Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

К 97 Оҙон-оҙаҡ бала саҡ. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1981,—296 бит. 7 страница



— Әйҙә, улым, өйгә инәйек.

— Әл-лә арҡам!—тип ҡысҡырып ебәрҙе Әсғәт. Оло инәйем, етәкләп, уны өйгә алып инде.

Искәндәрҙәрҙең түр яғында һуҡыр лампа яна. Йорттағы барлыҡ йән эйәһе шаршау эсендә, ахырыһы. Шылт иткән тауыш юҡ. Был яҡта бер Искәндәр генә һике өҫтөндә теҙләнеп тиҫбе тартып ултыра.

— Тиҫбеңде ҡуйып тор әле, Искәндәр! — тине Оло инәйем, тауышын күтәрә төшөп. Теге тыңламаны.— һиңә әйтәмсе!—тип ҡабатланы.

Ҡарт тиҫбеһен ҡуйманы, шулай ҙа тартыуҙан туҡтаны. Алға һуҙылған ике ҡулының бармаҡтары, төймә тотҡан көйө бөгәрләнеп, ҡатып ҡалды.

— Әйҙүк, еңгә. Хуш... — тине, тешен ҡыҫып ҡына. — Түрҙән уҙ.

— Иманың бармы һинең? — Ул Әсғәттең буй- буй булып ҡан һауған арҡаһын асып күрһәтте. — Йыртҡыс һин. Улай тиһәң, йыртҡыс та үҙ балаһын был тиклем үк иҙеп, ңмгәтеп ташламаҫ, һин унан


да ҡанһыҙыраҡ. Хоҙайҙан ҡурҡмаһаң, әҙәмдән оялыр инең. Былай булғас, һинең мәсеттән сыҡмай намаҙ уҡыуың ҡороһон!

— Хоҙа ғәмәленә тел тейҙермә, еңгә. Тәңре ҡарғышы төшә күрмәһен...

— Ә һин әҙәм балаһын рәнйетмә. Әҙәм ҡарғышы төшһә, гүреңдә лә урын табалмаҫһың.

Оло инәйемдең былай асыуланғанын мин бер тапҡыр ҙа күргәнем юҡ ине. Әйтерһең, ул, бәпкәләрен яҡлап, төйлөгәнгә ташланған инә ҡаҙ. Бәпкәһе лә үҙенеке түгел бит әле. Үҙенеке түгел тимен дә... Моғайын, Оло инәйем Әсғәттең дә кендек әбейелер әле.

— Ҡара уны, — тип киҫәтте ҡартты, — бармаҡ менән сиртәһе булма балаға. Уның күңеленә хәҙер асыу сәсһәң, һуңыраҡ нәфрәт урырһың. Иң яман ҡаза — ата менән бала дошманлығы.

Искәндәр ҡарт бүтәнсә әрепләшмәне. Башҡа кеше уға ошолайыраҡ тел тейҙерһә, ҡарт пыр туҙыр ине. Минең Оло инәйемә ҡаршы әйтә алмай шул. Ауылда уға берәү ҙә ҡаршы әйтмәй..



— Әй, кем бар унда шаршау эсендә? — тип ҡысҡырҙы Искәндәр. — Ҡунаҡ килгәнен ишетмәйһегеҙме ни? Самауыр ҡуйығыҙ!

Теге яҡта нимәлер ҡыштырҙаны, нимәлер шылтыраны, ләкин яуап булманы. Оло инәйем Әсғәтте ҡулынан тотоп, һикегә ултыртты ла, беҙ ҡайтып киттек.

Өҙөлгән үгеҙ ҡойроғо төҙәләме, Оло инәйем? — тип һораным мин ҡайтып барышлай.

— Төҙәлә. Бөтәһе лә төҙәлә. Тик өҙөлгән өмөт менән ҡалған хәтер генә төҙәлмәй. — Уның был һуңғы һүҙҙәрен мин, әлбиттә, аңлап бөтөрмәнем.

Икенсе бәлә Әсғәткә иртәгә ғәйет тигәндә килде. Байрам көндө төштән һуң бөтә урамдағы малайҙар Аҡманай һыулауына ат йөҙҙөрөргә барабыҙ тип, алдан һөйләшеп ҡуйҙыҡ. Мортаза ағайым миңә лә күк алашаны биреп торорға вәғәҙә итте. Аҡманайҙа ат йөҙҙөрөү үҙе бер тамаша ул. Унда барғансы һәр малай үҙ атын ҡырғыслап таҙарта, ялдарын тегә- нәктәрҙән әрсей, хатта, ҡыҙҙар сәсе һымаҡ, толом- толом итеп үреп тә ҡуя. Ҡупшырат^тары әлеге толомдарға төрлө-төрлө таҫмалар ҙа тағып ебәрә.


Беҙҙекеләр улай ҡыландырғанды яратмайҙар. Мин күк алашаны буйым еткәнсә ерҙән, буйым етмәгән урындарын өҫтөнә менеп ҡырғысланым, һыла- ным-һыйпаным да Әсғәттәргә киттем. Әсғәттең инде арҡаһындағы ҡутырҙары ҡубып төшә башланы, йөҙөндәге ҡара янған урындар ҙа һарғылт зәңгәргә әйләнде. «Ни эшләнең?» — тип һорағандарға ул: «Үгеҙ һөҙҙө», — тип яуап ҡайтарҙы. Миңә-лә шулай әйтергә ҡушты. Бахыр үгеҙ өҫтөнә юҡ ғәйепте ташлап, ниңә алдашабыҙ икән беҙ? Быныһын мин аңлап еткермәйем әле.

Ҡура уртаһында, кейәү ҡуйынына инергә, әҙерләнгән кәләш һымаҡ, биҙәлгән һыңар күҙле ҡара бейә баҫып тора. Бейә түгел, торғаны менән бер картинка. Ике ҡолағына сигелгән суҡлы ҡулъяулыҡтар бәйләнгән, ялына аллы-зәңгәрле таҫмалар ҡушып үрелгән, хатта алғы бәкәлдәренә аҡ сепрәктәр уралған, ҡойроғона эреле-ваҡлы тәңкәләр тағылған. Үҙе ҡара һөлөк төҫлө йылҡылдап тора. Тик күҙ генә берәү. Уныһы ла, әмәлгә ҡалғандай, сылт-сылт йомолоп, эрен ағыҙа, ҡәһәрең. Был тиклем бай йыһаз ҡара бейәгә ҡайҙан килде икән, тиһегеҙме? Сама- лауы ҡыйын түгел: малайҙар ике апаһының да бирнә һандығына ярайһы гына тәрән сумып сыҡҡан булырға тейеш. Йә улай ҙа түгелдер. Йә апалары үҙҙәре биреп торғандыр. Әсғәт хәл эсендә ҡалғандан һуң, улар бөтәһе лә йомшара төштө.

Шундай итеп биҙәнеп-төҙәнеп, ҡупшылыҡтың сиген уҙған ҡыҫҡа муйынлы күпкәк ҡара бейәнең юкә нуҡтаһын ике яҡтан Ибрай менән Әсғәт.-тотоп алған. Улар, таҡмаҡ әйтеп, бер урында һикергеләп бейеп тора:

Һайт, ҡара юрға! һайт, ҡара юрға! Аҡҡош муйын, нескә бил,

Елде уҙып ел дә ел, һайт, ҡара юрға!

Тауис ҡойроҡ, шәм ҡолаҡ,

Бер аҙымы бищ булыр.

Уны менгән уҙаман

Хан ҡыҙына иш булыр.

һайт, ҡара юрға! һайт, ҡара юрға!

Алтын тояҡ, ебәк ял!

Бер мөләйем ҡараш һал! һал! һал! һал!

*


Ошо тиклем оло маҡтауҙы ҡара бейә аҙағына тиклем баш та ҡаҡмай, ҡойроҡ та ҡыймылдатмай, үтә тыныс, үтә сабыр тыңлап торҙо. «Бер мөләйем ҡараш һал! һал! һал! һал!» — тигән ялбарыу һүҙҙәрен ишеткәс кенә, тертләп киткәндәй итте. Шулай ҙа йырҙың күрәләтә ярамһаҡ булыуы оҡшаманы буғай бейәгә. Әсғәт яғына кинәт башын бороп, тегенең һул ҡолағын төбөнән үк умырып та алды, ә иртәгә ғәйет ине...

Быйылғы байрамдың ҡыҙығы булманы. Мин ҡай төкөрөп үткәрҙем, дуҫым ғүмерлеккә һыңар ҡолаҡлы булып ҡалды.

Күп тә үтмәй, Өс әтәс урамында Ҡәҙерғол ҡарттың ете йыл буйы бәпес килтермәй йөрөгән йәш бисәһе малай тапты. Мин һуңғы тапҡыр рәхәт сигеп бәпес һыйҙарында һыйландым, һуҡрана-һуҡрана бәпес мунсаһы керҙем. Ҡәҙерғол олатай хәлле тора, туған-тыумасаһы ла ҡалын. Күстәнәсте мул килтерҙеләр, әммә ҡоймаҡтары майҙа йөҙһә лә, хужаларҙың күңелдәре шатлыҡта йөҙмәне. Бойоҡ ҡаршы алдылар малайҙы. Оло инәйем менән бер әбейҙең аш өйөндә быш-быш һөйләшеүе лә миңә сәйер тойолдо.

— Суҡышына ҡара саҡ ҡына, торғаны менән ҡоҙғон заты бит, — тине теге ҡарһыҡ.

— Кемдән тыуһа ла, донъяға килгән, әхирәт, — тине Оло инәйем. — Ул үҙ теләге менән килмәгән, бүтәндәр теләгенән килгән, әммә ул барыбер үҙе өсөн тыуған, үҙ яҙмышы менән. Рәхим итеп, асыҡ сырай күрһәтеп, ҡабул ҡылығыҙ. Шик-шөбһә таратһағыҙ, бөтә ырыуығыҙ мәсхәрәгә ҡалыр. Ҡағып- һуғып рәнйетмәгеҙ — яҙыҡ төшөр. Белеп булмай, бәлки, ул бер изге рухлы бәндә булып китер. Хатта пәйғәмбәрҙәрҙең дә ҡайһы берҙәре шулай сит ел ҡағылыуҙан яралған, тип һөйләйҙәр.

Мин баш ватам: ни эшләп ул ҡоҙғон затынан икән? Ниндәй «сит ел»? Әллә был малайҙы берәй ҡош ояһынан алып ҡайттылармы икән, тиһәм... Юҡ инде! Имеш, бәпесте «ҡоҙоҡтан алалар» йәки «торна ояһынан барып табалар» тигән әкиәттәргә ышана торған замандар үтте инде. Кешенең нисек тыуғанын да, нимәнән тыуғанын да беләбеҙ хәҙер. Шуға күрә «ҡоҙғон заты» тигәне аҡылға һыймай ҙа. Ошо


аҡылға һыймаҫ нәмәнең серенә бер нисә йыл үткәс тә төшөндөм. Баҡһаң, бөтәһе лә яп-ябай ғына икән...

Ҡәҙерғол ҡарттың ҡойроғона Ҡоҙғон ҡушаматлы Исмәғилдең ҡойроғо килеп тоташа тиерлек. Ике арала йырғанаҡ ҡына, йырғанаҡ төбөндә сылтырап ағып ятҡай йылғасыҡ ҡына бар. Күрәһең, йырғана- гы артыҡ тәрән, йылғасығы артыҡ киң түгелдер. Ҡәҙерғол ҡарт ҡалаға он һатырға киткән төндәр самаһыҙ ҡараңғы ла, самаһыҙ яҡты ла булмағандыр. Аҙашмай күрешерлек кенә, аулаҡта ышыҡла- нырлыҡ ҡына, йәғни тап-таман ғына булғандыр ул төндәр. Әй, нимә эшләп имеш-мимеш һөйләп торам әле мин бында! Ҡайһылай булғанын мнн күргәнме лә, мин күҙәткәнме? Кеше һүҙе кеше үлтерер, ти...

Ишмырҙа исемле малай ай үҫәһен көн үҫте. Үҫкән һайын Ҡәҙерғол күңелен яулай барҙы, иң яратҡан улына әйләнде. Ишмырҙа тәүтапҡыр атҡа атланғас, Ҡәҙерғол ҡарт үҙенең ҡорҙаштарына ошондай әңгәмә һөйләгән, имеш. «Ишмырҙаның әсәһе килен булып төшкән яҙҙа, — тигән ул, — минең картуф баҡсаһында бер алмағас һабағы баш төртөп сыҡты. Ултыртҡан, сәскән нәмәм түгел. Орлоғон хоҙайҙың рәхмәте менән, күрәһең, ҡайҙандыр ел килтереп ташлағандыр. Күпме ҡырау, күпме боҙ- ямғыр күрҙе ошо зәғиф кенә һабаҡ. Эҫе елдәр көйҙөрҙө, һалҡын елдәр өшөттө. Анау ҡыштағы зәһәр һыуыҡтарҙа оло алмағастар туңып ҡороно. Был тороп ҡалды. Барса михнәттәр менән алты йыл алышты ла, етенсе яҙҙы сәскә атып, йәйен емеш бирҙе. Ошо йәйҙә тәңре миңә кесе улымды бүләк итте. Бөтәһе лә күктәгеләр ихтыярында, бөтәһе лә ел иркендә».

— һай-һай,—тип баш сайҡай донъя күргән кешеләр, — алмағас хикәйәтен ҡарт үҙ теле менән үҙе һөйләмәҫ, уның теле менән бүтәндәр лаҡылдайҙыр, моғайьш.

Шулай булыуы ла ихтимал. Ҡорҙа ултырып Ҡәҙерғол ауыҙынан үҙем ишеткән һүҙ түгел. Әммә Ишмырҙа, михнәт-яфа күрмәй, үҫә бирҙе...

...Ана шул Ишмырҙа һыйынан мин Әсғәткә лә байтаҡ өлөш сығарҙым, һуңғы барыуҙа, ике кеҫә тултырып, баллы сәксәк алып ҡайттым. Бер кеҫәһен һылыуым менән ҡустыма бүлеп бирҙем, икенсеһенә


теймәнем. Кискә табан күк алашаны Тау артына сығарып тышайым тип барғанда, Губернатор урамына инеп, Әсғәткә һуғылдым. Ул да ҡара бейәгә атланып сыҡты. Тәрән соҡор аръяғына илтеп аттарҙы тышаулағас, беҙ үлән өҫтөнә ултырҙыҡ. Мин дуҫыма тигән күстәнәсте алмаҡсы булып, кеҫәмә тығылдым, ләкин баллы сәксәк, тоташы менән уҡмашып киндергә йәбешкәйне. Кеҫәне бөтөнләй өйләндергәс кенә, беҙ уны ҡуптарып ала алдыҡ. Күстәнәстең яртыһын бүлеп, Әсғәт миңә һуҙҙы.

— Боғаҙыма еткәнсе тығындым, бына!—тип ауыҙҙы асып күрһәттем.

Ул һәр ваҡыттағыса, ашыҡмай ғына, ҡәҙерләп кенә ашарға кереште.

— Миңә бөгөн тағы эләкте, — тип хәбәр һалды дуҫым, ҡолаҡһыҙ яңағын һыйпап.

— Нимә өсөн?

— Йыр өсөн. Иртән торғанда атайым башы- күҙе менән ҡаҙ мамығына батҡайны. Төндә уның мендәр тышы йыртылған икән. Мин шунда уҡ әйтә һалдым:

Атайымдың мендәре —

Пыр-пыр итә йөндәре,

Атай үҙе- пы.р туҙа Мендәренән элгәре.

— «һи, ауыҙыңа шайтан төкөргөрө!» — тип ҡыптыр ҡата менән ебәрҙе. Йән ергә килеп тейҙе. Бөгөлдөм дә төштөм. Үҙем дә иҫәр инде, бер телемде тыя алмайым.

Минең ҡаршыла ултырған етен башлы, һыңар ҡолаҡлы Әсғәт ҡапыл ҡарағанда бер тотҡаһы төшкән самауырға оҡшап китә. Батып барған ҡояш нурҙары ла, самауыр еҙендә сағылып уйнаған шикелле, уның сәс араһында йымылдай. Тау аҫтында, түбәндә, күҙгә күренер-күренмәҫ кенә шыйыҡ зәңгәрлек төшә.

— Анау зәңгәрлек, — ти Әсғәт, — ул күктән ҡойола. Көн буйы күк йөҙө ҡыҙа ла кискә табан, унан ҡубып, шулай зәңгәр туҙан һибелә.

Әлбиттә, дөрөҫөн әйтә ул. Юғиһә ҡайҙан сыҡһын ул зәңгәрлек? Ерҙән күтәрелһә, бары быу күтәрелер ине. Ер йөҙөндә ниндәйҙер моңһоу тынлыҡ ята.


Юғарыла болот та, түбәндә ел дә юҡ. Шул тынлыҡты ярып, бынан алыҫ түгел туғай юлы буйлап кемдер, үтә моңло, үтә зарлы итеп, йыр йырлап үтте. Һыбай бара булырға тейеш ул. Йәйәүле кеше былай уҡ иркен, былай уҡ яманһыу йырлай алмаҫ ине. Мин үҙем дә атҡа атланһам, йә шашып дәртләнәм, йә яман моңаям.

Беҙ йырҙың бары һуңғы һүҙҙәрен генә асыҡ итеп ишетә алдыҡ:

Суртан үрләй һыуҙың үренә.

Кеше кермәй кеше гүренә...

— Шәйхи малайы Рамазан был. -— Әсғәт йырсының тауышын шунда уҡ танып алды. — Атаһы мәрхүм тураһында зар илай ул.

Бөтәһен дә белә был- Әсғәт...

Бынан бер аҙна ғына әүәл бар ауылды тетрәткән шундай хәл булды. Кашафетдин менән Шәйхулла исемле ағалы-энеле ике кеше Лекаревка тигән рус ауылы янында Дим аша күпер һалып ята икән. Күпер бына-бына бөттө тигәндә, Кашафетдин, яҙа баҫып, һыуға ҡолап төшкән. Йөҙә белмәгән ағаһын ҡотҡармаҡсы булып. Шәйхулла Димгә һикергән. Шул сумыуҙан башҡаса ҡалҡмаған. Кашафетдин, улай-былай итеп, ярға килеп һуғылған. Ә Шәйхулла ғәйеп булған. Өс көн үткәс кенә уның кәүҙәһе ҡайҙалыр Дим түбәнендә килеп сыҡҡан. Ул башы менән йылға төбөндәге иҫке бағана осона барып һуғылған булған. Шунан һушы китеп, батып үлгән.

Рамаҙандың тауышы күптән тынды, ә һүҙе менән моңо күңелдә тороп ҡалды.

Кеше кермәй кеше гүренә...

— Әсғәт, ә, Әсғәт, — тим мин ойоп ултырған дуҫыма, — ә бит уйлап ҡараһаң, Шәйхи үҙ гүренә түгел, ағаһының гүренә ингән. Үлергә Кашафетдин ағай тейеш булған.

— Әллә инде, — Әсғәт баш сайҡаны, — быныһын мин белмәйем. Оло инәйеңдән һорарға кәрәк. Кеше тыуыуы тураһында ул бөтәһен дә белә, үлем тураһында ла, моғайын, беләлер.

Ләкин был турала мин Оло инәйемдән һораманым. Үлем тураһында төпсөнгәнде яратмай ул.

61

Байтаҡ һүҙһеҙ ултырғас, Әсғәт ниндәйҙер серле лә, шомло ла тауыш менән һәйләргә тотондо.

— Мин бит бында үҙем өсөн йәшәмәйем, бүтән бер малай өсөн йәшәйем. Әгәр һаҡларҙан булһаң, ике серемде һөйләйем һиңә. Антмы?

— Икмәк өҫтө.

— һин бит үрге остағы сөм-ҡара сәсле, сөм- ҡара күҙле Фәриҙә ксемле етем ҡыҙҙы беләһең. Уларҙың йорто бейек...

— Беләм.

— Шул Фэриҙәне үгәй әсәһе көн һайын йә әрләй, йә туҡмай. Минең шикелле бәхетһеҙ ул. Беҙ етем Фәриҙә менән икәү бер ишбеҙ. Миңә ул хаҡта анау Әүлиә шишмәһе янындағы йәшен һуҡҡан ҡуш ҡайындың береһе әйтте. Донъяла минең иң ҡыҙғанған кешем — ана шул ҡыҙ. Үҙемде лә был тиклем үк йәлләмәйем. Уның хаҡында мин йыр ҙа сығарҙым.

Бейек-бейек ыҙмала Йәштәр түгә ҡыҙ бала.

Йәштәр түккән ҡыҙ баланы Күңелдәрем ҡыҙғана..

Ошо йырҙы йырлайым -да, үҙем илайым.

— һинең илауыңдан уға ни файҙа?

— Әлегә файҙа юҡ. Үҫеп буйға еткәс, мин уға ғашиҡ буласаҡмын. Шунан бер көндө, йәйге ҡояш яңы ғына сығып килгән бер мәлдә, мин уны етәкләп аласаҡмын да ҡояшҡа ҡарай китәсәкмен. Беҙ үргә, гел үргә менәсәкбеҙ. Баш особоҙҙа өҙлөкһөҙ ҡоштар һайрап торасаҡ, алдыбыҙҙа пырылдап аҡ күбәләктәр осоп, беҙгә юл күрһәтеп барасаҡ. Беҙҙең ҡыуанысты күреп, сәскәләр баш эйәсәк, йыландар ояларына, бүреләр өңдәренә ҡасасаҡ. Беҙ донъяның иң бейек түбәһенә — Ҡыҙҙар тауынан да бейегерәк тау башына менәсәкбеҙ, хатта күк үҙе түбәндә тороп ҡаласаҡ. Бынан бөтә йыһандың бөтә ауылдары, бөтә ҡалалары күренеп торасаҡ. Тау башын ҡуйы оҙон үлән ҡаплаған булыр. Саҡ ҡына эйелһәк, ул беҙҙе бөтөнләй күмәсәк. Ана шул үлән араһында боҫоп ҡына уның һул битен үбеп аласаҡмын, һул битендә уның матур миңе бар...

— Фу! Тапҡанһың һәнәр... — Әсғәттең үбешеүе миңә оҡшаманы. Ҡуйы үлән араһына йәшеренеп,

62

үҙен үптереп торған Фәриҙәнең ҡылығы иһә бөтөнләй йәмһеҙ күренде.

— Ғашиҡтәр үбешергә тейеш. Үбешмәйенсә булмай ул. Мин бит әле түгел, үҫкәс... Фәриҙә әгәр етем булмаһа, үгәй әсәһе уны йәберләмәһә, бәлки, мин уға ғашиҡ тә булмаҫ инем... Бәхетле кешегә минең дә кәрәгем бер тин. Теге ҡуш ҡайындың береһе миңә йәнә шуны әйтте: «БерәүҒә берәү кә- рәк, ҡыйышҡа терәү кәрәк», — тине. Фәриҙә менән минең ише ҡыйыштар бер-береһенә терәү булырға тейеш. Тик был хаҡта кешегә һөйләмә инде.

— Ант!—тинем.— Антҡа ышанмайһыңмы ни?

— Ышанам да.

Әсғәттең был «сер»е, ниңәлер, миңә оҡшап етмәне. Беләм, ул теләһә, Фәриҙәне иң бейек тауға ла алып менер, ҡояш нурҙарына ла сорнар, һайрар ҡоштар ҙа тотоп бирер уға, шишмәләрҙән отоп алған йырҙарын да йырлар. Күк түбәндә, улар юғарыла булыр. Ҡөҙрәте сикләнмәгән уның.

Әммә ул Фәриҙәне мин дә беләм. Улар йорто тураһынан уҙғанда, түбәтәйемде төҙәтеберәк, ҡуп- шыраҡ итеп кейәм, танауҙы ла һирәгерәк тартырға тырышам... Юҡҡа асты Әсғәт был «сер»ен. Тимәк, мин сөм-ҡара сәсле, сөм-ҡара күҙле, һул битендә ҡара миңе балҡып торған етем ҡыҙға тиң түгел, сөнки мин яфа сикмәй йәшәйем.


Дата добавления: 2015-11-04; просмотров: 36 | Нарушение авторских прав







mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.017 сек.)







<== предыдущая лекция | следующая лекция ==>