Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

К 97 Оҙон-оҙаҡ бала саҡ. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1981,—296 бит. 34 страница



Еребеҙҙе ҙурлауың өсөн рәхмәт, улым, — тине Кесе инәйем. — Ә Кеше ғүмере ул... һинең бер шылтлатыуың ни, минең туҡһан йыл ғүмерем ни — барыбер.

Фотограф, еребеҙҙе, үҙебеҙҙе «мәңгеләштереп», үҙ юлына китте. Беҙ Кесе инәйем" менән ҡасандыр һәр ҡайһыбыҙ үҙ нәүбәтендә ялантәпәй югергән туҙанлы тар һуҡмаҡ (үуйлап Мәкәш шишмәһенә

ыңғайланыҡ. Ошо шишмәнең һалҡын һыуын, усыбыҙға алып, уртлағы килде, һыуһауҙан түгел, теләктән. Шулай икәүләп бүтәнсә әллә килеп була, әллә юҡ.

һуҡмаҡ туҙанында имән япрағы дәүмәле генә эҙҙәр ҡалдырып, ике пар ялантәпәй түбән табан шишмә яғына югергән. Күрәһең, беҙҙән өлгөрөрәк- тәр ҙә бар икән...


АҠ ҠАР
ӨҪТӨНДӘ
КАРА КҮМЕРҘӘР

Туҡһандың өҫтөнә сыҡҡан Кесе инәйем бер иртәлә үтә бойоҡ күренде. Мин хәл-әхүәл һорашҡас, «имен», тине, хатта йылмайған да булды, ләкин барыбер уның күңеле һүрән ине. Ныҡлап төпсөнә торғас, әйтеп бирҙе:

Бөгөн таңда мин иланым, — тине.

Ниңә иланың?

Былай ғына... Ҡартлыҡ иҫәрлегелер инде.

Әсә күҙ йәштәренә ҡарата улдың битараф ҡалыуы мөмкин түгел; әгәр әсәһе туҡһанды уҙған, ә улы алтмышты ҡыуып барған булһа, бигерәк тә.

Мин ҡайта-ҡайта һораштым:

- Әллә рәнйеттеләрме? Әллә сиреңде йәшерәһеңме?

Мин йәлләп иланым.

- Кемде?

Көҙөрә сәсле яланаяҡ ҡыҙҙы, һигеҙ йәшлек сабыйҙы.

- Кем ҡыҙын?

Кесе инәйем был һорауға ҡолаҡ һалманы, үҙенекен дауам итте:

Усаҡ тоҡандырырға өйҙә шырпы булмағас, ажғырып торған ҡышҡы иртәлә, һоҫҡо тоттороп, әсәһе уны күлдәксән көйө ут күршегә тере күмер алырға ебәрә. Ҡуҙҙы алғас, кире югерә был. Үҙҙәренең ишек төбөнә еткәс кенә, тайып китә лә лып итеп ергә ултыра, һоҫҡолағы утлы күмерҙәр ҡар өҫтөнә сәселә. Ап-аҡ ҡарҙы, әйтерһең, ҡап-ҡара күҙ йәштәре өтөп, өңөп ала. Ҡыҙ бала шул ултырған көйө әрнеп илап ебәрә. Яланғас үксәләре боҙға йәбешә. Ул бала мин ■инем. Бөгөн таңда уянып,




ана шул сабыйҙы ҡыҙғаныуҙан иланым. Тыйылыр әмәл юҡ. Мөмкин булһа, уға иң йылы кейемдәремде кейҙерер, иң татлы һыйҙарымды бирер инем. Юҡ шул... Мөмкин түгел. Күпме үкенһәң дә, мөмкин түгел. Йәнэ... шул мөмкин түгеллек үкенесенән өҙгөләнеп иланым мин...

Бына шулай икән. Бәхетле булһа ла, бәхетһеҙ булһа ла, беҙҙең бала сағыбыҙ оҙон-оҙаҡ йылдар буйынса артыбыҙҙан эйәреп килә. Дөрөҫөрәге, беҙҙең күңелебеҙҙән китмәй. Кесе инәйемде әйтәм, һикһән йылдан артыҡ ваҡыт үткәс, яланаяҡ ҡар өҫтөнән югереп килгән бала сағын ҡыҙғанып илай. Был үҙе сабыйлыҡ түгелме? Сабыйлыҡтыр, моғайын, ә сабыйлыҡ, моғайын, сафлыҡтыр.

Сәселеп киткән күмер таптары ғына аҡ ҡарҙы ҡараға әйләндерә алмай...

1972—1978


Алдан әйтелгән һүҙ....................................... 3

Бөтәһе лә әйләнә.............................................. 5

Кеше тыуҙырырға............................................. 9

Байрам ашы - ҡара ҡаршы................................ 21

«Ҡалды ғәзиз башым йәш көйгә»...................... 39

Искәндәр Әсғәте..................................... 1. 46

Мәсхәрә ителгән ҡала.................................... 66

Йоморо Талип................................................93

Ите һиңә, һөйәге миңә. 101

Ике хөкөм................................................... 105

Ирмәк өсөн генә........................................... 118

Ғәриптәргә байрам кәрәкме?......... 129

Кавказ батшаһының вариҫе............................ 136

Баяр балалары............................................ 154

Аҡйондоҙ.................................................. 162

Ике хат......................................................215

Оло инәйем хушлаша.................................. 245

Ҡотло ҡул Насип.......................................... 259

Әжәлгә дарыу бар икән................................ 274

Беҙҙе «мәңгеләштерәләр»............................... 285

Аҡ ҡар өҫтөндә ҡара күмерҙәр....................... 291


Мустафа Сафич Каримов (Мустай Карим) ДОЛГОЕ-ДОЛГОЕ ДЕТСТВО

(на башкирском языке)

Редакторы М. С. Игебаева Художество редакторы И. С. Файрушин Рәссамы //. //. Горбунов. Техник редакторы Н. Ғ. Фәйзуллина Корректоры Р. М. Ғәйфуллина

!!li № 1457

Наборға бирелде 04.06 81 Баҫырга ҠУЛ ҡуйылды 04.09.81. Ҡағыҙ форматы‘«4 V Iоо1/з2' Тип- кағь^ы Ns 1. Әҙәби гарнитура. Ҡалҡыу ысул менән баҫылды. Шартлы баҫма таб. 15,20. Учет.-изд. таб. 13,81. П02306. Тиражы 30 000 эк:«. Заказ № 187. Бумвинил тышлыһының хаҡы 1 һум 20 тин. Ҡағыҙ тышлыһының хаҡы I һум 10 тин.

Башҡортостан китап нәшриәте Өфө-25, Совет урамы, 18. Башкирское книжное издательство. уфа-25, ул. Советская. 18. Баш корт АССР-ы Нәшриәттәр, -полиграфия һәм китап сауҙаһы эштәре буйынса дәүләт комитетенең Өфө полиграфия комбинаты. Өфө-1. Октябрь проспекте. 2.

1982 йылда Башҡортостан китап нәшриәтенең «Мәктәп китапханаһы»нда Мостай Кәримдең

«ЗАМАНАЛАР» исемле йыйынтығы сығасаҡ,

Унда шағирҙең мәктәп программаһы буйынса үтелә торған төп әҫәрҙәре инә,



 

 


[1] Ат менән ишәктән яралған.

[2] Әхирәт күлдәге — әхирәткә (ожмахҡа) кейеп инә торған күлдәк.

[3]


Дата добавления: 2015-11-04; просмотров: 60 | Нарушение авторских прав







mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.01 сек.)







<== предыдущая лекция | следующая лекция ==>