Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

К 97 Оҙон-оҙаҡ бала саҡ. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1981,—296 бит. 8 страница



Ғ1иҙәр генә күрергә яҙмаһын, дуҫымдың серен барыбер сисәсәк түгелмен. Ай күрҙе, ҡояш алды...

Минең күңелемә иләҫ-миләҫ уйҙар ҡағылып үткәнде дуҫым һиҙмәне. Уның үҙ һағышы үҙенә еткәйне.

— Әгәр ҡоштар булһаҡ, хәҙер үк осоп китер инек, — ти Әсғәт, һаман үҙенекен һөйләй. — Мин уны нисек тә күндерер инем.

— Ә һин ниндәй ҡош булырға теләр инең — шоңҡармы, аҡҡошмо әллә сыйырсыҡмы? — тим мин. Ул байтаҡ уйланйп тора. Шунан ғына яуап ҡайтара:

— Юҡ, мин барыбер ҡош булмаҫ инем. Ҡошҡа әйләнһәм, минең арттан килгән өйөрмә, мине тапмай, кире китер.

— Ниндәй өйөрмЪ ул?

63

 

14-се биткә. «Үҙе әле тыумаған да, уны инде ҡара урман эсендәге түңәрәк күл буйында... Аҡбуҙат көтә...»

— Икенсе серем ана шул өйөрмә инде. Антыңды ҡабатла!

— Икмәк өҫтө!

Әсғәттең арыҡ йөҙөнә ҡараным. Уның зәңгәр күҙҙәре шундай уйсандар.

— Мин бында түгел, башҡа илдә — ебәк үләндәр үҫкән, татлы емештәр бешкән сәхрә ерҙә тыуғанмын. Бер заман ҡаты өйөрмә сыҡҡан да, мине күтәреп, бейек тауҙар, сикһеҙ дарьялар, ҡара урмандар аша ошонда килтереп ташлаған. Минең урынға бынан икенсе малайҙы осортоп алып киткән. Тегегә рәхәт, миңә михнәт татытыу өсөн шулай иткән ул. Ваҡыты еткәс, беҙҙе яңынан алмаштырасаҡтар. Әгәр ҙә мин ят ерҙәрҙән килмәгән булһам, мине сит ояның себеше урынына шул саҡлы ҡыйырһытырҙар инеме ни? Беләм мин, бер ҡыйындың бер анһаты буласаҡ. Анау Ҡайынлы ҡул яғынан ғына өйөрөлөп килер ҙә ул өйөрмә мине алып та китер. Ғәрәсәт ҡупҡан һайын мин, аҙбар башына менеп, көтөп торам. Тик әлегә ваҡыты етмәгән. Бында әсәһе һыуым эселеп, йотаһы утым йотолоп бөтмәгән.

Минең йөрәгем жыу итеп китте:

— Улайһа, һине пәрей алмаштырған булып сыға... Улайһа, һин пәрей балаһы!..



— Юҡ, пәрей балаһы аҡ булмай, ҡара була. Әйтәм бит, мине бында бүтән донъянан, бәхетлеләр иленән, килтереп ташлағандар. Мине юллап табасаҡтар барыбер...

Бынан һуң бик күп дауылдар булды, өйөрмәләр уҙҙы, әммә улар минең дуҫыма теймәнеләр. Әсғәт үҙе лә ҡабатламаны был хаҡта — бер ваҡытта ла. Мин дә хәтерләтмәнем.

Яҙмыш менән бәхәсләшеп, беҙ үҫә барҙыҡ. Буйға еттек. Әсғәт уйсан тәбиғәтле, сабыр холоҡло егет булып китте. Кескәй саҡта уны атаһы: «Шайтан һабағына йөрөмә!» —тип мәктәпкә барыуҙан тыйҙы, һуңынан үҙе күңел һалманы. Ул хәреф таныр-таны- маҫ көйө ҡалды. Үҙе бөтә ауылда сәсән телле һүҙ оҫтаһы, йыр, таҡмаҡ сығарыусы булып дан алды. Шул әсе телле, тапҡыр һүҙе арҡаһында уға ара- тирә туҡмаҡ та төшкөләй торҙо. «Яҙығына күрә язаһы», — тип ул телен дә тыйманы, йәбер-йоборға ла иҫе китмәне.

64

Бер заман бөтә ил өҫтөнә көрән өйөрмә ябырылды. Ул. өйөрөлдөрөп-өйөрөлдөрөп, еләк кеүек егеттәрҙе алыҫ яҡтарға алып китте. Бәхет иленән түгел, бәхетһеҙлек иленән килгәйне был ғәрәсәт. Ул, киреһенсә, беҙҙе рәхәтлек донъяһынан хәүеф донъяһына олаҡтырҙы. Әсғәт тә инде ебәк үләнле ғәзиз тупраҡтың үҙ аяғы аҫтында икәнен күптән аңлағайны. Шул өйөрмә ҡаҡҡылап-һуҡҡылап беҙҙе. ир итте. Кайһыларыбыҙға әжәлдән, ҡайһыларыбыҙға дандан өлөш сыҡты. Әммә бөтәһенән дә юғарыраҡ күтәрелеп тыуған тупраҡтың изге нуры тереләрҙең рухын, үлеләрҙең гүрен яҡтыртты.

Бик күптәребеҙҙе утлы өйөрмә кире әйЛәнеп ҡайтмаҫ ерҙәргә алып китте. Әсғәт тә хәбәрһеҙ ғәйеп булды. Юҡ, быға ышанып булмай. Ул хәбәрһеҙ юғала торғандарҙан түгел ине. Күрәһең, уның күҙҙәренең зәңгәрлеге ҡайҙалыр күктәрҙең зәңгәрлеге менән барып тоташҡандар. Үлгәндә ул ерҙә ятып, тартышып, сәбәләнеп, сырай һытып үлмәгәндер; йә һыбай елеп барғанда эйәр өҫтөнән атылып төшкәндер, йә самолетта осоп килгәндә һауала дөрләп янғандыр. Ул яҡшы күңелле, матур кеше ине. Сибәр түгел, матур ине. Яҡшы күңелле матур кешенең йәмһеҙ үлеүе мөмкин түгел. Ул шағир ине. Шағирҙең йәмһеҙ үлеүе мөмкин түгел.

Әсғәтте заман соңғолона бөтөнләй батгы тиһәм дә, байтаҡ йылдар уҙғас, уның тураһында, күҙгә күренмәҫ ел һымаҡ, ҡолаҡ ишетмәҫ нур һымаҡ, бер хәбәр ил өҫтөнән һаҡ ҡына тирбәлеп үтте. Уны ғаләм төпкөлөнә юл ярған аҙамат ирҙәрҙең береһе килтергән, тинеләр. Имеш, баяғы ғаләм аҙаматы алыҫ галактикаларҙың алыҫында планетанан-пла- нетаға һикереп атлап барған етен сәсле, зәңгәр күҙле, һыңар ҡолаҡлы йәш егетте шәйләп ҡалған. Ҡулында уның һүнмәҫ сырағы бар икән. Шул сырағы менән егет йыһандағы һүнгән йондоҙҙарҙы берәм-берәм яңынан тоҡандырып, һүнә барғандарына ут өҫтәп йөрөй икән. Быныһына ышанырға була. Сөнки ул шағир ине. Тимәк, шағир үҙенең төп эшенә тотонған...

65

МӘСХӘРӘ

ИТЕЛГӘН

ҠАЛА

Өй артында тыңҡыш Вәлетдин утын киҫә. Бер саба ла күккә ҡарап ялбара:

— И һауа! Йә мине ал, йә ошо ҡартнәйемде ал! Тота ла утын киҫергә ҡуша, тота ла утын киҫергә ҡуша...

Ул түмәрҙәге ҡоро ҡайын ағасына киҙәнер-ки- ҙәнмәҫ кенә йәнә саба. Ағас бирешмәй, бары һикереп кенә ҡуя.

— Ағасы ҡаты, балтаһы үтмәҫ, — тип зарлана ул, — ниңә бөтәһе лә бер миңә генә шулай тиҫкәре килә икән?

Вәлетдин ҡайышланып бөткән түбәтәйен башынан алып ергә атты. Түбәтәй төшкән урында, нигеҙ буйында, борҡолдап туҙан күтәрелде. Ул тағы ла зәп-зәңгәр күккә төбәлде. Әллә ҡайҙа алыҫҡа китеп аҙашҡан күҙҙәренән ҡапыл мөлдөрәп йәштәр аға башланы.

— И һауа, бер етемеңде генә — минең үҙемде генә ал һин. Ҡартнәйем бында тороп ҡалһын. Бер яңғыҙы ғына рәхәт сигеп йәшәһен әйҙә — бөтә мал- тыуарға баш булып! Ишетәһеңме, һауа?

Вәлетдин мәлйерәп бөткән оләсәһе Ғизелниса ҡарсыҡ менән икәү генә тора. Атаһы уның герман һуғышынан ҡайтмаған, әсәһе Күсем ауылына кейәүгә сығып киткән. «Мал-тыуар» тигәндәре һыңар мөгөҙлө һары кәзә. Әммә кәзәһе кәзә ише генә түгел инде, торғаны менән бер ҡоралай. Бөтә ауылдың көтөүен эйәртеп йөрөтә. Шуның менән Вәлетдин маҡтанып туя алмай: «Беҙҙең һары кәзә бөтә көтөүҙең батшаһы ул, ҡайҙа теләй, шунда алып бара һеҙҙең күпкәк, наҙан һыйырҙарығыҙҙы, томана һарыҡтарығыҙҙы... — ти, — һөтө самалы булһа ла, тот-

66

кан дәрәжәһе, ҡылған ҡылыҡтары дан уның», —

ти.

«Ҡылған ҡылыҡтары дан уның...» — ти. Дан уҡмы икән? Юҡҡамы анау көндө Кесе инәйем ҡатындар собраниеһенән һуңлабыраҡ ҡайтҡас, атайым, мыҫҡыллай биреп, әйтә һалды: «Былай эш ташлап, собраниейәргә йыш йөрөй башлағас, бисәкәй, Ғи- юлниса кәзәһенә әйләнеп ҡуймаһаң ярай ҙа...» Кесе инәйем һе тип көлөп ҡуйған булды, бик үк көлгөһө килмәһә лә...

Мин Ғизелниса әбейҙәрҙең өй мөйөшөнә һөйәлеп торам. Вәлетдин, ни эшләптер, мине һаман йүрмәй. Ул балтаһын ташланы ла лып итеп түмәргә ултырҙы. Вммә ике яңағы буйлап күҙ йәштәре туҡтауһыҙ аға бирҙе. Байтаҡ шымып торғас, ул башын тағы ла югарыға сөйҙө:

— И һауа,— тине,— баяғы һүҙҙәремде мин кире илам. Ҡалдыр беҙҙең икебеҙҙе лә ошонда. Юғиһә ҡартнәйемә 1йинһеҙ үтә ҡыйын булыр. Ике етем бер үкһеҙ булып йәшәрбеҙ әле шунда...

Мин сыҙай алманым, Ғизелниса әбей менән Вә- летдинде йәлләп илап ебәрҙем. Шул саҡ Вәлетдин тертләп китте, минең яҡҡа әйләнеп ҡараны. Башта ул әллә хәүефкә төштө, әллә асыуы тоҡанды — атылып урынынан торҙо. Сит заттың бары «мин ге- нә» икәнен күргәс, тыныслана бирҙе:

— Кем тейҙе!—ти ул йомшаҡ ҡына.

— Теймәне.

— Ә ниңә балауыҙ һығаһың?

— һин илағанға... һүҙеңде кире алып яҡшы иттең. Нимә ҡалған һиңә унда боҙло һауала?

Минең кешегә ҡушылып, кеше өсөн әрнеп ила- уым, бәлки, ғүмеремдә беренсе тапҡыр ошо булғандыр. Ә кешегә ҡушылып тәүтапҡыр ҡасан йырлағанмындыр, уныһын хәтерләмәйем, һуңыраҡ, күп замандар һуңыраҡ, булғандыр быныһы...

— Мин дә иламаным, һин дә иламаның. Төшөндөңмө? — тине Вәлетдин. — Йәш ағыҙып тороу ир- ит эше түгел.

Төшөндөм, — тип баш ҡаҡҡан булдым, төшөнөп үк етмәһәм дә... Ул саҡта ла, һуңынан да төшөнмәнем мин быны. Имәндәй ирҙәрҙең иңрәп илағанын күргәндә мин һис тә ғәжәпләнмәнем,


уларҙы ғәйеп итмәнем. Таштан һытылып һыу тамсыһы сыҡһа, мин әйтер инем: күрәһең, шулай тейештер, тимәк, башҡаса мөмкин түгелдер...

— Ошо ағасты өс сабыуҙа ҡырҡып сығармаһаммы— исемем Вәлетдин булмаһын!—тип ул өс тапҡыр усына төкөрҙө. Балтаһын алды ла, ажарланып, һелтәп ебәрҙе. Ҡырҡылған утын ағасы түмәрҙән осоп та төштө. Бынан ары Вәлетдин саба торҙо, сапҡан һайын бер утын ағасы ситкә тәгәрәй торҙо. Ни хикмәт был? Шул арала әллә ағас йомшарҙы, әллә балта үткерләнә төштө.

Ғизелниса әбей ишек алдына сығып баҫты. Ейәненә ҡарап һоҡланып бөтә алмай:

— Бына ниндәй ул минең уңғаным, минең тың- сылым! Эшләгәндә йөрәккәйҙәре елкенеп тора бит уның! Таянысым, алтын бағанам минең... Хатта түбәтәйҙәрен һалып ташлаған. Киҫкән утыныңды инде кертеп тә бирһәң...

— Мин үҙем! — тип шунда уҡ утын ағастарын ҡосағыма тейәй ҙә башланым.

— Затың игелек күрһен, балам, итәғәтле икәнһең,— тип әбей мине лә маҡтап алды. — Ҡылған эшең — кешегә, килгән сауабы — үҙеңә! — Шуны әйтте лә кире өйгә ыңғайланы.

Ә тигәнсе ике ҡосаҡ утынды кертеп тә ташланым.

Вәлетдиндәрҙең иңе-буйы бер ҡолас ҡына өйҙәре беҙҙең төп төйәгебеҙ ул. Үрге ос малайҙары йәйен- ҡышын ошонда. Бында иркен. Тыйыусы, орошоусы юҡ. Шуға күрә Ғизелниса әбейҙең бәләкәс кенә йомошон да ҙур итеп башҡарырға әҙер торабыҙ. Дөрөҫөн генә әйткәндә, уның сибек кенә «алтын бағанаһы» былай уҡ ҡысҡырып маҡтарлыҡ түгел — эш яғынан. Холҡона килһә, йомош тыңлай, холҡона килмәһә, хыт үлтер һин уны, ҡыл да ҡыймылдатмай. Тиҫкәрелек уға төйөп, тыңҡыслап тултырылған.

Беҙ бер йыйыла башлаһаҡ, мал һуйған ергә ябырылған ҡарабаш турғайҙар һымаҡ, хәҙер тупланып алабыҙ. Минән һуң Хәмитйән, уның артынса уҡ Шәйхаттар, Ибраһим менән Әсғәт, Хөсәйен Мөхәррәме, Аҡ Йомағол Әнүәре, тағы бүтәндәр килДе. Иң һуңынан башлыҡ үҙе күренде.

Төшкә саҡлы беҙ төрлөбөҙ төрлө ерҙә йә ҡулдан килгәнсә эш эшләйбеҙ, йә ваҡ-төйәк уйын менән

мауығабыҙ. Ә киске яҡта бөтәбеҙ бергә йыйылабыҙ ҙн, ике төркөмгә бүленеп, «Герман һуғышы» тигән иң ҙур, иң тамаша уйынды уйнайбыҙ. Мин ҡеүәтле «Рукавказ» булыр сәғәтемде көтөп ала алмайым. I ИК шуныһы алама: мине төркөмдән-төркөмгә күсереп йөрөтәләр — берсә «Рәсәй» ҡул аҫтына, берсә «Германия» ҡул аҫтына килеп эләгәм. Ҡайҙа эләкһәм дә, сәмләнеп аяуһыҙ һуғышам мәгбр: танау канамай, күҙ-баш күгәрмәй ҡалған саҡ һирәк була. М га төймәләрен әйтеп тә тораһы юҡ, ҡырыла ғына. Оло инәйем тағып өлгөртә алмай.

«Герман һуғышы» башланыр алдынан ғьнта, тыны бөтөп, Ҡотло ҡул Насип килеп етте. Ирмәк ул Насип. Ниндәй генә нәмәгә тотонмайыҡ: «Малайҙар, мин ҡул башлайым әле, минең ҡулым ҡотло», — тип инәлә. Балыҡҡа барһаҡ, тәүҙә ул ҡармаҡ һалырға ашыға: «Минең ҡулым ҡотло, балыҡ бөтә- беҙгә лә илереп ҡабасаҡ», — ти ул. Ҡалҡыуысы сәп Итеп күл өҫтөнә килеп тә төшә. Төшә лә шунда уҡ йоҡоға тала. Бүтән ҡалҡыуыстар ҙа ҡымшанмай ултыра. «Хәҙер... хәҙер... —тип бышылдай Насип.—• Беҙҙең сабырлыҡты һынай ул балыҡ. Сабыр иткән — моратына еткән...» Сабыр итәбеҙ, әммә моратҡа етеп булмай. Урманға ҡаҡыға барһаҡ, әлеге Насип алға сыға: «Беренсе ҡаҡыны мин өҙәйем инде, малайҙар, минең ҡулым ҡотло, һеҙгә лә игелеге тейер», — ти. Әммә төрлөсә тура килә — йә тейә игелеге, йә теймәй. Ә былтыр арыш урағына төшкәндә, был: «Атай, тәүге усманы мин урайым әле, минең ҡулым ҡотло бит, эш ырамлы булыр»,— тигән дә... тәү ураҡ һалыуы булған, һул ҡулының бәпес бармағын һөйәгенә еткәнсе ҡырҡып та сы- гарҒан. Ниҙәр генә күрмәй ул Насиптең ҡотло ҡулдары! Уҡ сүкеһә, сүкеш төшә, тауҙа таш өйөмөнән ҡош йомортҡаһы эҙләгәндә таш баҫа, хатта ишек асып япҡанда,- ишеккә ҡыҫыла. Ләкин ул ҡулдарының ҡотона ихлас ышана. Насиптең гел шулай тығылып барыуы минең әсемде бошора. «Үҙен күрһәтергә ҡалайыраҡ тырыша...» — тип асыуым килә. Тик байтаҡ замандар үткәс кенә Насиптең ошо ҡылығы уның үҙенә түгел, бүтәндәргә ҡот теләүе икәнеп аңлаясаҡмын. Ҡулдарының ысынлап та ҡотло булыуын ул бер са-ң ғүмерлеккә иҫбат итәсәк...

«Герман һуғышы» тоҡанырға торғанда ғына, Ҡотло ҡул, тотлоға-тотлоға, шундай хәбәр һалды:

— Малайҙар! Әле генә Йоморо Талип менән атайым һөйләшеп торҙо. Йоморо Талип әйтә, ҡалала урыҫтарҙың ҡалас байрамы икән, ти, шул байрамда бөтә кешегә лә бушҡа ҡалас өләшәләр икән, ти. Бына шундай күперелеп торған ап-аҡ ҡалас. — Ул, ҡулдары менән самалап, ҡаластың бейеклеген күрһәтте.— Кәм тигәндә, тирмән ташы ҡалынлығы булыр ине.

Хәбәр ысынлап та шаҡ ҡатырлыҡ ине. Малайҙарҙың күҙҙәре түбәгә менде. Бөтәбеҙ ҙә бер юлы телдән яҙҙыҡ.

— Йә алдайҙыр әле!— Быны бөтә.нәмәнән дә гел файҙа ғына сығара торған Шәйхаттар әйтте. Ул Шәйхагтарҙың тимер конькиҙәре бар. Ҡыш көнө шуларҙы тағып Аҡ Йомағол тыҡрығынан ике тапҡыр шыуып төштөңмө, бер тинеңде түлә. Алты төшһәң, өс тин. Артығына ҡаҙна таҡыр. Ҡышҡа керһәм, мин шуның арҡаһында бөлөп бөтәм.

— Алдаһа, атайым ышаныр инеме ни? Алдағанға тамсы ла ышанмай ул.

— Йоморо Талщггең шыттыра торған ғәҙәте барын бар ҙа ул,— тине Шәһиҙулла, һүҙгә яңы ҡушылып, — әммә ҡалала ҡалас байрамы булыу ҙа бик ихтимал.

— Кәнишнә, ихтимал, — тип раҫланы башлыҡтың яраны Вәлетдин.

— Ни өсөн тигәндә?.. — Беҙҙең алға башлыҡ шундай һорау ҡуйҙы.

Беҙ бөтәбеҙ ҙә уның йоҡа ғына иренле ауыҙына төбәлдек. Ояһынан сыҡҡан сыйырсыҡ һымаҡ, бына- бына шул ауыҙҙан «ни өсөн?»дөң яуабы осоп сығасаҡ. Яуап сыҡманы, алға яңы һорау килеп баҫты:

— Ҡалас ҡайҙан килеп сыҡҡан?

— Ҡайҙан булһын, мейестән инде, — тип Ибрай тапҡыр яуап менән беҙҙең иҫте китәрмәксе булды.

— һин үҙең мейестән сыҡҡан, тик ашығыбыраҡ сығарғандар — бешеп етмәҫ борон... — Беҙҙең башлыҡтың теле ҡайһы саҡ әремдән дә әсе була.

— Уны ап-аҡ ондан бешерәләр, — тип аныҡланы Аҡ Йомағол Әнүәре. Шәһиҙулла уның һүҙенә ҡолаҡ та һалманы. Үҙенекен һөйләй бирҙе:


— «Ҡалас» һүҙе ул, егеттәр, «ҡала» һүҙенән килеп сыҡҡан. Йәғни ҙә «ҡаласа икмәк», «ҡала ншы» тигәнде аңлата.

Оһо, ниҙәр генә белмәй минең нәҫел Шәһиҙулла ш айым!

— Булһа тағы, беҙгә унан ни файҙа? — тип бая- Iы Шәйхаттар ҡыҫылды. — Әйҙәгеҙ, лутсы «Түбәтәй йэшереш» уйнаныҡ.

— Ҡасан, ти, һуң ул ҡалас байрамы?

— Әлләсе... Йоморо Талип атайыма үҙ ауыҙы менән ҡалас ашағанын һөйләне инде.

•— Ҡасан ашаған ул — кисәме, былтырмы, бө- Гвпмө? — Шәһиҙулла ҡыҙып-ҡыҙып төпсөнөргә тотондо. Насип ҡаушап төштө.

— Бөгөн һөйләгәс, бөгөн ашағандыр инде... Йә кисә ашағандыр,—тип мығырҙаны Насип. — Ул бит беҙгә ҡаланан ҡайтышлай һуғылғайны.

— Йоморо Талип йәренгә атасаҡ ҡуянын быйыл аттым тип һөйләһә һөйләр, тик былтыр атҡанды быйыл аттым тимәҫ. — Арабыҙҙа иң баҫалҡы Мөхәррәм бара торғас һүҙгә ҡушылды. Йәшкә ул Шәһиҙулла менән Вәлетдин самаһы. Буйға ла арыу ғына. Башлыҡтың әмер-өмөрҙәренә лә ыжлап бармай. Бәхәскә лә, уйынға ла һирәк ҡатнаша.

— Ә ҡуяны төптө булмаһа? — тип шик белдерҙе Шәйхаттар.

— Юҡты бар тимәҫ ул. Уның һүҙендә һәр саҡ бер хикмәт була...

— Иң дөрөҫөн үҙем әйтәйемме? — тип хәбәр һалды Вәлетдин.

— Әйт!

— Мин урыҫтарҙың ҡылығын белеп бөтөргәнмен. Улар байрам итә башлаһа, бер аҙнаһыҙ туҡтамай. Йәкшәмбенән йәкшәмбегәсә зыҡ ҡубалар.

Вәлетдин быныһын белеп һөйләй. Әсәһе кейәүгә киткәс, әле бәләкәйерәк саҡта, ул өс аймы, дүрт аймы рус ауылында приютта торған... Шунан инде сусҡа булып мырҡылдарға ла өйрәнеп ҡайтҡан. Һөләк килештереп мырҡылдай, оләсәһенең ҡотон алып бөтөрә. Тик русса һөйләшергә генә өйрәнә алмаған.


Дата добавления: 2015-11-04; просмотров: 73 | Нарушение авторских прав







mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.017 сек.)







<== предыдущая лекция | следующая лекция ==>