Студопедия
Случайная страница | ТОМ-1 | ТОМ-2 | ТОМ-3
АрхитектураБиологияГеографияДругоеИностранные языки
ИнформатикаИсторияКультураЛитератураМатематика
МедицинаМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогика
ПолитикаПравоПрограммированиеПсихологияРелигия
СоциологияСпортСтроительствоФизикаФилософия
ФинансыХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника

К 97 Оҙон-оҙаҡ бала саҡ. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1981,—296 бит. 9 страница



— Бөгөн ни көн? —тигән һорау ҡуйҙы башлыҡ.


— Йома. Атайҙар бая өйлә намаҙын мәсеттә уҡыны, — тип раҫланы Әсғәт.

— Раҫ шулай булғас, ҡалас байрамы әле бөтмәгән,— тигән һығымта сығарҙы Шәһиҙулла. Уның йөҙөндә ниндәйҙер тантаналы балҡыш сағылып уҙҙы. — Кем дә кем туйғансы ҡалас ашарға теләй, шулар минең уң яҡҡа баҫһын!

Шәйхаттар менән Мөхәррәмдән башҡаларыбыҙ, йылғаға төшөп барған өйрәк балалары һымаҡ, башлыҡтың уң яғына теҙелдек.

— Ә һеҙ алҡымығыҙға еткәнсе ҡалас тығынып майымланығыҙмы ни? —тине Шәһиҙулла тегеләргә.

— Бармамдыр, шәт. Бер ҡалас ашауҙан мал яуамы?—тип Шәйхаттар яурындарын йыйырҙы.

— Бөгөн кис атайым менән Өршәк тирмәненә арыш тарттырырға китәбеҙ, — тине икенсеһе. — Арыш икмәгенән айырмаһын хоҙай.

...Бер тапҡыр ҡалас ашау өмөтө менән беҙ егерме биш саҡрым ергә йәйәү барырға әҙербеҙ. Тамаҡ- һаулыҡмы, ҡомһоҙлоҡмо, иҫәрлекме был? Әллә башҡа берәй нәмәме? Мин хәҙер үткән ғүмерҙең сал түбәһенән артҡа әйләнеп ҡарайым да шундай фекергә киләм: хикмәт бөтөнләйе менән ҡаласта булмаған, хикмәт беҙҙә, беҙҙең рухта булған. Ун михнәттең араһында бер рәхәттең ҡәҙерен, йөҙ әсенең эсендә бер татлының тәмен белеп үҫкәнбеҙ беҙ. Шуға күрә лә һуңыраҡ, башҡа аң, йөрәккә дәрт ингәс тә, беҙ әсәйҙәребеҙҙең бер фатихаһы хаҡына мең һынау үтергә әҙер булдыҡ, һөйгәндәребеҙҙең күҙҙәренә тик бер генә тапҡыр тултырып ҡарау өсөн, күкрәктәрҙәсе асыҡ яраларыбыҙҙы устарыбыҙ менән ҡыҫып, меңәр саҡрымлыҡ араларҙы араға һанамай, һуғыш ҡырынан бер генә көнгә, бер генә сәғәткә тыуған төйәктәребеҙгә ынтылдыҡ, һәм, аҙаҡ килеп, Тыуған илдең бер генә ус тупрағы, бер генә тамсы һыуы, бер генә һулам һауаһы өсөн, Ватан ҡабул иткән саҡта, бөп-бөтөн көйө ғүмерҙәребеҙҙе бирҙек...



— Шәһиҙулла! Әллә тоҙло һыу һипкәндәр инде шул Ғизелниса тупһаһына? Нисә ҡарама шундалар. Атайың бәлтерәп ҡайтты, ана, атты туғар! Береһе иҫерек, икенсеһе иҫәүән, өсөнсөһө бырамат — ни ҡылайым инде шулар менән? Шәһиҙулла, тим!.. —

72

Башлыҡтың әсәһе Миңлекәй еңгә урамдың теге игында шулай һамаҡлап һөйләй. Уның тауышы бөтә ауылға ишетелеп тора. Шул арҡала уларҙың өйөндә һис ваҡытта ла сер ятмай.

— «Герман һуғышы» булмаясаҡ, —тип белдерҙе башлыҡ. — Иртәгә көтөү ҡыуғанда ҡала ҡапҡаһы янындағы ҡом баҙына йыйылабыҙ, ҡалас мейестән сығыуға, ҡалаға барып етергә кәрәк...1' Ҡарағыҙ уны, артыҡ-бортоҡ кеше белмәһен. — Ул, ниңәлер, Шайхаттар менән Мөхәррәмгә һөҙә биреп ҡарап ҡуйҙы.

Беҙҙә лә уйын ҡанғыһы ҡалманы. Берәм*берәм өйҙәргә таралыштЫҡ.

рына оҙаҡ-оҙаҡ көттөрөп төн дә килде. Мин йоҡлап китергә ҡурҡып ятам. Уяулығымды Оло инәйем һиҙмәһен тип, тын да сығармайым. Ул ауыҙ эсенән генә доға уҡый. Уның бышылдауы ниндәйҙер шом тыуҙыра миндә: әйтерһең дә, Оло инәйем төнгө рухтар менән һөйләшә. Тик тәҙрә төбөнә төшкән ай яҡтыһы ғына бер аҙ шиктәремде тарата. Ҡустым менән һеңлем күптән инде сәбәләнә^сәбәләнә йоҡлай.

— Ниңә шулай боҫтоң, синнай? Ниңә йоҡламайһың?— тине Оло инәйем. (Бәләкәй саҡта уның «синнай» тигән һүҙен аңламай инем. Баҡһаң, ул рустың «ценный» — «ҡиммәтле» тигәне булып сыҡты.)

Мин өндәшмәйем. Өндәшһәм, бөтәһен дә һөйләп бирермен тип ҡурҡам. Бүтәндәр алдында хәрәмләшкәнем дә, хәйләләшкәнем дә, алдашҡаным да бар. Оло инәйем алдында шуларҙың береһен дә ҡыла алмайым.

— Иртәгә ниҙәр ҡыйратмаҡсы булып ятаһың?

Йөрәгем жыу итеп китте:

— һин уны ҡайҙан беләһең?

— Беләм инде.

...Оло инәйемдең зирәклегенә бына әле хәҙер килеп ғәжәпләнәм, хәҙер килеп һоҡланам. «Кисә ярамаған ниндәй эш ҡылдың, шулай йоҡоларың ҡасырлыҡ?» — тип һораманы ул. Сөнки кескәй бала уҙғанды ҡат-ҡат хәтерләү менән мауыҡмаҫ, тик алдағыңа ғына алғыҫыр, үткән менән түгел, көткән менән йәшәр уЛ...

73

— Дөрөҫ беләһең, Оло инәйем. Беҙ иртәгә бөтә малайҙар — Шәһиҙулла ағайым да — ҡалаға, урыҫтарҙың ҡала байрамына барабыҙ. Бушлай ҡалас ашарға.

— Уларҙың ҡалас байрамы яҙ көнө, йырғанаҡтар йырылғанда була, балам.

— Юҡ, әле була, иртәгә була. Йоморо Талип әйткән...

— һе, Йоморо Талип әйткәс ни... раҫтыр.— Күрмәһәм дә, һиҙеп торам: ул йылмайып ҡуйҙы. — Барығыҙ. Югергәндән бурҙайҙың табаны туҙмаҫ... Хәҙер йоҡла инде.

—- Йоҡлап ҡалһам һуң? Беҙ бит таң менән үк китәбеҙ.

— Ҡалмаҫһың, үҙем уятырмын.

Оло инәйем мине һары таңдан уҡ уятты. Ҡыҙыл сепрәккә төрөп, ҙур ғына бер икмәк тотторҙо.

— Кәрәкмәй, Оло инәйем, беҙ бит унда ҡорһаҡ тулғансы ҡалас ашарға барабыҙ, — тип ҡарыштым.

— Мә, ал әле, бик ауыр булһа, ярты юлға еткәс, берәй әрем төбөнә ҡуйып китерһең, ҡуяндар ашар. Әммә ярты юлға саҡлы ташлама, сыҙа. Сепрәген алып ҡайт.

Алһам да. Оло инәйемдең һүҙен йыҡмаҫ өсөн генә алдым инде ул икмәкте.

— Сепрәкте инде, Оло инәйем, буш көйө килтермәм, ҡалас төрөп килтерермен! — тип ҡыуандырҙым уны.

Мин барып етеүгә, ҡом баҙы тулы кеше ине. Минән һуң, гел төшөп йөрөй торған ыштанын күтә- рә-күтәрә, Аҡ Йомағол Әнүәре генә килеп өлгөрҙө. Ул Йомағолдар бөтә өй эҫтәре менән әрпештәр. Әнүәрен әйттем инде. Уның ағаһы Мозафар әле булһа танауын һөртә белмәй, апаһы Йәмлегөлдөң гел генә сабата бауы сиселгән булыр. Анау көндө Әсғәт, йәнәһе, Әнүәрҙең әсәһенә оҡшатып, шундай һамаҡ һамаҡланы:

Әнүәрбәк, Мозафар! —

Утын киҫәһем дә бар, һыуға бараһым да бар,

Ҡамыр баҫаһым да бар,

Ҡаҙан аҫаһым да бар,

Өй артына егет килгән

74

Шуға бағаһым да бар... Эй лә бөтмәҫ ҡырҡ эш! Юҡты бушҡа тултырам, һағыҙ сәйнәп ултырам...

— Нимә ул? — тип Шәһиҙулла ағай минең төйөнсөккә төртөп күрһәтте.

— Икмәк, — тинем мин бышылдап ҡына.

Вәлетдин кеткелдәп көлөп ебәрҙе:

— Арыш икмәгеме? Юҡ инде. Беҙгә, малайҙар, ҡорһаҡ һаҡларға кәрәк. Мин хатта кисә кис тә ашаманым.

— Бая мин дә шуны әйттем, тик Оло инәйем генә аңламаны.

'Икмәк хаҡында башҡаса һүҙ булманы.

— Ибрай ҡайҙа? — тип һораны башлыҡ.

— Ағайымдың бүҫере ҡуҙғалды, — тип яуапланы Әсғәт.

Башлыҡ бөтәбеҙҙе барлап алды. Йыйнауыбыҙ ете йән булып сыҡтыҡ. Иң тәүҙә үҙе, унан ары бүтәндәр: Вәлетдин, Насип, Хәмитйән, Әнүәр, Әсғәт. Иң ахырҙа мин.

— Ҡара уны, Кендек, арып бәлә һалмаҫ булһаң ғына эйәр! —тип киҫәтте Шәһиҙулла. Мин күкрәкте кирә биреберәк ҡуйҙым. Өндәшмәнем. Башлыҡҡа хәтерем ҡалһа ла, белдертмәнем. Үҙҙәре бөтә өй эҫтәре менән аҙым һайын, йомош һорап, беҙгә киләләр, ә үҙе мине буш һыйҙан да мәхрүм итергә тора.

Яуапты минең өсөн Хәмитйән ҡайтарҙы:

Бирешмәҫ. Икмәген мин күтәреп барырмын. Бир, «Рукавказ»! — Шунда уҡ минең төйөнсөктө үҙенә алды. Анау йылғы хәлдән һуң Хәмитйән миңә ҡарата ифрат та һәйбәтләнде. Ах итеп тора.

— Ә һин ҡалала ла ыштаныңды шулай тотоп йөрөрһөңмө, Әнүәрбәк?

— Тотмаһаң, төшәсе.

— Юҡ, Әнүәр ыштаны менән был көйө юлға сығып булмай, — тип бошондо башлыҡ. — Мәсхәрәгә ҡалырһың.

Бармаҡ оҙонлоғо ике сөй табып, Вәлетдин менән Насип Әнүәрҙең ыштан бауын алдан да, арттан да борғослап ебәрҙе. Ҡыуанысынан Әнүәр, кәзә бәрә-

75

сенә оҡшатып, бер һикереп тә ҡуйҙы. Борғостар ышаныслы ине.

Әле ҡояш сыҡмаған. Артта, ауыл өҫтөндә, һыйыр мөңрәгән, әтәс ҡысҡырған тауыштар ишетелә. Аҫта, шишмә буйында, шыйыҡ ҡына томан йөҙөп бара. Беҙ, туҙанлы ҡала юлында ялан тәпәй баҫҡан эреле- ваҡлы ете эҙ ҡалдырып, алға ынтылдыҡ. Ҡуҙғалыр алдынан ғына Әсғәт боролоп ҡараны ла:

Беҙ илдәрҙән киткән саҡта,

Күтәрелде томандар.

Йә ҡайтырбыҙ, йә ҡайтмабыҙ, һау булығыҙ, туғандар! —

тип йыр көйләп алды. Киттек. Дәртме, шатлыҡмы — нимәлер эсте ҡытыҡлап рәхәтләндерә. Аяҡтар үҙ- ҙәренән-үҙҙәре югерергә тора.

Имәнлек үренә саҡлы артыҡ әңгәмәләшмәй, ат- лай-югерә генә барҙыҡ. Ҡояш инде байтаҡ күтәрелде. Имәнлек үренән аяҙ көндө аҡ тау башындағы аҡ ҡала ялт итеп ялтырап күренеп тора. Ошо ерҙә — беҙҙең ауыл баҫыуының сиге. Ураҡҡа ҡуна килгәндә, төндәрен ҡараһаң, ҡала уттары, йым- йым итеп, былай табан килгән һымаҡ тойола. Ҡаланың ҡайҙалығын беләбеҙ, уның юлын таныйбыҙ, ә етебеҙҙән беребеҙ әле унда булғаныбыҙ юҡ. Көмөш ҡаялар өҫтөндә алтын түбәләре нур сәсеп тора бит ана! Күҙгә күренгәс, ҡала бигерәк тә асыҡ сырайлы, йомарт, ҡунаҡсыл булып тойолдо. Йомарт булмаһа, шулай саҡырып торор инеме ни? Әйтерһең, беҙ ҡалаға китеп бармайбыҙ, ә ул үҙе, бөтә хазиналарын тейәп, беҙгә ҡаршы йөҙөп килә.

— Ҡалала беҙҙең нәҫел дә бар, — тип хәбәр һалды Әнүәр, — иң бейек пожар каланчаһында тора, ул торған төштән йөҙ саҡрымдағы ерҙәр күренә, ти. Батша һымаҡ башына алтын кәпәс кейеп ултыра, ти.

— Күсемдәге беҙҙең яҡын ғына ҡоҙаның ҡоҙаһы ҡуш манаралы таш мәсеттә мейес яға,—тип маҡтанды Вәлетдин. — Барһам, күтәреп аласаҡ. Күр ҙә тор бына.

Тегеләрҙең нәҫел-нәсәбен белмәйем. Әллә бар, әллә юҡ. Ә бына Әсғәттең иң өлкән ағаһы Исмәғил ысынлап та Өфөлә эшләй. Ниңә Әсғәт өндәшмәй икән? Хатта анау саҡ бер таҡтаны бүрәнә өҫтөнә

арҡыры һалып, икебеҙ ике башҡа баҫып, таған атынғанда, ул таҡмаҡ та сығарҙы бит:

Һин дә баҫтың таҡтаға,

Мин дә баҫтым таҡтаға,

Беҙҙең брат хеҙмәт итә Универсальный лавкала.

Әсғәт урынында булһам, тегеләрҙең мин әллә ҡасан ауыҙын ҡаплар инем.

— Ниңә ағайыңды әйтмәйһең? — тип бышылданым мин, дуҫым эргәһенә килеп.

— Ҡуй, — тип ҡул һелтәне, — уны белмәҫһең: бер ҡалала, бер салала. Ташкент яғына сығып киткән ул хәҙер.

„ Имәнлек үрен артылып, байтаҡ киткәс, ҡала тағы ла күҙҙән юғалды. Беҙҙең дәрт тә, ниңәлер, һүрелә төштө. Ҡыҙыл сепрәккә төрөлгән икмәк бара- бара Хәмитйәндән Насипкә, Насиптән Вәлетдингә күсте. Аҙаҡ килеп, ул башлыҡтың ҡултыҡ аҫтына инеп һыйынды.

— Әле ярты юлға етәбеҙме, Шәһиҙулла ағай? — тип һораным мин.

— Ниңә, кәр бөттөмө әллә? Әйттем бит мин һиңә...

— Юҡ, бөтмәне.

— Улайһа, ниңә төпсөнәһең?

— Ауыр булһа, икмәкте, ярты юлға еткәс, әрем төбөнә ҡуйып китергә ҡушты Оло инәйем.

— Бушты һөйләмә, Оло инәйең улай тимәҫ.

— Әйтте шул. Әйтте!

— Иҫәр, ул бит «ауыр булһа» тигән. Бына ҡара, ҡош кеүек тә, — ул икмәкте күккә сөйөп, ике ҡулы менән эләктереп алды.

— Ҡуй, Шәһиҙулла, икмәкте уйнатма, ыуалсы- ғы төшөр ҙә үҙеңә яҙыҡ булыр, — тине Әсғәт.

Беҙ бөтәбеҙ ҙә яҙыҡтан үлеп ҡурҡабыҙ. Хатта башлыҡ үҙе дә. Шуға күрә ул, ғәфү итеүҙе һорағандай, икмәкте күкрәгенә ҡыҫты.

Яҡшы-яҡшы аттар егелгән әллә нисә кырандас, туҙан туҙҙырып, беҙҙе уҙып китте. Ҡаршыға ла ылауҙар осраны. Йәйәүлеләрҙән оло юлда бары беҙ генә.

— Ҡала әле алыҫмы? — тип һораны Вәлетдин арыҡ атлы бер бабайҙан.

77

— Ун биштән кәм булыр, ундан артыҡ булыр. Йәһәтерәк атлағыҙ. Унда һеҙҙе көтәләр.

Көткән ергә ашығырға кәрәк. Бынан һуң беҙ бер тына югереп тә алдыҡ. Югерһәк тә, артыҡ ыратып булмай хәҙер. Минән ололар ҙа әллә ҡайҙа китә алмай. Әнүәрҙең ыштаны йәнә бушаны. Насип арттағы борғосто тағы бер ҡат бороп ҡуйҙы. Бүтән- дәрҙең нисектер, минең ҡорһаҡтың ҡалас ҡайғыһы китеп бара. Ҡара икмәккә лә бик риза булыр ине. Нисек инде башлап сер бирәйем, бер имгәк кеүек?

Өс-дүрт йортло бер рус ауылын үткәс, баҫыу уртаһындағы һирәк кенә ҡайынлыҡҡа туҡтаныҡ. Күләгәгә килеп ингәс, тындар иркенәйеп китте.

— Ултырығыҙ, — тип бойорҙо башлыҡ. Үҙе теҙләнеп ултырҙы ла алдына ҡыҙыл төйөнсөктө ҡуйҙы. — Ҡорбан мулла нимә, ти, шуны кем белә?

— һин беләһең, — тине Вәлетдин, нимәлер һиҙенеп алды, ахыры, тыңҡыш.

— Ҡорбан мулла әйтә: «Аш — ашҡа, урыны

башҡа», — ти.

— Мулла белеп һөйләй инде ул, — был юлы һүҙгә Әсғәт ҡеүәт бирҙе.

— Бынау икмәктән ауыҙ итһәк, ҡаласҡа урын ҡалырмы эстә?—тип һораны Шәһиҙулла беҙҙән.

— Ҡалыр! Ҡалыр! — тиештек беҙ.

— Мә, Вәлетдин, — тип башлыҡ кеҫәһенән алып бәке һуҙҙы. — Ете өлөшкә ғәҙел итеп бүл ошо ризыҡты.

Вәлетдин өтәләнеп үк китте, һә тигәнсе ул ҡыҙыл сепрәк өҫтөнә бер сама тигеҙ генә бүленгән ете киҫәк икмәкте теҙеп тә ҡуйҙы. Әлбиттә, өлөшө менән өлөшө типә-тиң тигеҙ түгел ине. Ниңәлер, башлыҡ иң ҙур киҫәккә — үҙ өлөшөнә ҡул һуҙмай тора. Унан уҙып беҙ ҙә үрелә алмайбыҙ.

— Юлда ризыҡты ғәҙел өләшергә кәрәк, — тине ул, — «быныһы кемгә»не әйтеп.

— Малайҙар! Мин әйтеп торайым әле. Минең телем ҡотло — һәр кемгә үҙ өлөшө сығыр. — Насип һикереп үк торҙо. Ҡаршы килеүсе булманы.

Насип артына әйләнде. Вәлетдин бер киҫәкте ала ла һорай:

— Быныһы кемгә?

— Хәмитйәнгә!

78

— Быныһы кемгә?

— Шәһиҙуллаға!

— Быныһы кемгә?

— Кендеккә...

Етебеҙгә лә өлөш сыҡты. Әммә ғәҙел үк булманы. Иң ҙур киҫәк миңә, иң бәләкәйе башлыҡҡа эләкте. Шулай ҙа теге сер бирмәне. Тик мин һиҙеп торам: был икмәк минең әсемә аш булып бармаясаҡ. Дө- рөҫ килеп сыҡманы. Шәһиҙулла минән биш йәшкә өлкән. Дәү кешегә өлөштөң дә ҙурырағы булырға тейеш. Алмашырға кәрәк... Шулай тип уйланып торғанда, теге үҙ киҫәген умырып тешләл алды. Бүтәндәрҙең дә "ауыҙҙары сәпелдәй башланы. Был яман ғәҙелһеҙлекте нисек кенә төҙәтергә һуң?

Мин үҙ һынығымды оҙаҡ ҡына ашап маташҡан булдым. Өс-дүрт ҡабымлыҡ икмәгем ҡалғас, уны Шәһиҙуллаға һондом:

— Мә, ағай, ашап бөтөр.

— Үҙең аша.

— Мин туйҙым инде, валлаһи...

— Ант итмә. Бирһәң, былай ғына бир. Юғиһә антың башыңа төшөр.

Ҡорһаҡҡа аҙыҡ ингәс, аяҡҡа ҡеүәт ҡайтты. Мин йыш ҡына шундай уйға ҡалам: йоҙроҡ саҡлы ғына икмәк киҫәгендә күпме тылсым бар, асыҡҡанда шуны ашаныңмы, донъя йәмләнә лә китә. Бына әле лә... Эргәлә генә бер ҡош һайрап ебәрҙе, яңыраҡ баш ҡоҫҡан бойҙай өҫтөнән күгелйем шаян ел югереп үтте, ҡайын япраҡтары ла дәртлерәк, их- ласыраҡ елберҙәргә кереште. Ҡояш та ул тиклем өтөп бармай)ҫәҙер. Бөтәһе лә ана шул бер һыныҡ икмәктән.

Беҙ ҡуҙғалып киткәс тә:

— Әйҙәгеҙ, малайҙар, Әмин бейәһе кеүек, юрғалап барабыҙ, — тине Насип. Үҙе, алдан төшөп, юрғалай ҙа башланы. Ләкин башлыҡ менән Вәлетдин уны шунда уҡ уҙып китте. Мин иң арттан лерт-лерт кенә юртып барам.

Түбән урамда уттай эш өҫтөндә урманға емеш- еләк йыйырға йөрөй торған Әмин бар. Майланмаған ҡабыҡ арбаһына эреле-ваҡлы бала-сағаһын тейәп, иртәнсәк ул аҡрын ғына юғары осҡа күтәрелә. Әллә ҡасандан дегёт әҫәре күрмәгән тәгәрмәстәр,

79

бөтә ауылды бер итеп, һуҙып-һуҙып һөрән һалып бара. Бер көн Әсғәт минән һорай: «Нимә ти Әмин арбаһы?» «Нимә тиһен, һөрән һала». «Юҡ, — ти Әсғәт, — ул Әмингә инәлә: бар-ма-йыҡ ла... бар-ма- йыҡ ла... бар-ма-йыҡ ла... ти». Юнләберәк тыңлаһаң, Әсғәт һүҙе дөрөҫкә сыға. Арба тап шулай ҡысҡыра Ә инде кис ҡайтҡанда ала бейә тау түбәненә юр „ғаларға керешә, ул саҡ арбаның дүрт тәгәрмәсе алмаш-тилмәш маҡтанырға тотона. Уларҙың нимә тип маҡтанғанын да белә Әсғәт, «һыҙырып һалдыҡ! һыҙырып һалдыҡ!!!» — ти улар. Хәҙер инде. Әсғәт төшөндөрөп биргәс, Әмин арбаһының телен бөтә ауыл аңлай.

— Ҡаланан ҡайтҡанда, беҙ ҙә, Әмин арбаһы кеүек, йырлап ҡайтырбыҙ әле:

Аҡ ҡалала аҡ ҡаласты һыҙырып һалдыҡ, һыҙырып һалдыҡ.

Алҡымына саҡлы тулды Ҡыҙыл һандыҡ, ҡыҙыл һандыҡ...

Әсғәттең башлап әйтеүе булды, Вәлетдин менән Насип элеп тә алды:

Аҡ ҡаласты һыҙырып һалдыҡ, һыҙырып һалдыҡ....р

Хәҙер инде малайҙар юрғаламай, бөтәбеҙ ҙә, самокатта килгән шикелле, тубыҡтарҙы юғары сөйөп, ырғандай-ырғандай югереп барабыҙ. Күңелгә үтә ятышлы әлеге һүҙҙәрҙе көйләй биреп, бер ауыҙҙан ҡабатлайбыҙ:


Дата добавления: 2015-11-04; просмотров: 31 | Нарушение авторских прав







mybiblioteka.su - 2015-2024 год. (0.022 сек.)







<== предыдущая лекция | следующая лекция ==>