Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

К 97 Оҙон-оҙаҡ бала саҡ. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1981,—296 бит. 23 страница



Бер арала Мәрәһим беҙҙең яҡта бөтөнләй ишетелмәгән матур оҙон көй тартып ебәрҙе, уйнап сыҡты ла тағы башланы. Бөтә табынды хайран ҡалдырып, Аҡйондоҙҙоң йомшаҡ моңло тауышы яңғыраны. Хайран ҡалыуыбыҙ шунан: йылдан ашыу ваҡыт

үтеп, уның йырлауын тәүтапҡыр ишетәбеҙ. Беҙҙә халыҡ йырға әүәҫ. Һүҙ һөйләргә тартынғаны ла йырларға тартынмай. Моңо бармы, юҡмы — мөңгөрәй бирә.

Ниндәй матур, талғын йырлай Аҡйондоҙ. Бүтән табындарҙа ла шау-шыу тиҙ үк баҫылды. Быға тиклем, күршеһен дә тыңламай, тик үҙ һүҙен генә һөйләп ултырған ҡыҙмаса ирҙәр ҙә шымып ҡалды.


Аҡйондоҙҙоң тауышы, төнгө ауыл өҫтөнән аҡрын гына ағылып, әллә ҡайҙа алыҫтарға юл алды. Бәлки, сит ерҙәрҙә аҙашып ҡалған йыр үҙенең тыуған төйәгенә, Дим үренә, ҡарай киткәндер? Китһен. Бөтә донъяла шылт иткән өн уға ҡамасауламай, уны тыймай. Юҡ, китеп олаҡманы, кире урап ҡайтты. Миңә бынан, юғарынан, бөтәһе лә күренеп тора.

Айҡай ҙа ғына сайҡай керҙәр йыуа.

Талмай микән уның, беләккәйҙәре

сайҡағанда,

Күршелә генә тороп, күрә йөрөп,

Янмай микән уның йөрәккәйҙәре

кис ятҡанда, —

тип йырланы беҙҙең сибәр еңгәбеҙ. Унан һуң, башын түбән эйеп, байтаҡ заман ҡымшанмай ҙа ултырҙы. Ошо йыр — Аҡйондоҙҙоң беҙгә мәғлүм ғүмерендәге тәүге һәм һуңғы йыры булды. Уның моңло тауышын башҡаса мин дә, бүтәндәр ҙә ишетмәнек. Ҡыуаныстарын да, хәсрәттәрен дә йырһыҙ уҙғарҙы ул.

Бынан ары табындың ғәйрәте ҡайтты. Бүтәнсә йыр көйгә килмәне, юлынан яҙҙы. Халыҡ таралыша башланы. Иҫергәнерәктәр, һәр кем үҙенсә кәмит күрһәтеп, бер аҙ ултырҙы ла, улар ҙа ҡайтып китте. Байрам һүнде...

Иртәгеһен таң менән Мәрәһим башын алып сығып китте. Ҡуйынына бер түтәрәм икмәк тыҡҡан, ҡултыҡ аҫтына гармунын ҡыҫтырған да шулай ауылдан сығып киткән. «Мине тиҙ арала көтмә, мин оҙаҡ кәсепкә юл тоттом», — тигән ул ҡатынына. Көҙҙәрен, ҡыштарын ситкә кәсепкә йыш йөрөгән Мәрә- һимдең ҡатыны быға артыҡ аптырамаған да. «Ярай, иҫән йөрө, ҡалған бар игенде үҙем йыйыштырып ҡу йырмын. Тик шулай ҙа самаһыҙ оҙаҡлама, буйымда бар...» — тигән. Был тиклемен ситән аша теге Кара Йомағол бисәһе ишетеп торған. Мәрәһим урам ҡапҡаһынан түгел, ырҙын артынан сығып киткән. Шунан, Ғәлләм ҡарттар ҡойроғона килеп, бик оҙаҡ баҫып торған. Торған, торған да, ҡапыл боролоп, туғай яғына югергән. Имеш, башҡаса ауылға әйләнеп тә ҡарамаған. Быларын кем күҙәтеп торғандыр, уныһы беҙгә ҡараңғы.



7*

Аҙна үтте, ай үтте. Турғай менән ала ҡарғанан

195

башҡа ҡош ҡалманы ауылда, юнлерәктәре йылы яҡҡа ыңғайланы. Әбейҙәр сыуағын йәмләп, һауала үрмәксе ауының алтын ептәре оса. Ә Мәрәһимдән хат та, хәбәр ҙә юҡ һаман. Халыҡ шомлана башланы. Шулай ҙа ҡаҙ өмәләре осоронда ҡош телендәй генә хат килеп төшкән, буғай. Унда ла иҫән-һау- лығын ғына һөйләгән дә йөклө ҡалған бисәһенә үтенесен әйткән: «Ул тыуһа, исемен үҙең тап, ҡыҙ тыуһа Аҡйондоҙ тип ҡуш», — тигән. Ҡатын иренең һүҙенән сыҡмаған. Ыжғырып торған ғинуар число- һында донъя күргән ҡыҙ балаға атаһы теләгән исемде бирҙе — Аҡйондоҙ тип ҡушты. Мин белә- һенән икенсе бала үҙ исеме менән донъяға килде. Тәүгеһе — Ҡара Йомағолдоң игеҙ һыңары Хәбибулла ине. Бәләкәс Аҡйондоҙҙо, әлбиттә, минең Оло инәйем ҡабул итте. Әммә мин инде хәҙер ундай эштәргә ҡатнашмайым.

Өлкән Аҡйондоҙҙоң һыуға барғанын да, мал эсереп йөрөгәнен дә, ҡурала утын киҫкәнен дә күреп торабыҙ. Ара-тирә ул, йомош табып, минең Бикә еңгәм эргәһенә лә инеп сыға. Ул әүәлгесә үк' — үҙе баҫалҡы, үҙе алсаҡ, үҙе итәғәтле. Тик анау йәнде елкетә торған сихри йылмайыуы ғына әллә ҡайҙа китеп олаҡты. Иң-иң серҙәше булған бер ҡатынға бик-бик ҡаты сер итеп кенә Аҡйондоҙ былай тигән, имеш: «Бөтәбеҙҙе лә ғазаптан ҡотҡарайым тип

киткәндер ҙә бит... Ул тигәнсә килеп сыҡманы. Уғата әрнеүҙәргә төштөм, уғата һағыштарға һабыштым, эс-бауырҙарыма ҡара ҡандар һауып, яна-яна ҡара күмерҙәргә ҡалды. Күкрәк әсемдә йөрәк түгел, көйрәп торған ҡуҙ йөрөтәм. Тағы күпмегә сыҙармын, белмәйем... Ә сыҙарға кәрәк. Эстән үлһәң дә, тыштан йәшәргә кәрәк...» Бәлки, ул был һүҙҙәрҙе әйтмәгәндер ҙә. Уның өсөн кешеләр үҙҙәре һөйләйҙәрҙер, ихтимал. Әммә ғәйеп итеп түгел... Йәнә Аҡйондоҙ былай ҙа тигән икән: «Бер килеп, ҡурҡаҡлыҡта ғәйепләп, үҙен ҡәһәрләйем дә шунда уҡ ҡәһәрҙәремде кире ҡайтарып алам. Ҡарғыштарым башына төшмәһен, тип ҡоттарым оса. һаҡла үҙен, һаҡлай ғына күр, тип хоҙайға ялбарам...» Бына ниндәй серҙәр бәреп сыҡҡан һағышлы еңгәнең эсенән. Серҙең ҡанаты етеҙ. Бер ысҡынһа, илде тиҙ урап сыға ул. Бер ҡауырһыны беҙгә лә ҡағылып үтте. Әммә

Аҡйондоҙ исемен ҡыҫтырып, һис кем ғәйбәт тә, гибрәт тә һөйләмәне. Әүәлгесә, хатта әүәлгенән дә былай һәр кем уны ах итеп торор булды.

Бер көндө Аҡйондоҙ, беҙгә инеп, Бикә еңгәм менән шаршау эсендә байтаҡ һөйләшеп ултырҙы. Был юлы ул миңә үтә бойоҡ күренде. Киткәндә, Бикә еңгәм дә уға эйәреп сыҡты. Өйҙә беҙ Оло инәйем менән икәү генә ҡалдыҡ. Тегеләр киткәс, Оло инәйем, эс-бауырына ут тоҡанғандай, тәрән көрһөнөп, уфылдап ҡуйҙы.

— Ниңә уфылдайһың, Оло инәйем? — тинем мин.

Ул тәҙрә аша ҡайҙалыр алыҫҡа ҡарап, байтаҡ заман өндәшмәй ултырҙы. Шунан боролоп минең күҙҙәремә туп-тура ҡараны ла һөйләп китте.

— Хәҙер инде һин ун дүрт менән бараһың. Егет ҡорона инеп киләһең. Уҡыуың да ҙур. Мин һөйләгәнде аңларһың, шәт. Тыңла... Әҙәм балалары әсәнән яртышар ғына булып тыуа. Аяҡ-ҡулдары бөтөн, башы-күҙе төҙөк көйө донъяға ҡабул итәм мин кешене, ә үҙемдең эҫтәрем өҙөлә: «И, бахырҡайым,— тим, — үҙ яртыңды табырһыңмы икән? Тапһаң ғына ярар ине», — тим. Табышмаһалар, күктәге анау бихисап йондоҙҙар кеүек йымылдашып, ғүмер буйы бер-береһен эҙләп йөрөй бисара бәндәләр. Уларҙы ҡушырға, күрәһең, хоҙайҙың да ҡөҙрәтенән килмәйҙер. Ҡөҙрәтенән килһә, йыһан буйлап аҙашып йөрөгәндәр шул тиклем күп булмаҫ ине... Ана, Аҡйондоҙ менән Мәрәһим ике яртынан бер бөтөн булырға тейеш йән эйәләре лә бит... Үҙ ваҡытында табышмағас, зар-интизар булып, аҙашып йөрөйҙәр.

«Егет ҡорона инеп килһәм дә», Оло инәйем әйткәндәрҙең төп айышын аңлап етмәнем. Күңелемә һеңһә, аҡылыма һыйманы. Ул һүҙҙәрҙең фажиғәле мәғәнәһен төшөнөү миңә бик күп йылдар уҙғас ҡына — йөҙәрләгән кешеләрҙең яҙмышы өсөн янып, үҙ яҙмышымдың ҡарлы бурандарын, эҫе елдәрен татып, ғүмер баҡый үҙем аҡылға ултырырга тырышып та, аҡылға ултырыуҙан бар өмөттәрҙе өҙгәс кенә — насип буласаҡ. Был ҡот осҡос дөрөҫлөктө аңлау өсөн әле үҙ йәнеңдең ҡырҡ тапҡыр уртаға бүленеп, ҡырҡ тапҡыр ҡушылыуы кәрәк буласаҡ...

Әммә мин Оло инәйемдең тел төбөн бөтөнләй үк

8 Заказ 187


аңламайым түгел, аңлайым. Уның үҙ яртыһы тураһында һорайым тип ауыҙ асҡас, тыйылып ҡалдым, Ярай тыйылдым, һораһам, ахмаҡ була инем. Үҙем күреп торам бит инде: атайым берәү, әсәйем икәү. Ҡайһыһы ярты, ҡайһыһы бөтөн икәнен белеп бөтөрөрлөкмө бында? Буталышып бөткән. Балалары ғына ла өс төрлө. Мортаза ағайым Оло инәйемдең кинйә улы, Сайран ауылында торған уның өлкән ҡыҙы Ғәйниямал апайым — Кесе инәйемдең әхирәте. Сәлих ағайым Кесе инәйемдең артынан килгән малайы. Ул ярты етем иҫәпләнә. Шуға күрә уны тиҙ үк ҡағып-һуғып бармайҙар. Ҡалғандарыбыҙ өсөнсө ояныҡы. Мин быларҙы, әлбиттә, күптән түгел генә белдем.

Минең ирендәрем ҡыймылдағанды Оло инәйем шунда уҡ һиҙеп алды:

— Йә, һора. Уйлағаныңды әйт.

Байтаҡтай инде сәс ебәрҙем, үҙемә ҡыҙыл тараҡ һатып алдым, ҡышын муйыныма зәңгәрле-йәшелле ебәк шарф быуам, резинкалы быйма кейәм, кистәрен клубҡа ла, тула баҫҡан ергә лә йөрөйөм. Мине һанға һанамаған теге ҡыҙ үҙе хәҙер төрлө ишаралар яһай, мин генә сер бирмәйем. Мөхәббәттән күңелем ҡайтты. Уның ҡарауы төрлө йәмәғәт эштәренә ихлас ҡатнашам. Мәктәптәге йыйылыштарҙа ҡыҙып-ҡы- ҙып телмәрҙәр һөйләйем, ә бына Оло инәйем эргәһенә килдемме, сабый булам да ҡуям.

— Юҡсы, — тигән булдым, — былай ғына.

— Хәйләләмә, һин бит минең яртым тураһында һорамаҡсы инең.

Минең сәс төптәрем семерҙәп китте. Әллә күрәҙә инде минең был Оло инәйем!

— һорауыңа бына яуап бирәм. Беҙ, бәндәләр, бүтэндәрҙе еңелерәк төшөнәбеҙ, уларға тиҙерәк баһа бирәбеҙ, башҡаларҙы һағалаған бәләләрҙе үҙҙәренән алдараҡ күрәбеҙ. Кеше тормошо ҡола яланда, үҙ тормошоң ҡара урманда үтә. Мин үҙ уйҙарымдың, үҙ хәстәрҙәремдең осона бер ваҡытта ла сыға алманым. Үҙ урманымда үҙем аҙашып йөрөнөм... Эйе, атайың һинең бик һәйбәт кеше, әммә мине ул үҙ яртыһы итеп ҡабул ҡылманы. Ул гәйепле түгел быға. Мин үҙем уға тура килмәнем, уның ише булып сыҡманым. Мин ултырып ҡалған ҡыҙ инем.

Ярлы булһаҡ та, малға алданып, атайым мине теләһә кемгә тотоп бирмәне, үҙ иркемә ҡуйҙы. Башта, күңелемә оҡшағанды көтөп, ни еттегә ризалыҡ бирмәнем, аҙаҡтан яусылар беҙҙең буҫағаға бөтөнләй аяҡ баҫмаҫ булды. Егерме дүрткә еттем шулай. Тирә-яҡта минән ҡарт ҡыҙ юҡ ине — ғәрип-ғөрәбәһенән башҡа. Бер көн беҙҙең өйгә сибек кенә ҡарт менән һөлөк кеүек һылыу егет килеп инде.‘Ҡарты — һинең олатайың, егете — Буҙ егеттең ише — ун ете йәшлек һинең атайың ине. Мин ҡойолдом да төштөм. Шунда уҡ йәнемде әсир итте ул. «Шомло яҙмышым бына кем икән!» — тип уйланым. Мине тиңһенмәйә- сәген дә шунда уҡ'һиҙҙем мин — йөрәгемде әрнеү өйкәп үтте. Шигем дөрөҫкә сыҡты. Тиңһенә алманы ул мине. Минән былайыраҡ үҙе ғазапланды. Әле йәш саҡта, Имәнлек үрендә ҡунып ураҡ урғанда, төн уртаһында торам да, бөтәһен дә ташлап китмәксе булып, үҙебеҙҙең ауыл яғына ҡарай югерәм. Югерәм-югерәм дә таң атыуға кире урап ҡайтам. Йөрәгем баҫылғандай була. Өс-дүрт тапҡыр шулай иттем. Бишектәге бала уянғас, атайың тороп, ҡыс- ҡыра-ҡысҡыра мине эҙләп йөрөй икән. Мин урап килгәс, һис ни булмағандай: «Ят, аҙыраҡ серем итеп ал», —ти. «Күңелең шулай бер ҙә генә тартмағас, ниңә мине алдың һуң? Ниңә боролоп ҡына кире сығып китмәнең?» — тип быуылып илайым. Ул өндәшмәй. Бик күп йылдар үткәс кенә, минең әлеге һорауыма былай тип яуап бирҙе: «Йәлләнем. Йәлләп алдым. Шул йәйҙе генә бесән сапҡанда, иҫ итмәҫтән, бер бүҙәнәнең ике аяғын да салғы менән сабып өҙгәйнем. Теге бисара ҡанаттарын бер-ике генә тапҡыр ҡаҡҡан булды ла ҡырын ятты. Башын күтәрә биреп, «их, кеше!» тигәндәй, шундай бойоғоп ҡараны миңә — йөрәгем жыу итеп китте. Тәүге күреүемдә шул бүҙәнәне иҫкә төшөрҙөң һин. Йәлләнем».

Рәнйетмәне лә, ҡаҡманы ла атайың, әммә иш күрмәне. Беҙ уның менән ҡушылып бер бөтөн була алманыҡ. Бында йәш айырмаһының да, холоҡ төрлөлөгөнөң дә, аҡыл-фиғел дәрәжәһенең дә ҡатнашы, бәлки, аҙ булғандыр. Беҙ төрлө һыңарҙар булып сыҡтыҡ — бөтә хикмәт шунда... һәр кешенең үҙ хәҡиҡәте була, әмме^ бөтә әҙәм өсөн уртаҡ, һәр

кемдең ғүмерлек таянысы булған, бөтә хәүеф-хәтәрҙәрҙән ҡурсалай торған тағы бер хәҡиҡәт бар. Ул хәҡиҡәттең исеме мөхәббәт. (Оло инәйем әүәлгесә минең битемдән һөйөп ҡуйҙы.) һин, тәүтапҡыр ҡолҡоноп, минең муйыныма һарылғас, мин үҙемә былай тип әйттем: «Хәҙер инде был донъяла йәшәү ҡурҡыныс түгел миңә...»

Беҙ һағынғанды белгәндерме, үҙ һағышына түҙә алмағандырмы — уныһы беҙгә ҡараңғы — яҙғы йырғанаҡтар йырылғанда, Мәрәһим ауылға кире әйләнеп ҡайтты. Мин һағыныу хаҡында ерле-юҡҡа ғына әйтмәнем. Кешене үҙ йортонан ситкә хыял йәки әрнеү алып китә, ә һағыш алып ҡайта, һуңынан быны мин үҘем дә күп тапҡырҙар татыным.

Был юлы Мәрәһим, тубығына етеп торған ҡуңыслы ҙур ҡара итектәре менән урам уртаһынан эре-эре атлап, Юғары остан Түбән осҡа көпә-көндөҙ үтте. Кешеләр йә тәҙрәгә ҡапланып, йә ҡапҡа төбөнә сығып баҫҡан көйө ҡарап ҡалды уны. Осраған берәүгә, асыҡ йылмайып, ихлас сәләм бирҙе, ләкин, туҡталып, берәүҙән дә хәл-әхүәл һорашманы, атла- уын белде. Арҡаһындағы йөгө артыҡ дәү булмаһа ла, ҡултыҡ аҫтындағы гармуны бығаса беҙ күреп, беҙ ишеткән ише генә түгел ине. Ҡала ҡала шул. Мәсеттәре лә, сиркәүҙәре лә, йорттары ла, хатта гармундары ла ҙур уның.

Ҡояш ҡыҙҙырып, гөрләүектәр аға башлағас, бөтә әҙәм урам яҡ кәртә буйындағы ҡарҙы, көрәк менән ырғытып, ситкә тарата, һәр кем үҙ өйө тураһына яҙҙы тиҙерәк килтерергә тырыша. Беҙ, егет- елән, ошо эш менән булашҡанда ҡайтып төштө Мәрәһим. Автомобиль уҙып киткәндәге шикелле, бөтәбеҙ ҙә көрәктәребеҙгә таяндыҡ та ҡаттыҡ. Ғәлләмдәр тураһынан уҙғанда, ул башын уңға бора бирҙе. Шул саҡ — әллә аяғы тайып китте инде — саҡ ҡына сайҡалғандай булды. Күпме тилмереп ҡараһаң да, Аҡйондоҙ унда юҡ инде... Хәмзә башҡа сыҡты. Аҙна эсендә генә соҡор аръяғындағы Туҡран урамына күсеп киттеләр. Уларҙың өйө бынан, беҙҙең ҡапҡа төбөнән, күренеп тә тора.

Мәрәһим ҡайтыуға көллө ғаләм ҡыуанды. Унан башҡа илдең йәме, моңо кәм ине. Ул ҡайтҡансы ауылда алмашыныуҙар артыҡ булманы. Тик сель-


совет кенә бүтән. Әүһлге сельсовет Ташбулат үткән көҙҙә тирмәндән ҡайтышлай, йоҡлап китеп, арбанан йығылып имгәнде. Арт тәгәрмәс тегенең билен тапап уҙған икән. Иҫерек булған тиһәң, ауыҙына ла ала торған зат түгел. Халыҡ хайран аптыраны быға. «Бәлә аяҡ аҫтында ята шул», — тиештеләр кешеләр. Ташбулат хәҙер, уртаға бөкләнеп, арт һанын һөйрәп йөрөй. Шулай ҙа яҙға табан Сәмиғулланың ҡәберенә, үҙе яһап, бик матур рәшәткә ҡуйҙы. Ҡулы һәнәр белә икән.

Тап Мәрәһим ҡайтып төшкән көндәрҙә ауылда ғәләмәт шау-шыу күтәрелде, ығы-зығы ҡупты. Берәүҙәр ҡыуана, икенселәр борсола, өсөнсөләр шикләнә-. Ҡайҙа барма — әңгәмә, ҡайҙа ҡарама — бәхәс. Клубта көн һайын йыйылыш. Ҡайһы саҡ таңда ғына таралышалар. Тула өмәләре, бәпес туйҙары, аулаҡ өйҙәр бөтөнләй туҡталды.

Колхозға яҙылыу башланды.

Беҙҙең өйҙә тартыш ҙур булды. Колхозга инергә теш-тырнағы менән ҡаршы торған Мортаза ағайым, үҙенә тейер малды алып, бүленеп сыҡты. Ул тиҫкәре нәмәне Бикә еңгәмдең күҙ йәштәре лә еңә алманы. «Ялҡау Дүсмәт менән Ҡаҙна Исхаҡ тиңе булып йөрөр хәлем юҡ! — тип кәпәс һуҡты ул. — Минең ҡулымдан эш килә. Әгәр минең ишеләр һайланып ҡына бер колхоз булһа, дүрт ҡуллап ризамын. Төҙөһөндәр шундай колхоз!» (Минең Мортаза ағайым өсөн, әйтергә кәрәк, ул йылды ла, унан һуң да махсус колхоз төҙөлмәне. Ике йылға яҡын ҡаңғырып йөрөнө лә, шаҡтай бөлгәс, шул беҙгә яраған артелгә килеп инде. Күпмелер ваҡыттан хатта бригадир булып китте.)

Өйҙә нәҡ әлеге бәхәстәр ҡуйырған саҡта, беҙҙең Кәлимулла исемле ҡылыйыраҡ күҙле йыуаш ҡына бер нәҫелебеҙ инеп илап сыҡты. «Атай-олатайҙарым күрмәгән атҡа тейендем. Ҡарап торған ошо мөлкәтемде ят ҡулдарға нисек итеп тапшырайым? Имеш, бисәләрҙе лә бергә йыялар икән. Суҡынһын бисәләре! Атым ғәзиз, атым... Ялындағы бер төк ҡылы өсөн йәнем фиҙа!» — тип ул йоҙроғон ҡапыл юғары сөйҙө лә матсаға аҫылынған етеле лампаны яңылыш бәреп төшөрҙө. Кәлимулла баштан-аяҡ кәрәсингә ҡойондо. *

201

— Ошонда туҡта, бажа, ары ҡыҙма, — тине атайым, — юғиһә өҫтөңдәге кәрәсин гөлтләп янып китер...

— Янһа... — Ул, икенсе ҡулын һелтәп, һикегә ултырҙы. — Атым юҡ ине аранда, ҡайғым юҡ ине буранда. Ат тигәнем ҡайғы булып сыҡты, былай булғас...

— Бына атыңды илтеп тапшыр ҙа ҡайғыңдан ҡотол, — тип кәңәш бирҙе атайым. Кәлимулла йәйләнеп китте.

— Ысынлап та, әллә шулай итергәме икән, бажа? Әйткәнеңсә, ғүмер буйы атһыҙ йәшәнем, иншалла, үлмәнем, хатта уфтанманым да. Балдыҙың да нәфселе булманы мал йәһәтенән... Уның ҡарауы, шөкөр, балаларға бай булдыҡ. Береһе артынан икенсеһе тупылдап ҡына торҙо.


Дата добавления: 2015-11-04; просмотров: 57 | Нарушение авторских прав







mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.014 сек.)







<== предыдущая лекция | следующая лекция ==>