Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

К 97 Оҙон-оҙаҡ бала саҡ. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1981,—296 бит. 33 страница



— Ҡалдырғас, ҡала инде...

— Ни эшләп әле һин бөтәһен дә «ҡала... ҡала... ҡала...» тип ҡарҡылдап тораһың, Вәлетдин?

— Мин ни һинең һүҙеңде генә йөпләйем, һинең йөпләп тороуын әллә минең әсемә

һары май булып ята тиһеңме? Талиптең йөҙөнә тир бәреп сыҡты. Ул тәрән итеп һулыш алды. Вәлетдин дә көрһөнөп ҡуйҙы:

Бер ҡараһаң, күпере лә, электре лә пүстәк. Йәнһеҙ нәмә улар. Ана, бер йән эйәһе моңайып яңғыҙ йәшәй, яңғыҙ тороп ҡала. Шуны уйлаһаң, эстәр өҙөлөрлөк.

— Кемде әйтмәксеһең? — Талип текләп үк ҡараны.

— Кем булһын, Аҡйондоҙ инде.

- Юғары үреләһең, ҡустым, — тип теге ҡырт киҫте. — Көлөп һөйләһәң, көлкө түгел, ысынлап һөйләһәң, лөғәткә һыймай. Аҡйондоҙ — иман ул. Иманды хөрмәт итергә тейешле.

Эйе, Вәлетдин был юлы шаштырыбыраҡ- ебәрҙе. Мин уға ярҙамға ашыҡтым.

— Аҡйондоҙ еңгәнең күрер күҙгә бик күркәм, бик егәрле тол апаһы ла бар икән. Ике бөртөк күҙ йәше кеүек, һеңлеһе менән оҡшашҡандар, - ти. Донъя көтөргә Дим- үренән беҙгә күсеп килгән икән,-—тип Кесе инәйемдән ишеткән хәбәрҙе һалдым.

Шулай уҡ оҡшашҡандар, тиме?

• — һуйған да ҡаплаған, ти!

< — Аҡйондоҙ тырнағына тырнағы ғына оҡшаһа

ла. фәрештә затынан булыр. Исеме нисек?

— Аййондоҙ, — тип шаштырҙым мин, уйлап тормаҫтан.

- Исемен арттырыбыраҡ ебәргәндәр икән ебә- реүен. Хәйер, уныһын үҙе ҡушмаған инде. Дөрөҫөн генә әйткәндә, Аҡйондоҙға ғүмер буйы һоҡланып туялманым. Күрәһе ине, апаһы ниндәйерәк икән...

— Күрмәй ни, күрәбеҙ уны. Бына юнәйеп аяҡҡа баҫ та...

5 — У-уф-ф! Юнәйеп булмаҫ инде.

— Был зарыңды ел алһын, Талип ағай. Бынау һабан туйҙары алдынан әҙәм сир хаҡында уйлармы? -тип Вәлетдин бөтөнләй икенсе яҡҡа һуҡтырырға кереште. — Әле майҙан һелкетеп бейер көнөң алда. Бына һин түңәрәк уртаһында, бер эйелеп, бер сүгеп, бер илереп, бер шымып, зыр әйләнәһең. Халыҡ, гөж килеп, тамаша ҡыла, сәпәкә итә. кәпәс сөйә. Аҡйондоҙҙар, Аййондоҙҙар һәм башҡа йондоҙҙар, һоҡланып, хайран ҡалып, күҙ ата һиңә. һин уның һайын купшыраҡ, уның һайын дәртлерәк, уның һайын сәмлерәк баҫаһың. Шундай өҙҙөрә-



. һең- их-ма! Үҙең үк, сыҙамай, таҡмаҡ әйтеп ^ ебәрәһең:

281

Менгән аты кир икән, һай, кәрәмәт ир икән, —

Төшөп китһә, майҙандың

Билен һығып бейер икән... ♦

һайт! һайт! һайг!

Талип ҡалҡынып ҡуйҙы. Ул, ысынлап та, ауылдың хәтәр таҡмаҡсыһы, дан бейеүсеһе. Уға торор бүтән әҙәм юҡ. Йәш сағында ла шулай булған, әле дә ал бирмәй.

Вәлетдин һаман үҙ әңгәмәһен дауам итте:

—• Ҡатын-ҡыҙ зарығып, моңайып көтә: «Миңә килеп баҫһа ине», «Мине саҡырһа ине», — тип тилмерә. Ә һин кемгә килеп баҫырыңды алдан уҡ тоҫҡап ҡуйғанһың, һәм тыпырҙатып килеп тә баҫаһың. Нәҡ үҙенә...

- Килен!—тип ярайһы ғына ҡысҡырып саҡырҙы Талип. Алғы өйҙәге килен шунда уҡ югереп инде.

— Нимә, ҡайным?—тине, борсолоп.

— Ҡунаҡтарҙың, килен, нәғеҙҙәре, аҫылдары килгән. Әсе балыңды мул ғына һоҫоп сығар.

Килене уңған икән, ә тигәнсе өҫтәл өҫтөнә ҙур йәшел кәстрүл килеп ултырҙы. Уның ситен эскә батҡып ижау һабы тешлӘп тора. Биҙәкле сеүәтәләр теҙелде. Вәлетдин дүрт сеүәтәгә лә, ижау менән һоҫоп, бал ҡойоп сыҡты.

— һабан туйҙары шәрәфенә, улайһа, — тине.аяҡсыбыҙ. Бер сеүәтәне хужаһына һуҙҙы. Хужа һауытты алырға ынтылды ла кире дүнде:

— Ейелмәҫ ризыҡҡа ҡул тейҙереү харам, - тине. — Әйҙәгеҙ, рәхим итегеҙ.

Балдары эсергә еңел булһа ла, ҡеүәтле ине. Беренсе сеүәтә үк тамырҙарға югерҙе. Икенсеһе менән өсөнсөһө йөрәкте елкендерҙе. Беҙ эскәнде Талип, хозурланып, ҡарап ултыра, ара-тирә ҡыҫ- таштырғылап та ебәрә. Беҙ инде был өйгә ниңә килгәнебеҙҙе лә онотоп барабыҙ. Дүртенсе сеүәтә күңелгә моң килтерҙе. Вәлетдин, тыңҡышлыгын ■фашлай, төшөп, танау эсенән йырлап ебәрҙе.

Үҫкән са кта' бергә үҫтек.

Тал тамырҙары кеүек...

282

Ярты юлда уға Насип эйәрҙе.

Үҫкәс кенә айырылыштыҡ,

Ҡош балалары кеүек.

Мин йырламайым. Көйөм юҡ. Тыңлап ҡына ултырам. Сеүәтәләр бер күтәрелде, бер төштө. Йыр инде бөтөнләй бәйҙән ысҡынды. Асыҡ Тәҙрәнән сығып, илгә таралды. Тыңҡыш булһа ла, Вәлетдин моңло ул. Йырҙары ла күңел арбатҡыс — бигерәк, тә оҙон көйгә йырлағанда

Өндәремдә күреп туя алмайым,

Төштәремә керсе, йэпешем...

- Их, мандолина булһа!—тип мандолина сирт- кән хәрәкәт яһаны Насип. Үҙем уйнап, үҙем бейер, инем...

Ул юҡ бармаҡтары менән юҡ мандолинаның ҡылдарын тибрәтеп алды. Мин тертләп киттем. Элек уның уйнағанын күргәнем булманы, әммә теге- байып ҡайтҡан йылды бик матур мандолинаһы бар ине. Насип бер нисә тапҡыр бейергә ынтылып ҡараны, Вәлетдин уға ирек бирмәне, еңенән тартып туҡтатты. Ни тиһәң дә, беҙ бер аяғы менән гүрҙә торған кеше менән хушлашырға килгәнбеҙ. Әҙәп кәрәк.

Өсөнсө кәстрүлде башлағанда. Талип инде өр- яңы һоро быйма кейгән аяҡтарын карауатынан һалындырып ултыра ине. Әңгәмә был саҡ һуғыш хәлдәре, фронт мажаралары, беҙҙең һалдаттың тапҡырлығы, германдың юнһеҙлеге тураһында бара ине.. Талип үҙе лә беренсе герман һуғышында байтаҡ мылтыҡ шартлатҡан, байтаҡ силғау туҙҙырған кеше. Уның геүәрдин булып йөрөгәнен көллө ғаләм белә. Әле лә унда геүәрдинлек дәрте, геүәрдинлек сәме тоҡанып китте:

- Юҡ, Вәлетдин, германды һүҙ менән бөтөрөн ташлама һин. Ул юләр түгел, беҙ башлыраҡ. Ул кәрһеҙ түгел, беҙ ғәйрәтле, һин германды сүпкә сығарма, Вәлетдин! Мин шуны еңеп геүәрдин булғанмын! һин дә геүәрдин, был да геүәрдин, ана. Насип тә геүәрдин. Ҡуян аулап кем батырға сыҡҡан? Айыу йыҡҡан — inyyi батыр.

283

Гвардия, алға!'—Насип, бәпес бармаҡлы ҡулын юғары сөйөп, оран ташланы.

Бынан һуң әңгәмәнең рәте китте. Беҙ өҫөбөҙ ҙә, аяғүрә баҫып, ҡосаҡлаштыҡ. Артабан нимәләр булғанын төштә кеүек кенә. Тегеләр, Талип ҡаршыһына баҫып, йырлаған һуңғы йырҙың яртыһын шулай ҙа хәтерләйем.

Әжәлгә дарыу бар икән,

Мөхәббәткә бармы икән?

Йәнә шуныһы иҫемдә. Беҙ сығып киткәндә, Талип ҡысҡырып ҡалды:

һай, фартауай ҙа егеттәр икәнһегеҙ! һеҙҙең менән бер ултырыуҙары бер ғүмер!!

Беҙ сыҡҡанда, Талип өйө тураһында урамда халыҡ гөж килә ине. Әллә көләләр, әллә илайҙар, асыҡ ҡына, өҙөп кенә әйтә алмайым. Торғаны менән бер тамаша! Кәмит!

Талип артынан ҡыуа сыҡҡан ҡара фарман ун йылдан ашыу ҡайҙалыр аҙашып йөрөнө. Был арала ауылда беренсе булып электр утын уның өйөндә Вәлетдин үҙе тоҡандырҙы. Майҙандарҙа ул дәртләнеп бейегәндә халыҡ әүәлгесә, хайран ҡалып, хуплап торҙо. Аҡйондоҙҙоң апаһы Мәғүбәне (исеме шулай тоноғораҡ булып сыҡты) уға ныҡ ҡына димләп ҡаранылар. Күңеле ылыҡманы, тырнағы ғына ла Аҡйондоҙға тартмаған булып сыҡты шул. һөймәгәнгә һөйкәлмәне ул. һуңғы ыҙанына тиклем яңғыҙ атлап килде.

...Ә Дим аша таш күпер әле булһа һалына. Кемдәрҙеңдер уйында, өмөтөндә, телендә һалына ул. Унһыҙ донъя бармай...


БЕҘҘЕ
«МӘҢГЕ ЛӘШТЕ Р ӘЛӘР»

Ҡаланан' килгән • үтә йылтыр фотограф Кесе инәйем менән икебеҙҙе ауыл ситендәге иң ҡалҡыу ерҙә ҙ"ур яҫы таш өҫтөнә килтереп ултыртты: «Үҙегеҙҙең данығыҙға ауылығыҙҙың күркәм күренештәрен ҡушып, илгә сәсәсәкбеҙ. Ҡайһы ғына яҡҡа ҡарама — хозурлыҡ. Мәңгеләштереүҙе үҙе һорап тора. Төҫлө фото уйлап сығарған әҙәмгә рәхмәттәр яуһын. Ошо матурлыҡты һемереп кенә ала бит ул - төҫлө фото...» — тип ары-бире һуғылды.

Беҙ был яҡты Тау арты тип йөрөтәбеҙ. Тау артының бейек түбәһенә менеп баҫ та башыңды бороп ^ына бер байҡап сыҡ, йыһандың дүрт тарафы һинең аяҡ аҫтыңда буласаҡ. Шуға күрә беҙҙең ауылдыҡылар, сәңгелдәктән төшөп, тәпәй баҫҡас та, Ер шарының ҙурлығын үҙ күҙҙәре менән күреп үҫә. Уңға баҡһаң, йылтырап ятҡан Димде, һыу аръяғындағы зәңгәр үрҙәрҙе күрәһең, саҡ ҡына боролһаң, Ар баҫыуҙары йәйелеп китә, тегендәрәк Сайран ауылының әрәмәлеге ҡалҡып сыға. Башыңды һулғараҡ ҡайырһаң, Бәрсүән буйҙары, Айғалыш урмандары һине саҡыра башлай. Ҡапыл артҡа әйләндеңме, ап-аҡ тау башында ап-аҡ ҡала — Өфө балҡый. Мин ҡояшлы көндө әйтәм. Болотло көндә донъяның сырайы ҡаса, тыны ҡыҫыла. Ул һинән ятһынған һымаҡ күренә, ә аяҙ көндә үҙе, атылып, ҡосағыңа килеп инә. Әйткәнемсә, ғаләмдең Келәштән башланып Келәштә бөтәүен беҙ күреп үҫәбеҙ, күреп үләбеҙ.

Йәй яңы башлана ғына. Әле аяҙ көндөң йөҙөн монар ҡаплап тоноҡландырмай. Ерҙең йәшеллеге тик йәшел генә, күктең зәңгәрлеге — тик зәңгәр генә.

285

- - һеҙ ултырығыҙ, һөйләшегеҙ, хәтерләгеҙ, уйланығыҙ, — тине фотограф. — Мин үҙ эшемде эшләрмен. Миңә иғтибар итмәгеҙ. V

Итмәҫһең иғтибар, әйтерһең, ул себен. Себенгә лә иғтибар итмәй булмай, ә Кесе инәйем, ысынлап та, беҙҙең тирәлә өтәләнеп йөрөгән кешене шәйләмәй ҙә шикелле. Ҡая башына ҡунған инә бөркөт төҫлө, үҙенең туҡһан йыллыҡ ғүмере тирәһендә тыныс ҡына ултырып тора. Башын яй ғына бороп, тыуған тупрағының төбәктәрен, юлдарын, соҡорҙарын, урмандарын, ҡырҙарын барлай, һәммәһе лә теүәл, һәммәһе лә үҙ урынында булыуға ул риза. Тимәк, донъяны миңә бөтөн көйө ҡалдыра. Ул минең арҡамдан ҡағып ҡуя. Был инде: «Ошоларҙың

һәммәһен' дә һиңә ышанып тапшырам», — тигән һүҙ була. Эш ҡушҡанда, йомош йөкмәткәндә, ул ғүмер баҡый шулай арҡамдан ҡаға торған булды.

Быны ул Оло инәйемдән отоп алғайны. Эле-ек беҙ өсәү саҡта — Оло инәйем а-н-а-ау таш ҡойма эсенә күсеп китмәҫ борон мин йәнемде өлөштәргә бүлгеләмәй инем. Ә теге аҡ ергә ҡара ҡар яуған көндә з йәнем, шартлап, уртаға ярылды. Күп замандар үткәс кенә, яңынан ялғанды, әммә йөй ҡалды. Мин бары Кесе инәйемдең ғенә улы булып китә алманым.

Быны ул һиҙһә лә, һиҙмәмешкә һалышты. Киреһенсә, минең күңелемде күрер өсөн, яйы сыҡҡан һайын.

Оло инәйемде ололап телгә ала. Өс-дүрт йыл тышында ғына әле миңә шундай ҙур һүҙ әйтте: «Ошо ^ йәшемә етеп, һинең Оло инәйеңдән дә шәфҡәтлерәк, аҡыллыраҡ кеше күрмәнем. Нимә эшләп атайың уны тиңһенмәгәндер инде? Әгәр уның бындай уҡ икәнен алдан белгән булһам, атайыңа сығыр башым юҡ ине. Бер уйлаһаң, бәлкем, мин дә уға төҫ бир- ^ тәнмендер...» Кесе инәйемдең был һүҙҙәре миңә ошо китапты яҙа башларға хоҡуҡ бирҙе. Тимәк, көндәше тураһындағы минең яҡшы һүҙҙәрем уны рәнйетмәйәсәк. Йәшерәк саҡта ул ифрат ғәрсел, ифрат нескә күңелле ине. Күҙ йәше лә керпек осона ғына эленеп тора ине. Ҡайғыһы ишәйгән һайын, сабырлыгы арта барҙы. Башта Оло инәйем уны бөтөнләйгә үҙ урынына ҡалдырып китеп, ғәмен арттырҙы, күп тә < үтмәй, сәркәш Мортаза ағайым, урам һуғышында туҡмалыуҙан мандымай, вафат булды. Кесе инәйем


был ҡайғыларҙы ауыр ҙа, сабыр ҙа кисерҙе. Унан һуғыш. Сәлих ағайым, Ильяс ҡустым, мин— өҫөбөҙ ҙә яуға киттек. Ағайым ауыр яралар алып ҡайтты. Шул яралар уны, һуғыш баҫылғас, алып та китте. Ошо уҡ заманда атайым донъя ҡуйҙы. Был йыназаларҙың бөтәһе лә Кесе инәйемдең берҙән-бер йөрәге аша уҙҙы. Эйе, хәсрәттәр уҙа торҙо, ул һаман нығый барҙы. А

Кесе инәйемдең күҙ ҡарашы таш зыяратҡа туҡталды. Туҡталмаҫлыҡ та түгел шул. Уның ырыу ағасы инде дүртенсе быуынға һикерҙе, ә ҡороған тамырҙар, һынған ботаҡтар күпме! Ун өс баланың уныһы ла ана шул таш ҡойма эсендәге йәшел сирәм аҫтында. Бөтәһен дә хәтерләй китһәң... Инәйем өн- дәшм-әй. Моғайын, хәтерләүҙәргә бирелгәндер. Бына, Назияз күпере яғына әйләнеп, эйәге менән ымлап ҡуйҙы:

һине мин гел юғалтып яфаландым... Беренсе тапҡыр, әле ҡул балаһы сағыңда, Ҡара Яҡуптан ҡунаҡтан ҡайтышлай анау Назияз буйында төшөрөп ҡалдырғайным. Мин ойоп барғанмындыр, ахырыһы; күпер төбөндә сана һалыулап киткән дә һин юрғаныңа төрөлгән көйө осоп төшөп ҡалғанһың. Юҡлығыңды ҡапҡа төбөнә килеп туҡтағас ҡына белдек. Атты бороп, кире саптыҡ. Ярай төн айлы ине. Юлдан әллә ҡайҙа ситтә тәгәрәп ята инең. Уянмағанһың да хатта. Оло инәйеңдән йәшерҙек был хәлде... Ураҡҡа алып барһаҡ, арыш эсенә инеп аҙаштың, бесәнгә алып барһаҡ, урман араһына инеп юғалдың. Шишмә һабан туйында кәмитселәргә эйәреп юҡ булдың... Танауыңа еҫ керә башлағас, быраматта йөрөп олаҡтың, һуғышын әйтмәйем дә инде — йә хәбәрһеҙ зарыҡтырҙың, йә үле хәбәрең килде... Төштәремдә әле булһа һине юғалтам да ҡоттарым осоп уянам.

Мин уны йыуатмайым, сөнки бынан һуң да, югалмам, тип вәгәҙә итә алмайым. Юлдарҙа әле лә бит һикәлтәләр, һалыуҙар бар. Береһендә осоп төштөң ҡалдың булыр.

Уның теле асылып киткәндә, мин бүлдермәҫкә тырышам. Үҙенә кәрәген ялғар ҙа йәнә теҙер. Эйе, ялғап алып китте.

Ә анау тәрән соҡорҙо төшөп был яҡҡа кү- Ү


тәрелгәндә, һинең атайың менән тәү тапҡыр йөҙгә- йөҙ осраштыҡ. Ул саҡта мин утыҙ йәшлек тол ҡатын инем. Үҙебеҙҙең урам бисәләре менән, туғайҙа тал ҡайырыһы һыҙырып, ҙур-ҙур бәйләм ҡайыр күтәреп ҡайтып килә инек. (Ул заман, яҙға сыҡһаҡ, бөтә урамыбыҙ менән ҡайыр һыҙырыр инек. Вәликәй бай бәйләменә 15—20 тин бирә. Шуға ризабыҙ инде.) Ошо үрҙә генә ҡара ат атланған атайың елдереп ҡыуып етте. Мин унььҘЗылтыр Ильяс мәзиндәрҙә ураҡ өмәһендә күргәйнем, әммә һүҙ ҡатышмағайныҡ. Әле, аҙ ғына уҙа биреп, атын шып туҡтатты ла илдә булмаған хәтәр тәүәккәллек күрһәтте. Мин, ҡотом ҡасып, ҡурҡтым да, һоҡландым да быға. Күнме кеше алдында ят ҡатынға көпә-көндөҙ әмер бирҙе был:

— Вазифа, артҡараҡ ҡал әле саҡ ҡына. һөйләшәһе һүҙ бар! — тип бойорҙо, әммә тауышы яғымлы ине. Мин, ҡаушап, юлдаш бисәләремә ҡараным. Арабыҙҙа иң ҡыйыу иҫәпләнгән Ямал кәңәш бирҙе:

— Ниңә, ҡал! Тотоп ашамаҫ әле.

Мин туҡтаманым. Иптәштәремә эйәрә бирҙем. Атайың, таш һын төҫлө, ҡымшанмайынса ат өҫтөндә ултырып ҡалды. Бер аҙ атлағас, минең аяҡтарым тыңламаҫ булды, тыным ҡыҫыла башланы, йөрәк тибешем сикәмә килтереп һуғырға кереште. Ал- дымдагы үр текә ҡаяға әйләнде. Бара алмайым. Ҡайыр бәйләме, елкәмде баҫып, мине ергә бөгә. Туҡтаным. Шунда ук тояҡ тауышы мине ҡыуып етте.

Бир, ҡайырыңды эйәр алдына һалайым.

Мин ҡарыштым. «Үҙем...» — тигән булдым.

Бир! Йәнә бойорҙо ул. — һөйләшергә кә- рәк. Һин йөк күтәреп барғанда, мин нисек һөйләшәйем?

Минең ризалыҡты көтөп тормай, яурынымдағы йөгөмдө эйелеп алып, эйәр ҡашына һалды. Бындай сая ирҙе тәүтапҡыр күрәм, әммә уның саялығы мине кәмһетмәй. Шулай за зиһенем таралып төштө. Тик уның сал керә башлаған түңәрәк һаҡалын ғына шәйләйем. Нисәләрҙә бар икән?

һүҙ башламайынса байтаҡ барҙыҡ.

Минең әле һинең тауышыңды ла ишеткәнем юҡ... Ә күңелем күптән һиндә, — тине ул тыныс

ҡына. — Минең тормошомдо, булмышымды беләһеңдер. Бер ауылда йәшәйбеҙ бит. Әле яҙ. Йәй буйы уйла. Ризалыҡҡа ишараң булһа, яусы ебәрермен. Был аҙымды мин ғүмер иткән кешемдең фатихаһынан тыш яһамайым. Ҡабатлап әйтәм, миңә йәш бисә кәрәк булған өсөн генә һүҙ ҡатмайым, һин күңелемә индең, — ул көлөмһөрәп ҡуйҙы. — Мөхәббәт тип әйтһәм, минең йәштәге кешегӘ оят булыр. Ҡырҡ туғыҙҙамын мин.

Мин ауыҙ асып өндәшмәнем. Оялдым да, ҡыуандым да. Оялмаһам да, ни әйтер инем һуң? Шулай һыбайлы-йәйәүле анау Гөбөрнатыр урамына килеп индек.

- Йөгөңдө атайыңдар ҡураһына ташлап китермен, тине ул.

- Юҡ, рәхмәт. Үҙемә бир, — тинем. Ул ныҡышманы. Йөгөмдө йәнә яурыныма йөкмәнем. Иңбашымда ҡайыр бәйләме түгел, аҡҡош мамығы ине. Йөгөм ергә баҫмай, һауаға күтәрә. Бына ҡалай арбаны күңелемде һинең атайың. Үҙе атының муйынын шаҡарып борҙо ла кире артына тороп сапты. Күп тә үтмәй, Оло инәйең бик ышаныслы кеше аша миңә фатихаһын ебәрҙе...

...Фотограф, әле уңға, әле һулға сығып, әле ҡаршыға баҫып, йә эйелеп, йә сүгәләп, йә ергә ятып, шылт та шалт аппаратын шылтлатты. Кесе инәйем быны иғтибарһыҙ ҡалдырманы, тәүҙә үк башындағы яулығын төҙәтте, күлдәк итәгендәге һырҙарҙы ҡулы менән һыйпап ҡуйҙы. «Атайың мәрхүм менән бер генә тапҡыр ҙа карточкаға төшмәнек. Шуға үкенәм»,— тине ул үҙ-үҙенә. Фотограф вәғәҙәһендә торҙо, беҙҙең һүҙгә ҡыҫылманы, әммә байтаҡ йон- сотто. Аяғүрә баҫтырып та, атлап барған көйө лә төшөрҙө. Кешенең эше шул булғас, беҙ һуҡранманыҡ, күндек.


Дата добавления: 2015-11-04; просмотров: 34 | Нарушение авторских прав







mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.015 сек.)







<== предыдущая лекция | следующая лекция ==>