөҙө ал янған. Күҙҙәре тағы ла моңһоулана төшкән. Юрған аҫтынан сығарып, күрешергә ҡул һуҙҙы. Ҡулы ут кеүек ине.

— Мин һеҙҙе көттөм. Күрәһегеҙ, үҙем йөрөрлөк хәлдә түгелмен.


Дата добавления: 2015-11-04; просмотров: 40 | Нарушение авторских прав







mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.018 сек.)







<== предыдущая лекция | следующая лекция ==>